Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Осҡон”дан ҡабынған ялҡын
“Осҡон”дан ҡабынған ялҡын Элекке журналистар булмай, тиҙәр. Ысынлап та, уй-кисерешен ҡағыҙға төшөрөп өйрәнгән кешенең ҡулы ҡәләм тотмай тора алмайҙыр ул. Ун һигеҙ йыл ғүмерен “Осҡон” гәзитендә хеҙмәт итеүгә бағышлап, унан башҡа урынға күскән Рәхимә Мусина ла яҙыуҙан айырылыуҙы күҙ алдына килтермәй.
– Журналистиканы ысын күңел­дән яратыр өсөн миңә был һөнәрҙән китергә кәрәк булған икән. Хәҙер үҙем теләгәнсә, йәнем теләгән темаға яҙыу мөмкин­легенә эйәмен, – ти ул. – Ҡасандыр бурыс тип кенә ҡараған хеҙмәттән әле рухи кинәнес алам.
Рәхимә Мөхитдин ҡыҙы дүрт йыл элек район китапханаһында эш башлай. Байрамдарҙы, ижад кисә­ләрен, осрашыу­ҙарҙы үҙен­сәлекле, тәрән йөкмәткеле итеп ойоштора, ихласлығы менән рух мөйөшөнә халыҡты күпләп ылыҡтыра.
– Эштә редакцияла туплаған тәжрибәм ныҡ ярҙам итә, – ти за­мандашыбыҙ. – Журналист хеҙмәте аралашыу оҫталы­ғына өйрәтте, райондағы һәр кеше менән тиерлек таныштырҙы.
“Осҡон”да оҙаҡ йылдар “Йәй­ғор” әҙәби битен сығарған, өс тиҫтәнән ашыу китап­тың мөхәр­рире булған Рәхимә Мөхитдин ҡыҙының яңы урында тиҙ арала уңыш ҡаҙа­ныуына ғәжәпләнәһе түгел. Бында килеү менән хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙ өсөн “Йәнгүзәл” клубын да ойоштороп ебәргән. Әйтеүенсә, китапхана уға өр-яңы донъя асҡан, психология, эзотерика буйынса әҙәбиәткә “сум­дырған”.
Әйткәндәй, Рәхимә Мусина алтын юбилейына “Хикмәтле был тормош” исемле икенсе йыйын­тығын сығарҙы һәм үҙенең ижад кисәһе менән бергә китап­тың исем туйын үткәрҙе. “Өлкәндәр өсөн тормош дәрес­леге” тип баһаланы­лар баҫ­маны был сарала. Һәр кемдең күңеленә яҡын темаларҙы күтәрә шул Рә­химә: мөхәббәт, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, киң күңеллелек, көнсөллөк, хыянат, ғәфү үтенә белеү… Уҡыу­сыға аҡыл өйрәтмәй, ә уны фәлсәфәүи уйға һала.
– Йыйынтыҡта үҙем йә таныштарым менән булған хәл-ваҡи­ғаларҙан, тормош күренеш­тә­ренән сығып, тормоштоң ни тиклем хикмәтле, мөғжизәле булыуын әйтергә теләнем, – ти китап авторы.
Рәхимә – бар яҡлап ижадсы. Яҙыуға оҫта булыуынан тыш, ҡул эштәренә, бешеренергә, баҡса үҫтереүгә лә маһир ул. Энә һәм ырғаҡ менән бәйләгән кейем­дәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр.
Һәр минуттың ҡәҙерен белеп йәшәй Рәхимә Мөхитдин ҡыҙы. Ире Нафиҡ Ғәле улының, улдары Илшат менән Ильястың ихтирам-һөйөүе тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә әйҙәй ижадсыны.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Бану
    Бану от 15.05.2016, 15:56
    Сабыр тәбиғәтле, кешене тыңлай белгән, өлгөр, егәрле Рәхимә апай ҡайҙа эшләһә лә, гел алдынғылар сафында булыр ине, шуға ла уның китапханала ла ең һыҙғанып эшләп китеүенә һис тә аптыраманым. Рәхимә апайҙы юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлап, уңыштар теләйем! Муллыҡта, һау-сәләмәт йәшәһен!

  2. Нияз Алсынбаев
    Нияз Алсынбаев от 02.06.2016, 15:41
    Рәхимә Мусинаға уңыштар, һаулыҡ-сәләмәтлек, ижади үрҙәр, ғаилә бәхете теләп ҡалам!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506