Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәк йылыбыҙҙы йәлләмәйек
Һәр ваҡытта ла мәктәптең төп маҡсаты балаға белем өләшеү, шулай уҡ уны төрлө яҡлап үҫтереү, һәләттәрен асыҡлау булды. Уҡыусыға тәрбиә биреү ҙә – белем усағының мөһим бурыстарының береһе. Бөгөн, һәр яҡлап мөмкинлектәр артҡан, мәҙәнилек үҫешкән, шуның менән бергә тормош та ауырлашҡан, ҡатмарлашҡан осорҙа, баланы тәрбиәләүгә, уны шәхес булараҡ үҫтереүгә айырыуса баҫым яһарға кәрәк, тип иҫәпләйем.

Әле, мәҫәлән, уҡыусыларҙың төп маҡсаты һәм иң ҙур бәләһе – Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу. Өлкән кластарға етәрәк балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, шулай уҡ уҡытыусылар ҙа тыныслығын юғалтып борсола, хәүефләнә башлай. Репетитор яллау, курстарға йөрөү, аҡса әҙерләү, өҫтәмә дәрестәр үткәреү – барыһының да был мәшәҡәттәрҙән башы ҡата. Әйтерһең дә, ошо имтихан баланың бөтә яҙмышын хәл итә. Әлбиттә, яҡшы уҡып, тейешле баһа алыу, тормошта үткер булыу бер ҙә насар түгел. Тик теләге булып та, уҡыу йортона инә алмаған буласаҡ намыҫлы, үҙ эшенә мөкиббән һөнәрмәндәр, хеҙмәткәрҙәр генә хыялынан, тормоштағы ғәҙеллектән, күңелдәренә йылы өргән туған мәктәптәре йөҙөндә мәғариф системаһынан төңөлә. Яҡшы уҡығандарҙың да үҙ һөнәренә тоғро булыуы бар, әрһеҙҙәрҙең дә ҡайҙалыр юғары вазифа биләп ултырыуы мөмкин. Ә тормошта иң мөһиме нимә? Минеңсә, яҙмышыңа рәхмәтле булып, шулай ҡәнәғәт йәшәү. Тик шуныһы: халыҡтың төп өлөшөн тәшкил иткән, илде, йәмғиәтте тотоп торған урта ҡатлам ғына тормошта риза булырлыҡ шарттарға, мөмкинлектәргә эйә буламы икән?..
Мәктәпте тамамлаған йәш кешенең күңелендә ошондай рәнйеүҙәр, төңөлөүҙәр, шулай уҡ кәмһенеү һәм кәмһетеүҙәр, ҡанат һыныуҙар булмаһын өсөн мәктәптә иғтибарҙы баланы сыныҡтырыуға, унда кешелек сифаттарын үҫтереүгә йүнәлтеү зарур. Был тырышлыҡ һәм сабырлыҡ талап иткән хеҙмәтте башланғыс кластан уҡ башлау мөһим. Балалар менән эшләгәндә йыбанмаҫҡа, көсөңдө йәлләмәҫкә кәрәк. Сөнки уларҙың аңлы тормошондағы тәүге аҙымдары нәҡ уҡытыусы биргән белемгә, тәрбиәгә, уның күңел йылыһына бәйле була. Был осорҙа бала күңеленә йәмғиәттә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең, аралашыуҙың, коллектив аңдың тәүге орлоҡтары һалына. Шуға күрә уҡытыусы булып ысын педагог, бала йәнле кеше эшләргә тейеш. Мәктәп йылдарында үҙләштерелгән ҡиммәттәр кешене ғүмере буйына оҙатып барырлыҡ булһын.
Беренсенән, әйтеп киткәнемсә, баланың кешелек сифаттарын үҫтереү хаҡ: бер-береңә ихтирам, иғтибар, тигеҙ ҡараш, ярҙамсыллыҡ.
Шулай уҡ кешеләрҙең тигеҙ, әммә бер иш түгеллеген, һәр кемдең үҙ фиғеле, ҡарашы, ҡыҙыҡһыныуы, һәләте булыуын аңлатырға кәрәк. Тимәк, мәктәптең икенсе бурысы – уҡыусының һәләттәрен, мөмкинлектәрен асыҡлау, ижади яҡтан үҫтереү. Был йәһәттән, төп дәрестәрҙән тыш, түңәрәктәр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу, тәбиғәткә сығыу, ғәмәлдә ҡоштарҙы, бөжәктәрҙе күҙәтеү, шифалы үләндәр менән танышыу, төрлө йүнәлештәге ярыштар, саралар уҙғарыу, шулай уҡ йылына бер нисә тапҡыр класс менән сәй эсеү кисәһен ойоштороу файҙалы. Ошо ваҡытта, бәлки, кемдер күңеле менән генә үҙенең буласаҡ һөнәрен асыҡлар, икенсеһе үҙенең көслө яҡтарын табыр, өсөнсөһө ниндәйҙер бер өлкәнең уның асылына бөтөнләй тап килмәүен аңлар.
Кеше тормошоноң мөһим өлөшөн уның эше, шөғөлө тәшкил итә. Шуға күрә яратҡан эшеңде табыу – ярты бәхет. Ул кешегә күңел тыныслығы, тулы ҡанлы тормош менән илһамланып йәшәү мөмкинлеге бирә. Әйткәндәй, IV класта уҡығанда “Ҙурайғас, кем булырға теләйһең?” тигән һорауға, шиғыр яҙыуҙы һөнәргә һанап: “Шағирә”, – тип яуап биргәнем хәтерҙә. Хәҙер уйлайым да, ул ваҡытта тышҡы эшмәкәрлектән бигерәк, күберәк үҙемдең күңел торошон, йәшәү, уйланыу, донъяны ҡабул итеү стилен төҫмөрләгәнмендер.
Спорт — киләһе төп бурыс. Айырыуса хәҙерге заманда был шөғөлдөң әһәмиәте, файҙаһы ифрат ҙур. Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнеү кешене физик һәм рухи яҡтан нығыта, унда ихтыяр көсө, рух ныҡлығы, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ тәрбиәләй.
Әммә, минеңсә, спорттың иң мөһим һәм көслө ҡиммәте – уның еңелеүҙәрҙе дөрөҫ ҡабул итергә, үҙ-үҙеңә ышанысты юғалтмаҫҡа өйрәтеүе. Артабан тормошта ла кеше еңелеүҙәргә, ғәҙелһеҙлеккә дусар булһа, мәктәп йылдарында алған сынығыуы уға ҡаушап ҡалмаҫҡа, һынмаҫҡа, аяғында ныҡлы баҫып торорға, һаман үҙ көсөнә ышанырға ярҙам итәсәк. Уҡыусыға шуны аңлау мөһим: еңеү яулау – бер бәхет, еңелә белеү – мең бәхет.
Киләһе баҫҡыс – тәбиғәт. Алда әйтеп китеүемсә, тәбиғәттә йыш булырға кәрәк. Уҡыусы шуны аңларға тейеш: кеше – тәбиғәт балаһы, уның өлөшө; тирә-яҡтағы тереклектән ул көс, илһам ала; кешенең тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәте ни тиклем яҡшыраҡ булһа, тәбиғәт тә әҙәм балаһына шул тиклем йомартыраҡ, йылыраҡ була, төрлө мөмкинлектәр бирә. Бындай һөйөүҙең һәр ваҡыт ике яҡлы булыуы шарт. Класс менән саңғы шыуырға сыҡҡан, йылға буйына боҙ киткәнен ҡарарға барған, урманда имән сәтләүеге йыйған мәлдәр хәтергә йылы иҫтәлек булып уйылып ҡалған. Тәбиғәт менән аралашыуҙан алған кинәнес, көс, шатлыҡ беҙҙә, балаларҙа, тереклеккә, йәшеллеккә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнағанына ышанам.
Артабан уҡыусыла туған теленә, халҡына, иленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, тамырҙарына һөйөү тәрбиәләү зарур. Ағас тамырынан үҫә башлаған кеүек, кеше лә үткәндәренән һут ала. Башланғыс кластарҙа йышыраҡ йырларға, әкиәт һөйләргә, йолаларҙы сәхнәләштерергә мөмкин. Иҫләйем, I класта “Ҡарға бутҡаһы” йолаһын үткәрҙек һәм аҙаҡ мәктәпте тамамлағансы, үҙ ролдәребеҙҙе хәтерләп, бер-беребеҙҙе мәрәкәләп йөрөнөк. Бындай йолаларҙың бөгөн дә йәштәр тарафынан үткәрелеүен беләм һәм быға ифрат ҡыуанам.
Өлкәнерәк кластарҙа уҡыусылар менән ғаилә ҡороу, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү, яҡшы ир һәм ҡатын булыу серҙәре тураһында һөйләшергә кәрәк. Ғөмүмән, тормош һәм уның асылы, мәғәнәһе, ҡәҙере; кеше һәм уның йәне, йәшәү маҡсаты тураһында айырым дәрестәр үткәреү файҙалы булыр ине. Мәҫәлән, ауылдың, райондың, ҡаланың оло кешеләре, аҡһаҡал-ағинәйҙәре менән осрашыу, уларҙан үҙҙәренең тормош тәжрибәһе, күңел хазиналары тураһында һөйләтеү үҙ йүнәлешен, билдәләнешен эҙләгән үҫмерҙәр өсөн бик мөһим.
Хеҙмәт дәрестәренә айырым баҫым яһау зарур. Унда өйрәнгән күнекмәләр, шөғөлдәр кешегә тормош көтөргә ярҙам итерлек итеп ныҡлы һеңдерелһен. Әйтәйек, ҡыҙҙар өсөн – бәйләм бәйләү, тегенеү, егеттәр өсөн ағас эштәре менән булыу ғаилә тормошонда ныҡ кәрәк буласаҡ. Элек өләсәйҙәребеҙ мендәр тыштарын, өҫтәл, карауат ябыуҙарын, ҡормаларҙы үҙҙәре сиккән – өй эсе шау сәскәгә күмелгән. Үҙ ҡулдары менән күлдәк тегеп, яғаларын сигеп кейгән. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡул эштәре менән булыу әйтеп бөтмәҫлек файҙа бирә. Беренсенән, уның күңеле тыныслана, нервы системаһы көйләнә, был балалар һаулығына ла ыңғай тәьҫир итә, шулай уҡ йорт эсендә йәм, ҡот барлыҡҡа килә, нур тарала.
Минеңсә, уҡыу йорттары белем биреү усағынан бигерәк, тәү сиратта, ысын тормош мәктәбе булырға тейеш. Шуға күрә уҡытыусылар иғтибарын, көсөн күберәк дәрестән тыш шөғөлләнеүгә, ә дәрестә әхлаҡи ҡиммәттәргә, балалар менән дуҫтарса ултырып һөйләшеүгә, кәңәш ҡороуға йүнәлтһен ине. Эйе, балалар, үҫмерҙәр, йәштәр уҡытыусы күңелен ныҡ һиҙә һәм, ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, мәғлүмәтте тик һүҙҙәр ярҙамында ғына түгел, ә күберәк тойғолар, йән йылылығы һәм ихласлыҡ аша һеңдерә. Шуға күрә XX быуатта мәғариф системаһында уҡыусыларҙы тәрбиәләү маҡсатында ҡулланылған ҡаты тәртипкә бөгөн, белем биреү һәм башҡа системалар, ғөмүмән, йәшәйешебеҙ, кеше күңеле икенсе кимәлгә күтәрелгән осорҙа, тағы ла йөрәк йылыһын ҡушырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513