Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илаһи көсө – ишле ғаиләнән
Илаһи көсө –  ишле ғаиләнән
Сөйөмбикә менән Барый Нурғәлиндәр – ҙур ихтирамға лайыҡ кешеләр. Ғаилә башлығы заманында ауыр һуғыш юлдарын үтеп, орден-миҙал тағып ҡайтһа, ҡатыны – тыл ветераны, Герой әсә. Нурғәлиндәр ғаиләһендә ун бала үҫкән, барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан. Араларынан Хәлиҙә Барый ҡыҙы бөгөн – БДУ-ның Сибай институтында сит телдәр кафед­раһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, профессор.


Ошо уҡыу йортона нигеҙ һалған педагогтарҙың береһе ул. Дөйөм хеҙмәт стажы 32 йыл булһа, шуның 25-ен Сибай институтына бағыш­лаған. Мөдирлектән тыш, уҡыу йор­то­ноң ғалимдар кәңәшмәһе ағзаһы ла.
Хәлиҙә Барый ҡыҙы – ике монография, 15 уҡытыу-методика әсбабы, 80-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Оҫта етәксе булараҡ, сит телдәрҙе уҡытыу йәһәтенән даими һөнәри анализдар үткәрә, хеҙмәттәштәренән юғары эш сифаты, һөҙөмтәлелек та­лап итә. Бер нисә йыл элек сит телдәр кафедраһы Сибай институтында иң яҡшыһы тип танылды, Х. Нурғәлина үҙе “Иң яҡшы кафедра мөдире”, “Иң яҡшы доцент” тип билдәләнде. Былтыр иһә Хәлиҙә Барый ҡыҙы Башҡортостан Хөкүмә­тенең грантына лайыҡ булды. Тырыш, маҡсатлы педагог фән өлкәһендәге һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн шулай уҡ төрлө йылдарҙа республика Мәғариф министрлығының, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең, уҡыу йортоноң бихисап маҡтау ҡағыҙы, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Хәлиҙә Нурғәлина – хеҙмәт­тәштәре, студенттары араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған кеше.
– 1997 – 2002 йылдарҙа Сибай институтында белем алдым, – ти уның уҡыусыларының береһе Рәйлә Мәһәҙиева. – Хәлиҙә Барый ҡыҙын талапсанлығы, ярҙамсыллығы, ал­саҡ­лығы өсөн бик ныҡ ихтирам итәм. Кәңәш һорап, һәр саҡ уға килә инем. Иң кәрәк саҡтарҙа алтын һүҙ­ҙәрен табып, тормошома ыңғай йүнәлеш биргән остазыма сикһеҙ рәхмәт­лемен.
Хәлиҙә Нурғәлина белем биргән студенттарҙың күбеһе бөгөн юғары вазифа биләй, хеҙмәтен яратып башҡара. Төрлө илдәрҙә эшләгәндәр ҙә байтаҡ. Уларҙың сит телдәрҙе яҡшы белеүе, иркен аралашыуы хаҡында ишетеү – тотош институт өсөн ҙур шатлыҡ.
– Беҙҙең уҡыу йорто сит илдәрҙең мәғариф учреждениелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Уларҙың профессорҙары беҙгә килеп лекциялар уҡый, осрашыуҙар уҙғара. Йәштәргә ошондай аралашыу, тимәк, үҫеш мөмкинлеге биргән етәкселек­кә, атап әйткәндә, институттың директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа ҙур рәх­мәт­­лебеҙ. Алдынғы юғары уҡыу йортонда эшләүем менән бәхет­лемен, – ти Хәлиҙә Нурғәлина.
Институт уҡытыусылары йәштәргә бөгөнгө баҙар шарттарында бер нисә сит тел белеү зарурлығы хаҡында әйтә килә. Иҡтисад, хоҡуҡ буйынса уҡыған студенттар ҙа махсус программаға ярашлы Америкала, Ҡытайҙа, Һиндостанда эшләп, инглиз теленән белемен даими камиллаштыра. Бында, әлбиттә, эшен мөкиббән яратҡан, уҡытыу мето­дикаһын яҡшы белгән, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған Хәлиҙә Барый ҡыҙының тос өлөшө бар. Сит телдәрҙе өйрәнеүгә бәйле һөҙөмтәле алымдар эҙләүгә, студенттарҙың белемен арттырыуға йүнәлтелгән хеҙмәттәргә ваҡытын йәлләмәй ул. Уның уҡыусыларының курс һәм диплом эштәре заман талаптарына ярашлы бай йөкмәткеһе, фәнни йәһәттән төплө, яңылыҡлы булыуы менән айырылып тора.
Х. Нурғәлина Сибай педагогия кол­леджы менән дә тығыҙ хеҙ­мәт­тәшлек итә. Ундағы уҡытыу­сыларға, студенттарға методик ярҙам күрһәтә, осрашыуҙар уҙғара, курс, диплом эштәренә рецензия яҙа. Колледж уҡыусыларын шулай алдан уҡ үҙ ҡанаты аҫтына алып, уларҙы институтҡа уҡырға йәлеп итә.
Дандың төбө – хөрмәт, хөр­мәттеке – хеҙмәт, ти халҡыбыҙ. Ошо хәҡиҡәткә тоғролоғо менән күптәргә өлгө күрһәтеп йәшәгән Хәлиҙә Барый ҡыҙына артабан да тик уңыштар насип булһын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512