Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бишҡурайҙарға "бишле" ҡуйырлыҡ
Бишҡурайҙарға "бишле" ҡуйырлыҡ
Башҡортостан Хөкүмәте менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған "Айыҡ ауыл" конкурсында Илеш районы йыл да ихлас ҡатнаша. Яҡташтарыбыҙ быйыл да акцияға ҡушылды, ауыл биләмәләре араһында ярыш иғлан ителде. Төп маҡсат, әлбиттә, райондаштарҙы айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуға саҡырыу, халыҡты йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү, үҫеп килгән быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү, тарихи, мәҙәни һәм дини йолаларҙы тергеҙеү мәсьәләләренә ҡайтып ҡала.

Конкурстың бер нисә номинацияһы булдырылды. "Айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауҙа иң яҡшы тәжрибә" тигәнендә еңгән ауылға 150 мең һумлыҡ сертификат биреләсәк. Ә "Сәләмәт тормош идеяларын хуплау һәм милли-мәҙәни йәһәттән ҡаҙаныштар" исемлеһендә тәүге урынды алғанға — 35, икенсе, өсөнсө баҫҡысты биләгәндәргә 25 һәм 15 мең һум күләмендә бүләк биреү ҡаралған.
Шулай уҡ төрлө коллектив, берләшмә, советтар араһында "Граждандарҙың әүҙемлеген арттырыуҙа иң яҡшы тәжрибә" тигән номинация булдырылды. Унда тәүге өс урынды яулаған еңеүселәр 25, 20, 15 мең һум күләмендә аҡсалата бүләкләнәсәк. Ауыл хәбәрселәре, биләмәләрҙең рәсми сайттары, матбуғат баҫмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн дә айырым номинация бар.
Конкурсҡа тәүгеләрҙән булып Бишҡурай ауыл Советы ҡушылды. Унда ауыл биләмәләре башлыҡтары, район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү буйынса белгестәре, ҡатын-ҡыҙ советтары ағзалары, киң йәмәғәтселек, мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре ҡатнашлығында күркәм байрам уҙҙы. Сара күптән түгел капиталь ремонт үткән Бишҡурай урта мәктәбе менән танышыуҙан башланды. Класс бүлмәләренең биҙәлеше, Хәрби дан музейының торошо тикшерелде, спорт залында йәш гимнастарҙың сығышы ҡаралды. Әйткәндәй, был төбәк ябайҙарҙан түгел: ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевте, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәләф Ғилдановты үҫтергән!
Бишҡурайҙарға "бишле" ҡуйырлыҡАртабан йыр-моң бәйгеһе, Бишҡурай һәм Үрге Маншыр урта мәктәптәре уҡыусылары араһында спорт ярыштары уҙҙы.
"Айыҡ ауыл-2014" сараһының рәсми өлөшө Бишҡурай ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында Иләкшиҙенән Лүзә Санникованың ҡул эштәренә, Ташшишмәлә умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Фәүил Фикиевкә, 50 йыл бергә йәшәгән Филүсә һәм Рәмил Баһмановтарға, уҡытыусылар династияһы булған Гәрәевтәргә бағышланған бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡаршы алды. Ауылдың һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән концерт һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Тантананың рәсми өлөшөн асып, район Советы секретары И.В. Никифоров конкурстың маҡсаты, алда торған бурыстар менән таныштырҙы. Бишҡурай ауыл биләмәһе башлығы З.Ә. Хәҙимуллин иһә халыҡтың тормош-көнкүреш шарттары хаҡында бәйән итте. Әйткәндәй, биләмәгә биш ауыл берләшкән, 467 хужалыҡта 1104 кеше йәшәй.
Район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы секретары Г.Ө. Александрова менән урындағы полиция бүлеге начальнигының йәмғиәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары майор М.Ә. Зарипов төбәктә эскелеккә бәйле хәлдәргә байҡау яһаны, уны булдырмау йәһәтенән ойошторолған саралар хаҡында һөйләне. Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ғ.Ш. Әлимбәковтың, Бишҡурай ауыл Советы ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе ағзаһы Л.Г. Төхвәтуллинаның, Ҡаҙыр ауыл биләмәһе башлығы Р.Ғ. Ғәббәсовтың сығыштары ла тормошсан миҫалдарға бай, йөкмәткеле булды.
Әйтергә кәрәк, илештәр ифрат тырыш, ныҡышмал. Ошондай күркәм холоҡ-фиғелле хеҙмәтсән халыҡты насар ғәҙәттәрҙән аралау, рухын тағы ла күтәреү, эшкә дәртен арттырыу, өлгөлө йәмғиәт төҙөү йәһәтенән ойошторолған "Айыҡ ауыл" конкурсының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518