Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тыңлар инем үлән үҫкәнен, Киске йылы елдәр иҫкәнен...”
Матбуғатта мәктәп тормошона, уҡытыусылар эшмәкәрлегенә йыш иғтибар бирелә. Был тәбиғи, сөнки киләсәгебеҙ тураһында уртаға һалып һөйләшеү мөһим. Был йәһәттән мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем һәм тәрбиә биргән остаздар айырыу­са хөрмәткә лайыҡ. Һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн тәғәйенләнгән Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернаты директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Дамира Рөстәм ҡыҙы ТАРАСОВА менән ошондай педагогтарҙың эшмәкәрлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Ғәҙәти белем биргән мәктәп тормошон күҙ алдына килтереүе ауыр түгел, ә бына һеҙҙең учреждение эшмәкәрлеге нисек ҡорол­ған?
– Башта уҡ шуны билдәләйек: һаңғырау балалар – һеҙҙең менән ми­нең кеүек үк кешеләр. Хоҙай Тәғә­лә һынауы буйынса улар бары тик ише­теү һәләтенән мәхрүм. Шуға уларҙы йәмғиәтебеҙҙең айырылғы­һыҙ өлөшө булараҡ ҡабул итергә те­йешбеҙ. Балаларҙың үҙҙәренә лә был йәмғиәттән өркөргә, ситкә тай­пылырға ярамай. Уларҙы киләсәктә ишетеү һәләтенә эйә булған кешеләр мөхитендә йәшәргә, юғалып ҡал­маҫҡа өйрәтеү һәм белем биреү – төп бурысыбыҙ.
Беҙҙә балалар IХ класҡа тиклем бе­лем ала. Ишетеү мөмкинлектәре сик­ләнгәндәр был программаны 10 йыл дауамында үҙләштерһә, бөтөн­ләй һаңғырауҙар 11 йыл уҡый. Әлеге көндә 124 бала тәрбиәләнә. Улар Башҡортостандың көньяҡ төбәгенән, Ырымбурҙан да бар. Башлыса Стәр­летамаҡ ҡалаһынан – 33 уҡыусы.
– Бурысығыҙҙы атҡарған саҡта күберәк нимәгә иғтибар бирелә: уҡыу программаһын үҙләште­реүгәме, әллә яраҡлашыу һәләтен үҫтереүгәме?
– Шәхес бар яҡлап та өлгөрһөн өсөн уның аң-зиһен кимәлен дә үҫтереү фарыз, рухи донъяһын, физик мөмкинлектәрен дә байытырға кәрәк – был хәҡиҡәт беҙҙең эшмәкәр­леккә ят түгел. Уның ҡарауы, бала­ларға ниндәйҙер бер теманы һеңдереү өсөн, башҡа уҡыусыларҙан айырмалы рәүештә, икеләтә-өсләтә күберәк эшләргә тура килә. Шуға ла программаны ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ өйрәнәләр. Мәҫәлән, “магазин” һүҙен уҡырға өйрәтер өсөн ишетә алған балаға хәрефтәрҙе танытырға һәм ҡабатлатырға ғына кәрәк. Ә һаңғырау бала өндәрҙе-ижектәрҙе һинең артыңдан еңел генә әйтә алмай. Бер хәрефтең әйтелешен аңлатыу өсөн генә лә көнө буйы ваҡыт талап ителеүе ихтимал.
– Өн тигәндән, шундай күре­нешкә аптыраным: бөтөнләй һаңғырау балалар ҙа ҡайһы бер һүҙҙәрҙе иркен әйтә ала…
– Беҙ – ишетеү һәләтенә эйә булғандар – өндәрҙе ишетәбеҙ, ә бит һәр өндө әйткәндә тын алыу ағзаларының бер өлөшө ҡатнаша. Бер өндө сығарғанда ауыҙҙан һыуыҡ һауа килһә, икенсеһен әйткәндә, мәҫәлән, киреһенсә, эҫе тын урғыла. Тамаҡ-муйындың һелкенеүе, телдең был йәки теге яҡҡа боролоуы – ишеткән кешеләр иғтибар итмәгән һәр ваҡ деталь иҫәпкә алына. Бер балаға өндө сығарырға өйрәтер өсөн, әйтәйек, әлеге уҡыусы менән икәүләп көҙгө алдына баҫабыҙ ҙа, ауыҙҙы асып, шул өндө әйтеү процесын ҡа­батлайбыҙ. Был, әлбиттә, ҡатмарлы методиканың бер өлөшө генә…
Шулай ҙа балаларҙың төп аралашыу ҡоралы булып ҡул бармаҡ­тарының хәрәкәте хеҙмәт итә. Донъя­ны танып-белеүҙә башлыса ошо алым ҡатнаша. Һәр хәрәкәт бер хәрефте алмаштыра.
– Икмәк һатып алыр өсөн “магазин” һүҙен уҡый белеү генә аҙ бит әле…
– Күп ваҡыт теге йәки был хәл-ваҡиғанан сығыу юлын өйрәтеүгә бү­ленә. Мәҫәлән, йыш ҡына алыш-биреш, һатып алыу ваҡиғаһын уйнап өйрәнәбеҙ. Олораҡ кластар элек ал­ған һабаҡтары нигеҙендә был күренеште ысын тормошта дауам итә. Бергәләп магазиндарға, почта бүлексәләренә һәм башҡа халыҡ күпләп йыйылған урындарға йөрөй­бөҙ. Был уҡыу һәм тәрбиә эштәренең ғәмәли өлөшө тиһәң дә була.
– Интернатты тамамлаған балаларҙы артабан ниндәй тормош көтә?
– Киң мәғлүмәт сараларынан ишетеп-күреп тораһығыҙҙыр, һаңғы­рау балаларҙың мөмкинлек­тәре сикләнһә лә, уларҙың араһында һәләтлеләр бихисап. Бының өсөн паралимпиада тарихына күҙ һалыу ҙа етә. Һикһән йылға яҡын тарихы­быҙҙа беҙҙән дә ошондай уҡ һәләткә эйә күпме бала сыҡҡан! Һуңғы йылдарҙы барла­ғанда, спорт өлкәһендә Юлиә Әбүбәкированың исеме киң билдәле.
Әммә был барыһы ла спорт өлкә­һенә сума тигәнде аңлатмай. Иретеп йәбештереүсе, токарь, тегенсе, медицина хеҙмәткәре, ашнаҡ­сы булып эшләй улар. Белем алыу өсөн республика уҡыу йорттарында төркөм­дәр барлыҡҡа килтерелгән, уңайлы шарттар тыуҙырылған. Кем­дәрҙер урта һөнәри белем алып ҡына ҡалмай, юғары уҡыу йортон да тамамлай. Тик шуныһы ғына күңелде ҡыра: яңы талаптар буйынса имтихан тапшырғанда һаңғырау балалар өсөн әллә ни артыҡ шарттар ҡаралмаған, ә бит уларҙың дөйөм аудиторияла юғалып ҡалыуы ла ихтимал. Ләкин иң мөһиме – ниндәй генә ҡар­шылыҡтар сыҡмаһын, балаларыбыҙ башлыса лайыҡлы тормош ҡора. Күҙәтеүҙәр шуны дәлилләй: мөм­кинлектәре сикле булмағандарға ҡарағанда, уларҙа хатта яуаплылыҡ тойғоһо ла нығыраҡ һиҙелә, тип тә әйтер инем.
Сирек быуаттан ашыу хеҙмәт дәүеремдә сығарылыш кластарын күп оҙаттым, йылдар үткәс тә был балалар менән күрешеп-осрашып торабыҙ. Күптәре ғаилә ҡороп, матур итеп йәшәй.
– Бөгөнгө педагогтың көндә­легенә күҙ һалһаң, хеҙмәтенең үтә лә мәшәҡәтле икәнлегенә ина­наһың. Ә һеҙ бит төп предметығыҙ буйынса ғына белем биреп ҡалмайһығыҙ, бер үк ваҡытта педагог та, сурдопедагог та, психолог та, тәрбиәсе лә. Әңгәмә барышында иғтибарҙан ситтә ҡалған бурыстарығыҙҙың иҫәбе-һаны юҡтыр...
– Был йәһәттән бер күрһәткескә генә туҡталырға ҡала: интернатта эшләгән 55 педагогик хеҙмәткәр араһында 30-40 йыл ғүмерен ошо хеҙмәткә арнағандар бар. Нурия апай Йомағужина, мәҫәлән, ҙур ихтирамға лайыҡ. Һәр һөнәрҙең үҙ мәшәҡәте, үҙенсәлеге етәрлек, әммә эшеңде яратһаң, уны башҡарыуы ауырлыҡ тыуҙырмай, тиер инем.

Рәмил МАНСУРОВ
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 095

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 085

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436