Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшле булам тиһәң...
— Мәләүез һөт-консерва комбинаты, “Вимм-Билль-Данн”дың һөт эшкәртеү заводтары, “Башспирт”, төҙөлөш компаниялары, ит эшкәртеү предприятиеларында эшләргә теләйһегеҙме? Автомобиль йүнәтеү буйынса шәхси эшегеҙҙе асырға хыялланаһығыҙмы? Һөнәрле лә, икмәкле лә булам тиһәң, туп-тура Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан механика-технология техникумына юллан, тип әйтке килә йәштәргә. Бында баҙар иҡтисады талап иткән һөнәрҙәргә уҡыталар. Техникумдың иҡтисад, төҙөлөш, механика, технология бүлектәрендә бөгөн меңдән ашыу студент белем ала.

Уҡыу һәм көнкүреш өсөн бында уңайлы бөтә шарттар бар. Бер нисә корпустан торған техникумда кәрәкле йыһаз, заманса техникалы уҡыу кабинеттары, оҫтахана, ике спорт, шулай уҡ тренажер, тамаша залдары, хатта музей ҙа бар. Һуңғы йылдарҙа ком­пьютерҙар, спорт ҡорамалдары, телевизор һәм видеомагнитофондар, баш­ҡа техник кәрәк-яраҡ алынған. Ситтән килеп уҡыусылар өсөн ике ятаҡ­та (егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн айырым) һәйбәт мөмкинлектәр тыуҙырыл­ған, унда ял, уҡыу бүлмәләре бар.
Һөнәри белемде нығытыу өсөн төрлө факультатив эштәр, түңәрәктәр ҙә ойошторола. Шулай уҡ ижади яҡтан үҫеш өсөн йыр, бейеү ансамблдәре, театр, ҡурай, гармун түңәрәктәре уңышлы эшләй, йәнең теләгәненә барып шөғөллән, һәләтеңде үҫтер.
Уҡыу йортонда спортҡа ҙур иғтибар бүләләр. Спорттың 15 төрө буйынса секциялар эшләй. Студенттар йыл һайын ҡала, республика ярыштарында лайыҡлы урындар яулай. Ғөмүмән, Мәләүез механика-технология техникумы етәкселеге үҙ студенттары һәр яҡлап үҫешһен өсөн тырыша. Бында белем һәм рухи көс алған студенттар оло тормошҡа ныҡлы әҙерлек менән килә, унда үҙ урынын табыуға өлгәшә.
Һәр ерҙә уңыш, ҡаҙаныштар ни­геҙен етәксе һала, уның ойоштороу һәләте, кешеләргә мөнәсәбәте коллек­тивтың эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Техникум директоры, Рәсәй Фе­дерацияһының почетлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Хәмит Рәшит улы Ҡунаҡҡоловтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның етәкселе­гендә коллектив агросәнәғәт тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүҙең яңы алымдарын тормошҡа ашыра. Уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр Мәләүез ҡалаһы һәм районында ғына түгел, республика, Рәсәй төбәктәрендә лә эш таба. Мәҫәлән, В. Кир­санова — Белорет һөт заводында цех начальнигы, В. Саглаев — “Мә­лә­үез шәкәр заводы” асыҡ акцио­нерҙар йәмғиәтенең баш инженеры.
Студенттар юғары белем алһын өсөн техникум Башҡорт дәүләт аграр университеты, Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университеты менән килешеүҙәр төҙөгән. 2011 йылда, Башҡортостан Республика­һының урта һөнәри белем биреү буйынса уҡыу йорттары араһында иң яҡшы учреждение булараҡ, диплом менән бүләк­ләнгән. Ә инде 2013 йылда мә­­лә­үез­­дәрҙең Рәсәйҙең “Иң яҡшы 100 уҡыу йорто” иҫәбенә инеүе техникумдың абруйы хаҡында асыҡ һөйләй.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519