Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Орлоҡ” ниндәй емеш бирер?
Тормошобоҙҙо ғына түгел, фекерләүебеҙҙе төбө-тамыры менән үҙгәрткән 90-сы йылдарҙа иҡтисад нигеҙен белмәй, баҙар шарттарын аңламай, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлай алмай аптырап ҡалдыҡ. Аҙаҡ килеп, инженерҙарға ҡытлыҡ кисергәнебеҙҙе төшөндөк. Уларҙы уҡытыу йәһәтенән сит илдәрҙән арыу ғына ҡалышабыҙ. Барлыҡ талаптарға яуап бирерлек киләсәк белгестәрен нисегерәк әҙерләргә һуң?

Эш стажда ғына түгел

Яңы ойошма-предприятиеларҙа барлыҡҡа килгән эш урындарына, һис шикһеҙ, заманса фекерләгән төплө ғилемле белгестәр талап ителә. Шул уҡ ваҡытта хатта техник йүнәлештәге юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлағандар араһында ла тейешле өлкәлә хеҙмәт урыны таба алмай йөрөгәндәр барлығына шаһитбыҙ. Ошонан сығып, мәғариф менән сәнәғәт араһындағы хеҙмәттәшлек ныҡлы түгел тигән фекер нығый. Һөҙөмтәлә белгестәрҙе ат хаҡына ситтән саҡыртырға мәжбүр булған осраҡтар бихисап.
Тимәк, егерме йылдан ниндәй һөнәргә ихтыяжлыҡ кисерәсәгебеҙ хаҡында алдан белергә, мәғарифты шул юҫыҡта камиллаштырырға кәрәк. Эш таба алырлыҡ ҡына түгел, заман ауырлыҡтары алдында ҡалтырап төшмәҫлек быуын әҙерләү зарур. Байтаҡ сараларҙа ошо хаҡта фекерҙәр яңғырай башланы.
– Яңы һөнәрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе Интернеттың, башҡа технологияларҙың тағы ла нығыраҡ үҫеүенә бәйле буласаҡ, – тип белдерҙе, мәҫәлән, бер кәңәшмәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов. – Шуға 20 йылдан, әйтәйек, “медицина роботтарын проектлаусы талап ителә” тигән иғланға бер ҙә аптырамаҫбыҙ.
Кәрәк, кәрәк, тибеҙ. Ике тиҫтә йылдан һуң аҡсаны ҡайһы һөнәр эйәләренең көрәп аласағын күҙалларға тырышабыҙ, әммә киләсәгебеҙҙе тәьмин итәсәк әлеге уҡыусылар тейешле белем аламы һуң? Мәғариф биналары, матди-техник хәл талаптарға яуап бирәме? Педагогтарҙың йәше, эшкә яраҡлылығы, белем кимәле, хеҙмәт баһаһы... Хафаға һалған мәсьәләләр быйылғы мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә аныҡ билдәләнде. Мәҫәлән, бер районда БДИ һөҙөмтәләрен анализлағандан һуң шул билдәле булған: түбән балл йыйғандарҙың уҡытыусылары башлыса мәктәптә оҙаҡ ваҡыт эшләй. Дөрөҫөрәге, улар хаҡлы ялда. Ошо район хакимиәтенең мәғариф идаралығында әйтеүҙәренсә, пенсионер-уҡытыусылар педагогик коллективтың яртыһын тәшкил итә. Тимәк, стаж ғына түгел, тәжрибә, замансалыҡ, яңылыҡты ваҡытында һеңдерә белеү – барыһы ла мөһим бөгөнгө уҡытыусы хеҙмәтендә.

Бала бурыслы булып ҡалмаҫ

Пенсионер-уҡытыусы хаҡында һүҙ сыҡҡас, ирекһеҙҙән тәү сиратта ауыл мәктәбе күҙ алдына килеп баҫа. Ҡайһы бер урындарҙа улар йәштәр килмәү сәбәпле эшен дауам итә. Ә инде хеҙмәтен еренә еткереп башҡарыу-башҡармауы – икенсе мәсьәлә. Дәғүәләшеп, пенсияға китмәй йөрөгәндәрҙең араһында бурыстарын тейешле кимәлдә үтәмәгәндәрҙең барлығы ла ишетелеп ҡала. Шул уҡ ваҡытта йәш белгестәр сит тарафта эш эҙләй, юғары педагогик белемле булыуына ҡарамаҫтан, мәҫәлән, баҙарҙа тауар һатып ултыра. Бындай осраҡтарҙың сәбәбе эш хаҡының түбәнлегенә генә бәйле түгел шул…
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ҡайһы бер ауыл уҡытыусыһына ғәзиз төйәгенең яҙмышы ғына түгел, мәктәп тормошо ла сит була бара. Сәбәптәре төрлө, әлбиттә. Шуларҙың береһе – уҡытыусының бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләүе. Магазин да асҡан ул, фермер ҙа… Һөҙөмтәлә төп эше иғтибарҙан ситтә ҡала. Мәктәптә пенсия йәшен тултырыу өсөн генә йөрөй ҡайһы берәүҙәр. Тимәк, улар биргән белемдең дә йүне юҡ.
Уҡытыусы киләсәккә “орлоҡ” һала тип әйтергә мөмкин. Әгәр балаға сифатлы белем, һәйбәт тәрбиә бирәбеҙ икән, ул йәмғиәт алдында бурыслы булып ҡалмаясаҡ: асыштары менән ҡыуандырасаҡ, өҫтөнлөклө проекттар әҙерләйәсәк. Тик белгестең төбәгебеҙҙә ҡалыуы ғына шарт. Был тәңгәлдә мәғариф учреждениелары менән ойошма-предприятиеларҙың хеҙмәттәшлеген нығытыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.

* * *

...Зәйнәб Биишеваның “Емеш” романында шундай юлдар бар: “Ул (Иштуған. – Авт.) бер ҡасан да уҡыусыларына көндәлек дәрес биреү менән генә сикләнмәй, ә үҙе белгән, тойған, йәнен-йөрәген ярһытҡан бөтә яҡшы, файҙалы аң-белем, ғәҙәт-ҡылыҡты ла балаларҙың күңеленә һеңдерергә, уларҙың донъяға ҡарашын камиллаштырырға тырыша”. Ғәмәлдә һүҙ үткән быуат баштарына барып тоташһа ла, асыл үҙгәрмәгән. Билдәле, еңел түгел уҡытыусы хеҙмәте: көндәлек уҡытыу эшенән, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ мәшәҡәтенән тыш, ике тиҫтә йылды алдан күҙалларға тейеш ул. Шуға ла белем биреп кенә ҡалмай, ә тормоштоң уртаһында, яңылыҡтар араһында ҡайнап йәшәй. Һөҙөмтәһе 20 йылдан асыҡланыр…





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 597

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 205

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436