Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырыуҙарыбыҙ тарихын тергеҙҙе
Ырыуҙарыбыҙ тарихын тергеҙҙе
Күренекле ғалим һәм педагог Рим Янғужинды күптән белһәм дә, уның менән яҡындан танышыуым 2000 йылдың көҙөндә, үҙем Баш­ҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡыта башлаған көндәрҙә, булды. Тәнәфес ваҡытында, факультет коридорында ҡаршыға осрап, ҡыуанып күреште лә: “Миңлеғәле ҡустым, боронғо яҙма ҡомартҡылар тураһындағы мәҡәлә­ләреңде бик ҡыҙыҡһынып уҡып барам, үтә лә изге эш. Уҡытырға килеүеңә шатмын. Әйҙә әле, инеп һөйләшеп ултырайыҡ”, — тип кабинетына саҡырҙы.



Дәресем тамамланғас, ағайҙың кабинетына индем. Ул бик ихлас ҡаршы алды һәм байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Сту­денттарҙы ғәрәп яҙмаһына өйрәтеү, иҫке төрки телен уҡытыу бөгөн ни тиклем кәрәкле һәм мөһим икәнлеге хаҡында һөйләне ул. Ҡасандыр бер нисә йыл факультетта ғәрәп яҙмаһы буйынса дәрестәр алып барылған икән. Ләкин, ваҡыт аҙ бүленгәс, студенттар предметты йүнләп үҙләштерә алмаған. Аҙаҡ уныһы ла туҡталған, һәм барыһына ла латин телен генә уҡытҡандар. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер беҙҙең ғалимдар тарихты урыҫ графикаһында, йәғни кириллицала яҙыл­ған сығанаҡтарға ғына таянып яҡтырта. Бына мин үҙем дә шундай хәлдәмен. Халҡыбыҙ борон-борондан үҙенең күргән-кисергәндәрен ғәрәп хәрефтәре менән ҡағыҙға теркәй барған бит, был яҙмалар төрлө архивтарҙа күп һаҡлана. Ғәрәпсә белмәй, ошо сығанаҡтарҙы өйрәнмәй тороп, башҡорт халҡының һәм Башҡорт­остандың тарихын тулы, дөрөҫ итеп яҙып булмаясаҡ”, — тип әсенеп һөйләне Рим Зәйниғәбитдин улы.
Ғөмүмән, тарих факультетында ғәрәп яҙмаһы һәм иҫке төрки теле уҡытыла башлауға унан да нығыраҡ һөйөнгән кеше булмағандыр. Ошо осрашып һөй­ләшеүҙән һуң Рим Янғужиндың кабинетында йыш булғыланым. Ағай һәр саҡ хәлдәремде һорашып-белешеп торҙо. Бер нисә тапҡыр үҙендә һаҡланған ғәрәп графикаһындағы ҡулъяҙмаларҙы, боронғо документтарҙы уҡып биреүемде үтенде. Тәржемә итеп биргәс, гел оло ҡәнәғәтлек менән рәх­мәт әйтте.
Рим ағай Янғужиндың ғилми хеҙ­мәттәре шаҡтай күп. Ул — 15 монография һәм 310-ға яҡын ғилми мәҡәлә авторы. Фәнни-популяр мәҡәләләре иһә 200-ҙән артып китә. Башҡортостандың ХVIII–ХIХ быуаттарҙағы социаль хәле, иҡтисади ҡеүәте, халҡы­быҙҙың борондан килгән хужалығы, кәсеп-һөнәрҙәре, төп йәшәү сығанағы булған ергә мөнәсәбәте, аҫа­балыҡ хоҡуҡтары, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, милләттең формалашыу та­ри­хы кеүек мөһим мәсьәләләр буйынса береһенән-береһе тосораҡ фәнни китаптар яҙып, донъяға сығарҙы ул.
Үҙем байтаҡтан бирле боронғо шәжә­рәләр менән ҡыҙыҡһынғанғамы, ни сәбәптәндер, ул яҙған китаптар араһынан башҡорт ырыуҙары тарихына арналғанын айырыуса яҡын һәм ҡәҙерле булараҡ ҡабул иттем. Рим Зәйниғәбитдин улының был баҫмаһы 1995 йылда – “Башҡорт ырыуҙары тарихынан”, аҙаҡ, 1998 йылда, бер аҙ тулыландырылып, “Башҡорт ырыуҙары” исеме менән нәшер ителде.
Китапта ырыуҙар, биләгән ерҙәренә ҡарап, төркөм-төркөм итеп ҡаралған һәм һәр береһенең тарихы иң боронғо осорҙарҙан алып яҡтыртыла. “Минзәлә башҡорттары” тигән бүлектә, мәҫәлән, Юрмый, Бүләр, Байлар һәм Ирәкте, “Төньяҡ башҡорттары” бүлегендә — Уран, Танып, Балыҡсы һәм Уннар, “Түбәнге Ағиҙел башҡорттары” бүлегендә Йәнәй, Гәрә, Ҡырғыҙ, Йылан, Йәлдәк, Ҡаршын, Ҡаңлы, Таҙ, Дыуанай һәм Ыуаныш ырыу­ҙарының үткәне тураһында бәйән ителә. Ҙурыраҡ ырыуҙарҙы автор айырым бү­лексәләр рәүешендә биргән. Улар иҫәбенә Юрматы, Үҫәргән, Бөрйән, Түң­гәүер, Тамъ­ян, Ҡыпсаҡ, Мең, Әйле, Ҡатай, Табын, Һалйот ырыуҙары инә.
Үҙенең хеҙмәтендә Р.З. Янғужин, академик Р.Ғ. Кузеев башлаған эште дауам итеп һәм үҫтереп, һәр башҡорт ыры­уының һәм ҡәбиләһенең килеп сығышын, оҙайлы үткән юлын һәм хәҙерге хәлен төрлө тарихи документтарға, ревизия һәм халыҡ иҫәбен алыу материалдарына таянып ярайһы уҡ ентекле тасуирлай. Телгә алынған ырыу һәм ҡәбиләләрҙең үҙҙәренә генә хас тамғаларының да бирелеүе (автор әйтеүенсә, Ыуаныш ырыуының ғына тамғаһы һаҡланып ҡалмаған) хеҙ­мәттең бәҫен тағы ла күтәрә.
Шуны ла әйтергә кәрәк: Рим Зәйни­ғәбитдин улының башҡорт ырыуҙары тарихы буйынса туплаған мәғлүмәттәре бөгөнгәсә архивтарҙа һаҡланып ҡалған боронғо шәжәрәләр менән дә раҫлана. Мәҫәлән, Ирәкте башҡорттарының төп сығышы ҡеүәтле Табын ҡәбиләһенә, уның оло бер тармағы булған Ҡара-табынға барып тоташыуы, ХIV–ХV быуаттарҙа уларҙың, яҡшы көтөүлектәр, уңдырышлы ерҙәр эҙләп, Тубыл, Иртыш тарафтарынан хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ-көн­байыш, Пермь крайының көньяҡ һәм Татарстандың төньяҡ-көнсығыш (элекке Минзәлә өйәҙе) өлөштәренә килеп төпләнеүе хаҡында шағир Ғәли Соҡорой тарафынан төҙөлгән шәжәрәлә аныҡ бәйән ителә. Мәғрифәтсе ғалим һәм әҙип Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев төҙөгән шә­жәрә иһә ХVIII быуат аҙаҡтарында — ХIХ быуат баштарында Йомран-табындарҙың ҙур ғына өлөшөнөң Туҡ йылғаһы буйында донъя көтөүе һәм уларҙың Ағиҙел йылғаһының урта ағышы, Талпаҡ һәм Йыуалы күле буйҙарында көн күргән ырыу­ҙаштарына яҡын туған булыуы хаҡында әйтелә.
Ғалимдың яҙмалары Бүләр, Байлар, Юрматы, Тамъян, Бөрйән, Үҫәргән, Ҡарағай-ҡыпсаҡ, Мең, Әйле, Тырнаҡлы һәм башҡа ҡайһы бер ырыу шәжәрәләре менән дә ауаздаш яңғырай. Хәйер, һылтанмалар яһалмаһа ла, авторҙың шәжәрәләрҙе файҙаланғанлығын тоймау мөмкин түгел. Был төр яҙма ҡомарт­ҡыларҙың ҡиммәтле тарихи сығанаҡ булыуы хаҡында китабына инеш һүҙҙә айырым-асыҡ яҙып үткән автор.
Рим Зәйниғәбитдин улының “ырыу”, “ҡәбилә”, “аймаҡ”, “ара” кеүек тер­миндарға туҡталып, уларҙың мәғәнәһен, ҡулланыу даирәһен асыҡлап үтеүе лә бик урынлы. Юғиһә беҙҙә, бигерәк тә матбуғат биттә­рендә, уларҙы бутау, мәғәнәһен бел­мәйенсә яңылыш ҡулланыу киң таралған. Ғалим башҡорт ырыуының туғандар аша, аймаҡ кеүек берәмектәрҙең берләшмәһен тәшкил иткәнлеген, уларҙан ҙурыраҡ этник берәмек булғанлығын, ә ҡәбиләнең үҙ сиратында ҡан-ҡәрҙәш ырыуҙарҙың берләш­мәһе, этник союзы икәнлеген яҡшы аң­латып яҙа. Тимәк, ғөмүмән, табындар тураһында һүҙ йөрөткәндә – “ҡәбилә”, ә Ҡара-табын, Барын-табын, Йомран-табын, Кәлсер-табын, Ҡумрыҡ-табын, Кесе-табын, Бишул-табын, Бәҙрәк-табындар хаҡында һөйләгәндә һәм яҙғанда “ырыу” терминын ҡулланыу дөрөҫөрәк.
Рим Янғужин “Башҡорт ырыуҙары” китабының аҙағында киләсәктә төплөрәк хеҙмәт әҙерләйәсәге, әлеге баҫмала әҙ йәки бөтөнләй сағылды­рыл­маған Бәкәтин, Күҙәй, Ҡошсо, Ҡыуаҡан, Өпәй, Сырҙы, Тәрһәк, Һеңрән, Һыҙғы кеүек ырыуҙарҙың да тарихын яҙасағы хаҡында хәбәр итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағайҙың был изге уй-хыялдары тотош бер теүәллегендә тормошҡа ашмай ҡалды — бер нисә йыл элек көтмәгәндә килгән сир уны бик иртә арабыҙҙан тартып алды... Тик шуныһы ғына йыуаныс, өмөт бирә: үҙе мәңгелек йортҡа күсһә лә, яҙған китаптары, университетта ул төҙөп ҡалдырған этнография музейы фәнгә, халҡыбыҙға оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк әле. Уҡыусылары, өйрән­сектәре ул башлаған изге эштәрҙе дауам итер, байытыр, еренә еткереп ҡуйыр, тип ышанам.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 597

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 205

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436