Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәтеребеҙҙән юйһаҡ, хәтерҙәре ҡалыр
Хәтеребеҙҙән юйһаҡ, хәтерҙәре ҡалыр Ғалим һәм яҙыусы Әхнәф Харисовтың тыуыуына – 100 йыл

Башҡорт халҡының күренекле ғалимы, әҙәбиәтсе, фольклорсы, телсе, яҙыусы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре хаҡындағы һүҙемде Башҡортостан буйлап гөрләп үткән Салауат байрамы алдынан яҙылған шиғырымдан бер өҙөк килтереп башлағым килә:


Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа,
Туплай бында беҙҙе хаҡ оран.
Уяулыҡҡа беҙҙе саҡыра ул,
Берҙәмлеккә беҙҙе саҡыра.
Был мәл, гүйә, ярһыу толпарымды
Атлығыуҙан тыйып, саҡ торам,
Сал Уралда ғәййәр йәш Салауат
Дауылланып ҡалҡһа яңынан,
Башҡорт ирҙәренең ҡайһыларын
Алыр ине икән ғәскәренә,
Алыр ине икән янына?
Телгеләнгән, ағыуланған ерен
Ҡосаҡлаған саҡта,
Йөрәге янып,
Ярһығанда яңынан яраһы,
Ошондағы ҡайһы егеттәрҙе
Һайлар ине үҙенә ир – Салауат,
Итер ине тоғро яраны?
Ҙур итһә лә илде күпме мөртәт
Ир намыҫы юҡтан, баш юҡтан,
Бөтмәгәндер әле Салауаттың
Яндарына баҫыр башҡорттар.


Бөгөнгө яҙмыштарҙы уҙғандарға күсереп фараз итеүҙәре ҡыйын. Ләкин мин әгәр ҙә Әхнәф Харисов ун һигеҙенсе быуатта йәшәһә, ул, мо­ғайын, Салауат сафтарында булыр ине тип күҙ алдыма килтерәм. Хәйер, ул ғүмер буйы Салауаттар сафында булды, быуаттар төпкөлө­нән хәҙергегә килеп тоташҡан ил юлын, халыҡтың, милләттең бөгөнгө һәм киләсәк яҙмышын билдәләүсе, уның рухи мираҫын туплаусы оло тарихи юлды ҡыуҙы, йөрәге менән, зиһене менән, талантлы ҡәләме менән ошо изге эшкә хеҙмәт итте. Әхнәф Харисов үҙенең күңелендә Ҡараһаҡал, Батырша, Кин­йә, Салауат рухын йөрөткән шәхес­тәрҙән ине.
Был рух уның күңеленә сабый саҡтан уҡ ғүмерлеккә уйылып ҡалған. Әхнәф Харисов башҡорт тари­хының күпме данлы һәм ҡанлы ваҡиғаларына шаһит булған Танып яҡтарында, хәҙерге Балтас районының Имән ауылында тыуып үҫкән. Ошо төбәктәге Ҡарыш ауылы башҡорт тарихына мәшһүр Батыршаны биргән. Салауат ғәскәренең оло яу урыны булған Нөркә ауылы ла Имәнгә яҡын ғына. Башҡорт шағиры Ғәли Соҡоройҙоң да тыуған төйәге бынан бик үк алыҫ түгел. Был яҡ­тарҙа ер һәм азатлыҡ өсөн әллә күп­ме күтәрелештәр уҙған быуаттың егерменсе йылдарына тиклем туҡтамаған. Кескәй Әхнәфтең донъяға күҙе асылған ваҡытта ошондай дәһшәтле ваҡиғалар, күренекле тарихи шәхестәр тураһын­дағы риүәйәттәр­ҙең тәьҫире көслө булғандыр, әл­биттә.
Әйткәндәй, ошо уҡ Имән ауылында танылған башҡорт тарихсыһы Әбүбәкер Усманов та тыуған. Был ике ғалим ауылдаштар, замандаштар ғына түгел, улар – бер үк маҡсаттар менән йәшәгән, башҡорт тарихының яңынан-яңы биттәрен ентекле өйрәнеү өсөн ғүмерҙәре буйы ижад иткән кешеләр. Бөйөк яугир һәм шағир Салауаттың тормош юлын, шиғырҙарын тәүгеләр­ҙән булып халыҡҡа еткереү юлында башҡарған хеҙмәттәре генә лә был ике ғалимға оло ихтирам уята.
Шәхес булараҡ рухи яҡтан да, аң-белем яғынан да иртә өлгөрөү – был Әхнәф Харисовтың байтаҡ замандаштарына хас уртаҡ сифат. Егерме бер йәшендә Харисов Башҡорт педагогия институтында уҡыта башлай. 1941 йылда Мәскәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Утыҙ дүрт йәшендә Башҡортостандың Яҙыусылар союзына етәкселек итә. Өс йылдан һуң Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры итеп тәғәйенләнә һәм оҙаҡ йылдар ошо ғилми ойошмала бик күп фәнни- тикшеренеү, ойоштороу эштәре баш­ҡара.
1963 йылда баҫылып сыҡҡан китабын Әхнәф Харисов “Әҙәби күренештәр” тип атағайны. Был ки­­таптың “Башҡортостан гү­зәле” тигән инеш һүҙе миңә ни тиклем ныҡ тәьҫир иткәне бөгөнгөләй хәте­ремдә. Университетта әҙәбиәт буйынса биш йыл буйы күберәк схе­матик йөкмәткеле, “ағас телле” лекциялар тыңлаған, дөрөҫөрәге, шул вәғәздәрҙән уңайы килгәндә ҡасып ҡалырға тырышҡан йәш аспирант өсөн шиғыр һымаҡ яҙылған “Баш­ҡортостан гүзәле” тигән инеш һүҙ­ҙе уҡыу сәйер ҙә, ҡыуаныслы ла ине.
Башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш юлындағы мөһим күренештәрҙе тик­шергән мәҡәләләрҙән тупланған был йыйын­тыҡ үҙе лә ысын мәғәнәһендә әҙәби күренеш, ижад донъяһында оло ваҡиға ине. Ғалимдың байтаҡ мәҡәләләре, күҙәтеүҙәре, сығыш­тары шундай ваҡиғаға әйләнде. Уларҙың иң кү­ренеклеһе, әлбиттә, 1965 йылда донъя күргән “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” исемле төп хеҙмәт булды.
Был хеҙмәттең айырым бүлек­тәре “Ағиҙел” журналының 1964-1965 йыл­дарҙағы алты һанында баҫылып килде һәм шунда уҡ киң ҡатлам уҡыусыларының, әҙәби һәм ғилми йәмәғәт­селектең иғтибарын тартты. Ә инде монография китап булып сыҡҡас, уны юғары баһалап, үҙебеҙҙә лә, Мәскәү матбуғатында һәм башҡа урындарҙа ла әллә күпме мәҡәләләр яҙылды.
“Әҙәби күренештәр”гә инеш һүҙен Әхнәф Харисов “Был тикшеренеүсе һуңғы йылдарҙа алма баҡсаһында, алма­ғастар тирәһендә һирәгерәк күренә, ә күп ваҡытын китапха­наларҙа һәм архивтарҙа үткәрә”, – тип тамамлап ҡуйғайны.
“Башҡорт халҡының әҙәби мира­ҫы” исемле хеҙмәт – Әхнәф Ха­рисовтың оҙаҡ йылдарға һу­ҙыл­ған ғилми эҙлә­неүҙәренең һөҙөмтә­һе ул. Архивтарҙа, ҡулъяҙма фонд­тарҙа эшләүҙең ни тиклем ауыр икәнлеген ғүмерен шунда үткәргән кешеләр генә тулыһынса аңлай торғандыр. Эш, әлбиттә, көндәр буйы иҫке ҡағыҙҙар ара­һында саң йотоп ултырыуҙа ғына ла түгел. Ундағы ҡағыҙҙарға теркәлгән яҙмыштар, ва­ҡиғалар йылдар аша һине өтөп, үҙенең фажиғәләре, ут-ялҡындары менән уратып алғандай була. Шуға ла миңә архивта эҙлә­неү­селәрҙең хеҙмәте ҡайһы саҡта зарарлы, эҫе цехта эшләү­селәрҙең хеҙмәте һымаҡ күҙ алдына баҫа.
Үҙенең остазы Әхнәф Харисов тура­һындағы бер мәҡәләһен Ким Әхмәт­йәнов “Олпатлыҡ” тип исем­ләгәйне. Ысынлап та, Әхнәф Ибра­һим улы кәүҙә килбәте буйынса ла, холоҡ-фиғеле менән дә, ғилми хеҙ­мәттәре йәһәтенән дә олпат шәхес булды. Уның ғилми биографияһында ошо олпатлыҡтың иң тулы сағылышы – “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” китабы.
Милләттең рухи тамырҙарын, бо­ронғо быуаттарҙан алып Аҡмулла, Өмөтбаев заманына тиклемге ҡат­марлы үҫеш юлын барлау эшен, туған халҡыңа мөхәббәтең ни тиклем генә ҡайнар, тоғролоғоң ни тиклем генә ныҡ булмаһын, улар менән генә атҡарып сығыу мөмкин түгел. Был эштә маҡ­сатҡа ирешеү өсөн зирәк аҡыл, ҙур хеҙмәт менән бергә тарихи үҫешкә киң, объектив, төплө ҡараш талап ителә.
Бер генә мәҙәниәт тә, әҙәбиәт тә юҡтан бар булмай. Барҙан юҡ бул­ғандарын беләбеҙ, ләкин киреһенсә түгел. Хеҙмәтенең тәүге битендә үк Әхнәф Харисов милли әҙәбиәтте “елгә еленләгән, көнгә ҡолонлаған итеп ҡарарға ярамай” тип иҫкәртә.

Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518