Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа
Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа
Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры


Уны үҙемсә тәрбиәләп алам!

Йәншишмәнән һыу алып,
Әсәм тәнем йыуҙырған,
Үҙ нурына һуғарған…
Алтын сәсем тараһам,
Нурға илде күмәмен.
Кисен ергә нур һибәм,
Кисен айға нур бирәм,

— тиелгән эпоста.
Бала нурҙы әсәһенән ала һәм артабан тарата. Кешелек донъяһының нигеҙен тәшкил иткән күркәм сифаттар, күңел яҡтыһы шулай дауам итә.
Көндөҙ ергә нур һибәм,
Айға нур бирәм,
— Һомайҙың был һүҙҙәрендә ифрат ҙур мәғәнә ята.
Атай кеше иһә тышҡы именлекте ҡурсаларға бурыслы. Эпостағы
"Атам барыбер табыр ул,
Килеп яулап алыр ул
" тигән юлдар ғына ла — быға ныҡлы дәлил.
Борон-борондан өйләнеүгә, кәләш алыуға ҙур иғтибар бирелгән, кем етте шуны һайлауға юл ҡуйылмаған. "Ошо ҡыҙға өйләнәм, уны үҙебеҙсә йәшәргә, һөйләшергә өйрәтерһең, әсәй”, — тигәнерәк һүҙҙәргә урын булмаған. Әсәһенән нур алған ҡыҙ баланы нисек итеп үҙгәртмәк кәрәк?! Был мөмкинме? Юҡ. Егет кеше ошо хәҡиҡәтте аңлаһын ине. Ул атай ҡотон һаҡларға теләй икән (ә был мотлаҡ!), яҡшы кәләш алыу тураһында уйланырға тейеш.
Бөгөнгө йәштәрҙең байтағы өйләнеү мәсьәләһенә еңел ҡарай. Һайлармын да тәрбиәләп алырмын, тип уйлай. Әммә кешене, айырыуса уның милләтен, үҙгәртеү мөмкин түгел. Баланың булмышы әсә ҡарынында уҡ ҡалыплаша. Тимәк, ниндәй нәҫел ҡалдырғың килеүенә ҡарап, шундай ҡыҙҙы иш итергә тейешһең, ә ул — үҙең кеүек үк нурҙа ҡойонғандар араһында.
Батырҙан батыр тыуғанда,
Бер быуын тип һаналған
Илдә ғүмер үтер ул.
Батыр атанан ҡот йәйгән,
Матур әсәнән һөт имгән —
Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,
Батырға әсә булыр ҡыҙ.

Ошо урында йәштәрҙең бер фекеренә туҡталып китәйек. "Боронғо башҡорттар ҡырылып бөткән инде. Беҙ — яу сабырлыҡ рәте булмағандарҙың нәҫелдәре", — тип булдыҡһыҙлығын әллә ҡасанғы ихтилалдарға бәйләмәкселәр бар. Ә бит батыр атайҙың тамыры дауам итергә, нәҫел ҡото ҡабатланырға тейеш. Ни өсөн улай түгел һуң — бөтөн ғиллә шунда түгелме икән? Халыҡта "Мылтыҡ ала алмағанды уҡлау алыр, уландар" тигән иҫкәртеү бар. Тимәк, яуға барырлыҡ көсөң булмаһа, өйҙә ҡатын-ҡыҙҙан еңелеүең ихтимал. Миҫалдарға күсәйек.
Уҙған быуаттың 50 — 70-се йылдарында сәнғәтебеҙ күген яулаған ир-уҙамандарыбыҙға боронғо ата-бабабыҙҙың батырлығы, оһоллоғо, һәләте, маһирлығы күсмәнеме икән? Башҡорт мәҙәниәте ниндәй юғарылыҡҡа күтәрелгәйне бит! Әммә был юл ныҡлы дауам ителмәне. Уйлап ҡараһаң, кешеләрҙе бит яу ҡырманы. Ә ни өсөн һуң "Нурға илде күмәмен", тип нур сәсеп йөрөрлөк Һомайҙар ҙа, "Урал ҡотонан тыуған батыр бала түгелме?" тип, атаһына оҡшашлығынан һиҫкәнеп китерлек, Урал ҡотон дауам иткән Иҙелдәребеҙ ҙә тыуманы? "Мылтыҡ ала алмағанды уҡлау алыр" тигән һүҙҙәрҙең раҫҡа сығыуы ошо түгелме? Тимәк, егеттәребеҙгә аҡланыу, һылтаныу, хаталарын йомоп ҡалырға тырышыу килешмәй, улар илен, телен, ерен, нәҫелен ҡурсалап яуға күтәрелгән ата-бабабыҙҙың хәтерен һаҡларға, изге ниәттәренә тап төшөрмәҫкә тейеш. Бының өсөн "Урал батыр" эпосын уҡырға, халҡыбыҙ ижадын өйрәнергә, фәһем алырға кәрәктер.

"Юл башы"н кемдән һорайҙар?

Аҡ һаҡаллы бер ҡартҡа
Былар барып еткән, ти,
Ҡарт та ҡаршы алған, ти,
Юл башыны быларҙың
Ҡарт һорашып белгән, ти,
Үҙ уйҙарын былар ҙа
Ҡартҡа һөйләп биргән, ти.
Ҡарт уйланып торған да,
Һаҡалыны һыпырып,
Быларға күҙ йөрөтөп…
Ике юлды күрһәтеп,
Былай тиеп әйткән, ти...

Бында кәңәш биреү һәм һорау хаҡында кинәйә бар. Ә нимә һуң ул "юл башы"? "Ҡайҙан киләһегеҙ, сәфәрегеҙ ҡайҙан башланды?" тигәнде генә аңлатмай был. Ҡарт кәңәш бирер алдынан егеттәрҙең нимә уйлағаны, ниндәй ниәт-маҡсат менән китеп барғаны хаҡында энәһенән-ебенә тиклем һораша. Шунан ап-аҡ һаҡалын (ул — йәшәгән йылдарҙың, үткән ғүмерҙең, тормош һабаҡтарының билдәһе) һыпырып ала. Тәжрибәһен байҡап, егеттәргә күҙ йөрөтөп сыҡҡас ҡына, кәңәш бирә. Тимәк, кешегә ниҙер аңлатыр алдынан уның эске донъяһын өйрәнеү ҙә мөһим.

Йәншишмәнең һыуы бөгөн дә кәрәк

Мин күренмәҫ Үлемде
Юҡ итергә сыҡҡанмын;
Ҡан ҡойоусы батшанан,
Кеше ашар дейеүҙән
Бар кешене ҡотҡарыу,
Йәншишмәнән һыу алып,
Үлгәндәрҙе терелтеү
Өсөн тыуған батырмын!
Халыҡ илап торғанын
Күҙ алдында күргәндә,
Йәнде алыр яуыз Үлем
Кешегә ҡулын һалғанда,
Ирмен тигән Ир-батыр
Шып-шым ҡарап торормо?
Яуыздарға юл ҡуйып,
Батыр ҡурҡып ҡалырмы?

Бөйөк эпоста һүҙ айырым кешеләр тураһында бармағанлығын, ә тотош кешелек донъяһы, яҡшылыҡ менән яманлыҡ, йәшәү һәм баҡыйлыҡ хаҡындағы фәлсәфә икәнлеген беләбеҙ.
Ә үлем төшөнсәһенең кинәйәһе ниҙә? Әлеге замандың "кеше ашар дейеү"е нимә ул? "Үлгәндәрҙе терелтеү" маҡсатын тормошҡа ашырып буламы? Эпоста ни өсөн "Ирмен тигән Ир-батыр шып-шым ҡарап торормо?" тип әйтелә? Бында "шып-шым" тигән һүҙ ниндәй мәғәнәне бирә? Бөгөн "Йәншишмә һыуы" тигән төшөнсә нимәне аңлата?
Барыбыҙға ла билдәле: "кеше ашар дейеү" — ул эскелек, наркомания, тәмәке тартыу һәм башҡалар. Эпоста иһә "күҙ йәшергән үлем", йәғни күренмәйенсә йәнде алыр афәт тураһында ла һүҙ бар. Ул — иң ҡурҡынысы, кешене рухи яҡтан юҡ итеүсе. Бындай үлемгә килтергән төшөнсәләр — ғәмһеҙлек, битарафлыҡ, маҡсатһыҙлыҡ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәнлек. Ә улар ҡайҙан хасил була һуң? Билдәле: туған телеңдән, халҡыңдың йолаларынан, тарихынан, мәҙәниәтенән яҙыуҙан, үҙ-үҙеңде һанға һуҡмау кимәленә етеүҙән, Йәншишмәңдең башы булған төйәгеңде, эсәр һыуыңды, һағынып ҡайтыр тыуған ереңдә нигеҙ һаҡлаған туғандарыңды юғалтыуҙан. Был "рухи ҡоллоҡ", "рухи үлем" тип атала. Ундай сиккә еткәндәрҙе терелтеү өсөн Йәншишмә һыуы кәрәк. Ошонда асыла ла инде эпостағы "шып-шым ҡарап торормо?" тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе. Зыялылар өндәшмәй ҡалырға тейеш түгел. Бөгөнгө халыҡты уятыу, рухи йәһәттән "үлгәндәрҙе" терелтеү, яуызлыҡтарға юл ҡуймау өсөн тап уларҙың Йәншишмә һыуы — ғәмәли эштәре менән нығытылған һүҙе, өлгөһө — кәрәк. Урал батыр ошо изге бурысын тулыһынса үтәп, халҡына мәңгелек тормош бүләк иткән.
(Дауамы. Башы 14, 21 һандарында).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 443

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513