Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмыштарҙы яҡтыға борған изге урын
Яҙмыштарҙы яҡтыға борған изге урын
"Башҡортостан" гәзитендәге был рубрика 1-се мәктәп-интернаттың 1963 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, хәҙер инде филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Мирас Иҙелбаевтың яҙмаһы менән асылды. Унда Миңзәлә һәм Ҡөҙөрөй Фазлетдиновтарҙың, директор Төхфәт Аслаевтың аманатына тоғро ҡалып, техник юғары уҡыу йортон тамамлауы, татыу ғаилә ҡороуы, нефть-химия өлкәһендә ҙур эштәр башҡарыуы, башҡорт милләтенә, белем усағына тап төшөрмәүе хаҡында бәйән ителә. Афарин, интернатташтар! Ошондай милләттәштәребеҙ — ҙур ғорурлығыбыҙ.


Беҙ иһә данлыҡлы интернатҡа һуғыш тамамланып, ил "башын күтәрә" башлаған осорҙа — 1947 йылда — килдек. Уҡыу йорто ул ваҡытта "Өфөнөң 9-сы башҡорт мәктәбе" тип йөрөтөлә ине. Был мәғариф учреждениеһының барлыҡҡа килеү тарихына туҡталып үтмәксемен.
Уҙған быуат баштарында Өфөлә "башҡорт мәктәбе" тигән төшөнсә булмаған. Ошо сәбәпле 1933 йылда ауылдан баш ҡалаға ғаиләһе менән күсеп килгән Хәлимә Абдулла ҡыҙы Бейешева (ире буйынса — Ҡорбанаева) 17-се татар мәктәбенә эшкә урынлашырға мәжбүр булған. Был хәлде ауыр ҡабул иткән уҡытыусы башҡорт балаларының исемлеген төҙөй һәм, улар өсөн айырым класс асыуҙы һорап, юғары власть органына бара. Оҙаҡ ҡына йөрөгәндән һуң үтенесте ҡәнәғәтләндерәләр. Һөҙөмтәлә Өфөлә башҡорт класы барлыҡҡа килә, 25 бала туплана. 1936/37 уҡыу йылында улар IV класты тамамлай. "Балаларға артабан ҡайҙа барырға?" тигән һорау тыуа. "Хәлимә Абдулла ҡыҙы, уҡыусыларығыҙға йәйге каникулда татар телен өйрәтеп, бындағы V класҡа әҙерләргә тура килер", — ти 17-се мәктәптең директоры. Бының менән риза булмайынса, уҡытыусы БАССР-ҙың Халыҡ мәғарифы комитетына бара. Һорау кире ҡағылмай, һөҙөмтәлә Өфөнөң Зенцов урамындағы 49-сы йортта 9-сы башҡорт мәктәбе асыла. Бына шулай, 1933 йылда Хәлимә Абдулла ҡыҙының тырышлығы арҡаһында 25 уҡыусынан тупланған класс, тиҫтә йылдар үткәс, тотош Рәсәйҙә милли кадрҙар әҙерләү буйынса дан тотҡан милли гимназия-интернатҡа әүерелде.
Яҙмыштарҙы яҡтыға борған изге урын1937/38 уҡыу йылы башланыуға Өфө мәктәптәрендәге барлыҡ башҡорт балаларының исемлеге төҙөлә. Һөҙөмтәлә 155 уҡыусы туплана, уҡытыусылар ҙа табыла. Киләһе йылында инде белем усағы урта мәктәп статусын ала, балалар 180-гә етә. Хәлимә Абдулла ҡыҙы I класҡа тағы ла уҡыусылар йыя. Уларҙан әле Ғәззә Зәйнуллина, Клара Тимерғазина (РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы), Марат Сәлихов (нефтсе-инженер) иҫән. "Хәлимә апай, өйөбөҙгә барып, башҡорт мәктәбенә етәкләп алып килде", — тип хәтерләй оҙаҡ йылдар техник мөхәррир булып эшләгән Ғәззә Зәйнуллина.
Ифрат ауыр һуғыш осоро булыуға ҡарамаҫтан, 1944 йылдың 25 мартында РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы Өфөләге 9-сы мәктәп эргәһендә интернат асыу тураһында ҡарар сығара. Унда әйтелеүенсә, 200 урынға иҫәпләнгән, аҫаба халыҡ балаларына тәғәйенләнгән яңы бина ошо йылдың 1 сентябрендә эш башларға тейеш була. Документҡа РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе Косыгин ҡул ҡуйған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, осорҙоң ҡатмарлы булыуы сәбәпле, был ҡарар 1947/48 уҡыу йылында ғына тулыһынса тормошҡа ашырыла башлай. Директорлыҡ вазифаһына — М. Хәйруллина, уның урынбаҫары итеп Н. Фәтхуллина тәғәйенләнә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында ҡаты көрәштәрҙә сынығып ҡайтҡан, хәҙер инде Башҡортостандың мәғариф министры йөгөн тартҡан Сәғит Әлибаев интернат мәсьәләһен ныҡлы контролгә ала. Райондар буйлап етемдәрҙе йыйыу эше Хәлимә Бейешеваға тапшырыла. Шулай итеп, 1947/48 уҡыу йылында интернатҡа 460-ҡа яҡын бала алына. Ятаҡ мәктәптән айырым, Социалистик урамында, урынлаштырыла. Ундағы биш-алты кеше торорлоҡ бүлмәләрҙә 20-шәр бала йәшәй, бер карауатта икешәр ятып йоҡлай торғайныҡ. Һыуҙы тыштан индерәбеҙ, ҡышҡылыҡҡа утынды Ағиҙел ярына баржа менән ташыйбыҙ, йәшелсә үҫтерәбеҙ... Ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта күңелле лә мәлдәр ине.
"Эскерһеҙ, ҡаһарман, иленә тоғро, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белгән халыҡ үҫергә тейеш", — тигәйне бер сығышында мәғариф министры Сәғит Әлибаев. Ошо ынтылыш милли интернат асыуға төп нигеҙ булғандыр ҙа.
1947/48 уҡыу йылында белем биреү эшмәкәрлеге әкренләп яйға һалына, телде белгән педагогтар килә, түңәрәктәр булдырыла башлай. Балалар ҙа артҡандан-арта. 1949/50 уҡыу йылында иһә, мәктәп менән ятаҡ бер урынға — Киров урамына — күсерелгәс, эш тағы ла еңелләшә.
Тиҫтерҙәремдә белем алыуға ынтылыш ифрат ҙур булды, ауырлыҡтар сәмде көсәйтә генә ине кеүек. Беҙ 1949/50 уҡыу йылында мәктәпте тамамланыҡ, дүрт параллель класта 112 үҫмер булды. Шуларҙың 100-ө юғары уҡыу йортона инде!
Беҙҙең "А" класында 22 уҡыусы ине, өсәү миҙалға лайыҡ булды. Уларҙан Марат Сәлихов — илебеҙҙең баш ҡалаһындағы, ә Сабир Хисамов менән Миңнулла Әминев Өфөләге нефть институттарына уҡырға инде. Класташтарыбыҙ араһынан шулай уҡ Абдулла Ғүмәров Мәскәүҙәге төҫлө металдар институтын тамамланы. Ә шиғри күңелле класташым Рәми Ғарипов баш ҡалалағы Әҙәбиәт институтын һайланы, ғүмер буйы халҡына тоғро хеҙмәт итеп, тарих биттәрендә ҡалды.
Яҙмыштарҙы яҡтыға борған изге урынШул йылда Одессала И.В. Сталин исемендәге Еңел сәнәғәт институты асылғайны, байтаҡ тиҫтерем шул уҡыу йортон һайланы. Мәҫәлән, беҙҙән Роберт Рәмиев, параллель кластарҙан Марат Ғайсин, Бәширә Ибраһимова һәм башҡалар ошо мәғариф учреждениеһын тамамлап, киң даирәләге белгес булды, юғары вазифа биләп, илебеҙгә тоғро хеҙмәт итте. Әйтәйек, Марат Ғайсин Үзбәкстанда еңел сәнәғәт министры булды, башҡорт исеменә тап төшөрмәне. Заманында 1-се мәктәп-интернатта уҡыуы менән һәр саҡ ғорурланып йәшәне. Ситтә лә милләтенә хеҙмәт итеүҙән туҡтаманы: Үзбәкстандағы башҡорт ҡоролтайының рәйесе булды.
X"В" класынан Әсғәт Әшрәпов та халҡыбыҙҙы киң даирәлә танытыуға үҙ өлөшөн индерҙе: Мәскәү кинематография институтын тамамлап, ошо йүнәлеш буйынса Ҡаҙағстанда эшләне, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәште.
Ғөмүмән, һанай китһәң, кемдәрҙе генә тәрбиәләмәгән 1-се мәктәп-интернат! Мәҫәлән, алты йәштән үкһеҙ етем ҡалып, вокзалдарҙа тамаҡ туйҙырып йөрөргә мәжбүр булған Фәнис Исхаҡовҡа ла ошондағы рухлы, көслө ихтыярлы педагогтар ҡулы аҫтында тәрбиәләнеү бәхете тейә. Тырыш, маҡсатлы егет туған мәктәбенең генә түгел, халҡының, илдең ышанысын аҡлай. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, газ сәнәғәте хеҙмәткәре исемдәрен йөрөткән, башҡа бихисап наградаға лайыҡ булған милләттәшебеҙ — өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Альбина Хажим ҡыҙы (ул да 1-се мәктәп-интернатты тамамлаған) менән бөгөн дә республикабыҙҙың тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр. Әйткәндәй, икеһенең дә үҙенсәлекле ҡаҙанышы бар: Фәнис Ғәйнетдин улы — бокс, ҡатыны еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Исхаҡовтар рухлы, әҙәпле, ғилемле балалар үҫтереүе менән дә ҙур хөрмәткә лайыҡ. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе донъя кимәлендә данлаған Сыңғыҙ һәм Искәндәр Ханнановтарҙың өләсәһе менән олатаһы улар!
Бына шулай, беҙҙең мәктәп-интернатты тамамлаған уҡыусылар белем усағының исемен эше генә түгел, холоҡ-фиғеле, көслө рухы менән дә данлап йәшәй.

Ләлә БЕЙЕШЕВА,
уҡыу йортоноң 1949/50 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.


АВТОРҘАН. 9-сы мәктәптең барлыҡҡа килеү тарихы Хәлимә Бейешеваның 1950 йылдағы яҙмаларынан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 597

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 205

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436