Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һынатманы башҡорт һылыуы
Һынатманы башҡорт һылыуы
Былтыр мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп профилле колледжына республика ҡалалары һәм райондары араһындағы бәйгелә еңеп сыҡҡан 60-лап педагог “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2013” төбәк-ара конкурсына йыйылғайны. Биш көн барған көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе итеп бер тауыштан Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһынан Зөлфиә Баяҙғолова танылды.


Һәләтле педагог өсөн был төп ярыштың тәүге этабы ғына ине. Уға артабан Башҡортостан мәғарифының данын ил кимәлендә яҡлау бурысы ҡуйылды. Алдан уҡ шуны әйтеп китәйем: һынатманы Зөлфиә!
Конкурстың тәүге турында Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 57 уҡытыусы жюри ағзаларына дәрес өлгөләре, видеояҙмалар, фәнни-ғәмәли мәҡәләләр, эш алымдары хаҡында мәғлүмәттәрен ебәрҙе. Һөҙөмтәлә икенсе турға 24 уҡытыусы үтте. Улар сәхнәлә педагогик һәләтен күрһәтергә, үҙе менән таныштырырға тейеш ине. Башҡортостан һылыуы Зөлфиә Баяҙғолова бай тәжрибәһе, һәләте, заман талаптарына ярашлы төплө белеме, тәрбиә биреү оҫталығы, методиканы тәрән аңлауы менән жюри ағзаларын әсир итте. Эйе, педагог, ысынлап та, эште яҡшы итеп ойоштора, уҡыусыларын илдең, республиканың лайыҡлы шәхесе итеп формалаштырыу маҡсаты менән янып йәшәй. Йәш быуындың телгә, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында төрлө конкурс, конференция, ғилми тикшеренеү эштәре ойоштора. Был сараларҙа уҡыусылар ҙа фекерен ҡыйыу әйтә ала, бәхәстәрҙә ҡатнаша.
Ошолай эше менән халыҡ араһында ҙур ихтирам яулаған Зөлфиә Баяҙғоловаға конкурсҡа әҙерләнгән ваҡытта һәр кем, шул иҫәптән туған коллективы, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, республиканың Мәғарифты үҫтереү институты, Мәғариф министрлығы ҙур ярҙам күрһәтте. Һөҙөмтәлә илебеҙҙең баш ҡалаһында башҡорт телендә дәрес биреп, милли кейемдә халҡыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе данлап, Зөлфиә конкурста икенсе урынды яуланы! Был ҙур еңеү барлыҡ республикабыҙ өсөн ҙур ҡаҙаныш булды.
Эйе, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙ заманында телебеҙҙе үҫтереүгә, һаҡлауға күп көс һалған. Был юлды лайыҡлы дауам итергә бурыслыбыҙ. Ошо йәһәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының, шул иҫәптән Зөлфиә Баяҙғолованың, хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Халҡыбыҙҙың рух байлығын, бөйөклөгөн Мәскәүҙә иҫбат итерлек ошондай педагогтарыбыҙ булғанда, телебеҙҙең яҡты киләсәгенә ышаныс тағы ла арта.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Һүҙ – бәйгеселәргә:

Шәмсетдин МАГАМДАРОВ, Дағстан Республикаһының Сөләймән-Стальский районындағы Рамзан Османов исемендәге Герейхан урта мәктәбенең лезгин теле уҡытыусыһы, конкурста беренсе урынды яулаған:
— Конкурста ҡатнашыуыма бик шатмын. Төрлө төбәктәрҙән килгән вәкилдәр менән аралашып, бик күп дуҫ таптым. Һәр ҡатнашыусы үҙенсә көслө, белгестәрҙең әҙерлек кимәле лә юғары.

Ляна Гагиева, Владикавказ ҡалаһындағы 27-се мәктәптең осетин теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
— Быға тиклем Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашҡаным юҡ ине, былтыр мәғариф бүлеге вәкиле булып килгәйнем. Үткән йыл менән сағыштырғанда, конкурсанттар күпкә аҙайған, шуға ҡарамаҫтан, жюри ағзаларына иң яҡшы уҡытыусыны һайлап алыуы ҡыйын, сөнки һәр ҡатнашыусы үҙенсәлекле. Уларҙың һәр береһе — талантлы, тәрән фекер йөрөткән шәхестәр. Барыһы ла ҙур баһаға эйә, айырып ҡарау мөмкин дә түгел.

Игорь Аибычаков, Хаҡас Республикаһы вәкиле, конкурста өсөнсө урын алған:
— Был байрамға ярышыр өсөн түгел, ә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында йыйылғанбыҙ, тип уйлайым. Туған телдәрен яратып, уны ҡурсалап, һаҡлап алып ҡалыу кеүек бер үк проблема менән күҙгә-күҙ осрашҡан уҡытыусылар килгән бында. Был өлкәлә ыңғай ҙа, кире лә күренештәр бар, тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, беҙҙә Хөкүмәт кимәлендә хаҡас телен һаҡлап ҡалыу программаһы теүәл үтәлә һәм ыңғай һөҙөмтә бирә башланы. Хаҡас теле уҡытыусыларына эш хаҡына өҫтәп 15 процент түләү индерелде, шулай уҡ дәрестәр һаны артты, уҡыу бүлмәләрендә заманса, ҡыйбатлы йыһаздар урынлаштырылды.

Эльдар ФӘТТӘХОВ яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 049

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 414

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 946

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 851

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 593

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 205

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 429

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 950

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 309

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497