Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Физикаһыҙ үҫеш юҡ”
“Физикаһыҙ үҫеш юҡ” Иңендәге һөнәри бурысын ҙур теләк менән ихлас башҡарған педагогтар бихисап. Шуларҙың береһе – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының физика уҡытыусыһы Әлиә Шәрәфетдинова.

Ул Мейәс ҡалаһында тыуып үҫкән, Силәбе дәүләт университетында белем алған. Уҡыған йылдарында уҡ тырыш, әүҙем, маҡсатҡа ынтылышлы булыуы менән айырылып торған.
Хәҙер инде Әлиә Даян ҡы­ҙының 1-се гимназия-интернатҡа тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуына ла ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Үҙе уҡытҡан предметты төплө бел­гән, балаларға ябай, аңлайышлы төшөн­дөргән сабыр холоҡло, итәғәтле педагогты һәр кем хөрмәт итә. Физиканан имтихан тапшырырға йыйынған сығарылыш класс уҡыусылары йылдан-йыл арта. Әлиә Даян ҡыҙы уларға өҫтәмә дәрестәр бирергә һәр саҡ әҙер.
Уның атаһы “Урал” автомашиналары эшләнгән заводта баш белгес булған, әсәһе – абруйлы технолог. Эшкә бик иртә йөрө­гәндәр. Ғаиләлә иһә – өс бала. Ҡустыһы Марат менән һеңлеһе Вилена тулыһынса Әлиәнең ҡарамағында. Бәлә­кәстәрҙе уятып, йыуындырып, кейендереп, балалар баҡса­һына оҙатыуын, кис әкиәт уҡып йоҡла­тыуын йылмайып хәтергә ала ул хәҙер. Өлкәндәр эштән ҡай­тыуға өй йыйыш­ты­рылған, ашарға әҙер­ләнгән... Яуаплылыҡ, олоно – оло, кесене кесе итә белеү, хәстәрлекле булыу кеүек сифаттар Әлиәнең күңеленә шулай бала саҡтан һалынған.
Әсәһе яғынан олатай-өләсәйе лә ғүмер буйы мәктәптә эшләгән. Яҡты донъянан киткәндәренә байтаҡ ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫ­тан, Миәкә районының Әнәс ауылы халҡы әле булһа данлыҡлы уҡытыусылары Зоя апай һәм Зәй­ни ағай Йыһаншин­дарҙы тәрән ихтирам менән иҫкә ала. Әлиә ҡәҙерлеләре биргән һа­баҡтарҙы күңеленә һең­дергән: һәр кем уны талапсан, ғәҙел кеше тип белә.
– Һәләтһеҙ уҡыусы юҡ. Педагог һәр баланың үҙен­сә­леген күрә белергә тейеш, – ти ул. – Кемдер физиканы үҙһенмәһә, тәү сиратта үҙем­де ғәйепле һанайым: уның күңелендә предметҡа ҡа­рата ҡыҙыҡһыныу уята алмағанмын. Тимәк, был уҡыусыға иғтибарҙы артты­рырға бурыслымын. Бө­гөнгө тормошта бит физиканың әһәмиәте айырыуса ҙур. Иҡ­тисади үҫеш уға туранан-тура бәйле.
Туҡтауһыҙ камиллашыу юлында Әлиә Шәрәфет­динова. Махсус әҙәбиәт­тән, гәзит-журналдан, Интернеттан үҙ предметына, мәғри­фәт, педагогика, психология мәсьәлә­ләренә ҡа­ғылышлы яңылыҡтарҙы даими күҙәтеп, өйрәнеп бара. Шуға күрә лә уның дәрестәре көтөп алына.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 1 015

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 252

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 673

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 261

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 477

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 232

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 266

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 297

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 213

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 198

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 205

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 413