Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы заман мәғрифәтсеһе
Яңы заман мәғрифәтсеһе
Хәтеремдә, 2012 йылда күренекле йәмәғәт эшмәкәре, халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәмәт (Мөхәмәтғәли) Ғәли улы Исҡужиндың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы республикабыҙҙа байтаҡ сара, шул иҫәптән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция, хәтер кисәләре уҙғарылды, матбуғатта мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Ә бына былтырғы йыл аҙағында “Китап” нәшриәтендә башҡорт йәмәғәтселеге туған тел уҡытыусылары өсөн айырыуса ҡәҙерле баҫма – “Халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәмәт Исҡужин” тигән йыйынтыҡ – донъя күрҙе. Бик ваҡытлы һәм файҙалы баҫма! Бында тупланған материалдар милли йәмәғәтселектең асылда һуңғы сирек быуатта башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүөсөн алып барған фиҙакәр эшмәкәрлеген тулы күләмдә күҙ алдына килтерергә булышлыҡ итә.

Мөхәмәт Ғәли улының яңы дәүерҙә башҡорт милли мәғарифын үҫтереүгә индергән өлөшөн ысын мәғәнәһендә батырлыҡөлгөһө тип атаһаҡ та, дөрөҫтөр. Беренсенән, уның исеме баш ҡалабыҙҙағы тәүге башҡорт мәктәбе – хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфөҡала башҡорт гимназияһы – менән тығыҙ бәйләнгән. Башта мәғрифәтсенең, үҙһүҙҙәре менән әйткәндә, баш ҡала зыялылары “тырышып, даулашып йөрөп” астырған мәктәптең ата-әсәләр комитеты рәйесе булараҡ, уны аяҡҡа баҫтырып ебәреү буйынса тынғыһыҙ йәмәғәт эше менән шөғөлләнә, артабан ун алты йыл буйы шунда физика һәм астрономия уҡытыусыһы булып эшләй һәм, әлбиттә, балаларға милли рух һәм тәрбиә биреүөсөн еңһыҙғанып көрәшеүселәр сафына баҫа. Һөҙөмтәлә, 60 йәше тулыу менән, етәкселек унан һәм уның кеүек тура һүҙле бер нисә уҡытыусынан ҡотолоу ниәтендә мәктәп профсоюз ойошмаһының педколлективты йәшәртергә, “пенсионерҙарҙы ялға оҙатырға” тигән “аҡыллы” ҡарарын сығартыуға өлгәшә. Был 1988 йылда була. Нәҡ ошо ваҡытта илдәһәм республикала сәйәси үҙгәрештәр башланып китә. Өфөлә “Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни клубы ойошторола. “1989 йылдың февраль-март айҙарында “Аҡ тирмә”нең “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында уҙғарылған йыйылыштарының береһендә, – тип иҫкә ала аҙаҡ Мөхәмәт Исҡужин үҙенең “Тәржемәүи хәлем” тигән автобиографик яҙмаһында, – Өфөлә башҡорт балалар баҡсаларын ойоштороу тураһында һөйләшеү булды, һәм шунда йыйылған халыҡ мине Өфөлә балалар баҡсалары ойоштороу буйынса комиссия рәйесе итеп һайланы”.
Әйтергә кәрәк, мин ошо һәм унан һуңғы ваҡиғаларҙың уртаһында булдым. Шуға күрә Мөхәмәт Ғәли улының шул көндән башлап нисек итеп, йәнен фиҙа ҡылып, ошо изге эшкә, еңһыҙғанып, ал-ял белмәй тотоноп китеүен яҡшы хәтерләйем. Ә бит шул уҡӨфөлә бер генә башҡорт балалар баҡсаһы, башҡорт класы йәки милли мәктәп астырыу өсөн әллә күпме көс түгергә, күпме ҡаршылыҡты үтеп сығырға тура килә ине ул ваҡытта. Бүтән ҡалаларҙа ла шул уҡ хәл, йәғни бер үк һылтау: астырырға теләйһегеҙ икән, ҡайҙа, йәнәһе, ата-әсәләрҙеңғаризалары? Мөхәмәт ағай был ҡаршылыҡты ла еңеп сығыу юлын таба. Ата-әсәләр исеменән, әйтәйек, башҡорт балалар баҡсаһы, башҡорт мәктәбе ойоштороуҙы һорап яҙылған ғаризаларға ҡултамға йыйып, чиновниктарҙыңөҫтәленә килтереп һала. Ошондай юл менән өлгәшелгән тәүге уңыштарҙың бер нисәһе тураһында ул үҙе бына нисек яҙып ҡалдырған: “Һөҙөмтәлә 1994/95 уҡыу йылында, һәр урында үҙенсәҡатмарлы һәм сетерекле ҡаршылыҡтарҙы еңеп, Өфөлә 136-сы башҡорт мәктәп-лицейын, Күмертауҙа – 13-сө башҡорт мәктәбен һәм “Айгөл” балалар баҡсаһын, Салауат ҡалаһында 25-се башҡорт гимназия-мәктәбен һәм “Йәншишмә” башҡорт балалар баҡсаһын астырыуға өлгәшелде”.
Ошо уҡ йылдарҙа Мөхәмәт Ғәли улыныңӨфөнөң Калинин районындағы Инорс биҫтәһендә башҡорт мәктәп-гимназияһын асыу өсөн атҡарылған эштәре лә бик фәһемле. Дөрөҫөн әйткәндә, милли мәктәп, туған тел, милләт рухы хаҡына алып барылған көрәш тиеү урынлылыр. Бына уйлап ҡарағыҙ: “Ата-әсәләрҙең башҡорт мәктәбен асыуҙы һорап яҙған коллектив ғаризаһына 1269 ҡултамға йыйылды, – тип иҫкә алған ул һуңынан. – “Аҡтамыр” үҙәгенең ошо коллектив ғаризаның күсермәһе ҡушып һалынған хаты башта – Башҡортостан Премьер-министрына, хәл ителмәгәс, аҙаҡ республика Президентына ебәрелде. Төҙөлөп ятҡан яңы бинаны башҡорт мәктәбе итеү тураһында Калинин районы хакимиәтендә, ҡала етәкселәре, Мәғариф министрлығы вәкилдәре, мәктәп директорҙары ҡатнашлығында ике тапҡыр ҙур һәм бәхәсле кәңәшмә уҙғарылды. Уларҙа башҡорт мәктәбен ойоштороуҙың законлылығын иҫбатлап, күп мәртәбә сығыш яһарға тура килде. Шулай итеп, Өфөнөң Инорс биҫтәһендә, 1989 йылдан бирле алып барылған эштәрҙеңһөҙөмтәһе булараҡ, 1996 йылдың сентябрендә 825 уҡыусыға иҫәпләнгән 140-сы башҡорт мәктәп-гимназияһы асылды”.
Ошо телгә алып үтелгән мәктәп-лицей, мәктәп-гимназиялар, балалар баҡсалары бөгөн дә уңышлы эшләй, унда хәҙер меңәрләгән бала туған телдә белем һәм тәрбиә алып сыҡты. ӘӨфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге 136-сы башҡорт мәктәп-лицейына Мөхәмәт Исҡужиндың исеме бирелде. Был иһә халыҡ мәғрифәтсеһе алып барған эшмәкәрлектең ни тиклем хаҡлы булыуын дәлилләп тора. Әммә шуны ла онотмайыҡ: күпме көс түгеп, күпме ҡаршылыҡты еңеп сығып, ата-әсә араһындағы әллә күпме аңһыҙҙың күҙен асып, меңәрләгән ҡултамға йыйып өлгәшелгән уңыштар былар. Милләттәштәребеҙ ошоноңҡәҙерен белһә ине. Ә бит Мөхәмәт Ғәли улы барыһын да үҙенең пенсияһы иҫәбенә генә йәшәп, фәҡәт йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарған. Юғары вазифалар биләп тә, үҙ халҡының мәнфәғәтен бар тип тә белергә теләмәгән ҡуян йөрәклеләр өсөн дә фәһем булырлыҡ уныңөлгөһө.
Яңы заман мәғрифәтсеһеҮткән йылда ошондай ғибрәтле бер хәбәр ишетергә тура килде. Үҙе хаҡында “мин министр булып эшләнем” тип әйләнгән һайын иҫкә төшөрөргә яратҡан бер кешегә: “Бына “Аҡтамыр” ойошмаһында һеҙҙең кеүек тәжрибәле белгестәр ҡатнашһа, милли мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләрҙе еңелерәк хәл итер инек”, – тигәндәр икән, “Ә унда аҡса түләйҙәрме?” — ошолай булған уның яуабы. Юҡ шул, йәмәғәт эше түләүгәҡоролмаған. Унда иле, халҡы, туған тел яҙмышы өсөн йән атып йөрөгән кешеләр генәҡатнаша. Шуныңөсөн дә милли йәмәғәтселек тә, республика Хөкүмәте лә Мөхәмәт Исҡужинды яңы замандың халыҡ мәғрифәтсеһе тип таныны, шуныңөсөн дә ундай шәхестәрҙең исеме онотолмай.
Ошо урында халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе “Аҡтамыр” башҡорт үҙәге хаҡында ла әйтеп үтергә тейешбеҙ. Был ойошманы 1994 йылда Мөхәмәт Исҡужин үҙенең арҡаҙашы Иҙел Агишев менән бергәләп ойоштора һәм ғүмеренеңһуңғы көндәренә, йәғни 2000 йылға тиклем уның идара рәйесе вазифаһын башҡара. Мөхәмәт Ғәли улы “Урал” башҡорт халыҡүҙәгенең эшендә ләәүҙем ҡатнашты, 2005 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының делегаты булды. Артабан Ҡоролтай ҡарарҙары нигеҙендә республиканың күпселек район үҙәктәрендәһәм ҡалаларҙа башҡорт гимназиялары, балалар баҡсалары асылды.
Күренекле мәғрифәтсенең матбуғатта баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре китапта айырым бүлек итеп бирелгән. Был мираҫ күләм яғынан бигүк ҙур түгел, ләкин унда күтәрелгән мәсьәләләр бөгөн дә киҫкен, киләсәктә лә, моғайын, шулай булып ҡалыр. Мәҫәлән, “Телеңде бел!”, “Тарих ҡабатлана”, “Туған телде өйрәтергәме, әллә туған телдә уҡытырғамы?” тигән һ.б. мәҡәләләрҙәге фекерҙәр һәм тәҡдимдәр туранан-тура бөгөнгөгә төбәп әйтелгән һымаҡ. Үкенескә, туған телде уҡытыу менән бергә туған телдә белем биреүҙең милләт яҙмышы өсөн ни тиклем мөһим булыуын аңлап етмәү күренеше хәҙерге ваҡытта ла бик ныҡ бәкәлгәһуға ла баһа. Бындай сикләнгән ҡарашта торған мәғариф етәкселәре лә, ата-әсәләр ҙә, туған телде өйрәнеү менән генә хушһынмайынса, милли урта мәктәптә туған телдә белем һәм тәрбиә биреүҙең ни тиклем әһәмиәтле булыуын һәр ваҡыт күҙ уңында тотһондар ине.
М. Исҡужин тураһындағы иҫтәлектәр, уның тыуыуына 80 һәм 85 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференция материалдары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ә инде Зәйтүнә Ханованың элегерәк айырым китап булып баҫылып сыҡҡан “Мәғрифәтсе” тигән публицистик әҫәренән өҙөктәр йыйынтыҡтың йөкмәткеһен бермә-бер байыта. Хәҙерге быуын Мөхәмәт Исҡужин һымаҡ арҙаҡлы шәхестәрҙең тормош юлы, йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында, әлбиттә, мотлаҡ белергә тейеш.
Йыйынтыҡта ялан-бөрйән ырыуы башҡорто Мөхәмәт Ғәли улы Исҡужиндың нәҫел ағасы – шәжәрә, шулай уҡ күп кенә фотоһүрәттәрҙең урынлаштырылыуы айырым әһәмиәт ҡаҙана. Бына Мөхәмәт ағайҙыңәсәһе Шәфиға, ғаиләһе, туғандары менән төшкән фотолар. Ә бына дүрт бер туған: Тимерғәле, Тәлғәт, Мөхәмәтғәли һәм Йәүҙәт Исҡужиндар. Һәр береһе – хеҙмәте хаҡында айырым китап яҙырлыҡ оло шәхестәр. Йәшләй генә атайһыҙҡалып, тырышлыҡтары, күкрәк көстәре менән тормошта үҙҙәренә юл ярған, ил алдында хөрмәт ҡаҙанған ир-уҙамандар. Шуларҙың береһе һәм берәгәйлеһе – Мөхәмәт Исҡужин.
Рәшит ШӘКҮР,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507