Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телде өйрәнеү — үҙебеҙҙең ҡулда
Мин уҡытыусылар династияһын дауам итеүсемен. Олатайым Хөснөтдин Шәрәфетдин улы Хәлитов мулла булған, балаларҙы ла уҡытҡан, әсәйем Хәлиҙә Хөснөтдин ҡыҙы Хәлитова ғүмер буйы башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән белем биргән. Хеҙмәт юлымды Баймаҡ урта мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлап ебәрҙем, Салауат педагогия колледжында уҡытыусылар әҙерләнем, БДУ-ның Нефтекама филиалында студенттарға башҡорт телен өйрәттем. Филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен алдым. Әле Нефтекама ҡалаһының 1-се гимназияһында башҡорт теленән уҡытам.


Яҙмышым әлеге көнгә тиклем башҡорт теле менән бәйләнгән. Ғүмерем туған телде һаҡлау, сит күҙҙәрҙән, әсе телдәрҙән яҡлауға арналған. Күпме балала телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләнем, әле килеп әйтә­һе фекерҙәрем дә йыйылғандыр, тип уйлайым. Эйе, бөгөн был мәсьәлә иғтибар үҙәгендә тора. ЮНЕСКО мәғлүмәт­тәре буйынса, Ер йөҙөндә һәр 15 көн һайын бер тел юҡҡа сыға, ошо шарттарҙа ойошма уларҙың мөмкин тиклем күберәген һаҡлап ҡалыу яғында тора. Был кешелектең мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу һәм сағыштырмаса-тарихи тел ғилеме, этнография өсөн кәрәк.
“Юғалып барыусы донъя телдәренең атласы” мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 130-ҙан ашыу телгә юҡҡа сығыу хәүефе янай. Мәҫәлән, водь теле (15 кеше һөйлә­шә), кет теле (120 кеше), селькуп теле (600 кеше) һәм башҡалар. Ә башҡортса бөгөн күпселек башҡорт балаһы һөйләшә, әммә ул бик сикләнгән, өйҙә генә һөйләшеү ҡоралына әйләнеп бара.
Ошо шарттарҙа Башҡортостан башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау өсөн берҙән-бер урын булып ҡала. Тик үҙебеҙҙең республикала ғына яғымлы, йомшаҡ, ассимиля­цияға тиҙ бирешә торған телде һаҡлап ҡала алабыҙ. 1999 йылдың 15 февраленән алып “Телдәр тураһындағы закон”ға таянып, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытабыҙ. Шуны әйтә алабыҙ: беҙ — башҡорт теле уҡытыусылары — дәүләт заказын үтәүселәр, бөтә донъя кимәлендә торған глобаль проблеманы хәл итеүсе­ләр, сөнки артыбыҙҙа ЮНЕСКО тигән ҙур ойошма тора. Башҡорт теле уҡытыу­сылары көн һайын дәрескә килгәс, уларҙың иңенә оло бурыс йөкмәтелә, ул – бала­лар­ҙың күңелендә телгә ҡарата һөйөү, ихтирам уятыу, ә был, беләм, еңел түгел.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең ҡалала башҡорт телен өйрәнеү башҡа телдәр иҫәбенә алып барылмай, татар, мари телдәре лә уҡытыла. Әлеге көндә башҡорт телен белеү ни өсөн кәрәк тигән һорауҙы йыш ишетергә була. Уға уҡытыусы аныҡ яуап бирергә тейеш. Беренсенән, башҡорт теле менән ҡыҙыҡһындырырлыҡ алымдар ҡулланырға. Башҡорт телен еңел, аңла­йыш­лы юлдар менән өйрәтергә. Икен­се­нән, шуны аңлатырға: башҡорт теле Баш­ҡортостанда ғына яҡлау таба ала, башҡа төбәктәрҙә ул өйрәнелмәй, шуның өсөн ошо эшкә тик ерҙең ысын хужалары ғына тотона ала. Өсөнсөнән, башҡорт теле — Башҡортостанда дәүләт теле, шуға ла уны өйрәнеү һәр милләттәшебеҙҙең граж­дан­лыҡ бурысы булып тора. Ошо ерҙә йә­шәгәс, уның һыуын эскәс, дәүләт телен дә белергә, мәҙәниәтен, тарихын өйрә­нер­гә кәрәк. Был — һинең тәрбиә билдәһе. Дүртенсенән, башҡорт телен белеү һиңә башҡа төрки телдәрҙе — татар, ҡаҙаҡ, ҡыр­ғыҙ, төрөк, үзбәксәне өйрәнергә ҙур мөмкинлек бирә.
Башҡорт теленә сит илдәрҙә һәм өлкә­ләрҙә лә иғтибар итәләр. Беҙ барыбыҙ ҙа Берлин университетының Маргарет Эрсен-Рашты башҡорт телен өйрәнеүсе һәм өйрәтеүсе булараҡ белә инек, үкенескә ҡар­шы, быйыл ул вафат булды. Эшен да­уам итеүсе табылыр тип ышанабыҙ, сөнки Германияла уның иҫәпһеҙ-һанһыҙ студенттары ҡалды.
Беҙ американ Линдси Пегейҙы ла бе­лә­беҙ. Ул башҡорт телендә иркен аралаша, Рәми Ғарипов шиғырҙарын яттан һөй­ләй.
Ырымбурҙан Өфөгә килеп, башҡорт фи­лологияһы факультетында белемен ка­миллаштырған Вячеслав Чернев баш­ҡорт теленең рустар тарафынан да өйрә­нелә алыныуын раҫлаған күркәм өлгө булып тора. Иҫ киткес талант эйәһе Вячеслав телевидениела башҡорт телен өйрәнеү бу­йынса курс та алып барҙы. Тап рус ке­ше­һе тарафынан башҡорт телен өйрәтеү бик ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ иғтибар итә ал­маған күренештәрҙе ул икенсе төрлө күрә. Башҡорт телен Вячеслав уникаль һәм бирешмәүсән тел тип һанай, уның морфологияһы аныҡ һәм аңлайышлы, фонетикаһында тулы гармония, ә графи­каһының бер ниндәй ауырлығы юҡ – нисек әйтелә, шулай яҙыла: “Башҡорт телен бел­һәң, Яҡутстандан алып Төркиәгә тиклем йәшәгән халыҡтарҙың телен беләсәк­һең”, — ти ул. Шулай уҡ Вячеславтың башҡорт телен халыҡ-ара кимәлгә сығарыу теләге билдәле. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уның эске логикаһын, принциптарын аңлап алырға кәрәк, һүҙҙәрҙе лексик сос­тавы, йәғни телдең грамматикаһы менән берлектә өйрәнеү зарур.
Ялғауҙарҙы, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен белмәйенсә, уҡыусыны уҡырға һәм яҙырға өйрәтеүҙән файҙа юҡ, шуның өсөн дәрес һайын килеш, һан, зат ялғауҙарын өйрә­тер­гә кәрәк. Әйткәндәй, башҡорт телендәге килештәр ул тиклем күп тә түгел. Шулай уҡ өндәрҙе, дифтонгтарҙы дөрөҫ әйттереү ҙә мөһим (йы, йе, йо, йө, ый, ей, өй, уы, үе), бер өндө дөрөҫ әйтмәү бөтә һүҙҙең мә­ғәнәһен боҙоуға килтерә. Ни тиклем кү­берәк һүҙҙе үҙләштерһәң, телде шул тиклем яҡшыраҡ беләһең, тигән фекер хаталы. Һүҙҙәрҙе өйрәнгәндә, уның төҙөлө­шө­нә, фразеологияһына, этимологияһына иғтибар итеү кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт те­лендә һүҙҙәр аффикстар ярҙамында хасил була, приставкалар юҡ: эш – работа; эш-лә – работай; эш-кә – на работу; эш-тә – на работе. Телмәр үҫтереү һөйләүҙән, аң­лап тыңлауҙан башлана. Бында уҡы­тыусының уҡыуын, аудиояҙ­ма­лар тыңлау ҙа мөһим. Башта өс-дүрт һөйләмдән торған текстар тыңлана, ваҡыт үткән һайын улар­ҙың күләме күбәйә. Аҙаҡ тексты һөйләргә ҡушырға ла була.
Йомғаҡлап әйткәндә, башҡорт телен өй­рәнеү һәм өйрәтеү, пропагандалау – үҙе­беҙҙең ҡулда. Киләсәктә тел йәшәһен, сәскә атһын өсөн тик үҙебеҙ ең һыҙғанып эшләргә бурыслыбыҙ.

Роза ХӨСНУЛЛИНА,
Нефтекама ҡалаһындағы
1-се гимназия уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519