Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт сөйгән ҡоштар
Башҡорт сөйгән ҡоштарБашҡортостан элек-электән ҡош сөйөү киң таралған төбәк булараҡ билдәлелек яулаған. Бәлки, халыҡтың тәбиғәтте яратыуы, уның менән аңлашып йәшәүе, тәбиғәт балаһы булыуы быға сәбәпсе булғандыр. Кеше тәбиғәтте яратмаһа, уны аңларға тырышмаһа һәм уға иғтибарлы булмаһа, ҡырағай ҡоштарҙы өйрәтеүҙә лә ҙур уңыштарға өлгәшә алмаҫ ине. Сомье исемле немец тикшеренеүсеһе үҙенең күҙәтеүҙәрендә “...башҡорттар ыласындарҙы һәм бөркөттәрҙе өйрәтеүҙә айырым һәләткә эйә” тип юҡҡа ғына яҙып ҡалдырма­ғандыр.

Ҡош сөйөү һунарының баш­ҡорт халҡын­да киң таралыуы тәү сиратта уларҙың хужалыҡ ихтыяждары менән аңлатыла. Улар бөркөт ярҙамында үҙҙәренең малдарын бүреләрҙән һаҡлаһа һәм тире алыу өсөн төлкө-ҡуяндарға һунар итһә, ыласын һәм ҡарсы­ға­лар ярҙамында үҙҙәрен ҡыр йәнлектәренең ите менән тәьмин иткән. Нуғай хандары һәм мырҙа­ларынан азат булып, үҙ ерҙәрен ҡайтарғандан һәм Рус дәүләте ме­нән берләш­кәндән һуң, баш­ҡорттар, Аҡ батшаға барып, үҙҙә­ренең тәбиғи байлыҡтарын бар­лағанда: “Имеем места для зимовья, имеем места для кочевки... есть беркуты с гнездами...” – тип һунар ҡоштарын да телгә алып китә.
Ҡош сөйөүҙең (соколиная охота) киң таралған осоро татар-монгол яуынан алып XIX быуат урта­һына тиклемге араға тура килә. Ҡош һунары менән шөғөл­лән­гән баш­ҡорттар йыртҡыс ҡоштарҙы эйәләштереүҙә, өйрә­теүҙә һәм улар менән һунар итеүҙә ҙур тәж­ри­бә туплай. Ошо үҙенсә­лекте күп кенә Рәсәй тик­шеренеүсе-ғалим­дары билдәләй. Башҡорт­остан Рәсәйгә ҡушылғас, башҡорт ерҙә­ренә күпләп урыҫ, татар, сыуаш, мари, мордва, удмурт крәҫтиән­дәре күсеп килә. Күсеп килгән халыҡ йоғонтоһонда башҡорттар ҙа ер эшкәртеү менән ныҡлап шө­ғөл­ләнә башлай, шул уҡ ваҡытта килмешәк крәҫтиәндәр ҙә баш­ҡорт­тарҙың йәшәү рәүе­ше­нә иғти­бар итә, бәғзеләрен үҙ­ләш­терә. Кем­дәрелер, башҡорт­тар кеүек үк, йыртҡыс ҡоштар менән ҡыра­ғай йәнлектәргә һунар итә башлай. Ә һунарсы ҡоштар менән уларҙы башҡорттар тәьмин итеп тора.
Күп сығанаҡтарҙа ҡош сөйөү таралған биләмә дала менән генә сикләнә, ләкин XVIII быуатҡа тиклем ҡош һунарының таралыу ареалы киңерәк булған. Быны, ха­лыҡ ижады ҡомартҡылары менән бер рәттән, ҡайһы бер тикшере­неүселәрҙең хеҙмәттәре дәлилләй. Ғөмүмән алғанда, был һунар төрө башҡортта күп тармаҡлы кәсепсе­лекте тәшкил итә. Берәүҙәр йырт­ҡыс ҡош ояларын эҙләһә, икен­селәр уларҙы аулау менән мәшғүл була, өсөнсөләр ҡошсоҡтарҙы ҡулға эйәләтә, дүртенселәр улар­ҙы һунарға өйрәтә, бишен­селәр иһә баҙарға сығарып, һунарсы ҡош­тар менән сауҙа итә. Һунар менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп була.
Һунар өсөн бөркөт, ыласын, ҡарсыға ҡулланыла. Өйрәктәрҙе аулау өсөн һаҙ көйгәнәген ҡул­ланыу тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Бөркөттәр менән һунар артыҡ таралмай. Оло быуын кешеләре әйтеүенсә, әгәр бөркөт бүренең моронон тырнаҡтары менән ҡармап өлгөрмәһә, үҙе бүренең ҡорбанына әйләнә йәки ҡаты яралана. Шуның өсөн дә башҡорттар был ҡошто ҡулға эйәләштер­гәндән һуң, ҡаҙаҡтарға, төркмән­дәргә һата, ә үҙҙәре ыласын менән ҡарсығаларҙы хуп күрә. Һуңғы быуаттарҙа баш­ҡорттар ҡош сөйөү менән күп осраҡта күңел асыу өсөн генә шөғөлләнә башлай, ә көндәлек тормошта һунарҙың был төрөн артыҡ ҡулланып бармайҙар. Хужалыҡ төрҙәре һәм тәбиғәт шарттары үҙгәргән һайын, ыласын һунары яйлап һүнә башлай. Ер эшкәртеү, иген, йәшелсә культуралары сә­сеү менән шөғөлләнеү башҡорт­тарҙың йәшәү рәүешен нигеҙенән үҙгәртә. Әгәр быға тиклем баш­ҡорттар йәйҙәрен йәй­ләүҙәрҙә үткәрһә, әкренләп был ғәҙәт­тәренән йыраҡлаша баралар. Ә бит ҡош сөйөү тап йәйләүҙәрҙә йәшәгән халыҡҡа хас була. Ер эшкәртеү кешеләрҙең күп ваҡытын ала, шул сәбәпле һунарсылыҡ юҡ­ҡа сыға бара һәм йыртҡыс ҡош­тарҙы өйрәтеү, эйәләштереү ме­нән батрактар ғына шөғөлләнеүен билдәләй ҡайһы бер ғалимдар.
Был һунар төрөнөң яйлап юҡҡа сыға барыуының икенсе сәбәбе – Башҡортос­танды колониялаштырыу шарттарында урман майҙан­дарының кәмеүе. Урмандарҙың кәмеүе күпләп ҡырағай йәнлектәр­ҙең дә юҡҡа сығыуына килтерә. Ҡош сөйөүҙең юғалыуында кеше факторы ла һуңғы роль уйнамай. Ғәҙәттә, йәрмин­кәләрҙә бөркөттәр­гә һәм ыласындарға ҙур хаҡ ҡуйыла. Шул сәбәпле уларҙы табыу, өйрәтеү, эйәләштереү кәсебе киңәйә башлай. Алдан билдәлә­неүенсә, хәҙер инде башҡорттар ғына түгел, был төбәктә йәшәгән башҡа милләттәр ҙә бының менән ныҡлап шөғөлләнә, экологик проблема килеп тыуа. Ҡоштарҙы эйәләштереү менән шөғөлләнгән башҡорттарҙа нәҫелде дауам иттереү өсөн ояларҙа себеш ҡалдырыу тәртибе ныҡлы күҙә­тел­һә, хәҙер инде ҡомһоҙ кәсеп­селәр был тәртипте күҙәтмәй һәм оялағы бөтә бәпкәләрҙе лә алып китеү күренеше киң тарала. Был да һунар ҡоштарының кәмеүенә килтерә. Күпмелер ваҡыттан был боронғо һунар төрө йәйләүгә сыҡҡан башҡорттар араһында ғына һаҡланып ҡала. Ыласын-бөркөттәр менән бергә ҡош сөйөү ҙә, ҡоштарҙы өйрәтеү, эйәләш­тереү оҫталығы ла юҡҡа сыға.
Йыртҡыс ҡоштар менән һунар итеүҙе яҡшыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн В. Зефировтың яҙғандарына мөрәжәғәт итәйек. “Соколиная охота в Башкирии” тигән хеҙмәтендә ул башҡорт старшинаһы саҡырыуы буйынса ҡош сөйөүҙә ҡатнашыуы хаҡында бәйән итә. Һунар ваҡытында Зефиров старшина һәм уның улдары менән бергә бик күп өйрәк һәм ҡыр ҡаҙҙары йөҙөп йөрөгән күл буйына килә. Старшина мылтыҡ­тарҙан атырға бойороҡ бирә, ҡур­ҡыныс тауышҡа бар ҡыр ҡоштары бер юлы күлдән күтәрелә. Ошоно ғына көткән һунарсылар үҙҙәренең төп ҡоралдарын эшкә йәлеп итә. “Ҡапыл дүрт ыласын һәм бөр­көт... ҡурҡҡан өйөргә үлемесле уҡтай ташланды. Ыласын­дар­ҙың етеҙлеге һәм көсө мине һоҡландырҙы һәм шатландыр­ҙы, ләкин бөркөт, был ҡанатлы бүре, үҙ хәрәкәттәрендә үтә уҫал ине... ул осоп барған килеш бер ҡаҙҙы ботарлағандан һуң, шунда уҡ икенсеһенә, өсөнсө­һөнә, дүртенсеһенә йәбеште. Ыласындар төрлө яҡҡа тарал­ған ҡош­тар көтөүенә баш була алмауын күргәс, ул йәшен тиҙ­легендә алыш яланын урап сыҡ­ты, ҡоштарҙы ҡабаттан бер көтөүгә өйҙө һәм үҙенең ҡанһыҙ ләззәтләнеүен дауам итте; ҡорбандарын ҡанаттары менән һуғып төшөрҙө, тырнаҡ­тары менән өҙгөләне. Бер сәғәт тирә­һе ваҡыттан эш бөткәйне инде. Һуңғы ҡорбан менән ыласындар ергә төштө, әммә бөр­көт һаман да күкте байҡай ине әле...”
Был өҙөктә йыртҡыс ҡоштар менән һунарҙың башҡорттар өсөн классик варианты һүрәтләнә. Ниңәлер ҡош сөйөү күп халыҡ­тарҙа таралған булһа ла, уның нисек итеп атҡарылыуы ентекләп бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Зефи­ровтың хеҙмәте был йәһәттән оло ҡиммәткә эйә. Ошо өҙөктә беҙ һәр ҡанатлы йыртҡыстың һунарҙағы “вазифаһы” һәм ҡорбанына ҡарата ниндәй ысул ҡулланыуын күрәбеҙ.
Һунарҙа бер юлы төрлө төр­ҙәргә ҡараған ҡоштар ҡатна­шыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Ҡоштар хаҡында белеме булған кешеләр белә, ыласындар менән бөркөттәр ирекле тормошта дошманлашып йәшәй. Ләкин баш­ҡорттар уларҙы шул тиклем өйрәтә, ҡанатлы йырт­ҡыстар төрлө төргә ҡарауҙарына ҡара­маҫтан, бергәләп, комплекслы һунар итә. Ике тәбиғи конкурентты бер маҡсатҡа йүнәлтеү һәм бер йүнәлештә тәрбиәләү йәнә бер тапҡыр башҡорттарҙың яҡшы ҡош өйрәтеүсе булыуын дәлилләй.
Башҡорттар шулай уҡ һунарҙа ҡарсы­ғаны ла күп файҙаланған. Был ҙур булма­ған ҡош башҡа ҡанатлы йыртҡыстарға ҡарағанда тиҙерәк өйрәтелә, хужаһына тиҙ эйәләшә. Ҡарсыға үҙенән ҙуры­раҡ булған йәнлектәргә, ҡоштарға ҡурҡмайын­са йәбешә. Кешенән дә ҡурҡмай. Ҡорба­нын ҡыуып та, ыласындар кеүек бейеккә күтә­релеп тә тота. Шулай уҡ түҙемле ҡош: махсус урынға йәшенеп, ҡорбанын сәғәттәр буйы көтә ала.
Ҙурыраҡ йәштә ҡулға эйәләш­терелгән йыртҡыс ҡоштар яҡшы­раҡ һунарсылар тип һаналған, шуға күрә лә уларҙы бер аҙ үҫкәс, иркенлектә йәшәп, яҡшы һунар ҡошона әйләнгәс кенә тотоп, йорт һунарсыһы эшләгәндәр. Бында ла төрлө алымдар ҡулланылған.
Бөркөттө ҡырағай йыртҡыстан һунар ҡоралына әйләндереү – күп тәжрибә, уны эйәләштереү ысулдарын, ҡош биология­һын белеүҙе талап иткән оҙайлы һәм ҡыйын процесс. Иң башта һунарсы ҡош балалары булған ояны эҙләп таба. Бөркөттәр һәр саҡ бер урында, башлыса урман ситендә, бейек ҡаяларҙа оялай. Оя ағас башына кейҙерелгән ҡалпаҡты хәтерләтә. Ҡошто аулағанда башҡорттар ҡош­тоң ошо үҙенсәлеген файҙа­ланған­дар ҙа инде. Етмәһә, ҡанатлы йыртҡыстар оялары тирәләй осоп йөрөүсән. Ҡош аулаусылар бөркөттәр күп осҡан урынды алдан уҡ билдәләп ҡуйып, уларҙың оя ҡороп, йомортҡа һалыуын көткән.
Ҡош балаларын ояларынан төндә алғандар. Әгәр ҙә оялар ҡаяларҙа урынлашҡан булһа, кеше уларға бер-береһенә ныҡ итеп бәйләнгән арҡандар ярҙамында төшкән. Бының менән ҡаяға үрләүселәр (скалолаздар) шөғөлләнгән. Бөркөттәрҙе, шулай уҡ ыласындарҙы ояларынан алыу айырым оҫталыҡ талап иткән һөнәр булған. Бөркөттәр ояһын башлыса бейек ҡаяларҙың текә битләүҙәрендә, йылға үҙәндәрен­дә, кеше лә, йыртҡыстар ҙа бара алмаған урында ҡора. Өс-дүрт кеше тау башында оя тәңгәлләп ике йыуан, ҙур булмаған ҡаҙыҡ ҡаға. Уларҙың бере­һенә тәүге бауҙы бәйләйҙәр, икенсеһенә осона ултырғыс эшләп ҡалдырылған икенсе бауҙы урайҙар.
Ҡош аласаҡ кеше битен һәм яурындарын ҡалын үгеҙ тиреһе менән ҡаплап, кәрзин алып, ошо бауҙағы ултырғысҡа ултыра. Башҡалар бауҙы яйлап төшөрә. Оя янына еткәс, теге кеше өҫтәге юлдаштарына тауыш бирә һәм ипләп кенә ҡош балаларын ала. Ғәҙәттә, ошо ваҡытта уға ыласындар йә бөркөттәр һөжүм итә башлай. Уларҙың тырнаҡтары шул тиклем осло, көслө була, хатта кеше өҫтөндәге үгеҙ тиреһен дә йырта, ҡош алыусыны яралай. Лепехин үҙ яҙмаларында был процесс хаҡында: “Ҡыйыу башҡорттар ... үҙҙәренең ҡулда­рын, аяҡтарын һындыра, бәғзе берәүҙәре үлә”, – тип яҙа. Ҡоштарҙы алыуҙың ошо алымы башҡорт риүәйәттәрендә лә бәйән ителә.
Оло ҡоштарҙы ла, уларҙың йәш­тәрен дә башҡорттар яҙын тота. Ауланған бөркөттөң сира­ғына бер аршын оҙонлоғонда ҡайыш бәйләйҙәр. Ҡайыштың икенсе осо элмәк менән бөтә. Эл­мәккә ҡошто тотор өсөн оҙон нәҙек, әммә ныҡ ҡыл бау кейҙе­релә. Һу­нарсы оянан алынған себеш­тәрҙе, бер нәмә лә ашатмайынса, күпме­лер ваҡыт ситлектә тота. Ҡырағай ҡоштарға бер нисә көндән һуң ғына ҡош ите ашата башлайҙар.
Йәш бөркөттө ҡулға өйрәтер өсөн һунарсы уны көн буйы башынан, муйынынан һыйпап, үҙе менән йөрөтә. Бөркөт балаһы ике килограмдан да кәм тартмай, тимәк, уны көн буйы ҡулда йөрөтөү еңел булмай, шуға күрә һунарсы арығас та ҡошто бәүелсәккә ултырта. Бәүелсәк сәңгелдәп, ҡошҡа йоҡларға ирек бирмәй. Йоҡоһо туймаған һәм ас ҡош хужаһын яҡшыраҡ тыңлай.
Ҡош ҡулға бер аҙ өйрәнгәс, уны һунарға ылыҡтыра башлаған­дар. Бының өсөн һунарсы ҡошто таяҡҡа ҡуя ла үҙе өс-дүрт аҙымға алға китә. Бер нисә тапҡыр һыҙғырып, ул бөркөткә ит киҫәге күрһәтә. Ас ҡош шунда уҡ хужа­һының һуҙылған ҡулына осоп килә лә ит киҫәген ала. Йыш ҡына беренсе тапҡырҙан был килеп сыҡмаған, ләкин ҡоштоң янына ит алып барып биреү тыйыл­ған, сөнки ул саҡта йыртҡыс ҡош бер ҡасан да һунарға өйрәнмә­йәсәген оҫталар яҡшы аңлаған.
Өйрәтеүҙең башланғыс этабы үткәс, һунарсы яйлап үҙе менән ҡош араһындағы араны алыҫ­лаштырған. Хәҙер инде эйәләш­тереү эше йорт ихатаһында барған, ҡошто кәртәнең бер һайғауына ултырт­ҡандар. Был эште һунарсы ҡош уның һыҙ­ғырыуына күнеп, беренсе сигнал буйынса үҙенең ҡулына килгәнсе бик күп тапҡырҙар эшләгән.
Һунарсы ҡошҡа биреләсәк сей итте майҙан һәм һеңерҙән та­ҙартҡан, һыуыҡ һыуҙа сылатҡан. Яйлап уның көндәлек ашау нормаһын кәметә барғандар, ул ябыҡһын өсөн ашатыуҙы өс тап­ҡырҙан ике тапҡырға ҡалдыр­ғандар. Был йыртҡыс ауырлығын юғалтҡанға ҡәҙәр дауам иткән. Әгәр ул һимерә башлаһа, майһыҙ иткә күскәндәр. Ныҡ ябыҡһа, уны ҡырағай йәнлек, ҡош, бәләкәй хайуандарҙың ите менән туҡландырғандар.
Башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеү өсөн мөмкинлектәре булһа ла, һунарҙың был төрө таралып китмәй. Баш­ҡорттар өсөн бөркөттәрҙе йәрминкәләрҙә һатыу иҡтисади яҡтан күпкә килемлерәк була. Өйрәтелгән ҡоштарҙы икмәккә алыштырған осраҡтар әҙ булмай. Мәҫәлән, сауҙагәрҙәр ике бөркөт өсөн ике йөк бойҙай бирәләр. Бер бот арыш оно баҙарҙа 15 тин тороуын иҫәпкә алғанда, ҡош өйрәтеүсе бер ҡоштан 20 һум аҡса эшләй. Был бер центнер икмәк хаҡынан ҡиммәтерәк була. Бер ҡош хаҡына 80 бот бойҙай оно алырға була. Бына ни өсөн һунарға өйрәтелгән йыртҡыс ҡоштар, иң тәүҙә бөркөттәр, башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән сауҙа мөнәсәбәттәрендә мөһим урынды алып тора. П. Небольсин исемле кеше: “Урмандарҙа йәшәгән баш­ҡорттар, бөркөт һәм ыласындар­ҙы тотоп, уларҙы һунарға өйрәтеп, беҙҙең таможняны үткән бай ҡырғыҙҙарға һәм Урта Азия сауҙагәрҙәренә һата”, – тип яҙа.
Башҡорттар үҙ тауарҙары менән Ҡаҙағстан, Урта Азия далаларына ла йөрөй. Рәсәй һәм ҡаҙаҡ тарихи сығанаҡ­тарында ошоға дәлилдәр табабыҙ. Мәҫә­лән, ҡырағай ҡоштарҙы эйәләш­те­реүсе һәм өйрәтеүсе тигән дан алған Үҫәргән башҡорто, дан­лыҡлы Мәмбәттең улы Мөхәмәт­шәриф бөркөттәре менән дала­ларға барып һатыу иткән. Ғөмү­мән, өйрәтелгән Урал бөркөттәре Ҡаҙағстан менән Урта Азиянан тыш, Көнбайыш һәм Көньяҡ Себер халыҡтарында, Ҡытайҙа, Монголияла, Үҙәк Азияла ла “һунар итә”.
Шулай итеп, ҡош һатыу кәсебе үҫеүе арҡаһында башҡа тар­маҡтар ҙа үҫешә. Биге­рәк тә боронғо кәсептәр тергеҙелә. Бынан тыш, ҡош кәсепселеге иҡти­сади мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә лә үҙ ролен ин­дерә, бигерәк тә ауыл кешеләренә ярҙам була был, ләкин бөркөттәр һаны ла кәмей башлай, ә ҡоштарҙың хаҡы арта. Бер аҙҙан был кәсеп төрө тарихта ғына тороп ҡала.
Ҡош сөйөү – башҡорттарҙың бо­ронғо шөғөлө. Был турала кә­мендә ике факт һөйләй. Берен­се­нән, ҡайһы бер башҡорт ырыу­ҙа­рында һаҡланған боронғо ғөрөф-ғәҙәт – кәләш алырға тейешле егет­тең, өйләнер алдынан, ҡыра­ғай ҡошто эйәләш­тереп, уны һу­нарға өйрәтергә тейешле­генән ғибәрәт йола. Икенсенән, халыҡ­тағы ҡош, бигерәк тә бөркөт культы, башҡорт телендә ҡош сөйөүгә һәм ҡырағай ҡоштарға бәйле тер­миндарҙың, шулай уҡ топонимик исемдәрҙең күп кенә булыуы.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507