Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөнәри оҫталыҡ мәктәбе
Һөнәри оҫталыҡ мәктәбе Журналистика тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Йәмғиәт һулышын тойоп, йәшәйештең төрлө яҡтарын сағылдырған, барыбыҙҙы ла борсоған проблемаларҙы күтәреп, заман менән бергә атлаған ғәмәлме? “Заман башҡа – заң башҡа” тигән әйтемдән сығып, ниндәй ул бөгөнгө журналистика? Донъялағы, илдәге ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәр, кешелек ҡиммәттәренең үҙгәреүе унда нисек сағыла?
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Баш­ҡортостанда киң билдәле журналист Мәүлиҙә Яҡупо­ваның “Ҡауырһын ҡәләмгә әйләнгән ерҙә” (“Там, где перышко стало пером”) тип исемләнгән өр-яңы китабы донъя күрҙе. Яңы быуат журналистикаһы, уның маҡ­саттары, үҙен­сәлектәре ха­ҡында ҡәләм оҫтаһы күҙле­генән сығып яҙылған баҫма, һис шикһеҙ, үҙ уҡыу­сыһын табасаҡ. Автор заман жур­на­лис­тикаһының нығы­ныу йылдары, киң матбуғат сараларының төрлө проблемалары, үҙе ҡатнашҡан уникаль журналистик акциялар хаҡында мауыҡ­тырғыс итеп яҙа. Мәҫәлән, үҙгәртеп ҡо­роу йылдарында нығынған социаль журналистика ни өсөн бөгөн һүнгәндән-һүнә бара? Ниңә гәзит-журнал биттә­рендәге яҙмалар уҡыу­сы­ларҙы илһам­ландырмай? Пиар менән журналистика ара­һындағы айырма ниҙә? Нилектән матбуғат баҫма­ларына яҙылыусылар­ҙың һаны йылдан-йыл кәмей? Тәжрибәле журналист ошо һәм башҡа көнүҙәк һорау­ҙарға яуап эҙләй, заман үҙенсәлектәрен анализлай.
Мәүлиҙә Яҡупованың киң мәғлүмәт сараларында эшләү тәжрибәһе тос: ул үҙ хәбәрсе, редакцияла бүлек мө­дире, ҡала гәзите мө­хәррире, шулай уҡ Баш­ҡортостандың төрлө ве­домство­ларының, шул иҫәп­тән төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе вазифаларында оҙаҡ йылдар эшләү дәүе­рендә үҙен оҫта ойоштороусы итеп кенә түгел, үткер ҡәләмле, тәрән фекерле, оҫта журналист итеп тә танытты.
Был коллегабыҙҙың тәүге китабы түгел. Журналистар даирәһендә һәм уҡыусы­ларға ул “Һүҙ ҡалыр” (“Слово останется”), “Беҙ төрлө һәм беҙ бергә” (“Мы разные и мы вместе”), “Корпоратив баҫма” (“Корпоративное издание”), “Журналист блокноты” (“Блокнот журналиста”), “Салауаттың һынмаҫ рухы” (“Несломленный дух Салавата”), “Уралдан Бал­тикаға тиклем” (“От Балтики до Урала”) һәм башҡа баҫмалары аша автор, авторҙаш булараҡ таныш.
Яңы йыйынтыҡҡа Мәүли­ҙә Яҡупо­ваның һөнәри йәһәттән иң тос материалдары тупланған. Унда Баш­ҡортос­тан матбуғат саралары вәкилдәренең Мәскәүҙә­ге күргәҙ­мәләрҙә ҡатнашы­уын, төрлө илдән килгән хеҙ­мәттәш­тәре менән тәжрибә уртаҡлашыуын, брифингтар, матбуғат конференциялары, журналист акциялары ойоштороуын һүрәтләү менән бер рәттән, автор бихисап билдәле замандаштарын – тәжрибәле журналистарҙы йылы һүҙ менән телгә ала.
Үҙенсәлекле баҫмала тупланған материалдар – төрлө ваҡытта республика гәзите һәм журналдары биттәрендә донъя күргән, ваҡыт һулышын сағыл­дырған, заман йөҙөн бил­дәләгән яҙмалар. Улар, нисәмә йыл уҙыуға ҡара­маҫтан, Башҡортостан жур­на­листикаһы үткән осорҙа һәм бөгөн нисек йәшәүен асыҡ сағылдыра, ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙың урта­һында ҡайнаған кеше күҙле­генән сығып бәйән ителә.
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортос­тан­дың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәүлиҙә Яҡупованың был баҫмаһы, һис шикһеҙ, һө­нәри йәһәттән күптәр өсөн өлгө. Ул күп йыллыҡ тынғы­һыҙ эшмәкәрлеге менән хеҙмәттәштәренә һәм ҡәләм тибрәтә башлаған йәштәргә журналист оҫталығы дәрес­тәре бирә, ҡиммәтле тәж­рибә менән уртаҡлаша.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518