Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөртөкләп йыйылған йәдкәр
Бөртөкләп йыйылған йәдкәр Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙең иғтибарға арҙаҡлы ғалим Әкрәм Бейешевтең “Башҡорт телендә йөрөгән ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре” исемле китабынан мәғлүмәт бирә башлайбыҙ. Ул ғалимдар, тәржемәселәр, уҡытыусылар, журналистар, студенттар, уҡыусылар, тел менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы булыр, һүҙ ҡаҙнаһын, телмәребеҙҙе байытыуға үҙ өлөшөн индерер тип ышанабыҙ.
Әкрәм Ғибәҙулла улының
“Бөртөк-бөртөк сүпләп йәдкәр ҡойҙом,
Оҙаҡ йылдар буйы интегеп.
Тик ул йәдкәр үҙем өсөн түгел,
Данлар өсөн түгел үҙемде —
Йөрәк ҡанын һауған эшем менән
Мин үлемһеҙ иттем телемде...”
тигән шиғыр юлдарын файҙаланып, яңы проектты “Бөртөкләп йыйылған йәдкәр” тип атаныҡ.


А Аб и., фарс. — һыу.
Абадан с., фарс. — етеш, төҙөк (урын), ултыраҡ (ер).
Абруй и., фарс. — 1. йөҙ һыуы; 2. яҡшат, шөһрәт.
Ағаз и., фарс. — баш, башланыш. Ағаз ҡылыу — башлау.
Ағза и., ғәр. — 1. тәндең бер вазифа үтәгән айырым өлөшө (мәҫәлән, телмәр ағзалары); 2. бер ойошмала торған кеше (идара ағзаһы).
Аҙан и., ғәр. — намаҙға саҡырған ҡыҫҡа доға; тәҡбир. Иртәнге аҙан. Аҙан әйтеү.
Аҙап и., ғәр. — ыҙа, яфа. Аҙап күреү. Юл аҙабы.
Аҙна и., фарс. — ете көнлөк ваҡыт араһы.
Аҙра ғәр. — аҙра итеү — юҡ итеү; аҙра ҡылыу — юҡҡа сығыу.
Аждаһа и., фарс. — яман мифик зат. Аждаһа ҡойоно.
Азат с., фарс. — ирекле.
Айна и., фарс. — көҙгө.
Аҡрап и., ғәр., ҡара: ғәҡрәп.
Аҡыҡ и., ғәр. — ҡыҙыл көрән төҫтәге матур таш.
Аҡыл и., ғәр. — фекер итеү һәләте.
Алай и., ғәр. — ғәскәри берәмек; полк.
Алҡа и., ғәр. — ҡолаҡҡа таға торған биҙәүес.
Аллаһ и., ғәр. — Тәңре, Хоҙай.
Алман и., ғәр. — немец. Алман теле.
Аман с., ғәр. — 1. хәүефһеҙлек; 2. иҫән-һау, имен.
Аманат и., ғәр. — һаҡлар өсөн тапшырылған нәмә.
Амиз с., фарс. — аралаш, ҡатнаш. Амиз халыҡ.
Амин к., ғәр. — доға-намаҙҙы тамамлап әйтә торған һүҙ.
Амсар и., ғәр. — ҙур ҡалалар.
Анар и., фарс. — ҡаты ҡабыҡ эсендә уҡмашып торған ҡыҙыл емешле ағас һәм уның емеше. Анар һуты.
Ансаб и., ғәр., күпл., ҡара: нособ.
Аныҡ с., ғәр. — билдәле, асыҡ. Аныҡ мәғлүмәт.

(Дауамы бар).

Ҡыҫҡартмалар:
ғәр. — ғәрәп теленән
фарс. — фарсы теленән
лат. — латин теленән
фарс.-ғәр. — фарсы һәм ғәрәп теленән
и. — исем
с. — сифат
ҡ. — ҡылым
к. — киҫәксә
күпл. — күплек формаһы
хәб. функ. — хәбәр функцияһында
инш. — инеш һүҙ
р. — рәүеш
т. — теркәүес




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519