Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайҙа үҙебеҙҙең Йыл бабай?
Ҡайҙа үҙебеҙҙең Йыл бабай? Бынан күп йылдар элек өлкәнерәк йәштәге әҙиптәребеҙ, рәссамдар Яңы йыл байрамы алдынан Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һүрәттәрен төшөрә башлаһа, ни өсөн әле үҙебеҙҙең Йыл бабай онотолдо, уның дүрт ҡыҙын да иҫкә алмайҙар, тип һуҡрана торғайны. Кемдер Барый ағай Ноғомановтың “Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы” китабын иҫкә төшөрә, мифологияға мөрәжәғәт итә, башҡа халыҡтарҙың оҡшаш әйберҙәре менән сағыштырып ҡарай. Әммә йылдар үтә, тема онотола бара, иҫке исемдәр хәтерҙән төшөп ҡала…
Башҡорттарҙың календарь мифоло­гияһы, башҡа халыҡ­тарҙыҡы кеүек, нигеҙҙә, соляр (ҡояшҡа бәйле) мифо­логияға таяна. Шундай соляр миф­тарҙың береһе Ғәйнә ырыуы башҡорттарында һаҡланған. Уларҙың юлбашсыһы Ғәйнә, боланға атланып, Солман буйлап Тол йылғаһына барып сыға. Ғәйнә Күк аллаһы Илмән­гә эйәрә, ә уныһы иһә Илмән күлдән Илмән тауға, болоттарға тултырып, ямғыр ташый.
Бер мәл Тол йылғаһы эйә­һе, Толауа исемле яуыз ҡа­тын, Айға үрелеп, бысраҡ бар­маҡтары менән уның йөҙөн таплап бөтөрә, шунан Ҡояшты һаҙлыҡҡа күмеп ҡуя. Ғәйнәнең алтын мөгөҙлө боланы Карнай (икенсе исем­дәре – Илеш, Мәндәш) Ҡояш­ты эләктереп, уны яҙға тиклем тәпәштә генә күтәреп йөрөтә. Яҙын уны дүрт дәү аҡҡош бейеккә алып менеп китә. Көҙөн аҡҡоштар Ҡояшты йәнә боландың алтын мөгөҙөнә элеп ҡалдырып, үҙҙәре көнь­яҡ­ҡа оса. Был бик матур мифологик сюжет үҙенсә миҙгелдәр алмашыныуын аңлата. Ул төрки, фин, балт, герман халыҡтарында киң таралған.
Йыл бабай һәм уның дүрт ҡыҙы (дүрт миҙгел) мотивы шулай уҡ төрки, фин, балт, германдарҙа осраған Йыл, Юл, Йолль пантеонына ҡарай. “Авеста” аналогы – Зарван, пехлевиса – Зарман, Заман ҡарт. Ҡулына еп йомғағы тотоп йөрөй, ептең яртыһы – аҡ, яртыһы – ҡара (йәшел төҫтә). Йомғағын йыл буйына һүтеп, яңы йом­ғаҡҡа урата һәм ҡояш календары Рә-т (Рәт, Рә – ҡояш) тәртибен күҙәтә, рәткә килтерә. Юлдың фин аналогы Йоуллу-Пукки (Йоуллу-Кәзә) ҙур аҡ боланға атланып йөрөй. Йоуллу – Йолль исеменән, Пукки ҡушаматы – кәзә тиреһенән тегелгән тунынан.
Йыл (Юл) бабайҙың дүрт ҡыҙының – дүрт миҙгелдең һәр береһенең “үҙ туҡһаны”. Төркиҙәр бик борондан йыл оҙонлоғо 365 тулы һәм бер сирек тәүлек тәшкил иткәнен белә. Улар йылды 90 көнлөк дүрт миҙгелгә (фасыл) бүлеп, миҙгелдәр һәм йылдар ара­һына берәр көн өҫтәп, бер йылда 365 көн иҫәпләй; дүрт йыл һайын йәнә бер көн өҫтәп, 366 көнлөк кәбисә йыл билдәләй. Мәҫәлән, “Себер Стоунхенджы” тип аталған Оло Салбыҡ мегалитик комплексы (Хакасия) б.э.т. IV–III б.б. төҙөлгән һәм вертикаль ҡуйылған ифрат ҙур таш­тарҙан ғибәрәт. Себер төркиҙәре ул мегалиттарҙы “кендек тас” тип йөрөтә, йәғни көнлөк (көн, ҡояш ташы), ә икенсе мәғәнәлә – кендек (күсәр) ташы. Был үҙен­сәлекле таш “обсерватория” йыл оҙонлоғон 365 тәүлек 6 сәғәт самаһы теүәллегендә иҫәпләү мөм­кинлеген бирә. Төрки риүәйәттәрендә ваҡыт иҫәбен алып барған Тарауыл ҡарт иҫкә алына. “Тарауыл” һүҙе тәүҙә ҡарауыл, һағауыл һ.б. кеүек хәрби термин булһа, аҙаҡ мифологияла кеше исеме булып китә.
Стоунхендждың аналогтары Юлхалла (Нидерланд), Юлланд (Дания), Юлемисте (Эстония) һәм башҡа объекттар бер үк ваҡытта Юлға табыныу урыны ла була. Төрки халыҡтарҙан уйғыр мифоло­гияһында Юл тәңре көнө-төнө алмасыбар атта саба, йыл аҙағында үҙенең яратҡан ағасы – мәңге йәшел шыршы төбөндә туҡтап, усаҡ яғып, ял итеп ала. Алтайҙар Югар исемле ала атлы Юл тәңрегә табына. Эстондар Яңы йылда Суур Юл (Ҙур Юл – иҫке йыл) йәшел шыршы таяғын Лилле Юлға (Кесе Юл – Яңы йыл) тапшыра.
Юлдың төркиҙәрҙәге икенсе исемдәре – Яр, Ярен, славяндарҙа – Ярило, гер­мандарҙа Jahr. Татарҙарҙа һәм көнбайыш башҡорттарҙа “ярен” һүҙе киләһе йылды аңлата (яренгә – киләһе йылға, ярен игене – киләһе йылға сәсеп ҡалдырылған ужым (русса “озимь” һүҙенән калька). Германдарҙа Jahrgang – йыллыҡ юл, йәғни ҡояштың бер йылда үткән юлы.
Төрки, иран, герман, фин-уғыр халыҡтарында төньяҡ – үлеләр иле, ҡараңғы, һыуыҡ, еүеш төбәк. Унда – ерҙең тиҫкәре яғы, һәм көньяҡтағы яҡты, йылы ҡояштың нурҙары үтеп керә алмай. Төн илендә һыуыҡ һәм ҡараңғылыҡ һирпеп торған Ҡара Ҡояш хөкөм һөрә, тиҫкәре еле (төньяҡтан иҫкән ел) һалҡын ямғыр һәм ҡар алып килә. Ҡара Ҡояш һәр саҡ беҙҙәге ҡояшҡа ҡаршы тора: ҡышын көсәйеп китеп, уны көньяҡҡа сигендерә, ә йәйен хәл­һеҙ­ләнеп, үҙе төньяҡҡа сигенә. Ҡара Ҡояш күҙгә күренмәй, әммә ул күктә йөрөп, ҡайһы берҙә беҙҙең ҡояшты һәм айҙы ҡаплай (ҡояш йәки ай тотола) – шул мәлдә генә уны күреп ҡалырға мөмкин. Ҡара Ҡояш шумер, санскрит текстарында, Көн­байыш Европа трактаттарында, исмаилиттар әҙәбиәтендә, Фирҙәүси, Рудаки, Ибн-Сина, Хосров әҫәрҙәрендә иҫкә алынып, уның еңеүе ахыры заман килеүгә бәйләп күрһәтелә.
Юл традицияһына ярашлы, йәйге сольстис (22 июнь) төнө ҡояштың үрен – иң юғары нөктәһен үтеп, түбән төшә башлаған мәле. Германдарҙа Юл Үре – Jul Ura, Joll Over төнө. Төркиҙәр был мәлдә Алас (Аласлама) байрам итә, ҙур усаҡтар яға. Алас күмерен бәләкәй генә балсыҡ утлыҡсаларға һалып, өйҙәргә алып ҡайталар – был йола “усаҡ яңыртыу” тип атала. Алас усағының икенсе исеме – Сығыр уты. Усаҡты тәүҙә үҫкән әүернә (алас, урай, сығыр, свастика) рәүешендә һалалар, төн уртаһында әүернәне кирегә әйләндерәләр (кәмегән, тиҫкәре әүернә). Ур (Ҡояш Үре) мәленән алып беҙҙең йылы, яҡты ҡояш кәмей, түбәнәйә, сигенә, ә һалҡын, ҡараңғылыҡ һирпкән Ҡара Ҡояш үҫә, күтәрелә башлай.
Был хәл Ҡара Көнгә (иң ҡыҫҡа көн, ҡышҡы сольстис – 22 декабрь) тиклем дауам итә. Был көндө Юл ҡарт балсыҡ утлыҡсала ярты йыл буйына һаҡлаған ҡуҙҙы өрөп, ҡояшҡа ут өҫтәй. Германдарҙа Йолль (Юл) ҡояшҡа ла, барлыҡ йән эйәләренә лә аллалар һулышы Оd (төркисә “ут” һүҙенә тап килә) өҫтәп сыға, уларҙың кәмей төшкән хәле (германдарҙа “heil”, төркиҙәрҙә – “хәйел”) үҫә башлай. Был мәл – Ҡара Көн – Ҡара Ҡояштың иң көслө осоро булһа ла, барлыҡ йән эйәләренең күңелендә үҙебеҙ­ҙең яҡты, йылы ҡояштың күтәрелә башларына өмөт осҡондары тоҡана. Йыл иҫәбе яңынан башлана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518