Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр яҙма күңел йылыһы һаҡлай
Белем биреү, тәрбиә мәсьәләләре көнүҙәклеген һис ҡасан юғалтмаған. Йылдам үҙгәреш кисергән яңы заманда мәғариф тармағына иғтибар айырыуса көсәйҙе. Быны редакцияға килгән хаттар араһында белем биреүгә, тәрбиәгә арналғандарҙың күплеге йәнә бер раҫлай. Яҙмаларҙың ҡайһы берҙәренә күҙ һалып үтәйек.


Мәғлүм булыуынса, Бөрйән районы уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова – иң әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе. Ул бер яҙмаһында Байназар мәктәбенең Мораҙым филиалында ойошторолған сара – район мәғариф учреждениелары директорҙары урын­ба­ҫарҙарының методик семинары – тураһында хәбәр итә. “Уҡытыусы белемен камиллаштырыуҙан туҡ­тамаһа, белем биреүҙә яңынан-яңы алымдар эҙләһә генә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшә ала, – тип яҙа автор. – Район хакимиәте мәғариф идара­лы­ғының методика кабинеты мөдире Роза Ғүмәрова етәкселегендә ойошторолған әлеге сара – Бөрйән педагогтарының заманса ҡарашлы булыуына бер дәлил. Уҡыусыларҙың, мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙарҙың ҡатнашыуы сараны тағы ла йәмләп ебәрҙе”.
Мәһәҙей филиалында иһә Әҙәбиәт йылы уңайынан әҙәби-музыкаль кисә ойошторолған. Унда балалар яратҡан шиғырын һөйләгән, билдәле яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштергән. Аҙаҡ уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс класс уҡытыусылары, китапханасы менән берлектә “Кешене әҙәбиәт әҙәм итә” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышҡан.
“Байназар мәктәбендә һәм уның филиалдарында юл ҡағиҙәләренә арналған класс сәғәттәре, осрашыуҙар, кисәләр, ярыштар әленән-әле уҙғарылып тора, – тип хәбәр итә Сәйҙә Сәйәхова сираттағы мәҡәләһендә. – Аңлатыу эше алып барыуҙа юл хәрәкәте инспекторҙарының да ҡатнашыуы һөҙөмтәне тағы арттыра. Мәһәҙей филиалында үткән аҙналыҡ та уҡыусыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр”.
Хәүефһеҙлек темаһын дауам иткәндә, Илештән Ғ. Батыргәрәеваның Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияла һәм Түбәнге Йәркәйҙәге лицейҙа төрлө ҡур­ҡыныс хәлдәрҙе, террорсылыҡты иҫкәртеү йәһәтенән яҡшы шарттар булдырылғаны тураһында яҙмаһы иғтибарға лайыҡ. Автор билдәләүенсә, тәүге мәға­риф учреждениеһы биләмәһендә, кори­дорҙарҙа, интернатта видеокүҙәтеү системаһы, янғынға ҡаршы махсус ҡорамалдар, элемтә саралары – барыһы ла бар. “Түбәнге Йәркәйҙәге лицейҙың да биләмәһе, эс яғы даими күҙәтелә, – тип яҙа автор. – Мәктәпкә һәр уҡыусы шәхси картаһы аша теркәлеп инә. Уның ҡасан кергәне, сыҡҡаны яҙылып бара. Мәғариф учреждениеһына килгән башҡа кешеләр ҙә иҫәпкә алына. Янғынға ҡаршы заманса техника, хәүеф тыуһа, автоматик рәүештә мәғлүмәт бирә. Ут һүнә ҡалһа, балалар яңы ҡоролма ярҙамында (ул яҡтылыҡ бирә) ауырлыҡһыҙ тышҡа сыға ала.
Ашханала уҡыусылар карта аша иҫәпләшә. Баланың ниндәй ризыҡ алыуы, уның хаҡы тураһында мәғлүмәт СМС-хәбәр аша ата-әсәнең телефонына тапшырыла. Был уңайлыҡтарҙың барыһы ла – илештәрҙең йәш быуынды даими хәстәрләүенә дәлил”.
Краснокама районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы Регина Ғибәҙуллина ла – әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе. Уның бер яҙмаһында әйтелеүенсә, төбәктә ике йыл рәттән “Һүнмәҫ усаҡ” тигән патриотик йыр конкурсы уҙғарылған. Сираттағыһы Бөйөк Еңеүҙең – 70, Краснокама районының 85 йыллығына арналған. Еңеүселәр араһында төрлө ауыл мәктәптәре уҡыусылары бар, улар грамота, диплом, иҫтәлекле бүләк алып һөйөнгән.
Автор икенсе яҙмаһында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында уҙғарылған “Краснокама йондоҙсоҡтары” исемле конкурс-фестиваль хаҡында бәйән итә. Унда райондың 18 мәктәпкәсә учреждениеһы вәкилдәре ҡатнашҡан. “Фестиваль тамашасылары әкиәт иленә сәйәхәт ҡылды, төрлө милләт балаларының йырҙарын тыңланы, бейеүҙәрен ҡараны, – тип яҙа Регина Ғибәҙуллина. – Йәш сәхнә оҫталары һәләте, сағыу кейеме, ихласлығы менән һоҡландырҙы”.
Башҡа райондарҙың белем усаҡтарында ла мәҙәни саралар гөрләп үтеп тора. Мәҫәлән, Салауат районының Малаяҙ башҡорт гимназияһында эш­ләгән ҡурсаҡ театры тамашасыларын мауыҡ­тырғыс әкиәттәре менән һөйөндөрөүҙән туҡтамай. Өлкән вожатый Зәлифә Хәкимова етәкселегендәге һәләтле балалар сәхнәләштергән һуңғы әҫәрҙәрҙең береһе – “Башмаҡҡай”. “Әкиәтте гимназия уҡыусылары ла, Малаяҙҙың 1-се һәм 2-се балалар баҡсалары тәр­биә­ләнеүселәре лә яратып ҡараны, – тип яҙа мәҡәлә авторы Лиана Вәлиуллина. – Ҡурсаҡ театрында шөғөлләнеүселәрҙең киләсәктә башҡа ауылдар халҡын ҡыуандырырға ниәте лә бар. Тамашаларға ҡурсаҡтарҙы гимназиялағы “Семәр” түңәрәгенә йөрөгән ҡыҙҙар тегә, сәхнә декорацияларын рәсем уҡытыусыһы Тайфур Абдуллин оҫта итеп ҡора”.
Йәш быуын вәкилдәре ғилем туплауға ҙур иғтибар бүлә. Әйтәйек, Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен, Учалы, Миәкә райондарынан һәләтле уҡыусылар БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҙғарылған “Телдә – ха­лыҡ хәтере” исемле ғилми йыйынтыҡтың исем ту­йында ҡатнашҡан. “Рухлы, илһөйәр йәш эҙәр­мән­­­дәр сарала үҙенең тыуған яғы, ундағы ер-һыу атамалары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе, – тип белдерә Миәкә районы уҡытыусылары Г. Йәнтүрина менән Р. Фәйрүзова. – Уҡыу йор­то­ноң башҡорт филологияһы факультеты педагогтары йәштәргә уңыштар теләне. Сарала ҡа­т­нашҡан балалар рәхмәт хаты, диплом, сер­ти­фи­каттар алып ҡыуанды. Факультет уҡы­тыу­сы­ларына, йыйынтыҡты төҙөгән ғалимдарға ҙур рәхмәт!”
Редакцияға студенттарҙың да яҙышып тороуы – ҡыуаныслы хәл. Был йәһәттән айырыуса М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем алған йәштәрҙең әүҙемлеген билдәләргә кәрәк. Улар араһынан, мәҫәлән, Гөлнур Хужәхмәтова Интернеттың балаларға йоғонтоһо хаҡында уйланыуҙарын бәйән итә. “Ысын бәхет – һаулыҡта, изгелектә, күңел таҙалығында, яҡын кешеләрең булыуҙа, аралашыуҙа, тормош матур­лығын күреүҙә, – ти студент. – Ә Интернет аша йылы тойғолар кисереү, гүзәллеккә һоҡланыу мөмкинме? Һүҙ юҡ, унда матур фотоһүрәттәр, фильмдар бихисап. Ләкин уларҙы күҙгә-күҙ ҡара­шып һөйләшеүҙән, тәбиғәткә сәйәхәт ҡылыуҙан, театр­ҙан, төрлө тамашанан, матбуғат баҫма­ларынан алған тәьҫораттар менән сағыштырып булмай”.
Ғөмүмән, редакцияға килгән һәр хаттан гәзит уҡыусыларҙың күңел йылыһы, милли баҫмаға ышанысы бөркөлә. Ошо күркәм мөнәсәбәт артабан да дауам итһен ине, хөрмәтле дуҫтар. Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516