Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөгөн — Халыҡ-ара балалар китабы көнө
Бөгөн — Халыҡ-ара балалар китабы көнө
1967 йылдан бирле 2 апрелдә Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнә. Нәҡ ошо көндә күренекле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған байрам бөтә донъяла уҙғарыла. Бөгөнгө көндә балаларҙы китап ҡыҙыҡһындырамы? Ошо һорау менән ата-әсәләргә мөрәжәғәт иттек.

Венер Исхаҡов, яҙыусы:
— Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, беҙҙең бала саҡтағы һымаҡ хәҙер йотлоғоп китап уҡымайҙар. Уҡыусылар әҫәрҙе программаға ярашлы белергә тейеш булғаны өсөн генә уҡый. Быға нимә ғәйепле һуң? Телевидение, Интернет балаларҙы китаптан ситләштереүсе төп сығанаҡҡа әүерелде. Нисек кенә булмаһын, һәр кешегә кескәйҙән китапҡа, ваҡытлы матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Китап – өнһөҙ уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә. Ул балаларҙың аң кимәлен үҫтерә, фекерләү ҡеүәһен арттыра.
Әлиә Дәүләтова, хужабикә:
— Балаларыма китаптарҙы йыш алам. Әле кескәй саҡтарында уҡ уларға мажаралы әкиәттәрҙе уҡый торғайным. Хәҙер китап магазинына барһаҡ, балалар үҙҙәре, китап алайыҡ, тип өтөп алып бара. Туғандарыбыҙ ҙа балаларымдың тыуған көнөнә нимә бүләк итергә тип баш ватмай. Бәләкәстәрем өсөн китаптан да ҡәҙерлерәк нәмә юҡ.
Рәйлә Мәҡсүтова, уҡытыусы:
— Китапҡа ҡарата һөйөү балаларҙа һүрелгәндән-һүрелә бара. Улар заман технологияларына нығыраҡ өҫтөнлөк бирә. Кеҫә телефонындағы мауыҡтырғыс уйындар уларҙың иғтибарын китаптан айыра. Компьютер тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Күңелде арбарлыҡ китаптар күп ул, балалар өсөн дә сығып тора. Ләкин ата-әсәләрҙең бәләкәйҙән үк китапҡа һөйөү тәрбиәләмәүе арҡаһында нәфис әҙәбиәткә ихтыяж кәмей.
Айрат Сирбаев, журналист:
— Аркадий Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы” китабын совет осоронда уҡымаған кеше ҡалмағандыр. Ошо әҫәрҙә тотош быуын тәрбиәләнде. Хатта төпкөл ауылдарҙа ла “Тимурсылар” командаһы төҙөп, өлкән йәштәге кешеләргә ярҙам итеп йөрөнөләр. Бына бит бер китаптың ғына йоғонтоһо ниндәй көслө булған! Бөгөн беҙҙә китап культы юҡ. Күп нәмә дәүләт етәкселегенең мөнәсәбәтенә лә бәйле. Йәш быуында китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа аныҡ саралар ҡабул ителергә ваҡыттыр.
Сәлиә Мәхмүтова, китапханасы:
— Мәктәптә кластан тыш дәрестәрҙе күберәк үткәрһендәр ине. Яңынан-яңы китаптар сығып тора, ә уларҙың барыһы ла уҡыу программаһына шунда уҡ инеп өлгөрмәй бит. Беҙҙең китапханаға яңы китап килгәс тә уҡыусыларға тәҡдим итәм. Улар буйынса йыш ҡына асыҡ сәғәттәр үткәрәбеҙ. Күпселек ата-әсә китаптың әһәмиәтен баһалап бөтмәй, шуныһы үкенесле.
А. Абҙаҡов яҙып алды.


Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511