Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа
Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа
Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры


Уйым-уйым күлдәрҙә ни бар?

Урал күлде һура, ти,
Дейеүҙәр эскә тула, ти,
Берәм-берәм Уралдың
Йөрәк-бауырын телә, ти.

Кемдәр һуң улар — дейеүҙәр? Ни тиклем ғәйрәтле, ут сәсеп торған дошмандан, үкереп килгән үгеҙҙән еңелмәгән Урал батыр ни эшләп: "Аяғына баҫалмай, ҡабат яуын асалмай" йығыла?
Эпостың ҡиммәтле, фәһемле фекерҙәренең тағы береһенең әрәсәһе ошонда ла инде:
Ерҙе тырнап, үкереп,
Шылағайын ағыҙып,
Тауҙай үгеҙ килгән, ти.

Урал көслө, тауҙай үгеҙгә бирешмәй, ҡаршы тора. Әммә "күҙгә күренмәҫ үлемдән" еңелә ул:
Күрҙегеҙ барын күҙ менән:
Һыу уртлаған ауыҙыма
Дейеүҙәр тулды яу менән,
Йөрәгемде телделәр,
Ҡулдан көстө алдылар.
Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм:
Уйым-уйым күлдәрҙең
Барында дейеү буласаҡ,
Уҫаллығын ҡыласаҡ,
Эсегеҙгә керәсәк.
Дейеүҙәрҙең ҡоһоро
Барығыҙға тейәсәк.
Шунан барың үләсәк.
Күлдең һыуын эсмәгеҙ,
Хараплыҡҡа төшмәгеҙ,
Дейеүҙәргә буй биреп,
Ҡул ҡаушырып тормағыҙ.

Эпоста һүрәтләнгән ошо күренеште күҙ алдына килтерәйек. Уйым-уйым күлдәр һәр ерҙә бар. Тимәк, эскә инеп, уҫаллыҡ ҡылған дейеүҙәр ҙә ныҡ таралған. Улар — асыҡ яу, үлем түгел, ә "күҙ йәшергән", "баш ашар" яуыздар.
Һигеҙ баштан тағы ла
Һигеҙ батыр бар булған.
Барыбыҙ ҙа кеше инек,
Илебеҙҙә ир инек,
Йылан беҙҙе ашаны,
Үҙенә баш яһаны.

Күренеүенсә, йыландар барыһын да, йәғни кем эләгә, шуны ашамай. Улар батыр, матур, аҡыллы, аңлыларҙы ғына һайлай. Башты ашар аждаһалар һәр ваҡыт булған, бар һәм буласаҡ.
Йыланға ҡаршы яу тотҡан,
Күп йыл буйы һуғышҡан
Алғыр тигән ир булған…

Тимәк, йыланға ҡаршы яу тотоуы арҡаһында уның ауыҙына эләккән Алғыр исемле ир булған. Унан һуң яуыздар менән Урал көрәшкән. Еңелмәҫ батырҙың эсенә инеп, йөрәк-бауырын телгеләп, аяҡтан йыҡҡан яуыздар "уйым-уйым күлдәрҙә" әле лә йәшәй. Шуға күрә лә Урал: "Тыныс ҡына ятҡан күлгә алданмағыҙ, уның эсе тулы дейеү, аждаһа", — тигән васыят әйтеп ҡалдырған. Асыҡ дошманды көс менән еңеп була, ә күҙ йәшергән, тимәк, рухи үлем аңғармаҫтан аяҡтан йыға. "Үҙем беләм, көслөмөн!" — тип бер ваҡытта ла аҡылға, маһирлыҡҡа ғына таянырға ярамай. Рухи үлемдән һаҡланыу өсөн тәжрибәгә, халыҡ аҡылына мөрәжәғәт итеү мөһим:
Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ.

Иң дөрөҫ аҡыл халыҡта, уның ижадында һаҡланған. Туған теленән яҙғандар милләтенең быуаттар буйы тупланып килгән рухи байлығынан мәхрүм ҡала. Халыҡта ошоға бәйле "аҡылдан яҙыу" тигән һүҙбәйләнеш бар. Телебеҙҙе онотоп, шундай хәлгә етмәһен ине киләсәк быуын. Халҡының аҡылынан яҙған, Йәншишмәһенән — рухи сығанағынан — көс-ҡеүәт алмаған милләттәр Ер йөҙөнән юғала бара. Йылан эсен ярыр батырҙарыбыҙ — халыҡ өсөн йәшәгән, уның мәнфәғәтен аңлаған шәхестәребеҙ — васыятты тотмаһа, уйым-уйым күлдәрҙә хәүеф-хәтәр барлығын аңғармай, дейеү-аждаһаға алданһа, ҡалғандарыбыҙ шул яуыздарҙың араһында тонсоғорбоҙ. Уралдан Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш тыуһын, Һаҡмар тәрбиәләнһен, барыһы ла атай юлын ҡыуһын, Һомай, Айһылыу таратҡан нурға ҡойонһон. Бер ни менән тиңләп булмаҫлыҡ аҡыл туплаған, ғәжәп фекер йомған, аңлағанға ишара ла етә тигән кинәйә менән әйтелгән иҫ китмәле эпосыбыҙҙы төп нөсхәһендә — туған башҡорт телендә (тәржемә аша кинәйә фекерҙе биреп булмай) — ҡабат-ҡабат уҡып, уйланып, фәһем алып йәшәр, күҙ йәшергән үлемдең ни икәнен аңлар киләсәгебеҙ булһын. Һәр ғаилә өҫтәлендә ятырға һәм ҡабат-ҡабат өйрәнелергә тейешле ҡомартҡы ул "Урал батыр".

Күңел торошо — күҙҙә

Быуынды быуынға ялғап барыр батырҙар кемдәр ул?
Батыр булған ир-егет
Еңмәҫ нәмә булырмы?
Батырмын тигән ир-егет
Яуызға юл ҡуйырмы?
Утҡа ҡаршы һыу булыр ул,
Яуға ҡаршы тау булыр;
Үҙенә түгел, барына
Ауырлыҡта юл булыр;
Батырҙан ил тарыҡмаҫ,
Батыр һис бер зарыҡмаҫ,
Яҡшылыҡтан ялыҡмаҫ,
Яуҙан да һис ялыҡмаҫ,
Күккә менер баҫҡысһыҙ,
Ерҙе асыр асҡысһыҙ...

Халыҡ фекеренсә, бына кем һәм ниндәй икән батыр. Тимәк, арыҫланға атланып, дейеү-аждаһаға ҡаршы яу асҡан егет кенә түгел, ә яуызға юл ҡуймаған ҡаһарман да ул. Бөгөн халҡыбыҙҙың юлын быуған һәр ҡаршылыҡ "яуызлыҡ" тип атала. Халыҡтың йәшәйешенә янаған хәүефтән аралап, дөрөҫлөккә юл асҡан уҙамандар — бөгөнгө заман батырҙары. "Яу" — һуғыш ҡына түгел, ә йәшәү, рухи азатлыҡ, айыҡ, сәләмәт тормош өсөн көрәш. Эскелек, наркомания, яҡындарыңды йәбергә дусар итеү, балаларыңдың киләсәген уйламайынса, ер-һыуыңды бысратыу йәки һатып ебәреү, балаларыңды туған теленән, моңонан, халҡының тарихынан, тимәк, рухи байлыҡтан яҙҙырыу, илдән биҙҙереү, байлыҡҡа саманан тыш табыныу һәм башҡа милләт бәкәленә һуғырлыҡ күренештәр эпоста яуызлыҡ өлгөләре булараҡ телгә алынған. Ошо афәткә ҡаршы сығыусылар — Урал батырҙың рухи вариҫтары — шәхестәр, быуынды быуынға бәйләп тотор батырҙар. Аҡыллы халыҡ уларҙың ҡәҙерен белер.
Шуныһы иғтибарға лайыҡлы: уҡымышлы, бик юғары ғилемгә эйә кеше лә "батыр" тип аталған:
Күккә менер баҫҡысһыҙ,
Ерҙе асыр асҡысһыҙ.

Ғилемгә эйә батыр күктә лә, ерҙә лә яңынан-яңы асыштар яһай, милләтенең мәртәбәһен арттыра, донъяға таныта, данын ишәйтә. Ә иң мөһиме — ул бер ваҡытта ла буш тормай, халҡы өсөн көс түгә, зарыҡмай, яҡшылыҡ эшләүҙән ялҡмай. Бына ошондай батырҙар халыҡты алға әйҙәй. Ундайҙар быуын-быуын тыуып торорға һәм иле, теле, ере өсөн көрәшкә юл ярырға, милләтенә йүнәлеш бирергә тейеш. Баҫалҡы, сабыр холоҡло Уралды көнләшеүҙән йөҙө һәр саҡ һытыҡ Шүлгәндән айыра алған, ысын батырҙың ҡәҙерен белгән, баһаһын күтәргән һәм бәҫен төшөрмәгән халыҡ быуындар сылбырын өҙмәй һаҡлай алыр.
Яу яланында яуҙашыңдың, дошманыңдың кемлеге асыҡ. Ә бына тыныс тормошта ысын батырҙар менән ялғандарҙы айырыу еңелдән түгел, шуға күрә кемгәлер ышана һалып эйәреп киткәнсе, тарихи һабаҡтарға, халҡыбыҙ аҡылына күҙ һалырға кәрәк.
Һомай, һаман ышанмай,
Ысын сергә төшөнмәй,
Ағай-эне икәүҙең
Ҡыланышын күҙәткән.
Алмаш-тилмәш улар менән
Һомай һәр саҡ һөйләшкән,
Бар йолаһын уларҙың
Һомай төпсөп һорашҡан.

…………………………….
Шүлгән ҡомһоу йөрөгәнгә,
Һаман шиге булғанға,
Ике туған һөйләшеп,
Икәү-ара серләшеп
Ултырғанда, Шүлгәндең
Һытыҡ йөҙөн күргәнгә,
Һомай унан шикләнгән.

Тимәк, ҡыҙ уларҙың һүҙенә генә ҡолаҡ һалмай, ә ҡыланыштарын күҙәтә. Кешенең эске булмышы, күңел торошо күҙҙә, ҡыланышта, ым-ишарала, хәрәкәттә асыҡ сағыла — һүҙгә түгел, күңелгә нығыраҡ иғтибар итеү мөһим. Халыҡ ошо аҡылын беҙгә Һомай аша еткерә.
Кешелек донъяһында "нәфсе" тигән яман ауырыу бар: ҡомһоҙлоҡ. Ул әҙәм балаһында төрлөсә сағылыш таба. Мәҫәлән, дан-шөһрәт нәфсеһе, мал-байлыҡтыҡы (уны "аҡса ауырыуы" тип тә әйтәләр). Был сир кешенең күҙен күрмәҫ итә, аңын томалай, килеп йоҡтомо, әҙәм балаһы бер ни менән дә иҫәпләшмәй башлай, уның өсөн изге төшөнсә ҡалмай. Ғөмүмән, күп яуызлыҡ ошо нәфсене ҡандырыу ниәтенән эшләнә.
Эпоста Шүлгән йөҙөндә данға һәм малға ҡомһоҙлоҡтоң ни тиклем яман икәнлеге күрһәтелә. Кире герой, нәфсеһен тыя алмайынса, хатта иң яҡын кешеһенең — ҡустыһы Уралдың — ғүмеренә ҡул һуҙырға әҙер:
Урал былай дан алһа,
Атама данлы ҡайтһа,
Батыр булып маҡталыр,
Бар эштә лә өҫ булыр,
Минең һүҙҙәр аҫ ҡалыр.

Шүлгәндең маҡсаты — маллы һәм данлы булыу, иң һылыу ҡыҙға өйләнеү:
Ошо илде ҡырайым,
Самрау ҡоштоң ҡыҙын
Үҙемә тартып алайым.

Уралдың иһә данда ла, малда ла эше юҡ. Ул фәҡәт тотҡондарҙы ҡотҡарыу, халыҡты бәхетле итеү тураһында уйлай, яуызлыҡ, хаинлыҡ башына ла инмәй.
Шүлгән асыулы булғанын,
Һәр саҡ һалҡын йөрөгәнен,
Уның шомо барлығын
Урал ҙурға ҡуймаған.

Үҙенең хатаһын бик һуңлап аңлай Урал:
Батырлыҡҡа маһайып,
Кәңәш һорап торманым,
Яңғыҙ башым уйланым,
Уңмаҫ юлды һайланым.

Ул бит хатта шундай аҡыллы, һиҙгер Һомай менән дә кәңәшләшмәй, был уй башына ла килмәй. Үлер алдынан ғына хаталарын аңлап, тейешле һығымта яһап, уландарына, кешеләргә, иленә васыят әйтеп ҡалдыра Урал батыр:
Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ.

Тимәк, кемдән кәңәш алырға икәнлеген айыра белеү өсөн тәжрибә тупларға, ил күрергә кәрәк.
Эпостың һәр юлына, һүҙенә ҙур мәғәнә, фекер һалынған. Иҫ китмәле тәрбиә ҡанундары тупланмаһы ул. Шуның өсөн һәр атай-әсәй эпосты ҡул осонда тотоп, әйләнгән һайын асып уҡып, зиһенен яҡтырта барһа, мәртәбә булыр ине.
"Урал батыр" тигән бөйөк эпос ижад иткән халыҡ балаһы булыуға сикһеҙ ғорурлыҡ тойоп йәшәү — ҙур бәхет. Тик әҫәрҙе төп нөсхәһендә уҡып, фәһем алырлыҡ дауамыбыҙ ҡалыуын, быуындар сылбырының өҙөлмәүен, Урал батырҙың васыятының үтәлеүен теләргә ҡала.
(Дауамы. Башы 14, 21, 28 февраль, 7 март һандарында).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518