Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәбәрсенең дә хәлен белер кәрәк
Хәбәрсенең дә хәлен белер кәрәк Яҙған мәҡәләмде төҙәткеләп, урыны-еренә еткергәнсе шаҡтай ваҡыт үткән. “Кеше ҡалмағандыр, һуңыраҡ булып китте” тип эстән һөйләнә-һөйләнә, шулай ҙа ниндәйҙер өмөт менән, редакцияға барып керҙем. Тып-тын. Был изге урында, йәғни һәр кеше яҙмышына ҡағылған хәл-ваҡиғаларҙы бәйән иткән бинала, мин кергән һайын һәр хеҙмәткәр тауыш-тынһыҙ ғына үҙ эше менән мәшғүл.


Еҙем буйы ҡыҙы бит!

Икенсе ҡатҡа менгәс тә, ҡаршы бүлмәгә йүнәләм. Ишек шаҡыйым. “Керегеҙ!” тигән таныш тауышты ишеткәс, ҡыуанып киттем. Күҙлеген ҡолағынан ысҡындырыбыраҡ, саҡ ҡына аҫҡа төшөрөп, Индира ишек яғына ҡараны. Ҡулында төп хеҙмәт ҡоралы – ручкаһы, алдында яҙылып бөтөп барған ҡағыҙ бите.
– Әйҙүк-әйҙүк! Рәхим итегеҙ, улты­ры­ғыҙ! – тип тороп урын тәҡдим итте. Йәш араһы әллә ни ҙур булмаһа ла, шулай оло­лоҡлап өндәшеү күңелгә йылылыҡ бирҙе.
-Яҙылып бөтмәгән мәҡәләмдең осона сығайым тип ултырам. Иртәгә баҫмаға би­рергә кәрәк ине, – тип үҙе икенсе өҫтәл яғына атланы. Унан сәйнүк алды ла сәй ҡуя башланы.
– Юҡ-юҡ, сәйләп тормайыҡ, һиңә лә ҡайтырға кәрәк, – тип уны эшенән айырға­ныма бер аҙ үкенеп ҡуям, сөнки фекерең өҙөлөп ҡалһа, аҙаҡ осона сығырмын тимә. Ижад кешеләре был хаҡта яҡшы белә.
– Баянан бирле сәй эске килә, тик ҡа­ғыҙҙан айырылып булмай. Ваҡытлы кил­дең әле, – тип Индира Айҙар ҡыҙы өҫ­тәл­гә ризыҡ ултырта башланы. Һүҙгә һүҙ ял­ға­нып, сәй эсә-эсә байтаҡ ултырып ташла­ғанбыҙ...
“Был ҡыҙ ниңә шулай сибәр икән тиһәм, йәмле Еҙем йылғаһында һыу инеп үҫкән икән!” – халыҡ телендә ошонда фекер йөрөй. Был һүҙ йылдың дүрт миҙгелендә дүрт сүрәткә кергән Мағаш тауы, көмөштәй сылтырап аҡҡан йылы Еҙем буйында уйнап үҫкән Юлыҡ ауылы ҡыҙы Индираға ла ҡағыла. “Рауза менән Айҙар Әлибаев­тарҙың тәүҙә өс балаһы өйҙәрендә янып үлде, аҙаҡ тағы бер ҡыҙҙары мәрхүм булды. Был хәтле лә ауыр ҡайғыны күтәрә алмаҫтар тип, Аллаһ Тәғәлә уларға өс ҡыҙ бүләк итте. Өсөһө лә ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ! Иҫән генә, һау ғына булһындар инде. Ғаиләләренә башҡа ҡайғы килмә­һен!” – ти торғайны инәйем элегерәк. Моға­йын, сабыйҙарҙың исем туйҙарынан ҡай­тып һөйләгән һүҙҙәре булғандыр инде оло кешенең. Кемдәр тураһында әйтә икән тип уйлай ҙа ҡуя инем. Бәләкәй саҡта белмәгәнмен шул. Юлыҡ мәктәбенә уҡырға барғас ҡына улар менән таныштым. Һу­ңы­раҡ Рауза әбейҙең инәйемдең йәшлек дуҫы, яҡын әхирәте булыуын да белдем. “Улай ғына ла түгел, беҙҙең нәҫелдән улар”, – тине инәйем. Шунан ошо хәбәрҙе бәйән итте...

Ете быуыныңды бел...

Инәйҙәр яғынан ҡарт олатайҙар йәш саҡ­тарында бергә Бөрө яҡтарында руда сығарыу эшендә йөрөгән. Бер аҙ ваҡыттан хужаларына эшселәрен таратырға тура килә. Сығыштары менән Татарстандың Миң­зәлә районынан булһалар ҙа, революцион сыуалыш ваҡиғалары ике дуҫты – Хәсән менән Зыяны (ҡарт олатайҙарҙың исемдәре) беҙҙең яҡтарға уҡ килеп сығыр­ға мәжбүр итә. Улар хәлле һәм маллы йә­шә­гән кешеләргә эшкә урынлашып, төпләнеп китә.
Аҡташ ауылы байы уларҙы эшсе генә итеп тотмай, уллыҡҡа ла ала. Икеһенә лә Һабайҙа өй һалыша, шунда күсергә ярҙам итә. Бер аҙҙан Хәсән, уныһы беҙҙең ҡарт олатайыбыҙ, Еҙем-Ҡарандан кәләш алып ҡайта. Зыязетдин оҙаҡ өйләнмәй. Хәсән дуҫының ҡатыны, минең ҡарт өләсәйем Хәсбиямал, үҙенә нәҫел һеңлеһен димләй. Бына шул ҡыҙҙар Мәжит Ғафуриҙың ике туғандары булып сыға ла инде. Шунан китә инде бая мин әйткән нәҫел ептәре.
Егеттәр бик аҡыллы, уңған була. Гөр­лә­теп донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Хәсән Гәрәев менән Хәсбиямалдың ғаи­лә­һендә ун бала, дуҫы Зыязетдин Ғилман­шин менән Хәсбийыһан ғаиләһендә ике бала – Абдулла менән Рауза үҫә. Һуң өй­лән­гәнгә күрә, Зыя ҡарттың ҡыҙы Рауза ме­нән Хәсән ҡарттың ейәнсәре Сәғиҙә (ми­нең инәйем) әхирәттәр булып үҫә лә инде.
Хәсән ҡарт ауырып, донъянан бик иртә китә. Дуҫы Зыя бабай бик уҡымышлы була, әбейе менән икәүләп дин тоталар. “Намаҙ уҡыған саҡтарында Мәрүә (өсөнсө әхирәттәре) менән барып керһәк, Рауза ип­ләп кенә беҙҙе алып сығып китә торғай­ны. Беҙгә уларҙың уҡығаны ҡыҙыҡ, күҙәтке килә ине”, – тип хәтерләй инәйем бала сағын.
Олатай-өләсәйҙән ҡалған уҡымыш­лы­лыҡ, егәрлелек, иплелек балаларына ла күскән, өс ҡыҙы ла тәртипле, уңған, тырыш, донъясыл, тип маҡтай уларҙы инәйем. Мин дә һүҙгә ҡушылып китәм. “Индираға Эльнара ҡыҙы алтын юбилейына Индо­не­зияға юллама бүләк иткән икән. Әле шунда ял итеп, сит-ят яҡтарҙы күреп йө­рөп ҡайтҡан”, – тинем. “Бына бит, алма аға­сынан йыраҡ төшмәй! Маладис!” – ти инәйем.

Хеҙмәткә тоғролоҡ

Индира сәғәтенә ҡарап алды. Ҡайтыр ваҡыт та еткән. Еткән генә тиһең, уҙып кит­кән. Бергәләп урамға сығабыҙ. “Ҡай­һы­лай тышта көн матур икән! Бүлмәлә ул­тырып, йәйҙең матурлығын да күрмәй ҡалаһың ҡайһы ваҡыт. Өйҙә лә әллә күпме эш-мәшәҡәт көтә”. Шулай бер-беребеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ теләп таралышабыҙ.
Ижад кешеһе ҡабаланып йөрөй алмай­ҙыр. Тирә-яғын күҙәтеп, уйланып бара тор­ғас, алда яҙыласаҡ эшенә фекер ебе төйнәй, башҡарған эшен барлап атлайҙыр ул. Әллә күпме кешенең яҙмышы, тормошо хаҡында шулай төптән уйлап һүрәтләмәһә, мәҡә­ләләре йылы булмаҫ ине. Индира Иш­кинаның яҙғандарын еңел генә, бер тын алыуҙа уҡып сығаһың бит!
Мин дә уның менән хушлашҡандан һуң ошо хаҡта уйландым. Бара торғас, хәбәр­се­нең дә хәлен белергә, улар тура­һында ла яҙырға кәрәк әле, тигән уй килде. Журналистың үҙе хаҡындағы яҙмаларҙы бик һирәк осратырға тура килә.
Хәбәрсе эше еңелдән түгел, быны һәр кем белә. Һәр яңылыҡтың уртаһында булыу, асылына төшөнөп яҡтыртыу – төп бурыс. Юғары белемле белгес йәп-йәш кенә көйө район гәзите редакцияһы ишеген асып кереп, секретарь-машинистка, корректор, хәбәрсе­нән алып бүлек мөдиренә тиклем хеҙмәт баҫҡыстарынан күтәрелеп, яратҡан эшенә 30 йыл ғүмерен бағышла­ған Индира Айҙар ҡыҙы был хаҡта яҡшы белә. Бөгөн дә туған гәзитенә тоғро хеҙмәт итә ул.

Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 401

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497