Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫлыҡ офоҡтары киңәйә
Дуҫлыҡ офоҡтары киңәйә
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында республиканың төрлө районынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә йәштәр белем ала. Күптән түгел институт етәкселеге Ырымбур делегацияһын ҡабул итте. Күрше өлкәнекеләр Сибайға ҡала менән танышыу, урындағы тәжрибәне өйрәнеү һәм киләсәктә бындағы белем биреү йорттарына үҙ балаларын ебәреү маҡсатын күҙ уңында тотҡайны. Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә Өфөгә йәки башҡа ҡалаға уҡырға барыу ауырға төшә, ара бигерәк йыраҡ, ә бына Сибайға автобус көн һайын йөрөп тора.



Ырымбур өлкәһе делегацияһын Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов бик йылы ҡабул итте. Тәүҙә ҡунаҡтарға институтта экскурсия ойошторолдо, улар белем йортонда уҡыу барышын, матди-техник базаны ҡараны, студенттар менән аралашты. Артабан фекер алышыу “түңәрәк өҫтәл”дә дауам итте — ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеү ойошторолдо.
Зиннур Ғөбәйҙулла улы институтта белем биреү эшмәкәрлеге ме­нән таныштырҙы, уҡыу һәм көнкүреш шарттары хаҡында һөйләне. Ут күршеләрҙең институтта уҡырға теләүен хупланы, бындай дуҫлыҡ ептәренең Силәбе өлкәһе менән күптән булдырылыуын билдә­ләне.
Ырымбур башҡорттары ҡорол­та­йының башҡарма комитеты вәкиле, Башҡортостандың атҡаҙанған мә­ҙә­ниәт хеҙмәткәре Миңзирә Аҡҡошова, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе милли рухта тәрбиәләү маҡсатында йәштәргә тап Сибай ерендә белем алыу зарурлығын билдәләне, сөнки институт студенттарҙы илһөйәрлек рухында, күренекле шәхестәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләүгә етди иғтибар бүлә. Һәр көн уларҙы башҡорт хал­ҡының бөйөк һүҙ оҫталары Шә­йехзада Бабич, Һәҙиә Дәү­ләт­шина, Зәйнәб Биишева, Мөхәмәтша Бу­ранғолов, мәшһүр халыҡ йыры “Си­бай”ҙың авторы, күренекле дәүләт эшмәкәре Сибай Шәйәхмәтов бюс­тары ҡаршы ала.
Йәш быуынға эстетик тәрбиә биреү маҡсатында уҡыу йорто ко­ридорҙары Әхмәт Лотфуллин, Борис Домашников, Әҙиә Ситдиҡова кеүек күре­некле һәм урындағы һәүәҫкәр рәссамдарҙың картиналары, хал­ҡы­быҙҙың үлемһеҙ “Урал батыр” ҡобайыры, “Сыңрау торна”, “Ете ҡыҙ” легенда-риүәйәттәре буйынса эш­ләнгән репродукциялар, паннолар менән биҙәлгән.
Алдағы уҡыу йылынан Сибай институтына Ырымбур өлкәһе йәштәренең уҡырға килергә теләүе хуплауға лайыҡ. Фекер алышыуҙа йыл һайын уҡыу йорто ойошторған “Асыҡ ишек”­тәр көнөндә, сығарылыш класс уҡыу­сылары өсөн олимпиа­да­ларҙа ҡат­нашыу мәсьәләһе күтәрел­де. Киләсәктә Сибай институты де­легацияһының Ырымбур өлкә­һендәге башҡорттар күпләп йәшәгән ауылдарҙа милләт­тәштәр менән осрашыуҙар, уҡыусылар менән яҡын­дан танышыу саралары ойоштороуы ла күҙ уңында тотола.
Ырымбур — Сибай дуҫлығына яңы күпер һалынды. Киләсәктә улар араһында рухи һәм мәҙәни бәйләнеш ныҡлы дауам итер, хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәл­телгән осрашыуҙар тағы ла булыр тигән ышаныс менән таралышты барыһы ла.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506