Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшының даны ете тарафҡа таралыр
Йәй уртаһы – яңы ғына мәктәп тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫырға йыйыныусы йәштәр өсөн айырыуса ҡыҙыу мәл: һөнәр үҙләштереү маҡсатында юғары йәки урта махсус уҡыу йортона инәһе бар бит әле.

Сибай педагогия колледжында ла бик тығыҙ көндәр. Ҡабул итеү комиссияһы рәйесе Гөлнара Шәкирова әйтеүенсә, “Башланғыс кластар уҡытыусыһы”, “Мәктәпкәсә белем биреү”, “Музыкаль белем”, “Физик тәрбиә”, “Ғәмәли информатика”, “Өҫтәмә белем биреү педогогы” һөнәрҙәрен алырға киләләр бында.
– Элек-электән беҙҙең педколледж асылына тоғро ҡала. Бынан сыҡҡан йәштәр һәр ерҙә тырышып, намыҫлы эшләй, хеҙмәт баҙарында кәрәкле белгес булараҡ уларға ихтыяж ҙур, – ти Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы. – Хатта шундай лаҡап ҡатыш юрау бар төбәктә: “Сибай педколледжында уҡығанһың икән, тимәк, кеше буласаҡһың”. Дөрөҫтөр, сөнки бында студенттарға төплө белем бирелә, заманса мөмкинлектәр тыуҙырылған, һәләттәрҙе үҫтереү, өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн шарттар бар. Ситтән килгәндәргә дөйөм ятаҡтан урын тәҡдим ителә, буфет эшләй. Планға ярашлы, быйыл көндөҙгө һәм ситтән тороп белем алыу бүлектәренә 325 кешене алырға тейешбеҙ, әле 250-гә яҡын документ тапшырылған да инде. Күберәге “Ғәмәли информатика”, “Мәктәпкәсә белем биреү” һәм “Физик тәрбиә” бүлектәрен һайлай.
Беренсе Этҡол ауылынан Ғәзизйән Һунарғолов бала саҡтан спортты ярата, көрәш һәм волейбол менән ныҡлап шөғөлләнә, артабан да сәләмәт йәшәү рәүешенән айы­рылмаҫҡа иҫәбе. Шуға документтарын “Физик тәрбиә” бүлегенә тапшырҙы ул. Әсәһе Флүрә Фитрат ҡыҙы теләгенә ҡаршы килмәгән, киреһенсә, егеттең көслө уҡыу йортон һайлауынан бик ҡәнәғәт. Ә бына Ишбирҙе ауылынан Айзилә Исламғолова кескәйҙәр менән эшләргә теләй, шуға күрә документтарын һис икеләнеүһеҙ “Мәктәпкәсә белем биреү” бүлегенә бирҙе.
Сибай педагогия колледжында белем алырға теләүселәр араһында Ишембай, Әлшәй кеүек алыҫ яҡтарҙан да, хатта Силәбе өләкәһенең Ҡыҙыл районынан да барҙар. Яҡшының даны ете тарафҡа таралыр тигәндәй, Көньяҡ Уралда ғына түгел, тотош республикаға алдынғы педагогик уҡыу йорттарының береһе булып танылған, ярты быуатлыҡ тарихҡа эйә Сибай колледжын һайлаусыларҙың сафы йылдан-йыл арта барыуы был һүҙҙәргә ҡеүәт өҫтәй.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 441

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 294

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 748

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 160

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 591

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 201

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 198

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 233

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 090

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 107

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 081

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 430