Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәрбиәҡанундары — “Урал батыр”ҙа
Тәрбиәҡанундары — “Урал батыр”ҙа
Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү
мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре,
Салауат Юлаев ордены кавалеры


Өлкәндәрҙеңһүҙе — һәр саҡ өҫтә
Һулға китеү — Уралға,
Уңға китеү — Шүлгәнгә
Шыбағалы юл булған.
Шүлгән быға күнмәгән —
Мин уҙаман әле, тип,
Мин барамын һулға, тип,
Үҙенәһулды һайлаған,
Үҙ тигәнсә даулаған:
Урал киткән уң яҡҡа,
Шүлгән киткән һул яҡҡа.

Башҡорттарҙа үҙеңдән өлкәндәрҙең мәнфәғәтен алға ҡуйыу көслө булған, бер-береңә туғанлыҡ атамаһы менән өндәшеү мотлаҡһаналған. "Апай, ағай, тип әйт — ул һинән олораҡ бит. Ағас тел!" — тип шелтәләр булғандар өлкәнлекте һанға һуҡмағандарҙы. Халҡыбыҙҙа күркәм ғәҙәт әле ләһаҡлана. Ул "Урал батыр" эпосында ла сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, Аҡҡошто ашау-ашамау мәсьәләһен хәл итеп бәхәсләшкән арала ҡош юҡ була. Юғиһә тәүге фекерҙе яҡлаған Шүлгәндеңһүҙе өҫкә сығыр ине.
Халҡыбыҙҙа туғанлыҡ атамалары ифрат күп. Уларға ҡарап, хатта ят кеше ләүҙенә таныш булмағандар араһындағы бәйләнештәрҙе төҫмөрләй ала. Туғанлыҡ, дуҫлыҡ атамаларының бер-береңә ихтирам, иғтибар тәрбиәләүҙәәһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Сереңде һөйләргә ашыҡма
Йылан, башын сәкәйтеп,
Уралға ҡарап ялбарған:
"Ай, егетем, ярҙам ит,
Шул булмаһын үлемем,
Ҡәһҡәһәнең улымын,
Зәрҡум тигән егетмен,
Ярҙамыңа ҡарыуға
Мин дә ярҙам итермен.

………………………………
"Ай, егетем әйтәйем,
Бар серемде һөйләйем..."

Был юлдарҙа тәрән кинәйә ята. Кеше үлемдән дә, язанан да ҡурҡа, улар менән йәшәү араһында барған алышта ҡотолоу юлын эҙләй. Ниндәйҙер серҙе һатыуға ҡарағанда баҡыйлыҡҡа күсеүҙе өҫтөн ҡуйғандар бар. Был йәһәттән тарихта миҫалдар ифрат күп. Ундай аҙымға барғандар "батыр" тип атала. Икенселәр иһә, ниндәйҙер ысулдар табып, үлемдән ҡотолоу юлын ҡарай. Мәҫәлән, эпоста Зәрҡум: “Бар серемде һөйләйем”, — ти. Ярай, үҙенекен сисһә — ул бит атаһыныҡын һата! Ғүмер биргән кешеһенең йәшәү нигеҙен, таянысын, көс-ҡеүәтен асып һала. Ғөмүмән, яҡыны тураһында белгәндәренең барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә, ошоноң менән атаһын тулыһынса ҡоралһыҙландыра. Фәҡәт үҙ көсөнә таянып эш иткән Урал был серҙе белмәһә, Ҡәһҡәһәне еңә лә алмаҫ ине. Уны бит атаһы Йәнбирҙе хәйләләүгә, юхалауға, алдауға түгел, һәр төрлө күнекмәләргә генәөйрәткән.
Үҙенәҡаршы көстөң серен белергә теләгәндәр иң элек уның яҡынын ауыр хәлдәҡалдыра һәм шул мәлдән файҙалана (эпоста Зәрҡум яҙмыш тарафынан ошо хәлгә дусар ителгән), шунан инде һайлау юлына ҡуя. Туғаны, ҡәҙерле кешеһе менән бер маҡсатта йәшәгән, таҙа күңелле әҙәм балалары һынмай. Ә инде араларында ниндәйҙер фекер айырымлығы булғандар (эпоста, әйтәйек, Ҡәһҡәһә улына Самрауҙыңҡыҙын яу аша алып биреүгә ризалыҡ бирмәй, бәхетен үҙенә яуларға ҡуша. Һөҙөмтәлә Зәрҡум үпкәләй), форсаттан файҙаланып, яҡынына ҡаршы ғәмәлдәр ҡыла башлай.
Эпоста хәйләһеҙ Уралға яҙмыш ярҙамға киләһәм Зәрҡумдың киләсәген хәл итеүҙе уныңҡарамағына ҡалдыра. Кинәйә шундай: мөһим сереңде иң яҡын кешеңә лә сисергә ашығырға ярамай. Эпоста иһә, алда әйтеп уҙғаныбыҙса, улы Ҡәһҡәһәнең барлыҡ серен беләһәм Уралға асып һала. Ундай яман юлды һайлау, яҡыныңды һатыу иҫәбенә йәшәү кеүек тәрбиәне атаһы Зәрҡумға үҙе биргән.

Ҡәһҡәһә тәрбиәһе
Бөгөн ауға сыҡ, тине,
Йылан туның кей, тине.
Ун ике тарбаҡ мөгөҙлө
Болан табып ей, тине —
Шуны йотһаң, донъяла
Төрлө төҫкә керерһең,
Хәүеф белмәй йөрөрһөң...

Билдәле булыуынса, төрлө төҫкә инә белгәндән дәҡурҡынысыраҡ дошман юҡ: ул серҙәшең, дуҫың да булып китә, һиңә битараф кеше төҫөнә инеүе лә ихтимал.

Йәнбирҙе ҡарт тәрбиәһе
Ҡарт Шүлгән менән Уралға ҡоштар осҡан яҡҡа күҙ яҙлыҡтырмай барып, Йәншишмәнең урынын табырға, юлда үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтырға ҡушҡан. Ике улын ике арыҫланға мендереп оҙатҡан, ти.
Йәнбирҙе бер ниндәй хәйләгәөйрәтмәй. Үлемдең башын ҡырҡыу өсөн уландарын бәләкәйҙән үк оһолло, көслө, ғәйрәтле булырға ғына күнектергән:
Күнегергәһыбайға,
Ана, болан менегеҙ,
Сыйырсыҡтың тубына
Яғылбайҙы сөйөгөҙ...


Малына ҡыҙыҡма, телен һора!
Ҡош телеңде сығарып,
Ауыҙыма бир, тиерһең.
Атам һине ҡурҡытыр,
Ташҡа төкөрөп күрһәтер,
Ташты һыуҙай ҡайнатыр.
Әгәр тауға төкөрһә,
Тауы иреп, һыу булыр,
Ағып бары шул саҡта,
Бер үҙәнгә йыйылыр,
Иге-сиге күренмәҫ
Ялтыраған күл булыр.
Уныһынан да ҡурҡма һин,
Һаман телен һора һин.

Бында телдеңҡеүәте тураһында әйтелә. Һүҙ менән тауҙы аҡтарып, иретеп, шыйыҡсаға әйләндереп була (ялтыраған күл һыу түгел, ә шыйыҡса — мәҡәләлә эпостыңғилми фекеренә туҡталмайбыҙ). "Малға ла, ынйы-мәрйенгә лә, һылыу ҡыҙҙарға ла ҡыҙыҡма, ә телен һора", — ти Зәрҡум Уралға. Тимәк, "бер ҡатлымын — әйтәм дәҡуям" йәки "эсемдәге — тышымда" тигәндәр менән сер уртаҡлашыу хәүефле. Һүҙ — ғәжәп ҡеүәтле ҡорал, шуға ла кешегә уны тәрәнгә, күңел төбөнә, зиһен ҡумтаһына йәшереп ҡуйыу мөмкинлеге бирелгән.
Халыҡта артығын һөйләмәү, ҡаты әйтмәү, ҡан ҡыҙған саҡта бәхәскә инмәү, тейешһеҙ урында һәм үҙең белеп еткермәгән кешегә хәбәр һөйләмәү хаҡында мәҡәлдәр күп. Эпоста иһә сер тотмауҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүе асыҡ күрһәтелә.
Бер саҡһарай тирәһе
Эреһе-вағы, төрлөһө
Йылан килеп тулған, ти.
Төрлөһүҙҙәр булған, ти,
Урал тыңлап торған, ти.

Ошо урында йыландар араһындағы бәхәс бик фәһемле. Туғыҙ башлыһы: "Был кеше батшаның серен алды, уны йотам да серҙе үҙем тотам", — ти.
"Һин бит серҙе белеүсе
Кеше ашап ятыусы!"
— ти Урал, уның боғаҙынан алып.
Бында кешене физик яҡтан ғына түгел, рухи йәһәттән юҡ итеү хаҡында һүҙ бара.
— Яр йыландың йөрәген —
Алтын асҡыс табырһың,
Сер һарайын асырһың,
Теләгәнең алырһың, —
Тип тегеләр әйткән, ти.
Урал йөрәген ярған, ти,
Сер һарайын асҡан, ти.

……………………………
Йылан да буй биргән, ти,
Таяғым киткәс, ҡулымдан
Көсөм һиндә тигән, ти.

Тимәк, бар ҡеүәте ынйы таяҡта — серҙә — булған. Уны алғас, йыландың көсө Уралға күсә, һәм батыр Ҡәһҡәһә батшалығын, йәғни "яҡшылыҡҡа яманлыҡҡыла" торған илде еңә.

Гөлөстандай килендәр кәрәк
Батыр атанан ҡот йәйгән,
Матур әсәнән һөт имгән —
Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,
Батырға әсә булыр ҡыҙ.

Ил ҡаһарманы батырҙан тыуа, ҡандан килгән үҙенсәлек атанан улға күсә. Тимәк, һәләт тә быуындан быуынға тапшырыла. Тик төп шарт шунда:
"Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,
Батырға әсә булыр ҡыҙ"
менән ғаиләҡорорға тейеш нәҫелен үҙ рухында дауам итергә теләгән егет. Эпоста әйтелгәнсә, "матур әсәнән һөт имгән" бала ғына "батыр атанан ҡот" йәйә ала. "Матур" һүҙе һылыу, нескә билле, зифа буйлы ҡыҙға ҡарата ғына әйтелмәгән, ә күркәм холоҡ-фиғелгә бәйле ҡулланылған. Эпоста Алғыр ҡарт та Уралға Гөлөстан исемле ҡыҙҙы сибәрлеге өсөн димләмәгән.
Алғыр ҡарт ҡорҙашының,
Тоғро бер юлдашының
Ҡыҙы ҡалған — Гөлөстан…

Тимәк, уның матурлығы — тоғролоҡта. Атаһына оҡшап, Гөлөстан күркәм холоҡло булырға тейеш. Һөҙөмтәлә Алғыр ҡарт яңылышмай.
Һәр йыл ғүмер бер батыр
Иле өсөн яратыр,
Быуын-быуын үтер ул,
Киләсәк быуын етер ул,
Һинең даныңҡалһа ла,
Ҡулда ғәйрәт бөтөр ул.
Ир бөтһә лә, ил бөтмәҫ,
Ил батыры — батырҙан,
Батыр ирҙәр тыуыр ул,
Атанан күреп, уҡ юнып,
Өлкәндән күреп, яу ҡыуып,
Ил эсендәүҫер ул,
Утын-һыуын кисер ул.
Батырҙан батыр тыуғанда,
Бер быуын тип һаналған
Илдәғүмер үтер ул,

тип киләсәк быуын үҫеп етерен, уларға даныңды ғына түгел, ҡаныңдағы һәләтте ҡалдырыу мөһимлеген тоҫмаллаған халыҡ. "Балам рухлы: туған телен белә", — тип тынысланырға түгел, ә ошо күркәм сифат артабан да үҫешһен өсөн Гөлөстан кеүек ҡыҙҙарҙы килен итеү тураһында ла уйларға кәрәк.
Атаң — Урал батырым,
Унан тыуған Нөгөшөм,
Батыр булып тыуғанһың,
Атаңа ҡулдаш булғанһың,
— тип маҡтарлыҡ ул үҫтергән Гөлөстан һымаҡҡыҙҙарға ҡытлыҡ кисермәй халҡыбыҙ.
Ошо урында ҡарашыбыҙҙы уҙған быуаттың 40 — 70-се йылдарында йәшәгән, үлемһеҙәҫәрҙәр ижад иткән әһелдәребеҙгә йүнәлтәйек һәм уйланайыҡ. Уларҙыңҡайһы берҙәренән кемдәр ҡалды? Хатта үҙ атаһының китаптарын уҡымаған, йырҙарын аңламаған, мәғәнәһенә төшөнөргә теләмәгән, яҡыныныңҡулъяҙмаларын, бынамын тигән иҫтәлектәрен "ыһ" та итмәйенсә архивтарға тапшырған, арзан хаҡҡа һатып ебәргән кешеләр бар бит, йәмәғәт. Рухтыңҡаҡшау сәбәбен иле, ере, халҡы, теле өсөн яуға сапҡан күп ҡаһармандарыбыҙҙыңҡорбан булыуынан түгел, ә ысынбарлыҡтан эҙләйек әле. Шәжәрәһен, нәҫелен, тарихын һанға һуҡмаған, "ҡартатай", "өләсәй" тип әйтергә теләмәгән ҡайһы бер ҡыҙҙарыбыҙ халыҡҡа Нөгөш кеүек улдар тәрбиәләрме?
Гөлөстан кеүек һылыуҙарға ла әйтәһе һүҙ бар: үҙе үлһә лә, Уралдыңҡаһарман нәҫеле ҡалған — бөгөн дә батырҙан батыр тәрбиәләүҙе, үҫтереүҙе маҡсат итеп алһаҡ ине. Эпостыңҡиммәтле кинәйәләрендә ошо фекер ҙә ярылып ята бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509