Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихты һанларға өйрәтте
Йыл башында күренекле ғалим, тарих фәндәре кандидаты, профессор Әнүәр Әсфәндиәров арабыҙҙан китеп барҙы. Күптәргә ул ауылдарыбыҙ тарихын өйрәнгән шәхес булараҡ билдәле булһа, минең өсөн — ифрат яҡын һәм ҡәҙерле класс етәксем.


"Башҡортостан" энциклопедияһында яҙылыуынса, Әнүәр Зәкир улы 1934 йылдың 15 майында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. Тарихсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре 1958 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған, 1958 — 1965 йылдарҙа Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта тарихтан уҡытҡан. Ә бына уның уҡытыусым ғына түгел, ә интернатташым да булғанлығын 2005 йылда донъя күргән "Интернатым — пар ҡанатым" тигән һоҡланғыс китапты ҡулға алғас ҡына белдем. Был мәғлүмәттән шаңҡып ҡалғаным хәтеремдә. Күңелдә ниндәйҙер үпкә хистәре лә сағылып ҡалғандай булғайны: "Балалар, ҡасандыр мин дә ошо мәктәпте тамамлағайным", — тип әйтһә була бит инде...
1964 йыл. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта уҡый башлаған сағым. Тарих дәресен үткәрергә урта буйлы, ҡап-ҡара сәсле, матур итеп мыйыҡ ебәргән бер ағай килеп инде. "Әнүәр Зәкир улы булам, — тип таныштырҙы ул үҙе менән. — Тарихты уҡытырмын, класс етәксегеҙ ҙә булырмын". Быйыл көҙ ошо ваҡиғаға 50 йыл тула...
Әнүәр ағайҙың тәүге дәресе әлегеләй күҙ алдымда. Үҙе менән таныштырғас, уҡытыусыбыҙ, һәр беребеҙҙе торғоҙоп, исем-шәрифебеҙ, ҡайһы яҡтан килеүебеҙ менән ҡыҙыҡһына башланы. Сират миңә етте.
— Исемең кем?
— Фәрит.
— Атайыңдың исеме?
— Зәбихулла.
— Фамилияң?
— Ахмеров.
Әнүәр ағайҙың йөҙөндә моңһоу ғына йылмайыу сағылып ҡала:
— Ахмеров түгелдер инде ул, Әхмәровтыр. Нисәнселер бер быуын ҡартатайың Әхмәр исемле булғандыр. Ҡайһы яҡтан килдең?
— Йылайыр районының Аралбай ауылынан.
— Һаҡмар буйынанһың инде улай булғас. Һеҙҙең ауыл элек Матрай районына ҡараны. Уның үҙәге ҡайҙа булғанын беләһеңме?
— Матрай районы булғас, Матрайҙалыр инде...
— Юҡ, Юлдыбай ауылында. Районығыҙҙан сыҡҡан ниндәй билдәле кешеләрҙе беләһең?
Тау-таш араһында ятҡан бәләкәй генә ауылдан тәүгә ситкә сығып, VI класҡа уҡырға килгән бала ни генә белһен инде? Аралбайға электр уты үтмәгән, юл юҡ. Урам уртаһында, Сәлимйән олатайҙарҙың өйө алдындағы бағанаға элеп ҡуйылған "биҙрә" радио көнө-төнө һөйләп тора ла ул. Туҡта... Кемдең ҡурай моңон йыш ҡына тапшыралар әле?
— Ғата Сөләймәнов! — тип ҡысҡырып ебәрҙем, был исем иҫемә төшөп.
— Юҡ, яңылышаһың. Ғата Сөләймәнов — Баймаҡтан, күршегеҙ була инде. Йылайырҙан да бик шәп ҡурайсы сыҡҡан. Ул — Ишмулла Дилмөхәмәтов. Иҫке Яҡуп ауылынан...
Әнүәр ағай Әсфәндиәров тураһында һөйләһәләр йәки уҡыһам, гел генә ошо танышыу дәресе иҫкә төшә. Бөгөн шуны әйтә алам: уҡытыусыбыҙ ябай ғына әңгәмә аша ла балаларҙың кескәй йөрәгенә тамырҙарына ҡыҙыҡһыныу, уны аңларға, белергә ынтылыу сатҡылары һала алған. Ул ваҡытта "шәжәрә" тигән төшөнсә киң билдәле түгел ине. Бөгөн иһә был һүҙҙең телебеҙҙән төшмәүендә Әнүәр Зәкир улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның китаптары аша күпме кеше үҙ асылын таныны, тоҡомдаштарын, туғандарын тапты, ырыуын белде, милли булмышын юллай башланы!
Әнүәр Зәкир улының сығырынан сыҡҡанын, кешегә ауыр һүҙ әйткәнен ишеткәнебеҙ булманы. Кешелекле, кеселекле, ғәжәп сабыр кеше ине арҙаҡлы ғалимыбыҙ, ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ, класс етәксебеҙ.

Фәрит ӘХМӘРОВ,
тау инженеры, уҡыу йортоноң 1969 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512