Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡурсаҡ уйнаманым, “уҡытыусы” булдым”
“Ҡурсаҡ уйнаманым, “уҡытыусы” булдым” Һайлаған һөнәренә мөкиббән бирелгән, унан башҡа тормошон күҙ алдына ла килтерә алмаған Илүзә Насирова бар ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған. Ул хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан.


Мәктәп йылдарында иң күңеленә ятҡаны башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре була. Бигерәк тә инша яҙырға, шиғырҙарҙы яттан һөйләргә ярата. Белем биргән уҡытыусыларының дәрестәренә ғашиҡлығымы, балаларҙы яратыуымы, әллә ата-әсәһенең ҡыҙҙарын уҡытыусы итеп күреү теләге көслө буламы, әммә һигеҙенсе кластан һуң Илүзә Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Студент йылдарында Белорет мәҙәниәт йортоноң башҡорт драма түңәрәгендә шөғөлләнеп, әсә теленең матурлығына, нескәлегенә, нәфислегенә тағы ла нығыраҡ төшөнә. Ҡулына диплом алғас, йәш белгес хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында башлай. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ситтән тороп юғары белем ала. Төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай.
Илүзә Баязит ҡыҙы баҫҡан ерендә ут сығарып бейегән Йылайыр егете Илшат Ғиниәт улы менән сәстәрен сәскә бәйләй. Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡыған егет ҡулына диплом алғас, кәләшен тыуған яғына алып ҡайта. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Гөлназ менән улдары Урал донъяға килә. Балалары үҫә төшкәс, уларға белем биреү, һәләттәрен үҫтереү маҡсатында йәштәр Сибай ҡалаһына килеп төпләнә. 1996 йылдан алып Илүзә Баязит ҡыҙы ҡаланың 1-се мәктәбендә уҡыусыларға башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтә, әҙәбиәткә һөйөү уята. Уның дәрестәрен уҡыусылар көтөп ала, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа призлы урын яулай.
– Бәләкәйҙән ошо изге һөнәр эйәләренә күңел түремдә ҙур ихтирам тойғоһо йәшәне. Ғәҙәттә, ҡыҙҙар ҡурсаҡ уйнарға әүәҫ булһа, мин уҡытыусы булып уйнарға яраттым. Ғаиләлә баш бала булараҡ, тәүге “уҡыусыларым” бер туғандарым булды. Уларҙы теҙеп ултыртып дәрес биреүемде әле лә хәтерләп алабыҙ, – ти Илүзә Баязит ҡыҙы. – Бөгөн үҙемде уҡыусыларһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым, улар янына ашҡынып киләм, уңыштары өсөн шатланам.
Уҡытыусы туҡтауһыҙ ижад итә, эҙләнә. Бөгөн заман мәктәбен яңы технологияларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шунлыҡтан Илүзә Баязит ҡыҙы дәрестәрен электрон саралар ҡулланып, лингво-мәҙәни нигеҙҙә ҡора, традицион менән бер рәттән инновациялы алымдарҙы ла ҡуллана. Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булараҡ, уҡытыуҙа яңы технологияларҙы үҙләштереү менән бергә кластар араһында күсәгилешлелек, уҡытыу, белем биреү сифатын яҡшыртыу, олимпиадаларҙа, төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашыу буйынса ҙур эш алып бара. Ул яңынан-яңы эҙләнеүҙәр өҫтөндә. 2013 йылда үҙ эшенең оҫтаһы, тәжрибәле уҡытыусы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” республика конкурсында финалға үтеп, йәнә үҙенең иң яҡшылар рәтендә булыуын дәлилләй.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Илүзә Насирова өлгәшелгәндәр менән туҡталып ҡала торғандарҙан түгел. Мәскәү ҡалаһында Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу һәм һөнәри оҫталығын арттырыу академияһында Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресе финалында Башҡортостан намыҫын яҡлай. “Рәсәй халыҡтарының этномәҙәниәтен үҫтереү һәм милләттәр берҙәмлеген нығытыу” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә ойошторолған бәйгелә Сибай уҡытыусыһы Рәсәй Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Илүзә Баязит ҡыҙы Мәскәүҙә сыҡҡан “Педагогик идеялар йыйынтығы” ярҙамында ла эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Уҡытыусының шәжәрә буйынса материалдары, дәрес, кластан тыш сара өлгөләре унда урын алған. Шулай уҡ Тамбов ҡалаһында баҫылған “Фән һәм мәғарифты үҫтереү перспективалары”, “Йәмғиәт. Фән һәм Мәғариф: проблемалар һәм перспективалар” тип аталған йыйынтыҡтарҙа уның мәҡәләләре менән танышырға мөмкин. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ойошторған “Электрон сараларҙы ҡулланып үткәрелгән иң яҡшы дәрес” электрон белем биреү концепцияһына нигеҙләнгән республика конкурсында Илүзә Баязит ҡыҙы йәнә оло еңеүгә өлгәшеп, дипломға лайыҡ була.
Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, унан йәм һәм ҡыуаныс алған, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен балаларға еткерә алған, телебеҙ байлығын, уның матурлығын һәм аһәңлеген төрлө милләт вәкиле күңеленә һеңдерергә тырышҡан Илүзә Баязит ҡыҙы яңы уҡыу йылын оло шатлыҡ менән ҡаршыланы. Ул Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән “Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы-2016” республика конкурсы еңеүсеһенең 50 мең һум күләмендәге аҡсалата премияға лайыҡ булыуы хаҡында ҡыуаныслы хәбәр алды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436