Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәләтһеҙ бала булмай
Һәләтһеҙ бала булмай “Бәхет менән тыуа кеше,
Һәр бер ағас емешле,
Үҙ бәхетен таныһасы
Ергә килгән һәр кеше...”
Ҡариҙел районы мәктәптәренең береһендә булғанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының дәресте Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Факиһа Туғыҙбаеваның ошо шиғырынан өҙөк менән башлауына шаһит булдыҡ. Ысынлап та, белем биреүселәрҙең һәр ҡайһыһы йәш быуындың бәхетле киләсәге өсөн тырыша, уларҙың был тормошта үҙ урынын табыуын теләй бит. Ғөмүмән, Ҡариҙелдә уҡытыу торошо нисек? Һүҙ – район хакимиәте мәғариф идаралығының методик кабинеты мөдире Рәсимә СӘЛӘХЕТДИНОВАға.

– Уҡытыуҙа заманса алым­дар­ға ҙур иғтибар бүленә. Дәрт­ләндереү саралары, ярыштар белем биреү сифатына ыңғай йоғонто яһай. Әйтәйек, быйыл да педагогтар араһында конкурс матур ғына башланды. Беренсе турҙа, бәйгелә ситтән тороп ҡатнашып, Интернет аша “Мин – уҡытыусы” тигән темаға ижади эштәрен яҡла­ны­лар. Икенсе турҙа иһә асыҡ дәрестәрҙе, класс сәғәттәрен ҡараныҡ. Аҙаҡтан һәр береһе үҙҙәренең эшенә анализ яһаны. Билдәле, финалға дүрт кенә уҡытыусы сығасаҡ, улар инде оҫталыҡ дәресе күрһәтәсәк, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашасаҡ. Араларында информатика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, география, инглиз теле, биология уҡытыу­сылары бар. Конкурсты төрлән­дереү педагогтарҙа һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу уята. Шуны иҫәпкә алып, бәйгелә киләһе йылда көсөн һынарға теләүселәрҙе лә саҡырҙыҡ – күрһендәр, өйрәнһендәр. Бәйгенең йомғаҡ­лау өлөшөндә район хакимиәте етәкселегенең ҡатнашыуы ла сараға мәртәбә өҫтәй. Әйткән­дәй, тәүге урындарға сығыусы­лар­ҙы аҡсалата бүләктәр көтә. Былтыр конкурс еңеүсеһенә – мәктәптең биология уҡытыусыһы Роза Вәлинуроваға – Рәсәй Геройы, Ҡариҙел районының почетлы гражданы Владимир Алимов премия тапшырғайны.
Уҡыусыларҙың барыһын да төрлө йәмәғәт эштәренә, мәк­тәптә ойошторолған сара­ларға йә­леп итергә тырышабыҙ. “Һә­ләт­һеҙ бала булмай” тигән һүҙҙәр менән тулыһынса киле­шәм. Ғорурланырлыҡ уҡыусы­ларыбыҙ бихисап. Мәҫәлән, район үҙәгендәге 1-се мәктәптән Айрат Ғарифуллин тиҫтерҙәренә һәр яҡтан да өлгө: яҡшы уҡый, тәртипле, йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. Төрлө олим­пиадаларҙа призлы урындар яулай, хатта ил кимәленә сыҡты.
Шуныһын да әйтеп үтәйем: Владимир Алимов тик “бишле”гә уҡыған балаларға үҙенең стипендияһын булдырҙы.
Һәр йыл май айында һәләтле балалар өсөн слет уҙғарыла. Унда уҡыусылар һәм уларға терәк-таяныс булған уҡытыу­сылар район хакимиәте тарафынан бүләкләнә.

Илдар АҠЪЮЛОВ
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509