Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнә ҡыңғырау саҡыра
Йәнә ҡыңғырау саҡыра
1 сентябрҙән Рәсәй мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Белгестәр тәҡдим иткән идеяларҙың ҡайһылары тормошҡа ашыр, ә ниндәйҙәре планда ғына ҡалыр? Ошолар хаҡында – түбәндәге мәҡәләлә.


Ҡағыҙ битен тултырып, инша яҙҙым ултырып...

Иң мөһиме – уҡыусыларға йәнә ин­ша яҙырға тура киләсәк. Был урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса Берҙәм дәүләт имтиханынан тыш, айырым һы­нау буласаҡ. 1 сентябргә Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы эксперттары яҡынса биш йүнәлеште бил­дәләйәсәк. Уларға нигеҙләнеп, инша темалары тәҡдим ителәсәк.
Сығарылыш класс уҡыусылары иншаны декабрь аҙағында яҙасаҡ. Инвалид һәм һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар уның урынына изложениены һайлай ала. Темалар һәр сәғәт бүлкәте өсөн айырым билдәләнә, шуға күрә Владивостокка шылтыратып, ниндәй темалар буласағын һорау мөмкин түгел.
Инша өсөн билдә ҡуйыу ҡаралмай, уны зачет йә зачет түгел тип кенә билдәләйәсәктәр. Имтиханды февраль, шулай уҡ апрель-май айҙарында ҡайтанан тапшырырға мөмкин. Зачет­һыҙ БДИ тапшырам тип ауыҙыңды ла асма!

Яңы дәреслек кәрәк!

Донъяны шаулатҡан берҙәм тарих дәреслеге әлегә әҙер түгел. Хатта уны кем яҙасағы ла билдәһеҙ. Авторҙар коллективы конкурсы 2014 йылдың октябрендә генә үтәсәк. Китаптың үҙен яҙыр өсөн дә күпме ваҡыт кәрәк бит әле! Артабан дәреслек бер нисә экспертиза үтергә тейеш. Шуға күрә китап мәктәптәргә иң кәмендә бер йылдан һуң ғына таратыласаҡ.
Әҙәбиәт буйынса берҙәм дәреслек­кә килгәндә, уның менән хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Бындай китап сығарыу идеяһын Йәмәғәт палатаһы тәҡдим иткәйне, әммә эксперттар уны артыҡ хупламай. Шуға күрә уҡыусылар әлегә иҫке дәреслек буйынса белем аласаҡ.

2017 йылдан – сит телдән имтихан

Берҙәм дәүләт имтиханы йәһәтенән дә үҙгәрештәр көтөлә. Беренсенән, уны алдан тапшырып буласаҡ. Әйтә­йек, X класта география курсын та­мам­ланың икән, туплаған белемеңде онотмаҫ элек, шунда уҡ имтихан тапшыра алаһың. Бының өсөн махсус бойон­до­роҡһоҙ үҙәктәр бул­дырыласаҡ.
Икенсенән, на­сар билдә алған осраҡта, һәр предмет буйынса имтиханды ҡайтанан бер ге­нә тапҡыр бирергә мөмкин. Бынан тыш, һы­науҙың телдән һөйләй торған өлө­шөн булдырыу планлаштырыла. Ул инглиз теле буйынса БДИ-ға индереләсәк. Артабан бындай алым башҡа предметтар буйынса ла ҡул­ланыласаҡ. Яуап­тарҙы диктофонға яҙҙырыу ҡарала.
Мотлаҡ тапшырылырға тейеш пред­меттар – урыҫ теле һәм математика – шул килеш ҡала. Сит телдәр был исемлекте 2017 йылда ғына тулыландырасаҡ. Эксперттар БДИ-ны ауырлыҡ кимәле буйынса ике өлөшкә бүлеү идеяһын күптән тәҡдим иткәйне, әммә ул тормошҡа ашырылырмы-юҡмы – әлегә билдәһеҙ.

Абау, минималь балл күтәрелә...

Алдағы йылға юғары уҡыу йортона ҡабул итеү ҡағиҙәләре октябрҙә бил­дәле буласаҡ. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы төрлө белгеслектәр буйынса уҡырға инеү өсөн кәрәкле предметтар исемлеген төҙөй.
Шулай уҡ вузға инеү өсөн минималь балл күтәреләсәк. Әлеге ваҡытта ул урыҫ теле буйынса – 36, математика буйынса 24-те тәшкил итә. Талаптың нисә балға һәм ниндәй предметтар буйынса артыры билдәле түгел. Башта быйылғы БДИ һәм уҡыу йортона ҡабул итеү кампанияһы һөҙөмтәләренә анализ яһарға кәрәк.


Сит ил студенттары күбәйә

Киләһе уҡыу йылында һәр сту­дент­тың паспортын булдырыу планлаштырыла. Унда уҡыусы тураһында бөтә мәғлүмәт тупланасаҡ: исем-шәрифе, тыуған көнө, дипломының номеры. Бындай материалды дәүләт ведомстволары – Федераль һалым хеҙмәте, Хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге буйынса федераль хеҙмәт, Дәүләт ста­тистикаһы федераль хеҙмәте, Пенсия фонды – файҙалана аласаҡ.
Алдағы йылда юғары уҡыу йорттарында урындар һаны 20 процентҡа артасаҡ. Әммә был уҡырға инеү еңе­ләйә тигәнде аңлатмай. Берен­сенән, магистратураға айырыуса баҫым яһа­ла. Унда һәр дүртенсе студент уҡырға инә аласаҡ. Икенсенән, урындарҙың күпселеге техник белгес­лек­тәр өсөн ҡаралған. Ә бына менеджер, юрист һәм иҡти­садсыларҙы әҙерләүгә киткән бюджетты йәнә ҡыҫҡар­та­лар.
Бынан тыш, вуздарҙа сит ил студенттары һаны ишә­йәсәк. Быйыл Рәсәйҙең Мә­ға­риф һәм фән ми­нистр­лығы 10 мең кешегә квота бүлгән. Алдағы йылда уны 15 меңгә тиклем арттырыу ҡаралған.

Дәреслектең электрон ҡушымтаһы

Билдәле булыуынса, Рәсәй­ҙең Мәғариф һәм фән ми­нистрлығы тарафынан дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланырға тәҡдим ител­гән дәреслектәр исемлеге әҙер­ләнә. Башҡортостан Мәғариф ми­нистрлығының милли мәғариф, тө­бәк-ара хеҙмәттәшлек һәм китаптар нәшер итеү бүлеге начальнигы Гөл­сәсәк Мөхәмәтйәнова билдәләүенсә, был исемлеккә эләгеү еңел түгел, йылдан-йыл талап көсәйә. Дәрес­лек­тең үҙе, методик ҡулланма, уҡыусы өсөн эш дәфтәренән тыш, хәҙер китаптың электрон ҡушымтаһы ла мотлаҡ булырға тейеш. 2015 йылдың 1 ғинуарынан әлеге исемлек ту­лы­һынса раҫланасаҡ.
– Республикала был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Баш­ҡор­т­останда нәшер ителгән дәреслектәр яңыртыла, уларҙың электрон варианты әҙерләнә. Был тәңгәлдә беҙҙең күп йыллыҡ тәжрибәбеҙ бар, айырыу­са һуңғы ике йылда яңы стандарт буйынса яңы быуын дәреслектәрен әҙерләү өлкәһендә эш әүҙем барҙы, – тип һөйләне Гөлсәсәк Ғиниәт ҡыҙы.
Министрлыҡтың мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Гөлсөм Ҡотлова хәбәр итеүенсә, быйыл июнь–август айҙарында төбәк мәктәптәре электрон белем биреү өлкәһендә тикшереү үткән. Һөҙөмтәлә 235 уҡыу йорто бындай белем биреүҙең төрлө формаларын әүҙем ҡулланған мәктәп тип билдәләнгән. Бының өсөн, әлбиттә, тейешле инфраструк­тура­ның, әҙерлекле кадрҙарҙың булыуы шарт. 2017 йылға республикалағы барлыҡ мәктәптәрҙе лә ошо кимәлгә еткереү планлаштырыла.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518