Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ өйөңдә генә — үҙ көйөң
Үҙ өйөңдә генә — үҙ көйөң Өләсәй янында —
оло байрам
Эш былай булды. Атайыбыҙ фронттан бик һуң ҡайтты. Һуғыш тамамланғас та байтаҡ ваҡыт хәрби хеҙмәттә булды. Өйөбөҙ ныҡ иҫкергән дә, шуға Сәлихйән ҡартатайымдарҙа йәшәгәнбеҙ. Атайым­дың ҡайтыр хәбәре ишетелгәс, ул яңынан иҫке йортҡа сығарғыһы килмәгәндер инде. Ҡайҙандыр һал итеп бүрәнәләр ағыҙып килтергән. Уныһын аңғармағанмын да. Вил ағайым менән мине атҡа атландырып, алмаш-тилмәш һыу буйынан бүрәнә һөйрәтте.
Атайым ҡайтыр алдынан миңә — 6, Вил ағайыма 9 йәштәр самаһы булған инде. Көнө буйы эшләйбеҙ. Әсәйемдең беҙҙе йәлләп:
— Атай, балаларҙы яфалама. Кейәүең үҙе ҡайтҡас күтәрер әле, — тип әйтеүе май кеүек күңелде иркәләгәне хәтеремдә. Ысынлап та, йонсоғанбыҙҙыр инде.
Ҡартатайым:
— Ҡайны йортона ҡайтып инергә ул бит килен түгел. Ир кешенең аша атлап инерлек үҙ тупһаһы булырға тейеш. Үҙ өйөндә генә кеше үҙ көйөн көйләй ала, — тигән. Бала саҡта хәтерҙә ҡалмағандыр инде был аҡыл, аҙаҡ өлкәндәр ҡабатлағандыр, моғайын. Һәр хәлдә ҡартатайымдың ошо аҡылы зиһенгә ныҡ һеңгәйне.
Тәки бура бурап, күтәрҙе ҡартатайым өйҙө. Өмә лә булды, былай ҙа ярҙамлаштылар. Атайым һыуыҡтар башланғас ҡайтты. Ә беҙ, мейес яғып, икмәк һалып көттөк уны. Шул хәтерҙә ныҡ һаҡланған.
Тағы шул иҫтә ҡалған: ҡартатайым күгәрсен аҫраны. Йыл һайын беҙгә бер тапҡыр итен бешереп ашатты. “Күгәрсен ите ашаған кешенең йәне ожмахта булыр”, — ти торғайны.
Ә китаптары күпме ине уның! Беҙ, боронғолар наҙан булған тигән фекер һалынған малайҙар, уларҙың китап тотоп, уңдан һулға ҡарай уҡыуын һанға һуҡмаған булдыҡ. Имеш, наҙанлыҡ. Һулдан уңға табан уҡыу ғына дөрөҫ, тип аңлаталар ине мәктәптә. “Йософ менән Зөләйха”, “Буҙ егет” тигән китаптары булғанлығын белеп ҡалдым. Ул китаптарҙы йәшерә-йәшерә уҡый торғайны инәйемдәр.
Ҡартатайымдың ер эшен, тупраҡ серен белгәнлегенә аптырайым. Ул емеш-еләк, йәшелсә түтәлдәрен бер ваҡытта ла ҡап-ҡара итеп утап һалманы. Үләндәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡалдыра бара торғайны. “Был үлән ошондай йәшелсәгә ашлама бирә. Ә быныһын ута, тамыры менән йолҡоп ташла, ә бындайын күрһәң, теймә”, — тигәндәре генә хәтерҙә ҡалған. Ә ниндәйе ниндәйгә ашлама – уныһын яҙып алырлыҡ йәштә булмағанмын. Иген сәсер өсөн ер һөрә башлаһалар: “Ер ҡыртышын юҡҡа сығаралар ошолайтып. Ерҙең тәбиғи эшкәртеүселәре булған төрлө бөжәктәр, селәүҙәр юҡҡа сыға”, — тип көйә ине. Ә үҙе иген баҫыуын төрән менән генә йырып сығыр булды. Игене лә уңды уның. Атайым МТС-та машина-трактор станцияһында эшләне. Уның менән оҙон-оҙаҡ фекер алышырҙар ине. Совет власының бик күп ыңғай яҡтарына һөйөндө. Әсәйемде уҡытыусылыҡҡа уҡытырға Өфөгә рабфакка алып барған да ҡыуанып ҡайтҡан. “Совет власы булмаһа, ҡыҙ балаға шулайтып уҡып йөрөү тәтер инеме?” – тип яңы ҡоролошҡа рәхмәт әйткән саҡтары ла булған. Шул уҡ ваҡытта атайым:
— Киләсәктә айырым хужалыҡтарҙа мал аҫрау ҙа бөтөр. Мал да ошо МТС-тарҙа техника тотҡан кеүек, уртаҡҡа әйләнер, — тиһә:
— Таҡмаҡтағыса була инде:
Ҡәһәр һуҡҡыр Николай
Ун биш һыйыр һауҙырҙы.
Рәхмәт Совет власына
Бер кәзәгә ҡалдырҙы, —
тип яуаплаған.
Атайым — МТС директоры, инәйем бер килке колхоз рәйесе булды. Икеһе лә яуаплы вазифа башҡарһа ла, ғаиләбеҙ ишле ине. Туғыҙ бала үҫтек: Вил, Нил, Илида, Кәбир, Әсмә, Гөлсирә, Мөхәммәт, Камил, Азамат. Инәйем бик матур ине. Ул гүзәллеге менән тирә-яҡта дан тотҡан.
Атайымдың инәһе Сәмиғә өләсәйем йәшләй генә тол ҡалып, дүрт балаһын яңғыҙы үҫтергән. Барыһын да белемле иткән. Атайымдың ҡустыһы, хәрби училище тамамлап, Мәскәүҙә хеҙмәт итте, офицер ине. Еңгәне Юлдаштан алып киткәйне. Тик абзый, аварияға эләгеп, иртә китте фани донъянан.
Өләсәйем яңғыҙ йәшәне, әммә ейәндәренә ныҡ ярҙам итте. Алтын аҡылдар бирә ине. Ул үҙен тотошо, булмышы, ейәндәрен яратыуы, ипле, тыныс һөйләшеүе, бер ваҡытта ла, хатта ныҡ асыуланған саҡтарында ла тауыш күтәрмәүе, йәмһеҙ ҡараш ташламауы менән өлгө күрһәтте. Өләсәй янына барып ҡайтыу оло байрам һымаҡ булды. Уның алдында шаярыу түгел, артыҡ һүҙ ысҡындырыуҙан да тартынаһың, ҡысҡырып һөйләшергә ҡыймайһың, әҙәпһеҙ ҡыланыуҙы ихтирамһыҙлыҡ тип һанайһың. Беҙ уның яңғыҙ йәшәгәненә аптырай инек. “Минең үҙ фиғелем, йәштәрҙең үҙ фиғеле. Ярҙам кәрәкһә, килеп тораһығыҙ. Ошолай яҡшы бит”, — тигән булыр ине.
Өйө, ихатаһы ҡунаҡ көткән кеүек йыйыштырыулы булыуы, үҙенең бөхтә кейенеп йөрөүе әле лә күҙ алдымда. Күп уҡыны. Уҡығандарын беҙгә лә һөйләштергеләй, өйрәтә торғайны. “Һәр кемгә үҙенә етерлек аҡыл бирелә. Һәр кем үҙенсә йәшәй. Теге минеңсә түгел, был улай түгел, тип ғәйепләп күңелегеҙгә гонаһ алмағыҙ”, – тине ул.
Эшҡыуарлыҡҡа әүәҫлек — Сәлихйән олатайымдан, дингә ҡарата ихтирам Сәмиғә өләсәйемдән күскәндер. Мин 1989 йылда уҡ башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары араһында иң беренселәрҙән булып йүнселлек эшенә тотондом. Ҡустым Азамат та – уңышлы эшҡыуар.
Әгәр халыҡта булған күсәгилешлелек емерелмәһә, күпме белем, аҡыл, ғилем ҡалыр ине киләсәк быуынға. Юҡ, беҙгә мәктәптә өйрәтелгәндәрҙе генә дөрөҫ тинеләр. Ә бөгөн килеп боронғо ғилемде дөрөҫ тип табалар. Ярай әле, тәбиғәттең иҫ китмәле үҙенсәлеге – ҡан хәтере бар. Уйланып ултырған саҡтарҙа ҡапыл зиһен яҡтырып китә лә ҡан хәтере ҡалҡып сыға, мейене фекер быраулай башлай. Үҙеңде тыңлай белергә һәм зиһенгә килгәнде эләктереп алырға кәрәк. Шуға ла ғилемгә ынтылып торған йәштәргә ярҙам итергә тырышам. Яратҡан тыуған ауылым Бәхтейәргә лә иман нуры ҡайтарырлыҡ бина төҙөргә уйлайым.

Атай аҡылы —
балаға бол
(Уҡытыусы Ғәзимә Солтанова һөйләгәндәрҙән)

Беҙ бала саҡта аулаҡҡа йөрөй торғайныҡ. Тик беҙҙең аулаҡ тигәнебеҙ еткән ҡыҙҙарҙыҡы кеүек уйын-көлкө өсөн түгел, ә Нәғимә исемле инәйҙән әкиәт һөйләтеү ине. Әкиәт кенә һөйләтеп ҡалмайбыҙ, йә башҡаларҙан алдараҡ килеп, йә артҡараҡ ҡалып, серебеҙҙе, зарыбыҙҙы һөйләйбеҙ, әсәйҙәргә әйтә алмаған уй-фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Ундай инәйҙең булыуы, һөйләгән серҙәребеҙҙең уның үҙендә генә ҡалыуы — беҙҙең өсөн оло шатлыҡ. Әсәйҙәре менән уртаҡ тел таба алмаған минең кеүектәргә шул тиклем йәтеш ине бындай инәйҙең булыуы. Ул үҙе лә: “Сер ҡайҙа ишетелә – шунда ергә һеңһен дә ҡуйһын. Сәселә-һирпелә башлаһа, бысрана, сүпләнә ул”, — тип өйрәтә торғайны. Бер көн ул: “Ҡыҙҙар, бөгөн айҙың тулған мәле. Төш юрау өсөн иң һәйбәт ваҡыт”, — тип саҡырҙы. Беҙ күмәкләшеп, кем нимә булдыра ала – шундай күстәнәс тотоп, сәй эсеп йоҡлап ҡайтырға йыйылдыҡ. Тәүҙә бер аҙ әкиәт һөйләшеп ултырҙыҡ та, урамға сығып, тулған айға ҡарап теләктәребеҙҙе әйттек, шунан эстән генә үҙ алдыбыҙға хыялдарға сумып, инәй өйрәткәнсә ауыҙыбыҙға һыу уртлап йоҡларға яттыҡ. Иртәгәһенә ҡыҙҙар кемуҙарҙан төш һөйләп юрата башланы. Эй матур, эй ҡыҙыҡ төш күргәндәр... Мин үҙ төшөмдән оялып өндәшмәй генә тик торҙом. Шулай ҙа шул тиклем юратҡым килеп, барыһынан да аҙаҡҡа тороп ҡалдым да:
— Инәй, төшөм йәмһеҙ булғас, ҡыҙҙар алдында һөйләргә тартындым. Көтөүсене күрҙем мин. Оҙон сыбыртҡыһын һөйрәп көтөү ҡыуып китеп бара ине.
— Көтөүсеһен асыҡ күрҙеңме?
— Асыҡ күрҙем. Ундайҙар беҙҙең ауылда юҡ ул.
— Бик алыҫ ергә килен булып төшөрһөң, балам. Яратҡан кешеңә барырһың, бәхетле йәшәрһең, — тине инәй. Ҡыуанып, рәхмәт әйтеп ҡайттым да кисен ул да шатланырлыҡ итеп күстәнәс тотоп килдем. Төш юраусыны ҡыуандырһаң, юрағаны юш килә, тиҙәр.
Ауылыбыҙҙағы Нәғимә инәй бөтөн ҡыҙҙар өсөн дә оло шатлыҡ булды. Ипле, яғымлы, һәр беребеҙҙе шул тиклем ихлас тыңлай ине. Ул беҙҙең кеүек ҡыҙҙарҙы үҙенә ылыҡтырып торҙо.
Йылдар үтте. Мин училище тамамлап, уҡытыусы дипломына эйә булып, Йылайыр районына эшкә йүнәлтмә алдым. Ул саҡта Матрай районы ине. Шул саҡ оҙон сыбыртҡы иҫкә төштө лә инде. Был хәтлем үк алыҫҡа һуҙылыр сыбыртҡы осо тип уйламағайным да. Атайым: “Бер-ике йыл эшләр ҙә ҡайтырһың”, — тип оҙатып ҡалды.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 597

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 205

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436