Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәтеребеҙҙән юйһаҡ, хәтерҙәре ҡалыр
Ғалим һәм яҙыусы Әхнәф Харисовтың тыуыуына – 100 йыл

Башҡорт халҡы ре­волюцияға тиклем яҙма әҙәбиәтһеҙ халыҡ булған тигән уйҙырмалар төрлө мәҡәләләрҙә, тантаналы тел­мәрҙәрҙә оҙаҡ ваҡыт ҡабатланып килде. Боронғо ми­раҫтың күпселеге реакцион, шау дини-мистик йөкмәт­келе тигән ҡа­рашты еңеүе лә башҡорт әҙәбиәте ғилемендә еңел­дән булмай. Был өлкәлә уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Ғабдулла Амантай башлаған изге эш аяныслы өҙөлөп ҡала, һәм байтаҡ ваҡыт ул дауам ителмәй.
Рухи мираҫҡа, тарихына, донъялағы урынына дөрөҫ ҡараш булдырмай тороп, мил­ләт үҙенең киләсәген, үҫеш юлдарын асыҡ дә­лилләй алмай. Башҡорт әҙәбиәте тарихын Әх­нәф Харисов ауыҙ-тел ижады, Көнсығыштан килгән ҡомартҡылар, Башҡорт­остандың үҙендә тыуған ҡулъяҙма әҫәрҙәр, ХVIII һәм ХIХ быуат шағирҙары ижады нигеҙендә төрлө яҡлап ентекле тикшерҙе. Һөҙөмтәлә, башҡорт халҡының рухи биографияһын ярлыландырып күрһәтеү, уға хата ҡараш ныҡ ҡаҡшатылды, миллә­тебеҙҙең дөйөм төрки һәм кешелек үҫешендәге урыны тулыраҡ асылды.
Ошо хеҙмәт хаҡындағы бик күп һәйбәт ба­һаларҙың төп мәғәнәһен халыҡ шағиры Мос­тай Кәримдең “Был китап ғилми асыш булып ҡабул ителә” тигән һүҙҙәре әйтеп бирә. Әхнәф Ха­рисовтың ғилми асышының әһәмиәте, милли сик­тәрҙе уҙып, дөйөм төрки күләмендәге әһә­миәтле ваҡиғаға әйләнде.
Уҙған быуаттың 50-се йыл­дарының икенсе яртыһы – 60-сы йылдарҙың тәүге яртыһында башҡорт әҙә­биәте ғилеме өр-яңы үҫеш кимәленә күтәрелде. Тәүге монографиялар, әҙәбиәт тарихы, айырым жанрҙар ту­раһында хеҙмәттәр донъя күрҙе. Әхнәф Харисовтың китабы шуларға үҙенсә йомғаҡ яһаған төплө хеҙмәт булды.
Шул уҡ ваҡытта ул килә­сәктәге ғилми тик­шере­неү­ҙәрҙең сифатын һәм ки­мәлен бил­дә­ләгән күре­нештәрҙең береһенә әйлән­де. Ошон­дай хеҙмәттәр ҡараштарҙы, кри­терий­ҙар­ҙы үҙгәртте, ошондай өлгөләр барында шу­­ларға тиңлә­шергә, шундай рухта дауам итергә тырышыу үҙе үк фәндең үҫеше өсөн мөһим этәргес ине.
Һәр эҙләнеүсән кешенеке һымаҡ, ғалимдың да юлы бары ҡыуаныслы табыштарҙан ғына тормай. “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” кита­бындағы ошо юлдарға иғтибар итәйек: “Беҙ хәҙер тәбиғәттең үҙ “кәмселектәрен” төҙәтеү осорона, уның серҙәрен тәрәнерәк асыу, хазинаһын да, гүзәллеген дә кеше мәнфәғәте өсөн тулыраҡ файҙаланыу дәүеренә – коммунизм төҙөү этабына индек” (11-се бит). Автор бына ниндәй күренешкә һоҡлана: “Салауат Юлаевтың тыуған ере бөгөн ҡарағай урманы менән түгел, ә нефть вышкалары “урманы” менән иҫте китерә”.
Замандың бер ҡатлы инаныуҙары, ҡыҫыр өмөттәре, буш ҡанатланыуҙары!
Был иллюзиялар Әхнәф Харисов һымаҡ аҡыллы кешеләрҙе лә урап үтмәгән икән, башҡалар тураһында нимә әйтәһең? Әлеге бүлексәнең исеме генә лә ниндәй бит: “Коммунизм маяҡтары яҡтыһында”. Бына шул маяҡтар яҡтыһында байлыҡтарыбыҙ ҡырылды, ер-һыу­ҙарыбыҙ ағыуланды, милләттең рухы имгә­телде, сабыйҙар туған теленән көсләп айы­рылды. Ләкин был хаҡта яҙыусылар ҙа, ғалимдар ҙа ваҡытында донъяны тетрәтерлек һүҙ генә әйтә алманы тиерлек. Бына шулай һуңлап иҫебеҙгә төшә шул уҙғандарҙың әсе һабаҡтары!
Тышҡы яҡтан ҡарағанда, Әхнәф Харисовтың тормошонда яҙмыш уға гел ыңғай яғын ғына күрһәтеп торған кеүек: йәшләй генә ғилем донъяһына инеү, хеҙмәттәренең баҫылып тороуы, абруйлы һәм яуаплы вазифалар, дәрәжәләр...
Ләкин Әхнәф Ибраһим улын яҡындан белгән кешеләр уға ниндәй ғәҙелһеҙлектәрҙе үҙ йөрәге аша үткәрергә тура килгәнен яҡшы хә­терләй. Иллеһенең өҫтөнә саҡ аяҡ баҫҡан, типһә тимер өҙөрҙәй ир-азамат ғалимды талантының иң өлгөргән, зиһененең иң зирәк, етәкселектә иң тәжрибәле сағында институт директоры вази­фаһынан тупаҫ рәүештә бушаталар. Ниндәйҙер ғәйептәре өсөн булһа бер хәл... Эште һәйбәт ойошторғаны, яңы ғилми йүнәлештәр бил­дәләгәне өсөн ғалим бына шундай “рәхмәт-хөрмәт” күрә. Партияның Өлкә комитеты секретарына урын кәрәк булған өсөн бына шундай алама эш ҡылына. Ул ваҡытта беҙҙең институтта ғилми хеҙмәткәр булып иҫәптә торған элекке ике Өлкә комитеты секретарына өсөнсө коллегалары өҫтәлә...
“Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” донъя күргәс, уны юғары баһалап, бик күп рецензиялар баҫылды, тигәйнем. Ләкин был хеҙмәт Баш­ҡортостан гүзәллеген, башҡорт халҡының үҙаллы үҫеү юлдарын танырға теләмәгәндәрҙең асыуын ҡабартты, нәфрәтен ярһытты, авторға асыҡтан-асыҡ та, аҫтыртын да яла яғыуҙар башланды, уның докторлыҡ диссертацияһын раҫлауҙы тотҡарлау өсөн төрлө мәкерле эштәр башҡарылды.
Әхнәф Харисовтың: “Күңелһеҙ тормоштоң көлөнә түгел, ә зәғиф янһа ла, утына ҡарап уй йөрөтөүселәр оптимистик ҡарашҡа килгәндәр”, – тигән һүҙҙәре бар. Ғүмеренең иң күңелһеҙ саҡтарында ла Әхнәф Ибраһим улы рух ныҡлығын юғалтманы. Ләкин ғәҙелһеҙлектәрҙе кисереү ауырлыҡтарҙы күтәреүгә ҡарағанда күпкә ҡыйыныраҡ. Кеше ғүмерен ауырлыҡтарҙан бигерәк ана шул ғәҙелһеҙлектәр нығыраҡ ҡыҫҡарта торғандыр ҙа инде. Уның менән бергә эшләгән йәки яҡындан аралашҡандарҙың күңеленә ул ысын кеше булып, шәхес булып инеп ҡалған. Ул башҡаларҙы үҙенә ылыҡтыра, көстәрҙе өйоштора белә торғайны.
Мин дә Әхнәф Ибраһим улы менән байтаҡ йылдар бергә эшләү дәүерендә, бигерәк тә Шәйехзада Бабич тураһында монография яҙғанда уның ихлас ярҙамын тойҙом. Бабич хаҡында хеҙмәт яҙылды, ысын ғалимдар тарафынан ҡайнар хупланды, ләкин Сайранов­тарҙың, Афзал Ҡудашевтарҙың яуызлығы арҡаһында ун йылға яҡын монографияның юлы быуылып ҡалды. Быны үҙем генә түгел, Әхнәф Ибраһим улы ла ауыр кисерҙе.
Ғөмүмән, Шәйехзада Бабичты уҙған бы­уат­тың 50-се йыл­дарында яңынан халыҡҡа ҡайтарыуҙы беренсе булып Әхнәф Харисов башланы. Уның 100 йыллығына иҫтәлектәр китабы, шулай уҡ әҫәрҙәренең тулы баҫмаһын нәшриәткә әҙер­ләгәндә, Әхнәф Харисовтың иҫтәлектәр туплауына, шулай уҡ шағирҙың ғәйәт ҡатмарлы әҫәренә – “Китабеннас”ҡа аңлатмалар яҙыу буйынса татар журналисы Мәхмүт Бөдәйли менән ни тиклем кәрәкле эштәрҙе ваҡытында башҡарып ҡалыуына ҡат-ҡат ҡыуандым.
Башҡорт фольклорының Әхнәф Харисов мөхәррирлегендә башланған ун һигеҙ томлыҡ баҫмаһы донъя күрҙе. Ғәйәт оло хеҙмәт –башҡорт әҙәбиәтенең алты томлыҡ тарихы яҙылды. Академик Ғайса Хөсәйенов һәм уның шәкерттәре тарафынан революцияға тиклемге әҙәби мираҫты өйрәнеү буйынса эҙмә-эҙлекле тикшеренеүҙәр алып барыла. Ғорурланып телгә алырлыҡ ҡаҙаныштар ҙа байтаҡ, атҡараһы эштәр ҙә етерлек.
“Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” китабына Әхнәф Харисов “Тутыйнамә” әҫәренән ошондай һүҙҙәрҙе эпиграф итеп ҡуйған: “Ата йыйған мираҫтан кем файҙаланмай?.. Әммә һәйбәт кешеләрҙе үҙҙәре эшләгән яҡшылыҡ өсөн маҡтайҙар, урта кешеләрҙе – аталарының, түбән кешеләрҙе – олатайҙарының, ә иң аҡтыҡ кешеләрҙе ҡайнаталарының яҡшылығы өсөн маҡтайҙар”.
Ни тиклем фәһемле һүҙҙәр, бөгөнгө көнөбөҙгә ни тиклем дә тура килеп торған аяуһыҙ хәҡиҡәттәр! Олатайҙарының даны иҫәбенә, һис юғында ҡайнаталарының абруйына арҡа терәп йәшәгәндәр өсөн һинең милләтеңдең бөгөнгө ҡатмарлы хәле нимәгә? Уларға халыҡтың әҙәби мираҫы, рухи хазиналары нимәгә? Уларға халыҡ мираҫы түгел, үҙ мөлкәте ҡәҙерле.
Һуңғы йылдарҙа мираҫты дөрөҫ баһалау, тыйылған исемдәрҙе яңынан халыҡҡа ҡайтарыу буйынса байтаҡ һәйбәт эштәр башҡарылды. Шул уҡ ваҡытта башҡорт тарихына, башҡорт фольклорына ҡарата айырым ғалим­дар тарафынан байтаҡ гонаһ, хилафлыҡтар ҡылынды һәм әле лә ҡылына. Быуаттар буйына аҫыл башҡорт ерҙәрен талау етмәгән, бөгөн килеп данлы башҡорт тарихын, башҡорт йырҙарын оятһыҙ үҙләштереү башланды. Ер талау – ҡомһоҙлоҡ билдәһе, ә башҡа халыҡтың йыр-моңона, тарихына ҡул һуҙыуҙы нисек исем­ләргә? Һүҙ табыуы ла ҡыйын.
Башҡа халыҡ батыры менән
Батырлы булып булмай.
Ҡыҙ урлаған һымаҡ ҡына
Батырҙы урлап булмай.
Башҡаларҙың йөҙөн хурлап,
Таңы атмаҫ ил-йорттоң,
Башҡаларҙың данын урлап,
Даны артмаҫ ил-йорттоң.
Тарихы­быҙҙы, рухи мираҫыбыҙҙы төрлөсә боҙоу-талауҙар йышайғанда, өнһөҙ ҡалыу – һәр кем өсөн, бигерәк тә тарихсылар, әҙәбиәтселәр өсөн оло гонаһ ул.
Туған халҡының мираҫын өйрәнеүгә ғүмерен арнаған күренекле ғалимыбыҙ Әхнәф Ибраһим улы Харисовтың хеҙмәттәрен яңынан барла­ғанда бына ошолар хаҡында ла уйландыра. Юҡҡамы ни бөйөк фекер эйәһе, энциклопедист Ризаитдин хәҙрәт Фәхретдинов килер бы­уындарға былай тип әйтеп ҡалдырған: “Әҙип һәм ғалимдары булмаған халыҡ – бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ – намыҫһыҙ, әҙәбиәте булмаған милләт – рухһыҙ”.
Хеҙмәттәре алдында ихтирам менән башы­ыбыҙҙы эйерлек әҙип һәм ғалимдарыбыҙ, башҡа мәшһүр кешеләребеҙ бар. Әхнәф Ибраһим улы Харисов – ана шуларҙың береһе. Ә халҡыбыҙҙа уларҙы ололау борондан уҡ килә.
Боронғоларҙы хәтеребеҙҙән юйһаҡ, уларҙың хәтерҙәре ҡалыр, үҙебеҙ ҙә иҫһеҙ-аңһыҙға әйләнербеҙ.

Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518