Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йыл күрһәткән юл Йыл күрһәткән юл “Ике көнөңдөң тигеҙлеге – ҙур отолош” тигән әйтем бар. Бөгөнгөң кисәгеңдән яҡшыраҡ, һөҙөмтәлерәк, маҡсатҡа байыраҡ булырға тейеш – шул саҡта ғына алға барырға мөмкин. Ошо йәһәттән ҡарағанда, мәғариф тармағының өҙлөкһөҙ үҙгәреш кисереүе ыңғай баһаға лайыҡ. Киләсәк быуынды тормошҡа төрлө яҡлап әҙерләгән өлкәнең бер урында тапаныуы мөмкин түгел. Уның, алдағыны күҙ уңында тотоп, заманға ярашлы даими үҫешкә, камиллыҡҡа ынтылыуы мөһим.
Мәғариф тармағы быйыл да яңылыҡтарға, сағыу ваҡиғаларға бай булды. Уларҙың төп маҡсаты ниндәй? Башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ниҙәр талап ителә? Заман артынан ҡыуып, барыһын да үҙгәртеү дөрөҫмө?
Төп ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауҙың иң отошло юлдары ниндәй? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән республиканың мәғариф министры Гөлназ ШАФИҠОВАға мөрәжәғәт
иттек.

– Белем биреү тармағындағы быйылғы ваҡиғаларҙың иң ҙуры, моғайын, үҙәк ведомство етәксеһенең алмашыныуы һәм уның байтаҡ ҡағиҙәне үҙгәртергә тәҡдим индереүе булғандыр. Министр Ольга Васильева күтәргән проблемаларҙың ҡайһылары беҙҙең республика мәғарифы өсөн айырыуса көнүҙәк, Гөлназ Радмил ҡыҙы?
– Был мәсьәләләр, әлбиттә, илдең барлыҡ төбәктәренә хас. Ольга Васильева күптән хәл итеүҙе көткән проблемаларға ҡағылды. Мәҫәлән, берҙәм концепцияға нигеҙләнгән дәреслектәр булдырыу. Был – мәғариф өлкәһе генә түгел, тотош йәмғиәтебеҙ өсөн үтә мөһим мәсьәлә. Беренсенән, берҙәм әсбаптар аша уртаҡ маҡсатҡа ынтылған быуын тәрбиәләй аласаҡбыҙ. Икенсенән, дөйөм эшмәкәрлекте ойоштороу, балаларҙың белем сифатын тикшереү еңелләшәсәк. Әйтәйек, беҙ ошо уҡыу йылы аҙағында республиканың барлыҡ VI класс уҡыусылары өсөн урыҫ теле буйынса йомғаҡлау контроль эше үткәрергә ҡарар иттек. Ләкин был йәһәттән ҙур проблема бар: балалар төрлө дәреслектәр буйынса белем ала. Ниндәйҙер теманы берәүҙәр – VI, икенселәр VII класта өйрәнә. Уларға берҙәм контроль эште нисек үткәрергә?
Әсбаптарҙың төрлөлөгө шулай уҡ айырым кластар өсөн олимпиадалар уҙғарғанда ла үҙен белдерә. Әйтәйек, яҡшы өлгәшкән баланың ниндәйҙер теманы әлегә үтмәүе сәбәпле генә еңеү яулай алмауы ихтимал. Ғәҙелме был? Тағы ла шуныһы бар: дәреслектәрҙең, айырыуса гуманитар фәндәр буйынса әсбаптарҙың төрлө йөкмәткеле булыуына бәйле олимпиада һорауҙарына яуап биргәндә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға. Был бит кешенең артабанғы тормошонда ла сағылыш табасаҡ, йәмғиәттә фекер айырмалығы барлыҡҡа киләсәк.
Ҡыҫҡаһы, беҙҙә әле уҡыусылар төрлө белем биреү мөхитендә тәрбиәләнә кеүек. Уны берҙәм итеү өсөн һәр класҡа айырым тәғәйенләнгән, бер иш йөкмәткеле дәреслектәр кәрәк. Был мәсьәләгә, белеүегеҙсә, республикабыҙҙа быйыл көҙ “Дөйөм мәғарифтың федераль белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу: этномәҙәни һәм милли үҙенсәлектәр иҫәпкә алынған идаралыҡ аспекты” темаһы буйынса үткәрелгән Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә ҙур иғтибар бүленде.
Бынан тыш, Ольга Васильеваның мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһен тергеҙеү мөһимлеге хаҡында белдереүе күптәр тарафынан хуплап ҡабул ителде. Юғиһә ҡайһы бер ата-әсәләрҙең талабы буйынса бәғзе мәктәптәрҙә хатта технология дәресен үткәрмәй башлағайнылар бит. Һис шикһеҙ, балаларҙы эшкә өйрәтеү кәрәк. Тик хәҙерге хеҙмәт дәрестәрен совет осорондағы һымаҡ түгел, ә заман ихтыяжына ярашлы, йәш быуындың зауығын иҫәпкә алып ойоштороу мөһим. Тәү сиратта, әлбиттә, норматив-хоҡуҡ акттарын үҙгәртеү талап ителә.
Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры шулай уҡ юғары уҡыу йорттарында маҡсатлы белем биреүҙең мөһимлеге хаҡында белдерҙе. Эште күптән шулай ойоштороу кәрәк булғандыр. Студент, уҡыуын тамамлағас, мотлаҡ үҙ йүнәлеше буйынса хеҙмәт күрһәтергә тейеш. Быға тиклем иһә йыш ҡына киреһенсә килеп сыҡты. Йәш кеше дәүләт иҫәбенә уҡый, ул сифатлы белем алһын өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырыла, бихисап аҡса түгелә. Диплом алғас иһә ҡайһы берәүҙәргә был һөнәр бөтөнләй кәрәкмәй булып сыға. Ҡайҙа ғәҙеллек, намыҫ? Министр тәҡдим итеүенсә, йәш белгес үҙ йүнәлеше буйынса мотлаҡ эшләргә (кәмендә – билдәләнгән ваҡытҡа тиклем) йәки үҙе өсөн түгелгән аҡсаны ҡайтарып бирергә тейеш.
– Уларҙы социаль йәһәттән яҡлау юлдарын киңәйтеү хаҡында ла даими һүҙ алып барыла...

– Йәш педагог мәктәпкә килеү менән 20 процент өҫтәмәһе булған хеҙмәт хаҡы ала башлай. Өс йыл дауамында шулай түләнә. Бынан тыш, белеүегеҙсә, ижади эшләгән әүҙем педагогтар өсөн төрлө ярҙам саралары булдырылған. Мәҫәлән, “Йәш уҡытыусы” конкурсы бар. Унда иң яҡшы тип табылған бәйгеселәргә грант тапшырыла. “Йәш ғаилә” программаһының да ярҙамы ҙур. Бындай мөмкинлектәрҙән әүҙем файҙаланырға кәрәк.
Әйткәндәй, мәғариф буйынса быйылғы республика кәңәшмәһенән һуң эшсе төркөм ағзалары ҡатнашлығында ойошторолған һөйләшеүҙә “Йәш педагог” тигән программа булдырырға ҡарар иттек. Белгестәргә ниндәй аныҡ ярҙам саралары кәрәк – ошо мәсьәлә өйрәнелә. Программала “Йәш ауыл уҡытыусыһы”, “Йәш ҡала уҡытыусыһы” һәм “Айырым категорияға ҡараған граждандар менән эшләүсе” тигән бүлексәләр буласаҡ. Һәр береһен айырым дәртләндереү, хеҙмәт һөҙөмтәлелеген күтәреү саралары менән тулыландырыу ҡарала. Иң мөһиме – уҡытыусы эшләргә ашҡынып торорға тейеш. Юғиһә, күптәр әйтеүенсә, өс-биш йылдан хеҙмәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һүнә башлай.
– Мәғлүм булыуынса, “педагогик стандарт” тигән төшөнсәне тап ошо маҡсатта индермәкселәр.
– Уны тормошҡа ашыра башлау ваҡыты тип 2020 йыл билдәләнде. Ни өсөн тигәндә, был стандарттың байтаҡ етешһеҙлеге табылды – башланғыс ныҡлы өйрәнелергә тейеш. Әйтәйек, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе менән мәктәп уҡытыусыһына бер үк талаптар ҡуйырға ярамай. Өҫтәүенә төрлө предмет буйынса белем биргән педагогтарҙың хеҙмәте һәм белем кимәле лә айырым баһаланырға тейеш. Ошоларҙы иҫәпкә алып, 2018 йылға тиклем категориялар булдырыу, уларҙы ғәмәлдә ҡулланып ҡарау, шунан һуң ғына һөнәри стандартты тормошҡа ашыра башлау бурысы ҡуйылды.
Әле берҙәм квалификация талаптарында бер генә һөйләм яҙылған: “Белем биреү һәм педагогика йүнәлеше буйынса квалификация”. Тимәк, дипломың бар икән, эшләргә хоҡуҡлыһың. 2020 йылдан башлап иһә белгес квалификацияға имтихан бирергә тейеш. Һөҙөмтәгә ярашлы, уға уҡытыусы, өлкән уҡытыусы йәки уҡытыусы-остаз булып эшләргә тәҡдим ителәсәк. Ошонан сығып йөкләмә, хеҙмәт хаҡы билдәләү ҡарала. Тимәк, педагог белеменә бәйле аҡса аласаҡ.
Был үҙгәреш йәштәр генә түгел, өлкән уҡытыусылар өсөн дә отошло булмаҡсы. Ниңә? Белеүегеҙсә, әле ҙур тәжрибәле педагогтар, остаз тип билдәләнеп, йәштәргә бушлай ярҙам күрһәтә. Хеҙмәте өсөн түләнмәгәс, бәлки, бурысын теләр-теләмәҫ үтәгәндәр ҙә барҙыр. Киләсәктә был эш йөкләмәгә индерелә икән, тимәк, тулы кимәлдә башҡарыласаҡ.
– Тармаҡтағы яңылыҡтарҙы барла­ғанда, йәнә бер мөһим ваҡиға булды: республикала тәүге тапҡыр электрон белем биреүҙе үҫтереү өсөн грант бүленде. Унан ниндәй аныҡ һөҙөмтә көтөлә?
– Мәғлүм булыуынса, беҙҙә электрон белем биреүҙе үҫтереү программалары ла, операторҙар ҙа күп. Ләкин уларҙы бергә йыя алмайбыҙ. Ни өсөн тигәндә, программа тәьминәте юҡ. Тап шуны булдырыу өсөн дөйөм суммаһы 30 миллион һумлыҡ һигеҙ грант бүленде, уларҙы уҡыу йорттары отоп алды. Һөҙөмтәне киләһе йыл күрәсәкбеҙ. Мәҫәлән, электрон мәктәп селтәрен төҙөү өсөн тәғәйенләнгән грантты отҡан юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре күп итеп компьютер алып ҡына ҡалмаясаҡ, ә программа тәьминәтен булдырырға бурыслы. Әйтәйек, район үҙәгендәге мәғариф учреждениеһы ошондағы иллегә яҡын бәләкәй ауыл мәктәбен бер селтәргә тупларға һәм дөйөм белем биреүҙе тормошҡа ашырырға тейеш. Уҡыу йорттарында ниндәйҙер фәндәрҙән педагогтар етмәгән осраҡта, балалар дәрестән мәхрүм ҡалмаясаҡ, ситтән тороп ғилем аласаҡ.
Грант отҡан учреждениелар шулай уҡ эштең ғилми-методик, ресурс, мәғлүмәт тәьминәтен, норматив базаһын булды­рырға тейеш. Улар моделдәрҙе төҙөгәс, беҙ проекттарҙы сығара башлаясаҡбыҙ. Әйткәндәй, гранттарҙың береһе “Ата-әсә. Тьютор. Белем биреү” тип атала. Уға ярашлы киләсәктә ата-әсәләр уҡытыу эшенә үҙ өлөшөн индерә башлаясаҡ. Нисек итеп? Хәҙер, ғәҙәттә, һәр кластың ата-әсәләре үҙ-ара “WhatsApp” аша аралаша. Балаларының өйгә эше буйынса фекер алышалар, һорашалар, тәжрибә уртаҡлашалар. Ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла әүҙем ҡулланыла был алым. Программа тәьминәтен булдырып, ошо йүнәлеште киңәйткәндә, ата-әсәгә уҡытыу эшмәкәрлегендә тағы ла яҡынданыраҡ ҡатнашыу, үҙенең белеменә ярашлы төрлө өлкә буйынса кәңәш биреү мөмкинлеге асыласаҡ. Был, һис шикһеҙ, бәйләнештәрҙе нығытыуға тос өлөш индерәсәк.
– Быйылғы тағы бер ҡаҙаныш тип атарға мөмкиндер был башланғысты: “Йәйләү” программаһы буйынса лагерҙар республиканың барлыҡ райондарында ойошторолдо. Эш артабан да дауам итәсәкме?
– Күркәм башланғыс өсөн тәү сиратта Мәрйәм апай Бураҡаеваға рәхмәт. Уның тырышлығы һөҙөмтәһе был.
Эйе, Башҡортостандың заманса йөҙөн билдәләрлек йүнәлешле лагерь булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пионерия осо­ро үтһә лә, балаларҙың йәйге ялы ойош­торолған урындарҙа элекке ҡағи­ҙәләр өҫтөнлөк итә. Әүәлге девиздарҙы әйтәләр, йырҙарҙы башҡаралар, уйын­дарҙы уйнайҙар, көн тәртибе шул уҡ. Ә бына “Йәйләү” – башҡорт йолаларына нигеҙләнгән үҙенсәлекле, заманса программа. Балалар лагерҙа боронғо ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ тураһында теоретик белем алып ҡына ҡалмай, ә уларҙың эсендә “йәшәй”. Был мөһим тәрбиә ысулы киләсәктә лә дауам итәсәк. Теле юҡтың иле юҡ, ти халыҡ. Рухи ҡиммәт­тәребеҙҙе һәр яҡлап хәстәрләргә бурыслыбыҙ. Телде үҫтереү тураһында һөйләү генә түгел, был изге ғәмәлде тормошҡа ашырыуға һәр кемдең үҙ өлөшөн индереүе мөһим. Тәү сиратта, әлбиттә, дәүләт телдәренең ҡулланылыш даирәһе киңәйергә тейеш. Был бурысты беҙҙән башҡа берәү ҙә атҡармаясаҡ.
Әле “Йәйләү”ҙе йыл дауамында ҡабул итәсәк лагерь итеп үҙгәртеү эше менән шөғөлләнәбеҙ. Тимәк, балаларыбыҙ башҡа миҙгелдәрҙә лә милли мөхиттән айырылмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта заман йолаларына, бурыстарына нигеҙләнгән йүнәлештәге программа ла төҙөлһөн ине тигән теләк бар. Әлеге башҡорттар нисек йәшәй, улар ниндәй булырға, нимәгә ынтылырға тейеш – ошондай өлгө күрһәтелгән лагерь, һис шикһеҙ, кәрәк.
– Бындай учреждениелар артыу менән сәләмәтлеккә лә иғтибар бермә-бер көсә­йәсәк. Ошоға бәйле ГТО-ға ҡарашығыҙ нисек?
– Бик яҡшы. Әйткәндәй, уны үҙем дә тапшырыуға өлгәштем. Ғөмүмән, һәр кешенең тормошонда спорт мөһим урын алып торорға тейеш. Ә ГТО – тап шул маҡсатҡа төбәлгән, физик әүҙемлеккә ылыҡтырған ысул. Уның ыңғай һөҙөм­тәһен дә күрә башланыҡ: уҡыусыларҙың һаулыҡ күрһәткестәре яҡшыра. Тимәк, киләсәктә илебеҙҙе күберәк ир-ат һаҡлаясаҡ, ауырып эш ҡалдырғандар кәмейәсәк. Әйткәндәй, яңыраҡ Өфө мәктәптәрендә айына бер мәртәбә Һаулыҡ көнө үткәрә башлау кәрәклеге тураһында һөйләшеү булды.
Рәсәйҙә тәрбиәне үҫтереү стратегия­һын тормошҡа ашырыуға ярашлы республикала “Башҡортостандың өҫтәмә белем биреү тармағында хеҙмәт тәрбиәһе” тигән программа төҙөлә. Уҡыусыларҙың етештереү бригадаларының, мәктәп урмансылыҡ­тарының, хеҙмәт ойошмала­рының эшмәкәрлегенә ярҙам итеү, ошо йәһәттән һөҙөмтәлелекте күтәреү бурысын ҡуйғанбыҙ. Йәнә шуны әйтергә кәрәк: Мәғариф министрлығының бойороғо менән “Самбо нигеҙендә физик тәрбиәнең интегратив курсы” белем биреү программаһының яҡынса өлгөһөн тикшереп ҡарау һәм “Самбоны – мәктәпкә” проектын тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһы ҡабул ителде.
Ғөмүмән, “мәғариф ниндәй – киләсәк шундай” тигән һүҙҙәрҙе иҫтән сығар­майынса, бөтөн көстө тармаҡты төрлө яҡлап үҫтереүгә йүнәлткәнбеҙ. Ил Президенты Владимир Путиндың – Федераль Йыйылышҡа, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә­ләрендә өлкә алдына ҡуйған бурыстары маҡсат­тарҙы тағы ла киңәйтте, иғтибар үҙәгендә булырға тейешле төп йүнәлештәрҙе билдәләргә ярҙам итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 446

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 300

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 239

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 095

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 085

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436