Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сүкеш тоттороп тәрбиәләп буламы?
Элек атай-әсәй беҙҙе тәрбиәләп ултырҙымы икән? Мәлендә халыҡ әйтемдәрен ҡулланып, бер-ике ауыҙ һүҙ әйткәндер әйтһә... Уның ҡарауы, хеҙмәт тәрбиәһен ғүмерлеккә бирҙе. Һинең шәплегеңде лә уҡыуыңа түгел, хужалыҡта эшләүеңә ҡарап билдәләне.
Әлеге Дәүләт Думаһында мәғариф буйынса муҡсайҙа 31 закон проекты сират көтөп ята. Шуның берәүһе – мәктәптәргә хеҙмәт тәрбиәһен ҡайтарыу тураһында.
Хәтерегеҙҙә булһа, 1 сентябрҙә Дөйөм Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында илдең мәғариф министры Ольга Васильева шундай тәҡдим индергәйне. Әлбиттә, кемдер быны шунда уҡ өлкән кластарҙа уҡыусыларҙы тегенсе йә тракторсы һөнәрҙәренә уҡытыу тип ҡабул итте, йәғни элекке совет осорондағы практикаға ҡайтыу тип аңланы. Ҡулың һөнәр белеү насар түгел инде ул. Киләсәктә ошо шөғөлдәрең бик кәрәк тә булып ҡуйыр. Ләкин, киреһенсә, башҡаларҙан айырылып тороуға күнеккән замана балалары үҙҙәре үк бындай бер төрлөлөккә, “инкубатор­лыҡҡа” ҡаршы сығыр шул...
Кемдер иһә был “хеҙмәт тәрбиәһе” төшөнсәһен класта дежур булып, таҡта һөртөү, иҙән йыуыу, мәктәп яны участка­һында эшләү, өмәләрҙә ҡатнашыу тип ҡабул итте. Хәҙерге ҡулайлаштырыу заманында бик уңайлы вариант булыр ине ул – йыйыштырыусы, урам һепереүсе вазифалары ҡыҫҡарыр, ҡаҙна аҡсаһы ла янда ҡалыр.
Быныһы ла дөрөҫ, сөнки һауыт-һаба ла йыуырға йыбанған тотош быуын үҫеп етте. Миҫал эҙләп алыҫ йөрөйһө түгел, һәр кемдең үҙ ғаиләһендәме, туғандары-таныштарындамы, көнө буйы телевизор, телефон, компьютер экранына текләп ултырған балалар бар. Хатта ауылдарҙа йәй көнө лә урамдар тынып ҡалды бит. Ә уҡыу йылы бөтөп, ҡала балаларын тәбиғәткә сәйәхәткә алып сыҡҡас, уларҙың ҡарға балалары кеүек ауыҙҙарын асып өлкәндәрҙең усаҡта аш-һыу әҙерләп алып килгәнен көтөп ултырыуын күреү көлкө лә, ҡыҙғаныс та. Шул уҡ усаҡ өсөн утын-фәлән ташыған хәлдә лә хәрәкәттәре килбәтһеҙ, яйһыҙ икәнен самалайһың. Ни хәл итәһең, улар быға бер ҡайҙа ла өйрәнмәгән...
Иң ҡулайлыһы мәктәптә һөнәри йүнә­леш буйынса эш алып барыу булыр ине, моғайын. Әммә бында күп нәмә махсус һәм юғары уҡыу йорттары, төрлө ойошмалар, предприятиелар менән бәйлә­неште яйға һалыуҙан тора. Хәҙерге табыш артынан ҡыуған заманда мәктәп уҡыусылары менән хеҙмәттәшлек итергә кем ашҡынып барыр икән һуң?..
Министр үҙе, хеҙмәт тәрбиәһе буйынса программа эшләнмәләре быйыл төҙөлөп бөтөп, 2017 йылдан мәктәптәрҙә индерелә башлаясаҡ, тип белдерҙе. Тик был эштең ниндәй формала үтәлере әлегә билдәһеҙ.
Ата-әсәләрҙең дә бөтәһе лә яңылыҡҡа риза булыуы икеле. Хәҙер бит мәктәптә балаһынан берәй эш башҡартҡан өсөн дә яу һалырға өйрәнгәндәр күп. Хеҙмәт тәрбиәһе түгел, тейешенсә уҡыуын талап иткән өсөн дә уҡытыусы өҫтөнән ялыу яҙыу, уны язаға тарттырыу кеүек күренештәр барлыҡ урындарҙа ла сәскә ата. Уҡыусылар ҙа шәптәр. “Һеҙ миңә бойора алмайһығыҙ! Хоҡуғығыҙ юҡ! Тейешле урынға шылтыратам!” – тип кенә ебәрәләр. Бурыстарын үтәмәһәләр ҙә, хоҡуҡтарын дауларға оҫталар.
Шуныһы бәхәсһеҙ, был хеҙмәт тәрбиәһе мәктәптәрҙәге ғәҙәти хеҙмәт дәрестәре сиктәренә һыймай. Бында баҫым “хеҙмәт” һүҙенә түгел, ә “тәрбиә” тигәненә яһалырға тейеш. Әле яңы ғына Омск мәктәбендә булған ваҡиғаны ишеткәнһегеҙҙер. Хеҙмәт дәресендә 13 йәшлек гимназия уҡыусыһы, уҡытыусының кемгәлер ярҙам итәм тип ситкә боролоуынан файҙаланып, иптәше­нең башына сүкеш менән һуҡҡан. Һөҙөмтәлә тегеһе баш-мейе йәрәхәте менән дауаханаға оҙатылған...
Был нимә һуң, гимназия һынлы гимназия уҡыусыһының уҫал шаярыуымы, әллә тәртипһеҙлегеме? Аңлашылалыр: хеҙмәт тәрбиәһенән алда бындай бала­ларға ябай тәрбиә бирергә кәрәк әле. Йәмғиәттә оятһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек тулып ятҡанда быны эшләүе еңел булмаҫ, әлбиттә. Шулай ҙа кеше күңеле – даръя, әмәлен табып, уның иң нескә ҡылдарына ла сиртеп булалыр. Мәҫәлән, уҡыусы­ларҙы шәфҡәтлелек акцияларына йәлеп итеү аша. Уларҙы дауалап булмай торған ауыр сирлеләргә, етемдәргә, ҡарт-ҡороға, берәҙәк хайуандарға ярҙам иттергәндә, күптәр эшкә өйрәнеү менән бергә сараһыҙлыҡтың, бәхетһеҙлектең нимә икәнен дә яҡшыраҡ төшөнөр ине. Бәлки, шунан тирә-яғындағы тереклеккә, кешеләргә лә миһырбанлыраҡ булырҙар. Бына шунда хеҙмәт тәрбиәһенең һөҙөмтәһе лә күренер ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 082

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 440

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 974

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 882

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 636

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 232

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 456

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 426

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 325

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513