Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хужалар ниндәй – хужалығы шундай
Әхәт Әбдрәхимов етәкселегендәге илле биш йыллыҡ тарихы булған “Ағиҙел” балалар ял һәм һауыҡтырыу лагерында быйыл өс йөҙҙән ашыу бала ял итте. Әбйәлил районынан, Стәрлетамаҡтан, Өфөнән, Бөрйән районының төрлө ауылдарынан булды улар. Балалар лагерҙа ата-әсәһенән айырым йәшәргә, үҙаллы тормошҡа өйрәнде. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, яңы дуҫтар табыу, бер-береңә яҡшы мөғәмәләлә булыу – лагерҙың төп маҡсаты.

“Иң әҙәпле бала”, “Иң шәп отряд”, “Иң матур йыйыштырылған бүлмә” һәм башҡа конкурстар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Дарыу үләндәрен йыйып киптереп, уларҙың файҙаһын аңлатыу эше лә яҡшы ҡуйылды. Вожатыйҙарыбыҙ, балаларыбыҙ тарафынан ҡырҡтан ашыу төрлө дарыу үләне әҙерләнде. “Асыҡ ишектәр” көнөндә ата-әсәләр лагерҙың тормошо менән танышты. Быйыл балалар көн һайын рәхәтләнеп һыу инде.
“Ялҡын”, “Аҡбуҙат”, “Арғымаҡ”, “Дуҫлыҡ” төркөмдәре Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәй­ләү” программаһы нигеҙендә эшләне. Был программаны тормошҡа ашырыуҙа Байназар мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы, лагерыбыҙҙың осҡон сәсрә­теп торған өлкән вожатыйы Сәйҙә Сәйәхованың роле ҙур булды. Ул лагерь көндәлеге буйынса ойошторолған матур эштәре хаҡында ҡыуанып бәйән итте.
Педагогик коллектив лагерға конкурс нигеҙендә генә һайлап алынды. Теләүселәр күп булһа ла, ҡайһы берәүҙәр һайлап алыу турынан үтә алманы. Республика лагерҙары араһындағы мәртәбәле конкурста өсөнсө урынды яуланы “Ағиҙел”.
Бизнес көнөн иғлан итеү балаларҙы бик шатландырҙы. “Еҙ үксә” бейеү конкурсы ла тама­шасыларҙың күңеленә хуш килде. Өфөнән килгән, психологтар балаларға тест үткәрҙе, уйындар ойошторҙо. Был балаларға тормошта дөрөҫ йәшәүгә юл күрһәткән бик матур сара булды.
Төрлө түңәрәктәр эшләне, йәнһүрәт­тәрҙән һәм нәфис фильмдарҙан төҙөлгән ҡыҙыҡлы ғына ярыштар ҙа ойошторолдо. Балалар үҙҙәренең бик күп белеүҙәре, зирәклектәре, актерлыҡ һәләттәре менән һоҡландырҙы.
Өс смена буйы гөрләп торған лагерыбыҙ бөгөн шат тауыштарҙан тынып ҡалды.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512