Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүеренең рухи юлбашсыһы
Дәүеренең рухи юлбашсыһы
Фарсы илен хаҡлы рәүештә "шиғриәт һәм шағирҙар бишеге" тип атайҙар. Шул уҡ ваҡытта унда ижад кешеләренә ҙур талап ҡуйылған. Иоганн Вольфганг Гете: "Фарсылар биш быуатта үҙ шағирҙары араһынан етәүһен генә лайыҡлы тип таныған", — тип юҡҡа ғына әйтмәгән.


Иран классик әҙәбиәтенең алтын фондына биш фарсы шағиры ингән. Улар — Ғүмәр Хәйәм, Сәғди, Руми, Хафиз һәм Джами. Тәүгеһенең исеме халыҡ араһында киң билдәле, белгестәрҙең фекеренсә, "йондоҙо яҡтыраҡ яна".
Бөйөк фарсы шағиры, данлыҡлы математик, астроном һәм философ Ғүмәр Хәйәмдең тулы исеме — Ғийәс әд-Дин Абу-л-Фатх Ғүмәр ибн Ибраһим әл-Хәййәм ән-Найсабури. Тәүге өлөшө (Ғийәс әд-Дин) "ышаныс ярҙамы" тигәнде аңлата.
Ҡайһы бер сығанаҡтар раҫлауынса, Ғ. Хәйәм тыуған мәлдә Ҡояш менән Меркурий Игеҙәктәр йондоҙлоғонда һәм Юпитерға тригональ булған, был сабыйға бәхетле тормош, үҙен уратып алғандарҙың ҡурсалауын һәм хөрмәтен тойоп йәшәйәсәген вәғәҙә иткән.
Фараз иткәндә, Ғүмәр Хәйәмдең тыуған мәле — 1048 йылдың 18 майы. Ул Нишапур ҡалаһы янындағы гөрләп үткән йәрминкәләре, бай китапханалары, һөнәрселектең алға китеүе менән дан тотҡан бәләкәй генә ауылда донъяға килгән. Олатаһы, атаһы ҡул оҫталары тип танылған кешеләр булған. Фамилиялары ла шунан ҡалған: "Хәйәм" "сатыр яһаусы" тигәнде аңлата.
Ғүмәр бәләкәй генә сағынан өлкәндәрҙе аныҡ аҡылы, һоҡланғыс хәтере менән хайран ҡалдырған. Уның яҙыуы шул тиклем матур булған. Аныҡлыҡты, йыйнаҡлыҡты яратҡан малай ғилемгә ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәткән. Ғүмәрҙә тойомланған бихисап һәләтте үҫтереүгә атаһы күп көс һалған, улына тейешле белем алыу мөмкинлеген тыуҙырған. Һөҙөмтәлә егет 16 йәшендә үк яҡшы дауалаусы, ашнаҡсы, музыкант булып танылған. Нишапурҙағы мәҙрәсәлә — дәүләт хеҙмәте өсөн ҙур чиновниктар әҙерләнгән уҡыу йортонда — белем алғас, Ғүмәргә бер ни тиклем ваҡыт атаһының эше менән шөғөлләнергә тура килгән. Буш ваҡытын яратҡан фәндәрен үҙләштереүгә бағышлаған. Ошо ваҡытта егеткә дуҫы, юғары вазифалы Абдул Кассем артабан үҫешергә ярҙамлашҡан: уның булышлығы менән Ғүмәр белем алыуын Балхала һәм Сәмәрҡәндтә дауам иткән. Ул, теүәл фәндәрҙе (математика, физика, астрономия) үҙләштереүҙән тыш, филология дисциплинаһының тотош комплексын өйрәнгән. Ғәрәп телен ныҡлы белгән, шиғриәт серҙәренә төшөнгән. Шул уҡ ваҡытта астрологияға, дауалауға оҫта булған, профессиональ нигеҙҙә музыка теорияһын үҙләштергән. Әммә барыбер Ғүмәрҙең төп йүнәлеше математика булып ҡалған. Был йәһәттән 25 йәшендә үк ҙур ғилми асыштар яһаған, һөҙөмтәлә белемле егеткә етәкселәр ҙә иғтибар итә башлаған. Ул заманда батша йортонда уҡымышлы хеҙмәтселәр тотоуға ҙур өҫтөнлөк бирелгән, бындай кешеләр хакимдың ҡеүәтен, власть ныҡлығын тәьмин итә, тип иҫәпләнгән. XII быуат шағиры Низами Арузи Сәмәрҡәнди яҙыуынса, тәхет дүрт бағанала — дәбир (секретарь-хат ташыусы), шағир, астролог һәм табипта — тотолоп торған. Тәүгеһе — идара итеү ҡәлғәһе, икенсеһе — мәңгелек дан, өсөнсөһө — барлыҡ эштәрҙең уңышлы барыуы һәм дүртенсеһе тән таҙалығы өсөн яуаплы булған.
Ғүмәр Хәйәмдең ғилми эшмәкәрлеге тәүҙә Бохарала, принц Хакан Шәмс әл-Мулканың йортонда, барған (1068 — 1079 йылдар). 1074 йылда иһә шул осорҙоң билдәле сәйәси эшмәкәре, шағир Низам әл-Мулканың (1018 — 1092 йылдарҙа йәшәгән) тәҡдиме менән Исхафан ҡалаһына, бөйөк солтан Малик-шаһтың батша һарайына, хеҙмәткә саҡырылған. Был ҡала ҡеүәтле сауҙа үҙәге булыуы, йомшаҡ климаты, таҙа һыуы, һоҡланғыс баҡсалары менән танылған, бындай гүзәллеккә шағирҙар ҙа күп дан йырлаған.
Хәйәм Малик-шаһтың обсерваторияһына идара иткән. Быуаттың иң яҡшы астрономдарын йыйып, заманса ҡорамал алырға күп аҡса бүлеп, солтан Хәйәм алдына яңы календарь эшләү бурысын ҡуйған. Был йәһәттән биш йыл дауамында ғилми күҙәтеүҙәр алып барылған. Һөҙөмтәлә 1079 йылда алдағы икәүҙән аныҡлығы менән айырылып торған, ҡулланыуға уңайлы яңы календарь барлыҡҡа килгән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был үҙгәреш тормошҡа ашырылмаған.
Бынан тыш, Хәйәм метеорологияны һәйбәт белгән, нескә психолог та булған. Ғөмүмән, обсерваторияға идара иткән сағы — тормошонда иң емешле мәле. Был осорҙа ул математика, физика, география, музыка буйынса трактаттар яҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулъяҙмалары беҙҙең заманға килеп етмәгән.
Хәйәмдең биш фәлсәфәүи иншаһы һаҡланған. Уларҙа изгелек һәм яуызлыҡ хаҡында уйланыуҙарына, ҡараштарына урын бирелгән. "Ҡараңғылыҡта мең яҡшылыҡ һәм бер яуызлыҡ бар", — тигән ул. Хәйәмдең фекеренсә, аҡыл менән күңел бер-береһенән айырым йәшәй алмай.
1092 йылдың аҙағында Ғүмәр Хәйәмдең 20 йыллыҡ тыныс тормошо тамамлана: дәүләттәге боларыштар ваҡытында ике остазын да — Низам әл-Мулк менән Малик-шаһты — юғалта. Солтандың үлеменән һуң Исхафан батша резиденцияһындағы ҡеүәтен юғалта, обсерватория ябыла. Шул осорҙа Хәйәм иң яҡшы трактаттарының береһен — "Наурузнамә"не — яҙа. Дәүләт етәкселәрендә байрамға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында Ҡояш календарының тарихы, боронғо Иранда Наурузды уҙғарыу хаҡында бәйән итә, уларҙы тарихи факттар менән нығыта, өҫтәп, медицина буйынса кәңәштәр, легендалар индерелә. Һөҙөмтәлә бер нисә бүлектән торған ҙур хеҙмәт яҙыла. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етәкселәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыумай.
Солтан һарайындағы хеҙмәттән һуң Хәйәм тыуған еренә — Нишапурға — ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәй. Урындағы мәҙрәсәлә белем бирә, ғалимдарҙы, философтарҙы ҡабул итә, ғилми фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша, мөрәжәғәт иткәндәргә метеорологик һәм астрологик күҙаллауҙарын әйтеп бирә. Шул уҡ ваҡытта бөйөк шағир, ғалим-энциклопедист булып ҡала. Ул "имам Хөрәсән", "быуат ғалимы", "грек ғилеме белгесе", "Көнсығыш һәм Көнбайыш философтарының батшаһы" булып таныла. Замандаштары иһә "рухи юлбашсы" тип йөрөтә. Шул уҡ ваҡытта Ғүмәрҙең йомоҡ һәм киҫкен холоҡло булыуы, ғүмеренең һуңғы йылдарында үҙ-үҙенә бикләнеүе, яңғыҙлыҡ кисереүе билдәле. Шағир булараҡ, дүрт юллыҡтар (робағиҙар) йыйынтығы ҡалдырған. Шиғырҙары бәләкәй генә, әммә оло мәғәнәгә эйә.
Хәйәмдең үлгән йылы аныҡ билдәле түгел. Бер сығанаҡтарҙа — 1123 йыл, икенселәрҙә 1131 тип яҙылған. Шуныһы мәғлүм: ул үлемен тыныс ҡаршы алған, фекерҙәштәрен йыйып алып, доға ҡылған һәм баҡыйлыҡҡа күскән.
Хәйәмгә бөтә донъяға билдәлелек XIX быуатта килгән: 1859 йылда инглиз әҙәбиәтсеһе Э. Фитцджеральд үҙ аҡсаһына уның шиғырҙарынан йыйынтыҡ эшләткән. Китап тәүҙә оҙаҡ ҡына магазин кәштәләрендә ятҡан, унан ҡапыл юғалған. Һөҙөмтәлә яңыраҡтары, ҙурыраҡтары сығарыла башлаған. Рәсәйҙәрҙе иһә Хәйәм менән В.Л. Величко таныштырған: шиғырҙарын тәржемә иткән. Башҡорт телендәге китабы халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тәржемәһендә донъя күрҙе.

Интернет сығанаҡтарынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509