Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы – әсә булыуҙа
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы – әсә булыуҙа Тиҙҙән Әсәйҙәр көнө етә. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, күңел матурлығын юғалтмай, тирә-яғындағыларға тик изге тойғолар ғына өләшеп йәшәгән, балаларына оло терәк булған әсәйҙәр оло хөрмәткә лайыҡ.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Бөтөн кешелекте донъя­ға яралтҡан бөйөк зат ул – әсәйҙәр. Ислам динендә ҡатын-ҡыҙға булған мөнә­сәбәт шул тиклем юғары, хатта ки “Ҡөрьән-Кәрим” китабында “Ҡатындар” сүрәһе лә бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙис­тәрендә гүзәл заттар тураһында күп тапҡыр иҫкә алған. Шулар араһынан “Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигәне генә лә бихисап һорауға яуап булыр. Һәр ҡайһыбыҙ, хәлебеҙҙән килгәнсә, әсәйҙәрҙең фатихаһын алырға тейешбеҙ. Уларҙың ҡылған изгелектәрен һанап бөтөрөрлөк түгел.
Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле үҫемлектәрҙән ҡанап бөткән... “Йә, Рәсүлуллаһ, – тип мөрәжәғәт иткән ул, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде күреп. – Әсәйемдең бөтөн әйткәндәрен үтәп торам. Хатта ки үҙен хаж ҡылырға алып килдем. Уның хаҡын үтәй алдыммы?” Пәйғәмбәребеҙҙең яуабы иһә һәр беребеҙ өсөн ҙур һабаҡ. “Әсәйҙәрҙең беҙҙе донъяға килтергән ваҡытта тотҡан бер тулға­ғының да хаҡын үтәү мөмкин түгел”, – тигән ул. Ошо хәҙистәрҙе иҫкә төшөргәндә лә, әсәй­ҙәрҙең ни ҡәҙәр бөйөклөгөнә йәнә бер ҡат инанабыҙ. Уларға ихтирамыбыҙҙы байрам көнөндә генә түгел, көн дә күрһәтеп торорға бурыслыбыҙ.
Ошондай бер хикмәт бар. Америкала ике ҡатын бала таба: береһе – ир, икенсеһе – ҡыҙ бала. Икеһе лә ир баланы үҙенеке тип иҫәпләгән. Ҡыҙ балаға иғтибар булмаған. Кем – ул, кем ҡыҙ тапҡанын нисек асыҡларға? Генетик яҡтан да тикшереп ҡарайҙар, мәсьәлә хәл ителмәй. Кем­деңдер башына шундай уй килә: мосолмандарҙың бер китабында барлыҡ һорауҙарға ла яуапты табырға була. Сәғүд Ғәрәбстанындағы бер ғалимға мөрәжәғәт итәләр. Ул мәсьәләне тыңлағандан һуң ошондай кәңәш бирә: ике әсәнең дә һөтөн алып ҡарағыҙ, кемдең ағында туҡлыҡлы матдәләр күберәк, тимәк, ул ир бала тапҡан. Мәсьәлә хәл ителгәс, ғалимдан бының ҡайҙан белеүен һорағандар. “Ике ҡыҙ бала өлөшө – ир балаға”, – тип яуап биргән ул.
Ысынлап та, әсә һөтөнә бер нимә лә етә алмай. Бала ауырып китһә лә, әсәнең һөтөндә сабыйын тиҙ арала аяҡҡа баҫтырырлыҡ матдәләр барлыҡҡа килә. Әсәйҙәр алдында беҙ мәңгелек бурыслы. Йоҡоһоҙ үткәргән төндәре, беҙҙең өсөн борсолоуҙары иҫәпкә тап килмәй.
Ҡатын-ҡыҙҙар Ислам диненең күп хөкөмдәрен белеп бөтмәй. Мәҫәлән, улар ирҙәренән бала тапҡаны, сабыйын имеҙгәне өсөн хаҡ һорай ала.
Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙарға сабырлыҡ, бәхет бирһен. Ғаиләләр ныҡ булһын. Ҡатын-ҡыҙҙар тулы ғаиләлә, ирҙәре ҡанаты аҫтында ғына тәрбиәле, илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләй ала. Ҡатын-ҡыҙҙарға бәхет бирһен, ә көслө заттарға ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхетен булдырыу өсөн эшләргә, айыҡ аҡыл, һөйөү, хеҙмәт менән ғаиләләрҙе һаҡларға насип итһен.
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506