Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сирек быуаттан ашыу тел һағында
Сирек быуаттан ашыу  тел һағында ...Тел уҡытыусылары хаҡында һүҙ барғанда, уларҙы милләт, рух, тел һаҡсыларына тиңләйһең. Был йәһәттән күп башланғыс нәҡ әлеге остаздарҙан, улар күрһәткән хеҙмәт кимәленән тора. Ҙур мәғәнәгә эйә һөнәр эйәләре араһында тормошон, булмышын ошо эшкә арнаған апайҙар, миңә ҡалһа, бигерәк тә иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Һүрәттә балҡыған ханым да 26 йыл буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәренә төшөндөрә балаларҙы. Стәрлетамаҡ районының Рим Йәнғужин исемендәге Айыусы ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнур Рысаева тәүге тапҡыр һабаҡ биргән көнөнән үк һөнәренә ғашиҡ.
Ишембай районының Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы бала сағында, иманым камил, тиҫтерҙәре һымаҡ ҡурсаҡтарын теҙеп “уҡытырға” яратҡандыр. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, тормош мәғәнәһен ошо һөнәрҙә күрә ул. Улай ғына ла түгел, ике ҡыҙы ла әсәһе юлын һайлаған. Гүзәлиә менән Азалия ошо уҡ районда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Бөгөн ауыл мәктәптәренең бер бөйөрөн һыйпап, икенсеһенә тибеп ят­ҡан замана шарттарында Гөлнур Әүхәҙи ҡыҙы, төп бурысынан тыш, йә­нә бер нисә эш алып бара: ул дирек­торҙың уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә эш­тәре буйынса урынбаҫары, мәктәп китапханаһы мәшәҡәтен дә үҙ иңенә алған. Хәйер, өҫтәмә йөктән ҡурҡмай педагог, икенсе күренеш өсөн йөрәге әрней.
– Берҙәм дәүләт имтиханы систе­маһы бер яҡлап яҡшы, икенселәй ҡарағанда, уҡыусыларҙы күп нәмәнән мәхрүм итә һымаҡ, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты ул. – Мәҫәлән, беҙҙә балаларҙың 11-се класты та­мамларға хәленән килһә лә, ошо имтихандан ҡурҡып, күптәр 9-сынан һуң ҡала яғына китеүҙе хуп күрә, ә бит коллегаларым – яҡшы билдәләргә әҙерләрлек белгестәр.
Хәйер, мөғәллимәнең һүҙенә ҡолаҡ һалмағанда ла, быға инанаһың һымаҡ – һандар ҙа дәлилләй: ике башҡорт ауылынан йыйылған балалар һаны дүрт тиҫтә генә тәшкил итә. Әйткәс әй­тәйек инде, районда ни бары ике башҡорт мәктәбе генә бар (береһе Кү­сәрбайҙа башланғыс мәктәп булһа, икенсеһе әле остаз хеҙмәт иткән белем усағы). Уларҙа ла уҡыусылар һаны күп түгел.
БДИ тигәндән, эш дөйөм белем алыу­ға ғына ҡайтып ҡалмай, әлбиттә. Ошо һынауҙы үтеп сығыр өсөн уҡыу­сы­лар ҙа, уҡытыусылар ҙа, хатта ата-әсәләр ҙә ниндәй генә ҡорбан ҡыл­май­. Барлыҡ ваҡытты сарыф итеп, аҡса түгеп, репетитор яллауҙарҙы иҫәп­кә алма­ғанда ла, дәғүәләр бихисап. Хәйер, белем биреү системаһын да төрлө яңылыҡтар, алымдар һәм аҙымдар менән яҡшыртырға кәрәктер бит. Нисек кенә булмаһын, Гөлнур Әү­хәҙи ҡыҙының был йәһәттән фекере ҡиммәт.
– Иң мөһиме – БДИ ла, бер ниндәй башҡа имтихан да туған телебеҙҙе өйрәнеү иҫәбенә булырға тейеш түгел (ундай хәлдәр ҙә юҡ түгел. – Авт.), – ти ул. Ошо һүҙҙәрҙән һуң сирек быуат фиҙакәр хеҙмәтен иҫәпкә алмағанда ла, был уҡытыусы ҙур ихтирамға лайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509