Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Быуындар сылбыры өҙөлмәй
Быуындар сылбыры өҙөлмәй
Һабантуйҙар парадын йәнә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты башлап ебәрҙе. Уҡыуҙағы уңыштары, йәмәғәт тормошондағы матур эштәре менән дан алған белем усағы янында студенттарға һәйкәл асылды. Уның авторы – билдәле рәссам Илдар Шәйәхмәтов. Шул һәйкәлде төҙөүҙә ярҙам иткән “Урал” һәм “Урал аръяғы” мәрхәмәтлек фондтарына ҙур рәхмәтле Сибай институты етәкселеге.


Быуындар сылбыры өҙөлмәйКөньяҡ Урал өсөн йәш белгестәр әҙерләүҙә тос уңыштарға өлгәшкән Сибай институты был көндә йәнә бер тапҡыр үҙенең илһөйәрлек һәм телһөйәр-лек тәрбиәләүсе, милли рух уятыусы, халҡыбыҙҙың тарихына битараф булмаған уҡыу йорто икәнлеген иҫбатланы. Йолаларҙы онотмай, уларға тоғро ҡалған, быуындар сылбырын өҙмәй, ата-баба аманатын бар тулылығында йәштәргә тапшырыуҙа ғәйәт ҙур эш башҡарған белем йорто тарафынан үткәрелгән һабантуй был юлы ете ырыу тарихына арналды. Һәр факультет тирмә ҡороп, айырым бер ырыуҙың тарихын барланы, йолаларын күрһәтте, йыр-моңон, бейеүҙәрен башҡарҙы, аш-һыуын, ҡул эштәрен, кәсеп-шөғөлөн сағылдырған әйберҙәрҙән күргәҙмә әҙерләне.
Студенттар байрамында ла һәр кем көсөн, талантын күрһәтте. Шулай ҙа милли байрамдың бер шартына әйләнгән иң-иңдәрҙе тәбрикләү, алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһы сараның иң күркәм өлөшө булғандыр. Уҡыу алдынғылары, спорт ярыштарында еңеүселәр, олимпиада, төрлө конкурс, йыйындарҙа приз яулаусылар, ижади бәйгеләрҙә сығыш яһаусылар Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың ҡулынан маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлеккә бүләктәр алып ҡыуанды. Шулай уҡ “Иң яҡшы төркөм кураторы”, “Иң яҡшы уҡытыусы”, “Иң яҡшы декан”, “Иң яҡшы студент” һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде.
Был юлы һабантуйға республиканың төрлө юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, күрше Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, ҡаланың, предприятие һәм учреждение етәкселәре саҡырылғайны. Уларҙың барыһы ла Сибай институты йолаға әүерелдергән студенттар һабантуйына һоҡланыуын белдерҙе һәм был сараның йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 446

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 239

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 095

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 085

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436