Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәккә юл үткәндәр аша һалына
Киләсәккә юл үткәндәр аша һалына Башҡортҡа ете быуынын белеү фарыз. Шул уҡ ваҡытта ата-бабаһының кендек ҡаны ҡайҙа тамғаны ла, ҡайһы тарафта ерләнгәне лә мөһим. Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа шәжәрәләребеҙгә иғтибар артты. Олатайҙарыбыҙҙың ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа йәшәгәне, ҡайһы яуҙарҙа ҡатнашҡаны, баш һалғаны ҡыҙыҡһындыра күптәрҙе. Уйлай китһәң, был йәһәттән ауыл зыяраттары ла күп мәғәнәгә эйә. Кемдәрҙе, ни рәүешле ҡуйынына алған ул, ниндәй ваҡиғаларға шаһит булған, ниндәй серҙәр һаҡлай?..
Совет осороноң халыҡ өсөн маҡтап бөткөһөҙ эштәре лә байтаҡ, үкенес белдерерлек ваҡиға­ларҙан да азат түгел был дәүер. Мәҫәлән, бөтә тирә-яҡты һөрөнтөгә әйлән­де­реү маҡсатында, тотош ауыл­дарҙың үткәндәренә һәйкәл булған нисәмә зыярат юҡҡа сыҡҡан. Ошондай күренеш Көҙән ауылын да урап үтмәгән.
1780 йылда ауылда яңы ҡәберлек барлыҡҡа килә, ә иҫке һәм тәүге зыярат үҙ бурысын үтәү­ҙән туҡтай. Тик ауыл халҡы унан баш тарта тигәнде аңлатмай был: уға ихтирам күрһәтеп, ҡәберлекте тәртиптә тоталар. Был хәл Совет осорона тиклем дауам итә. Заман башҡа – заң башҡа, ти халыҡ – баш-ҡул һөйәктәрен ер өҫтөнә ҡалҡыта-ҡалҡыта ҡеүәтле трак­торҙар сиҙәм аҡтара башлай. Хәйер, оло быуын кеше­ләре был мәлдә лә ҡәберлектәрҙе нисек тә һаҡларға һәм яҡларға тырыша. Әлбиттә, “ҙур тәгәрмәскә” ҡаршы барыу мөмкин түгел. Әммә һабан теймәгән урындарҙа көтөү көткәндә малайҙарға ҡалҡыулыҡтарҙы тапатмаҫҡа ҡуша, бала-сағаны еләк йыйыуҙан тыя.
…Инде әлеге зыярат та, шул ҡәберлекте пыран-заран килтергән Совет осоро ла тарихта ғына ҡалған. Ҡасандыр ат көткән, еләк йыйған малай-шалай, ҡыҙ-ҡырҡын быуыны хәҙер үҙе кәңәштәр биреп ултырыр йәштә. Тик тыйып-өйрәтеп кенә тәрбиә эше алып барып буламы һуң хәҙер йүнләп гәзит уҡымаған, хикәйәттәрҙе бөтөнләй тыңларға яратмаған заманда?! Ошо йәһәттән көҙәндәр ауылдашы Әхәт Хәкимовҡа мең рәхмәтле – уҙаман әлеге ҡәберлеккә һәйкәл мәғәнәһе биреп, иҫтәлек ташы ҡуйырға тәҡдим иткән. Уйланған – эшләнгән, был изге урында таш ҡалҡып та сыҡҡан инде.
– Ошо ерҙә һәммәбеҙҙең дә ата-бабаһы ерләнгән, киләсәктә улар­ҙың ҡәберҙәрен инде киләсәк быуын тапамаһын өсөн был һәйкәлдең мәғәнәһе сикһеҙ баһаға эйә, – тип билдәләне Көҙән ауылы Советы хакимиәте башлығы Айрат Алтынбаев иҫтәлекле ташты асыу тан­тана­һында. Ысынлап та, һуңғы төйәгебеҙ ҡәҙерле булып тойолһон өсөн хаталарға тарымай, һәйкәл мәғәнәһен алырға тейештер. Таш шуныһы менән дә ҡиммәт: унда боронғо ауыл кешеләренең там­ғалары (ҡултамғалары) урын алған.
…Зыяраттарҙы күпме ваҡи­ғаларға шаһит булған, күпме сер һаҡлай тигәндән дә, был ҡәбер­лектең мәғәнәһе уйға һала. Тарих биттәрен тәрәнгә ҡуптармай ғына шуны иҫкә төшөрәйек әле: Көҙән – бөйөк дау батыры Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған ауылы!
Бынан тыш йәнә шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: ауыл халҡы ҡәберлекте зыярат тимәй, ә “иҫке үлектәр ҡабағы” тип йөрөтә. Ҡарттар ара­һында был йәһәттән төрлө фекер йәшәй. Бәлки, ислам дине таралғанға тиклем уйланған исемдер, ти ҡайһы берәүҙәр. Шул урында яу үткән, тип фаразлай икенселәр, урындағы диалект менән дә бәйләүселәр бар. Иң мөһиме – нисек кенә аталмаһын, ниндәй исем генә йөрөтмәһен – мәғәнәһе бер: кемдәрҙеңдер ата-бабала­рының һуңғы төйәге ул!

***

Кемдәрҙеңдер тигәндән, хәтер ташын асыу тантанаһында өләсә­йемдең (атайымдың әсәһе) ошо ауылдыҡы икәнлеге иҫкә төштө. Шул мәлдә арҡа һөйәктәре зым­бырҙап киткәндәй тойолдо – был ҡәберлектә минең дә ата-бабалар һөйәге бар, тимәк! Ә бит ошо зыярат янында ятҡан юлдан эш сәфәре менән күпме үтелде…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 656

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 167

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 605

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 147

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 327

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 119

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 186

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 173

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 144

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 121

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 136

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 245