Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫеш баҫҡыстары
Үҫеш баҫҡыстары Яңы урынға, яңы бинаға күскәс, кадрҙар мәсьәләһендә ҙур ғына үҙгәрештәр булды: мәктәп-интернат директоры итеп 1960 йылдың башында оҙаҡ йылдар Баймаҡ районында мәктәп директоры, Темәс педагогия училищеһында директор урынбаҫары, һуңынан район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире булып эшләгән тәжрибәле етәксе, талапсан, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрен тәрән аңлаған Төхвәт Аслаев тәғәйенләнде, тиҙҙән үҙенә урынбаҫар итеп Мөхәмәт Мозафаровты саҡырҙы. Улар бик оҫта етәксе булды, уҡыу-уҡытыу эшен юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрә алды.
Педагогия коллективы ла ныҡ яңырҙы. Красин урамынан яңы урынға түбәндәге уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр күсеп килде: урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Разия Ниғмәтуллина, Әминә Йыһаншина, Лениза Хәсәнова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Сажиҙә Зайлалова, Ләйлә Ваһапова, химия уҡытыусыһы Нәжибә Исмәғилева, физика уҡытыусыһы Мәхтүмә Яхина, тарих уҡытыусыларынан мин, Әнүәр Әсфәндиәров, рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы Әмин Хәсәнов, хеҙмәт уҡытыусыһы Мәүлим Нурғәлиев, математика уҡытыусыһы Суфия Әхтәмова, тәрбиәселәр Кәшфи Мөхәмәтйәнов, Наилә Рәхмәтуллина һәм Ғәлимә Хәсәнова.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, дәреслектәр авторы Фәрзәнә Абдуллина ҙур тәжрибәле белгес булып килде, фән һәм методика өлкәһендә лә күп эшләне. Тәжрибәле, талапсан математика уҡытыусылары Роза Бакирова, Вәриҙә Әминева, Зифа Ураҙымбәтова һәм Мәйсәрә Әхтәмовалар килеү менән мәктәп отто. Химия уҡытыусыһы Людмила Вождаева, немец теле уҡытыусыһы Фәүзәнә Аҡманова, йәйге ялын балалар менән походтарҙа үткәргән, уларҙы Урал тауҙарында минерал эҙләп табырға, танырға өйрәткән география уҡытыусыһы Әхмәт Яппаров, һөҙөмтәле эшләгән урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рима Бәширова, мәктәп ихатаһын сәскәгә күмгән, уны гөл баҡсаһына әйләндергән биология уҡытыусылары Алма Ҡолдәүләтова, Рәҡиә Мәүлитова, Рәзинә Хәсәнова, тимер әйберҙәр менән эш итеү оҫтаханаһы мөдире алтын ҡуллы Мырҙахан Һунарғолов, матур бейеүҙәр һалыу оҫтаһы Вилә Ғөбәева, баянсы Ким Әхмәҙиев — был мөғәлимдәр тураһында бик күп һөйләп булыр ине.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башында мәктәп-интернаттың тәрбиәселәр коллективы ла түбәндәге һәләтле белгестәр менән тулыландырылды: Мәғзүрә Хәйруллина, Шәһиҙә Ардаширова, Әнүзә Латипова, Нәсимә Ҡәрипова, Зөбәржәт Көпәева, Сажиҙә Әсәҙуллина, Рәйес Хәйруллин, Фәүзинә Ҡолшәрипова, Рима Фәтҡуллина, Лена Ғәйнуллина. 1960 – 1970 йылдарҙа мәктәптең данын күтәреүҙә рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы Әмин Хәсәновтың роле ҙур булды. Ул, 17 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа китеп, 1958 йылда Бөрө педагогия институтының филология факультетын тамамлай, барлыҡ хеҙмәт юлы ошо мәктәптә үтә. Әмин Хәсәнов тиҫтәләрсә архитектор әҙерләй алды. Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе Рәфис Хәлиуллин Мәскәү архитектура институтын тамамлаған. Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Вәкил Дәүләтшин Өфөләге "Ләлә-Тюльпан" мәсетенең проектын төҙөнө. Заманында Сибай ҡалаһының баш архитекторы, һуңынан Өфө ҡалаһының баш архитекторы урынбаҫары, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Урал Ураҡсин, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Зәки Баһауетдинов, архитектор Миҙхәт Сәйетгәрәев, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Шамил Юлаев, архитектор Фәнил Имашев һ.б. — шуға миҫал. Бынан тыш, Әмин Хәсәнов әҙерләгән бик күп егет һәм ҡыҙҙар Өфө дәүләт нефть техник институтының архитектура-төҙөлөш факультетын һайланы.
Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығы яҡынайыу менән мәктәптә йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эше йәнләнде. Ошо уңайҙан балаларҙа көслө тәьҫир ҡалдырған эш формаһы тип уҡыусыларҙың яугирҙәр эҙенән походын һанарға була. Минең тарафтан М. Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙенән 23 уҡыусы ҡатнашҡан бер айлыҡ сәфәр ойошторолдо.
Әҙһәм Исҡужиндың 1-се мәктәп-интернаттағы хеҙмәтен баһалау өсөн ул әҙерләгән ҡурайсыларҙың һәм бөгөн республикала танылған халыҡ артистарының исем-фамилияһын һанап китеү ҙә етә: Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Риф Ғәбитов, Әнүәр Шафиҡов, Зыя Хәлилов һ. б.
Мәктәп-интернатта оҙаҡ йылдар өлкән тәрбиәсе булып эшләгән Кәшфи Мөхәмәтйәров тураһында ҡыҫҡаса булһа ла әйтеп китеү кәрәктер. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, өлкән лейтенант булып ҡайтҡан кеше ине. Балаларға һәм тәрбиәселәргә талапсан булды, шул уҡ ваҡытта кешелеклелеге менән ихтирам яуланы.
Риф Зариф улы Хәмиҙуллин директор булған осорҙа (1975–1984 йылдар) уҡыу йортоноң данын республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә, хатта СССР-ҙа таратыуға өлгәште. Ул һәр эштә, һәр урында тәртип булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы һәм күп эш башҡарҙы. Көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға иғтибарҙы көсәйтте: бүлмәләрҙәге йыһаз алмаштырылды, иҙәндәргә келәмдәр йәйелде, интернат биләмәһе йәшеллеккә, сәскәгә күмелде.
Комсомол ойошмаһының эше көйләнде. Секретарь Әлмира Миңлебай ҡыҙы Гузина (Абдуллина) етәкселегендәге комсомол ойошмаһы был йылдарҙа дүрт тапҡыр күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән бүләкләнде.
Мәктәптә уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге ойошторолғайны. Бейеү һәм ҡурай ансамблдәре, педагогик коллективтың хоры ҡалала ҙур популярлыҡ яуланы. 1977 йылдың 7 ноябрендә этнографик музей асылды. Р. Хәмиҙуллиндың инициативаһы буйынса тәүге тапҡыр Палдиски ҡалаһына – С. Юлаевтың һуңғы төйәгенә экскурсия ойошторолдо. Һәр йәһәттән дә өлгөлө мәктәп булараҡ, 1-се мәктәп-интернат Мәскәүҙә Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, бронза миҙал менән бүләкләнде.
1984 йылда 1-се мәктәп-интернат директоры итеп Ильяс Вәлиев тәғәйенләнде һәм беренсе көндәрҙән үк эшкә ҡыйыу тотондо. Ул эшләгән йылдарҙа мәктәптең матди-техник базаһы нығынды: интернат ихатаһында фатирһыҙ уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн йорт, ике ҡатлы музей комплексы төҙөлдө, барлыҡ уҡыу кабинеттары йыһазландырылды. Күренекле яҙыусыларыбыҙ һәм шағирҙарыбыҙ Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов кабинеттары булдырылды, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ экспонат йыйылды.
1991 йылдың ғинуарында 1-се мәктәп-интернат директоры итеп мине, ә урынбаҫарым итеп Таһирйән Ғәниевте тәғәйенләнеләр. Беҙ эште педагогия һәм уҡыусылар коллективтарында әхлаҡ, психологик хәлде яҡшыртыуҙан башланыҡ. Башҡортостан Мәғариф министрлығы коллегияһының ҡарарына ярашлы, 1-се мәктәп-интернат башҡорт республика гимназия-интернатына әйләндерелде, ошо уңайҙан педагогик коллектив та яңы уҡытыусылар, тәрбиәселәр менән тулыландырылды, улар барыһы ла эшкә конкурс нигеҙендә генә алына башланы. Һуңынан гимназияға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исеме бирелде.
1994 йылдың 1 июлендә 1-се гимназия директоры итеп Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Миңлеғәли Өмөтбаев тәғәйенләнде. 1997 йылдың октябрендә мәктәп ихатаһында Рәми Ғариповҡа бюст асылды.
2000 – 2004 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына Фәнзил Санъяров етәкселек итте. Ул «Һынылыу һәм өлгөрөү осоро» исемле хәтирәләрендә белем усағы тураһында ҡыҙыҡлы итеп яҙҙы.
Республика етәкселеге, Мәғариф министрлығы һәм төрлө ойошмаларҙың даими хәстәрлеге гимназия-интернатты артабан үҫтереүгә булышлыҡ итте. «Башинформсвязь» (С. М. Ғайсин), «Баштрансгаз» (Ф.Ғ. Исхаҡов, Ғ.Й. Исмәғилев), Рәсәй социаль страховка фондының Башҡортостан бүлексәһе (М.М. Латипов) һ. б. ойошмаларҙың матди ярҙамы ҙур булды. Башҡортостандың беренсе Президенты М.Ғ. Рәхимовтың, элекке премьер-министр Р.И. Байдәүләтовтың шәхсән хәстәрлеге оноторлоҡ түгел. М.Ғ. Рәхимов яңы корпустарға тәүге нигеҙ ташын үҙ ҡулдары менән һалды. Төҙөлөштө башлауҙа У.Ғ. Ураҡсин, Ф.Ғ. Исхаҡов, Ә.А. Шамаевтарҙың өлөшө ҙур. Алдынғы уҡытыусылар дәүләт наградалары менән бүләкләнде, яңы фатир асҡысы алды. Ошо эштәрҙең уртаһында ҡайнау минең өсөн оло бәхет булды.

Марат Хафизов,
мәғариф ветераны.



(Дауамы. Башы 96, 99-сы һандарҙа).


Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513