Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Еңергә түгел, ә тәжрибә уртаҡлашырға килдек"
"Еңергә түгел, ә тәжрибә уртаҡлашырға килдек"
Салауат башҡорт дәүләт драма театры фойеһы гөж килгәс, берәй премьера буламы тип торам. Яңылышҡанмын: шығырым тулы халыҡ республиканың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йыйылған педагогтар булып сыҡты.

25 — 28 мартта үткән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2014" XIX төбәк-ара конкурсына берәүҙәр көсөн һынарға, икенселәр — көйәрмән булып, өсөнсөләр тәжрибә тупларға өмөтләнеп килгән. Был тиклем күп педагогты бер юлы тап итеүем беренсе тапҡыр булғанғамы, ҡыҙыу бәхәстәр, сәмле ярыштар, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр араһына инеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Әйтергә кәрәк, конкурс сәхнәлә түгел, ә фойела уҡ башланып китте һымаҡ. Юҡ, кем еңеүсе булыр тигән юрауҙар ишетмәнем, һүҙ мәғариф, милләтебеҙҙең киләсәге һәм педагогтың йәмғиәттәге абруйы хаҡында барҙы. Мәҫәлән, бер төркөм уҡытыусы араһында Дыуан районынан Айгөл Байышева менән таныштым. Ул сараға тәжрибә тупларға килгән икән, киләһе йыл конкурста үҙе лә ҡатнашмаҡсы.
"Еңергә түгел, ә тәжрибә уртаҡлашырға килдек"— Тиҫтә йылдан ашыу стажым бар, ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә лә тупланған. Шулай булғас, ниңә әле конкурста көстө һынап ҡарамаҫҡа?! — тине Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы. — Әлбиттә, быйыл күҙәтеп кенә йөрөйөм. Конкурсанттарҙың уңыштарын, хаталарын өйрәнеп ултырасаҡмын. Ғөмүмән, бында килеп тәжрибә туплау ифрат отошло тип уйлайым. Шуныһын да билдәләге килә: ошондай конкурстар уҡытыусының йәмғиәттәге абруйын иҫбатлай, яңы үрҙәргә күтәрә — ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Икенсе бер төркөмдә йәш, матур ҡыҙ иғтибарымды йәлеп итте. Берәй студент йәки былтыр юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгесме икән? Баҡтиһәң, Гүзәлиә Зиннурова мәктәптә биш йыл эшләй. Әйтмәҫһең дә. Конкурсҡа ул көйәрмән булып килгән. Күренеп тора: бер туған апаһы Миңһылыу Ғәлимова өсөн яна йәш педагог.
Хәҙер инде, әйҙәгеҙ, сәхнәгә күҙ һалайыҡ. Их, ҡайһылай шәп бейей бынау балалар, һоҡланып туймаҫлыҡ! Ишембайҙың аҫыл егеттәре менән ҡыҙҙары улар — "Берғамыт" ансамбле. О-һо, бейеүселәр генә түгел, йырсылар, телмәр тотоусылар бер-бер артлы сәхнә түрен биҙәй башланы. Оҙаҡламай бәйгеселәргә уңыш теләү ниәте менән Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары, жюри рәйесе Венера Вәлиева сыҡты.
— 19-сы тапҡыр уҙғарылған конкурстың театрҙа барыуы осраҡлы түгел, — тине ул. — Телде үҫтереү маҡсаты менән янған һәм ошо йәһәттән бик күп эш башҡарған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының мәҙәниәтте һаҡлауҙа ла өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Шул уҡ көндө конкурстың тәүге туры үтте. Бында педагогтар уҡытыуҙа заманса алымдарҙы ҡулланыу тәжрибәһен күрһәтте. Ә 56 конкурсант араһында ниндәй генә стажлылар юҡ — дөйөм алғанда, 1053 йылға тула! Әйтәйек, Силәбе өлкәһенән килгән Гөлбикә Диникәева ғүмеренең 41 йылын балаларға белем биреүгә арнаған.
— Бер нисә быуын уҡыусыларҙы тәрбиәләргә насип булды, — ти Гөлбикә Сабур ҡыҙы. — Билдәле, хеҙмәт йылдар менән генә баһаланмай. Уҡыусыларым лайыҡлы тормош көтә, башҡорт теленең ҡәҙерен белә, үҫтерә икән, был минең өсөн — ҙур уңыш һәм ҡыуаныс.
Әйткәндәй, конкурста ҡатнашыусылар араһында сит өлкәләрҙән бер нисә педагог бар. Ҡурғандан килгән Йәлил Садиҡов иһә — быйылғы бәйгеселәрҙән берҙән-бер ир-ат.
Ысынлап та, баһа күләмгә генә түгел, кимәлгә лә ҡарап ҡуйыла шул. Силәбе ҡунағының һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, уҡытыуҙа заманса алымдар буйынса тәжрибә күрһәткән арала Федоровка районының Һәйет мәктәбенән Гөлдәр Ниғмәтуллина:
— Ни генә тимәһендәр, ауыл педагогы, айырыуса тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай. Уның иңенә балаларға белем биреү генә түгел, ә ауылдың киләсәген хәстәрләү бурысы ла йөкмәтелгән. Төрлө әһәмиәтле сара ойоштороу, яңылышҡандарға яҡшы юлға баҫырға ярҙам итеү һәм башҡа барыһы ла уҡытыусы ҡатнашлығында эшләнә, — тине.
Үҙ өйөңдә тын алыуы ла еңелерәк, тиҙәр. Салауат ҡалаһы вәкиле өсөн конкурстың үҙ ерендә үтеүе отошломо икән? Бер аҙ сәйерерәк яңғыраған һорауымды ҡаланың 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Шәүиә Бикмөхәмәтоваға бирмәй булдыра алманым. Әйткәндәй, был мәлдә инде конкурстың икенсе туры бара ине. "Оҫталыҡ дәресе" тип аталды ул.
— Конкурстың үҙең эшләгән, ижад иткән ҡалала үтеүе икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта "тыуған" тигән төшөнсә йылыһын да бирмәй ҡалмай, — тип ихлас йылмайҙы Шәүиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы.
Ул конкурста өсөнсө тапҡыр ҡатнаша икән.
— Еңеү мөһим түгел, ә сарала ҡатнашып, тәжрибәңде даими үҫтереү бер ҡасан да ҡамасауламай, — ти бәйгесе.
Былтыр Стәрлетамаҡ вәкиле еңеүен иҫкә төшөрөп: "Ҡапҡан һайын ҡалъя булмаҫтыр", — тип төрттөрөп, шаяртып өндәшеүемә Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡытыусыһы Таңһылыу Тәметдинова бер ҙә үпкәләмәне.
— Еңеү тыуған, эшләгән ергә, сығышҡа бәйле түгел дә, — тип йылмайҙы ул. — Жюри иң юғары баһа ҡуйған икән, тимәк, әҙерлегең, үҙеңде аса белеүең шул кимәлдә. Бер нисә йыл рәттән бер үк ҡала вәкилдәре еңгән осраҡтар бар. Мин иһә бында тәү сиратта тәжрибә туплау, алдынғы уҡытыусыларҙың аҡыллы фекерен ишетеү маҡсаты менән килдем. Ярышта үҙеңде һынап ҡарау ҙа эшмәкәрлегеңә яңылыҡ алып килә, һөнәри йәһәттән үҫтерә.
Тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу, фекер алышыу... Был көндәрҙә ошо һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде. Ысынлап та, йыйылып һөйләшеүгә, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уртаға һалып, уларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләүгә ни етә?! Уҡытыусы эшенең абруйын, баһаһын арттырыу маҡсатында ойошторолған конкурстың төп әһәмиәте тап шунда бит.
Шулай итеп, жюри рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов әйтмешләй, конкурстың еңеүсеһе булырға тейеш. Кем бындай исемгә лайыҡ икән? Ниһайәт, бөгөн ул асыҡланасаҡ. Ярыштың йомғаҡтары, еңеүсе билдәләнгән тулҡынландырғыс мәл хаҡында гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Рәмил МАНСУРОВ,
«Башҡортостан»дың үҙ хәбәрсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519