Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп бүләк — Ейәнсурала!
Төп бүләк — Ейәнсурала!
…Жюри бүлмәһендә ҡыҙыу бәхәс бара. Кем еңеүсе булыр? Һиҙелеп тора: уҡытыусыларҙың нисәмә быуынын тәрбиәләп сығарған абруйлы ғалимдарға ла һайлау еңелдән түгел. Төптән уйлап ҡарағанда, конкурста ҡатнашҡан 55 педагогтың һәммәһе лә еңеүсе, барыһы ла ҙур баһаға лайыҡ бит!

Баштан уҡ бәйгенең гөрләп барасағы билдәле ине инде: фекер алышыуҙар, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр тынманы. Һәммәһенең дә иңендә — балаларға сифатлы белем, тәрбиә биреү, уларҙа туған теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү хәстәре. Ошо бурыс педагогтарҙы ныҡлы бәйләне, улар араһындағы берҙәмлек, татыулыҡ үҙ-ара күркәм мөнәсәбәттә, аралашыуҙарҙа ярылып ятты.
Төп бүләк — Ейәнсурала!Ниндәй генә этапҡа күҙ һалма, уҡытыусыларҙың бәйгегә етди әҙерләнеп килеүе, төплө яуабы иғтибарҙы йәлеп итте. Ә конкурс, әйтергә кәрәк, еңелдән булманы. Йылдан-йыл ҡәтғиләшә барған шарттарға яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарының да өҫтәлеүе уҡытыусыларҙы төрлө яҡлап фекер йөрөтөргә мәжбүр итте. Хәйер, яңылыҡһыҙ үҫешеү мөмкин түгел бит, айырыуса мәғарифта. Шул уҡ ваҡытта бәйгелә генә түгел, тотош эшмәкәрлектә лә бының төп шарттарҙың береһе икәнлеген педагогтар яҡшы тоя: уҡытыуҙа заманса алымдар ҡулланыуҙы, балала дәрескә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, яңы технологиялар менән эш итә белеүҙе күрһәтеү һәм башҡа мәсьәләләр уларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ғөмүмән, һынауҙа бер педагог та албырғап торманы.
— “Тормош жюриҙары” алдында тиҫтәләгән йыл имтихан тотҡанды, конкурс жюриҙарының һорауҙары алдында ғына баҙап ҡалмаҫбыҙ инде, — тип шаяртты улар.
Ысынлап та, “тормош жюриҙары” бер көнлөк түгел, улар барлыҡ эшмәкәрлеккә баһа ҡуя: уҡыусының киләсәктә ниндәй юлды һайлауы туранан-тура мәктәпкә, уҡытыусыға бәйле бит.
Төп бүләк — Ейәнсурала!Үкенескә ҡаршы, конкурсты күңелһеҙ мәлдәр ҙә урап үтмәне. Мәҫәлән, ҡайһы бер бәйгеселәрҙең бынан 10 — 20 йыл элек көнүҙәк булған мәсьәләләр хаҡында һөйләп тороуы бигүк килешеп етмәне. Нисек кенә булмаһын, дөйөм алғанда, һәр педагог һынауҙы лайыҡлы үтте. Гран-приҙы иһә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Гөлбаныу Исмәғилева яуланы! Белем биреүҙәге яңы алымдарға ҙур иғтибар биргән, конкурстың һәр этабында һәләттәрен асыҡ күрһәткән, һорауҙарға аныҡ, тулы яуап биргән Гөлбаныу Ирек ҡыҙының лайыҡлы еңеүе был.
Йәмғиәттәге барлыҡ изге башланғыстарға нигеҙ һалған педагогтарҙың, айырыуса халҡының иң ҙур хазинаһын ҡурсалаған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының, хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ә инде ошо һөнәрҙе ҡәҙерләүселәр айырым хөрмәткә лайыҡ. Был йәһәттән бәйгеселәр конкурсты ойошторғандары өсөн Башҡортостандың Мәғариф министрлығына, Мәғарифты үҫтереү институтына, Салауат ҡалаһы етәкселегенә, хакимиәттең мәғариф идаралығына ҙур рәхмәт еткерҙе.

Гөлбаныу ИСМӘҒИЛЕВА, конкурстың еңеүсеһе:
— Ике тиҫтә йыллыҡ хеҙмәт стажым һынау тотҡанда ярҙам итмәй ҡалманы, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта уҡытыуҙағы яңы алымдарҙы өйрәнеүҙең дә мөһимлеген билдәләргә кәрәк.
Бәйгегә ныҡлы әҙерләнеп килһәм дә, еңермен тип уйламағайным. Туғандарыма, хеҙмәттәштәремә рәхмәт — терәк-таяныс булдылар. Шулай уҡ конкурсты ойоштороусыларға, баһалаусыларға ҙур ихтирамымды еткерәм.
Күҙәтеп барыуымса, бәйгегә талап йылдан-йыл көсәйә, заманса алымдар өҫтәлә. Ғөмүмән, һәр конкурсант ярышҡа ниндәйҙер яңылыҡ индерә. Тимәк, уларҙың һәммәһе лә еңеүгә лайыҡ.

Ләйлә ХӨСӘЙЕНОВА, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт теле кафедраһы мөдире, жюри ағзаһы:
— Бәйгеселәрҙе тәүге тапҡыр ғына баһаламайым: йыл һайын бер баҫҡысҡа күтәрелеш һиҙелә. Һуңғы конкурстарға килгәндә, асыҡ тауыш биреү, яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса ҡуйылған талаптар, төрлө ойошмалар, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлектең тығыҙая барыуы — шатлыҡлы күренеш.
Уҡытыусыларҙың методик әҙәбиәткә йышыраҡ мөрәжәғәт итеүе, эш алымдарының яҡшырғаны һиҙелә. Ғөмүмән, педагогтар белемен камиллаштырыу йәһәтенән ныҡ тырыша хәҙер: конкурсты кинәнеп баһаланым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509