Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡағыҙ китап тарихта ҡалырмы?
Ҡағыҙ китап тарихта ҡалырмы? Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, һуңғы осорҙағы бер уҡыу йылында Рәсәйҙә репетиторлыҡ хеҙмәте өсөн 30 миллиард һум самаһы аҡса түләнгән. Был сумманың һигеҙ миллиард һумы Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлеккә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта дәүләт үҙендәге педагогтар тәжрибә туплаһын тигән маҡсатта ситтән белгестәрҙе күпләп саҡырып, бихисап аҡса түгә.
Төрлө яҡҡа һибелгәс...

Ошо кире күренештәрҙең ниге­ҙендә нимә ята? Билдәле, мәктәп­тәрҙәге уҡытыу сифаты. Уҙған уҡыу йылындағы математиканан БДИ һөҙөмтәһен иҫкә төшөргәндә лә, бәғзе педагогтарҙың тейешле ки­мәл­дә ғилем биреүе шик тыуҙыра.
– Барлыҡ уҡытыусылар бер төр­лө эшмәкәрлек алып бара ал­май, – тигәйне бер мәғариф учреж­дение­һының директоры. – Улар үҙ­ҙә­ре мәк­тәптә, махсус йәки юға­ры уҡыу йортонда төрлө остаздан ғилем туп­лай. Хеҙмәт юлын баш­лағас иһә, эшмәкәрлеген урындағы үҙен­сә­лек­тәргә бәйле ойоштора. Өҫтә­үе­нә хәҙер дәреслектәр ҙә, уҡытыу программалары ла төрлө. Шунлыҡ­тан уртаҡлыҡ юғала бара кеүек.
Юғары уҡыу йорттары уҡытыу­сыларынан да ошондай уҡ фекерҙе ишетергә тура килә. Әйтеүҙәренсә, төрлө тарафтан килгән йәштәр бер үк теманы үҙҙәренсә өйрәнгән бу­ла. Һөҙөмтәлә педагогка мәктәп программаһын яңынан төшөндө­рөп, “һәр яҡҡа һибелгән” студент­тар­ҙы бергә тупларға тура килә. Быға, әлбиттә, уҡытыусы бихисап ваҡытын, көсөн сарыф итә, дәрес программаһынан артта ҡалырға мәжбүр була.
Һанап үтелгән ошо проблема­ларҙың төп сәбәбе – һәр мәғариф учреждениеһы өсөн уртаҡ уҡытыу алымының булмауы. Тармаҡтағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙың да күбеһе тап шул мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән. Уларҙың иң мөһиме – электрон белем биреү. Билдәле, яңылыҡтарҙың күбеһе йәмғиәт тарафынан тиҙ арала хуплау тапмай. Башланғыс һәр яҡлап өйрәнелә, ҡай­һы берҙәре ҡаты тәнҡит утына ла тотола, ғөмүмән, ҙур һынау үтә. Электрон белем биреү ҙә әле ошондай юлда.
Был алымдың барлыҡҡа килеү тарихы уҙған быуат башына тура килә: АҠШ самолеттарында осоуҙы симуляциялау өсөн компьютер эш­лә­нә. Артабан иһә заман техника­һының эшмәкәрлеген тәьмин итеү маҡсатында төрлө программалар төҙөлә башлай. Был хеҙмәт менән шөғөлләнгән компаниялар барлыҡ­ҡа килә. Һөҙөмтәлә быуат аҙағында донъяла компьютер программалары мең самаһына етә. Башҡалар менән сағыштырғанда, Рәсәй күпкә ҡалыша.
Уҙған дәүерҙең 90-сы йылдары уртаһында илебеҙҙә студенттар менән уҡытыусылар араһында бәй­ләнеш булдырған тәүге программалар барлыҡҡа килә. Тап ошо осор­ҙа дистанцияла белем биреү концепцияһы ҡабул ителеп, бер нисә юғары уҡыу йортонда уға ярашлы эш тормошҡа ашырыла башлай. Ләкин Рәсәй башҡа илдәр менән ярышыу кимәленә етә ал­май, компьютерлаштырыу йә­һәте­нән дә донъяла иң артта бара.
Артабан бизнес-уҡытыу баҙары барлыҡҡа килеп, электрон белем биреүҙе үҫтереүгә ҙур этәргес би­рә. Бындай хеҙмәт күрһәткән ойошмалар, яңы алымдың һөҙөм­тәле­ле- ­ген баһалап, электрон вариантҡа күсә башлай. Әле, мәғлүм булыуынса, был йәһәттән үҫеш йылдам бара. Шулай ҙа башҡа илдәрҙән биш-алты йылға артҡа ҡалабыҙ. Сағыштырып ҡарағанда, мәҫәлән, Америкалағы мәғариф учрежде­ние­ларының 90 процентында уҡытыу электрон формала ойошторола.

Техника барыбер кешеһеҙ эшләй алмай


Белгестәр билдәләүенсә, биз­нес­та электрон уҡытыуға ҙур өҫтөн­лөк бирелә. Тәжрибәһе булмаған хеҙмәткәрҙе һөнәр үҙенсәлектә­ре­нә онлайн технологияһы ярҙа­мын­да төшөндөрөү сығымды 50 – 60 процентҡа кәметеүгә килтерә. Бындай компанияларҙа хеҙмәт һөҙөм­тәлелеге лә күпкә юғары. Тимәк, электрон белем биреүҙең башҡа тармаҡтарға ла ныҡлы үтеп инеүе зарур. Әлбиттә, эш мәктәп­тән башланырға тейеш.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йә­һәт­тән бик яй ҡуҙғалабыҙ, – тине электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Советтың күсмә улты­рышында республика етәксе­һе Рөстәм Хәмитов. – Төп сәбәп – яңыса уҡытыуҙы ойоштора белмәү, ҡануниәттә был йүнәлеш буйынса айырым ҡағиҙәләрҙең булмауы, ресурстарҙың аҙлығы, ҡалыпҡа һа­лынған мөхитте үҙгәртә алмау... Ошо айырым мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында махсус эш төркө­мө булдырырға кәрәк. Беҙҙә бит электрон белем биреүҙе киң йәйел­дереү өсөн бөтөн уңайлыҡтар бар, мәктәптәрҙе заманса йыһазланды­рыу йәһәтенән бихисап эш башҡа­рылды. Башҡаһы үҙебеҙҙең ты­рыш­лыҡҡа бәйле. Барыһы ла яйланыр тип көтөп ултырһаҡ, бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ.
Рөстәм Зәки улы мәктәптәргә электрон белем биреү йәһәтенән башланғыс ярҙам күрһәтерлек махсус үҙәк булдырыу, методик эште көсәйтеү, лекция, семинар һәм баш­ҡа саралар аша алдынғы тәж­рибәләрҙе киң таратыу мөһимле­ген билдәләне.
– Шул уҡ ваҡытта уҡытыуға за­ман­са алым индереү мәғариф тар­мағының ғына бурысы түгел, бер­гәләп эшләү зарур, – тине рес­пуб­лика Башлығы. – Мәктәптә беҙ­ҙең киләсәк тәрбиәләнгәнен оно­торға ярамай. Сәнәғәт, бизнес һәм башҡа барлыҡ өлкәләрҙең дөйөм тырыш­лыҡ һалыуы мөһим. Юғиһә хәҙер күптәр: “Һалым түлә­йем, миңә ҡы­ҫылмағыҙ”, – тигән­дәй, үҙ мәнфәғә­тен генә ҡайғырта. Ә уларҙың эшен артабан кем дауам итер?
Республика етәксеһе мәғариф тармағындағы бөгөнгө һөҙөмтәһеҙ сараларҙы бөтөрөп, уларға киткән сығымды электрон белем биреүҙе ойоштороуға, шулай уҡ уҡыусы­лар­ҙың фәнни-тикшеренеү эштә­ренә, ижади мөхит булдырыуға йүнәл­тер­гә ҡушты. Ауылдарҙа ғына тү­гел, Өфөлә лә тейешле үҫеш юҡ­лығын билдәләне. Баш ҡалабыҙ­ҙағы 129 мәктәптең ун процентын­да ғына электрон белем биреү ойошторолған икән, был уйланырға мәжбүр итә. Мәғарифта энтузиас­тар аҙмы? Бәлки, ҡағыҙға “күме­леп” ултырыуҙы хуп күрәләрҙер? Әллә финанс яғы аҡһаймы?
Мәғариф министрлығының мәғ­лү­мәттәренә ҡарағанда, республи­ка­ның барлыҡ мәктәптәре дис­та­н­ция­ла белем биреү систе­маһына тоташтырылған. Шуға ҡа­ра­маҫ­тан, уның менән уҡы­тыу­сы­ларҙың 17 проценты ғы­на даими файҙалана, 13 проценты иһә бөтөнләй битараф. Ҡал­ғанда­ры кәрәк ваҡытта ғына ҡуллана. Тимәк, яңы алымдың киң йәйелде­релә алмауында педагогтарҙың да ғәйебе бар тип әйтергә нигеҙ бар.
Электрон уҡытыуҙың төп маҡса­ты нимә һуң? Һәр урында тигеҙ белем биреү. Уҡыусы, ҡайҙа ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, тиң­дәштәре менән бер үк кимәлдәге ғилем туп­лауға хоҡуҡлы. Педагог был йәһәт­тән үҙендә ҙур яуап­лылыҡ тойорға бурыслы. Электрон белем биреү уҡытыусыны эштән ситләтеү тигән һүҙ түгел бит. Улар икеһе бер-бе­реһен тулыландыра, көсәйтә, камиллаштыра. Ысын­барлыҡ шул: бер ниндәй заман техникаһы ла кешенән тыш булдырыла ла, эш­ләй ҙә алмай. Тимәк, яңы алымды индереү йәһәтенән ҡыйыуыраҡ, әүҙемерәк булыу зарур.

* * *
Инглиз телен ныҡлап өйрәнгем килә. Минең генә түгел, күптәрҙең хыялы был. Статистика мәғлүмәт­тәре буйынса, Рәсәйҙә төрлө онлайн-курстарҙан 7,2 миллион кеше файҙалана. Уларҙың 78 проценты инглиз телен өйрәнергә теләй. Интернетта тәҡдим ителгән контенттар иһә ифрат күп. Эштең, йәшәү торошоноң үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уларҙың ҡайһыһын һай­лар­ға? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо йәһәт­тән ярҙам итерлек эксперт ойош­малары юҡ. Һөҙөмтәлә дәрес­те һәр кем төрлөсә ала, һәм мәк­тәп­тәрҙәге хәл – белем кимә­лен­дәге тигеҙһеҙлек – килеп тыуа. Тимәк, мәғариф учреждениеларында ғына түгел, Интернет селтәрендә лә уртаҡ майҙансыҡ, үҙәкләштерелгән программа булдырыу кәрәктер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509