Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илештең иманлы улы
Илештең иманлы улы
Үткән быуаттың икенсе яртыһында Илеш халҡы Ер культураһы өсөн иманлы көрәш башланы. “Һәр кем иртә менән битен йыуа, тиҙ генә өй эсен нурландыра, өҫ-башын балҡыта, донъяһын сүптән таҙарта; баҫыу йөҙө лә шулай матур, күркәм, таҙа булырға, ҡый үләнһеҙ ғиззәтләнергә тейеш”, – ти торғайны шул осорҙағы район етәксеһе Тәлғәт Лотфулла улы Рахманов. Тора-бара патриотик тәрбиә, эстетик тәрбиә, хеҙмәт тәрбиәһе, һүҙ тәрбиәһе, педагогик тәрбиә төшөнсәләре дуҫлашып, ҡәрҙәшләшеп китеп, “Кешелеклелек” тигән илаһи бөйөк хосусиәткә нигеҙ була алды. “Педагогик тәрбиә” тигәне айырыуса иманлы шифа, уҡытыусыларҙың шәфҡәтлелегенә ныҡ бәйле ине. Иле ниндәй, уҡытыусылары шундай. Киреһе: уҡытыусылары ниндәй, иле шундай. Наҙан илдән яҡшы уҡытыусылар сыҡмай. Наҙан уҡытыусылар менән ил ҡотаймай. Илеш уҡытыусылары Алла ғиззәтенең ошо тәғлимәтен аңлап эш итә. РОНО мөдире уҡытыусыларға оҫта етәкселек итә белә.

“Ғәскәр” башлығы Рәмзә Хәмит улы Ямалов Илеш районының Ябалаҡ ауылында тыуған. Игенсенең бер бөртөк бойҙай өсөн бер бот тир түгеп эшләгәнен яҡшы белә. Башҡа ауыл малайҙары һымаҡ, үҙе лә ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Яҡшы уҡый. Мәктәптә уҡытыусы ниндәй булырға тейеш тигәндең дә өлгөһөн күрһәтә. Мөдир булып алғас, уҡытыусыларҙың иманлы булыуын талап итә.
Әле “И, ғәзиз илем – иманлы Илешем” тигән китап сығарҙым. “Иман” тигән һүҙҙе күп ҡулланыуым шуның менән дә бәйле, иманлы кешеләр йәшәй Илештә. Унда шунһыҙ мөмкин дә түгелдер. Иманлылыҡ ғаиләнән, мәктәптән башлана. Матди һәм рухи байлыҡ, бер-береһенә ярҙам итешеп, ҡанат ҡаға
Үткән быуаттың 70-се йылдарында Илеш ярһыу арғымаҡтай алға һикерҙе. Райондаштарым тормошонда мин дә әүҙем ҡатнашам. Башҡорт телендә “Бәхет тураһында легенда”, “Ауыл яҙмышы кем ҡулында?” тигән китаптарым донъя күрҙе. Мәктәптәге яңылыҡтарҙы бәйнә-бәйнә күрһәтеү өсөн ҙур-ҙур китап яҙырға кәрәк. Ҡайһы берҙәрен әйтеп кенә китәм. Балаларҙы бер класта ике йыл ултыртыу менән шаярмаҫҡа. “Икеле”, “өслө” кеүек билдәләрҙең тамырын ҡороторға. “Отлично”ға уҡыусылар менән дә махсус, айырым шөғөлләнергә.
Себеште көҙ һанайҙар тигәндәй, юғары уҡыу йортона имтихан биргәндә асыҡлана райондарҙан килгән балаларҙың белем дәрәжәһе, рухи йәннәте, намыҫ илаһилығы. Бер ваҡыт шундай хәл булды. Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер университет) филология факультетына абитуриенттар ҡабул итеү комиссияһы рәйесе итеп ҡуйҙылар мине. Бер бүлеккә 25 кеше алынды. Шуларҙың бишәүһе Илештән булып сыҡты. Тауыш ҡупты. Үҙ районынан булғас, Поварисов уларҙы “блат” менән үткәргән, йәнәһе. Илеш егеттәре һәм ҡыҙҙары үҙ көсөнә ышанып килә, башҡа уҡыу йорттарында ла шул уҡ хәл. Улар бит, Илеш данын юғары тотоп, ингәс тә яҡшы уҡый.
“Батшаһы ниндәй, иле шундай” тигәнде түбәнерәк төшөрәйек әле: “хужаһы йәки етәксеһе ниндәй, коллективы шундай”. Рәмзә Хәмит улы Ямалов ҡарап тороуға уҡ һөйкөмлө кеше. Яғымлы. Асыҡ йөҙлө. Күтәренке күңелле. Былары тышҡы күренеш булһын, ти. Хәҙер эске ожмахына инәйек. Белемле. Аҡыллы. Аңлы. Намыҫлы. Сабыр тәбиғәтле. Кешелекле. Еҫле гөл янында еҫһеҙе лә хуш еҫләнгәндәй, уның яҡшы сифаттары уҡытыусыларға, йәмәғәтселеккә, халыҡҡа күсә. Уның менән мәктәптәрҙә бергә йөрөгән саҡтар ҙа күп булды. Уҡытыусыларҙың тәрбиә планын ҡарайым. Һоҡландыра. Бала замана заңына ҡарап тыуа тигәндәй, план осоробоҙҙағы күренеш-ваҡиғаларҙы, ил һулышын, халыҡ яҙмышын, йәшәйеште, матурлыҡты, бәхәсле тормошто иҫкә алып яҙыла.
Мәғлүм ки, аҡ менән ҡараның киҫкен көрәш осоронда йәшәйбеҙ. Илеш халҡы аҡтың еңәсәгенә ышана. Бының өсөн рухи ныҡлыҡ кәрәк, әлбиттә. “Иманлы Илеш” тип әйтәм икән, иманһыҙҙар юҡмы ни унда? Бар. Дини тәрбиә уларҙы ла иманлы итмәк. Бирһен Хоҙай! Ситтән килгән кешеләр яҡташтарымдың асыҡ йөҙлө, киң күңелле, ҡунаҡсыл, инсафлы, тәрбиәле булыуына һоҡланып китә. Педагогик эстетиканың, педагогик тәрбиәнең ыңғай йоғонтоһо тип ҡарарға кәрәктер быны.
Минең 89 йәштең алтын ишеген алтын асҡыс менән бикләп, туҡһан йәштең алтын асҡысын ҡулға алған сағым. Башҡорт дәүләт университетында һаман эшләп йөрөйөм әле. Илеш ныҡлығылыр был. Быйыл тыуған яғымдан беҙгә бер ҡыҙ, бер егет киләсәк уҡырға. Хәҙерге мәктәптәрҙә хәлдең ауыр икәнлеге мәғлүм инде. Шулай ҙа был уларҙы ҡурҡытмай икән. Икеһенең дә уҡытыусы булғыһы килә. Үҙ мәктәптәрендәге уҡытыусыларҙың шәфҡәтле йоғонтоһо был.
Бындай йоғонто Рәмзә Хәмит улынан уҡ киләлер. Ата-әсәһе ниндәй, балалары шундай. Етәксеһе ниндәй, хеҙмәткәрҙәре лә шундай. Уҡытыусылар етәксеһе булыу – ауыр эш. Ошо дилбегәне оҙаҡ йылдар ныҡ, оҫта, күркәм тотто Ямалов.
Уҡытыусылар ғына түгел, барлыҡ йәмәғәтселек ярата уны. Яратылып йәшәү – үҙе бер бәхет! Бәхете алтындай хеҙмәте менән беркетелә. Аң-аҡыл, хис-тойғо шәфәғәтлелеге ярҙам итә уға. Әле 60 йәштә булһа ла, хеҙмәт һағында Суворов һалдатылай ныҡ тора. Дәрт, дарманды Хоҙай тағы ла күберәк бирһен. Әйткәнем фәрештәнең “Амин” тигән сағына тура килһен!
Суфиян ПОВАРИСОВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511