Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төйәк тарихын беләһеңме?
Төйәк тарихын беләһеңме?
Cтуденттарға фән менән шөғөлләнеү, мәҡәләләр яҙыу, белемен һәр яҡлап камиллаштырыу өсөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында киң мөмкинлектәр тыуҙырылған.


Әйтәйек, тел һәм әҙәбиәт буйынса бер нисә ғилми лаборатория, түңәрәк эшләй. Студент уларҙа һайлаған те­маһы буйынса мәғлүмәт туп­лай, мә­ҡәлә яҙырға өйрәнә, кон­­фе­рен­цияларҙа сығыш яһарға әҙерләнә, про­екттар төҙөй, конкурс­тарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, профессор Миңһы­лыу Усманова етәксе­леген­дәге “Тыуған төбәк” түңәрәгендә тыуған еребеҙ­ҙең үҙенсә­лектәрен асырға ярҙам иткән ономастика, диа­лектология фәндәре төп­лө өйрәнелә.
Уңыштар ҙа бар. Әйтәйек, быйыл I курс студенты ­Л. Йәнекәева үлән атамала­ры­ның идеографик һүҙлеген төҙөүҙә ҡатнашыу мөм­­ки­н­­леген алды, З. Ҡолмөхәмә­тов (II курс) менән Г. Фәй­зуллина (I курс) “Өфө урам­да­рының исеме һәм уларҙың этимологияһы” тигән темаға проект эшләне, М. Төл­көбаева, Н. Иҫән­гилди­на, Л. Йәне­кәева, Г. Фәйзуллина, З. Ҡол­­мө­хәмәтов Сибай, Өфө ҡалала­рында үткән фәнни конференцияларҙа ҡат­наш­ты, мәҡәләләрен баҫтырҙы.
Түңәрәктең яҡшы эшмәкәрлегенә тағы ла бер дәлил: быйылғы уҡыу йылы аҙағында факультетта “Тыуған төйә­геңде беләһеңме?” тигән те­маға семинар-викторина уҙғарылды. Уны II курс студенттары әҙерләгәйне. Һәр береһе алдан тыуған ауылының тарихын өйрәнде, рес­пуб­ликалағы ер-һыу ата­маларының килеп сығы­шын асыҡланы, викторина һорауҙары төҙөнө. Курстағы өс төркөм өс команда тип аталып, семинар-викторина бик ҡыҙыҡлы башланып китте. Һәр береһе исем, девиз, йыр әҙерләгәйне. Араларында 203-сө төр­көмдөкөләр айырылып торҙо. Уларҙың командаһының исеме – “Райондар дуҫлығы”, ­девиздары ла бик йөкмәт­келе ине. Сығыштарының Миңһылыу Усманова һүҙҙәренә көйөн Зөһрә Усманова яҙған, факультеттың гимны һаналған йыр менән башланыуы сараға тағы ла ҙур дәрт өҫтәп ебәрҙе.
Артабан һәр команданан өсәр кеше тыуған ауылы тураһында һөйләне. Сығыштарҙың бары­һы ла үҙенә күрә ҡыҙыҡлы, фәһемле булды. Унан викторина ойошторолдо.
Ихлас тырышҡан, һорауҙарға тулы яуап би­рергә ынтылған һәр команда сараның еңеүсеһе тип табылды. Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы уларҙың барыһына ла тәмле күстәнәс – торт тапшырҙы.
Беҙ, студенттар, ошондай саралар­ҙы даими уҙғарыуҙың мөһимлеген, Баш­ҡорт­остандағы ер-һыу атамалары­ның килеп сығышы тарихын, уларҙың мәғәнәһен белергә тейеш­легебеҙҙе, тағы ла тырышыбыраҡ уҡыу кәрәклеген аңланыҡ.
Ғөмүмән, беҙҙең факультет студенттары университет эсендә генә түгел, киңерәк даирәлә уҙғарылған сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мә­ҫәлән, Мәскәү ҡалаһында ойошторолған төрөк теле буйынса Бөтә Рәсәй олим­пиа­даһында Р. Тимершәйехова II урынды алды. Шулай уҡ Ф. Исхаҡова, И. Билалова, В. Чер­нев, И. Напольских, Э. Мортазина, Алтайҙа ил студенттары араһында үткәрелгән олимпиадала ҡат­нашып, тәү­ге баҫҡысты яуланы. Ошондай юғары ҡаҙаныштарыбыҙ өсөн туған факульте­тыбыҙҙың етәкселегенә, уҡытыусы­ларыбыҙға ҙур рәхмәт!

Гөлназ ФӘЙЗУЛЛИНА,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 095

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 085

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436