Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Урал батыр”ҙы һәр кем белергә тейеш”
“Урал батыр”ҙы  һәр кем белергә тейеш” Иҫке Собханғол мәҙәниәт һарайында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең район конкурсы булды. Унда 24 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан 55 бәйгесе көс һынашты. Сара район хакимиәте мәғариф идаралығының методика бүлеге етәксеһе Роза Ғүмәрованың тәҡдиме менән ойошторолдо.
– Күләме, боронғолоғо, әһәмиәте буйынса айырым урын биләгән милли эпосыбыҙ мотлаҡ уҡыла торған 100 әҫәр исемлегенә ингән. Халыҡтың тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте, мәңге­лек изге төшөнсәләр сағылған әҫәрҙе һәр кем белергә тейеш, – тине Роза Шәриф ҡыҙы конкурсты асыу танта­наһында.
Бәйгелә биш йәшкә тиклемгеләргә – 50 – 100, алты-ете йәшлектәргә 100 – 200 юл ятлау талабы ҡуйылғайны. Сығыштар бер кемде лә битараф ҡал­дырманы, тамашасы тын ҡалып тыңла­ны, ихлас алҡышланы. Йәш сә­сән­дәр­ҙең әҙерлек кимәле, сәхнәлә үҙен иркен тотоуы, эпостың ҡайһы бер урындарын йырлап-көйләп әйтеүе, төрлө хәрәкәт ҡушып ебәреүе, ҡайһы берәүҙәрҙең ҡумыҙҙа уйнауы, бейеп китеүе һоҡландырҙы. Һөҙөмтәлә биш йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә төп бүләкте Яңы Собханғол балалар баҡсаһынан Динислам Кинйәбаев яуланы. Ә өлкәнерәктәр араһынан гран-приға Иҫке Собханғолдан Зилиә Ҡарамышева лайыҡ булды. Өс йәшлек иң бәләкәй бәйгеселәр – Килдеғол һәм Яуымбай балалар баҡсаларынан килгән Айсинә Фәтҡуллина менән Дилә Медаева “Иң йәш сәсән” булып танылды. Башҡа ҡатнашыусылар төрлө номинацияла билдәләнде.
Ер йөҙөндә яуызлыҡҡа урын юҡлығын иҫбатлаған ауыҙ-тел ижады өлгөһө “Урал батыр”ҙы бәләкәстәргә өйрәтеү, һис шикһеҙ, дөрөҫ. Күркәм башланғыс тағы ла киңерәк ҡолас алыр тигән өмөт бар.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 678

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 049

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 572

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 773

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 599

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 454

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 507

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 411

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 666

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 404

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 568