Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала сағымдың наҙлы моңо, яҡты нуры
Бала сағымдың наҙлы моңо, яҡты нуры Оҙаҡ йылдар уның менән иркенләп һөйләшеп ултырырға форсат теймәне. Ә мин уның менән еңел-елпе, аяҡ өҫтө генә әңгәмәләшә алмайым, сөнки уҡытыусым ғына түгел, ә бала саҡ йылдарымдың наҙлы моңо, гел алға саҡырып тороусы яҡты нуры ла ул. Һуңғы осорҙа осрашҡылап торабыҙ, һәр күрешеү күңел айрамына әйләнә. Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың класташы, үҫмер саҡтар көндәлектәренең бер геройы булған Тайфа апай – ил хәстәрен иңенә һалып, тулы тормош менән йәшәгән һәм ғүмерен ихлас­тан киләсәк быуынға тәрбиә һәм белем биреүгә арнаған аҫыл заттарыбыҙҙың береһе. Изгелеккә, рух ыҡлығына, илһөйәрлеккә, тырышлыҡҡа, саф күңеллелеккә, матурлыҡты яратырға өйрәткән кеше үҙе лә ошо сифаттарға эйә булырға тейеш. Тап бына Тайфа Шакир ҡыҙы Ғәбитова кеүек.
Тәү күреүҙән ғашиҡ булдыҡ
Беҙҙең Һарыш ауылында башланғыс мәктәп кенә ине (хәҙер уныһы ла ябылды). Ете саҡрым йыраҡлыҡтағы колхоз, ауыл Советы булған Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә (хәҙер инде башланғыс мәктәп) йөрөп уҡыйбыҙ. Бала саҡта йәй бик оҙон күренә. Яңы уҡыу йылын көтөп алабыҙ. Уҡытыусыларыбыҙ, тирә-яҡтағы ете ауылдан йөрөп уҡыған һабаҡташтар һағындыра.
Беҙҙең алтынсы кластар ҡояшта янып, үҫеп, хәлдән килгәнсә матурыраҡ кейенеп, ҡыңғырау тауышы ишетелгәнен көтөп, мәктәп ишеге алдында өсәр-дүртәр кеше йыйылып хәбәр һөйләшә, сер уртаҡлаша. Бер-бер артлы байрамса кейенгән шат йөҙлө уҡытыусыларыбыҙ мәктәпкә инеп китә. Араларында беҙ танымағандары ла бар.
Бына алдыбыҙға оҙон һомғол буйлы, беҙ ғүмерҙә күрмәгән ҡара-һоро төҫтәге плиссе-итәк (шулай аталғанын, әлбиттә, һуңынан ғына белдек), аҡ ебәк кофта кейгән, сәсен башына өйөп бик матур прическа эшләгән, ялтырап торған бейек үксәле туфли кейгән йәш кенә апай йылмайып килеп баҫты. Беҙ ауыҙыбыҙҙы асып, уға ҡарап торабыҙ. Яңы уҡытыу­сымы был, әллә иҫ китмәле матур ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтенә ингән фәрештәме? Апайҙың тауышы ла бик яғымлы икән: моңло ла, дәртле лә, күңелгә шундай яҡын:
– Алтынсы класта уҡыусылар бармы бында? Булһа, әйҙәгеҙ, бүлмәгә инәйек. Мин һеҙҙең яңы класс етәксегеҙ Тайфа Шакир ҡыҙы булам.
Ур-ра! Ошондай ҙа һөйкөмлө апай беҙҙең класс етәксеһе буласаҡ! Шатлана-шатлана парталарға инеп ултырҙыҡ. Тәү күреүҙән үк класыбыҙ менән ғашиҡ инек уға. Ул уҡытҡан рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен көтөп алабыҙ, һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлайбыҙ, сөнки бала күңеле үҙен аңлағандарға, үҙен шәхес булараҡ хөрмәт иткәндәргә тартыла. Яңы уҡытыусыбыҙ тап шундай: уҡыусы­ларын ярата, уларға ихласлап белем бирергә тырыша. Ғәҙел, талапсан, һәр яҡлап белемле, һәр кемдең күңеленә юл табырға, ярҙамға килергә, аҡыллы кәңәш­тәрен бирергә әҙер уҡытыусыны борсол­дормаҫҡа, дәрестәренә әҙерләнеп килергә тырышаһың бит.
Айырыуса класс сәғәттәрен, пионер отряды, мәктәп байрамдарын көтөп алдыҡ. Бигерәк тә уларға әҙерлек эштәре оҡшай ине. Тайфа Шакир ҡыҙы ипләп кенә ғаилә хәлдәребеҙҙе, ниндәй фәндәрҙе, ниндәй уйындарҙы яратыуыбыҙҙы, китаптар уҡыуыбыҙҙы һораша, эш араһында ғына кәңәштәрен дә биреп өлгөрә. Ата-әсәләребеҙ менән дә дуҫлашып алды. Минең әсәйем уны хатта әхирәте һымаҡ күрә башланы. Бала күңеле һиҙгер: белеп-күреп торабыҙ, башҡа уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ярата уны. Икеһе лә бер фәндән уҡытҡанғамы, бигерәк тә Мәрйәм Закир ҡыҙы Мөхәмәтшина менән дуҫ булдылар. Бер-береһенең дәрестәре­нә инделәр, серҙәрен уртаҡлаштылар, уҡыусылары менән тематик кисәләргә, байрамдарға әҙерләнеү, яңы йырҙар өйрәнеү, күмәкләп китап уҡыу, мәктәп баҡсаһында эшләү кеүек сараларҙы бергәләп ойошторҙолар.
Балалыҡ менән шулай булырға тейештер тип ҡабул ителгән эштәрҙең күбеһе уҡытыусыбыҙҙың үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгәнлеге, бар күңелен балалар тәрбиәләүгә, уларҙы һәр яҡлап белемле итергә тырышыуынан килеүен йылдар үткәс тағы ла асығыраҡ тояһың. Нисек өлгөргәндер, үҙ дәрестәренән, класс етәксеһе мәшәҡәттәренән тыш ул һәр беребеҙ менән айырым шөғөлләнде: “Йәш әҙәбиәтселәр”, “Тасуири уҡыусылар”, “Йәш рәссамдар”, “Ҡул эше оҫталары” һәм йыр-моң, драма түңәрәктәрен алып бара ине. Быларҙан тыш, башҡа уҡытыусылар ойошторған еңел атлетика, шахмат, шашка уйындарына, саңғы ярыштарына ҡыҙ һәм малайҙарҙы йәлеп итте.
Офицер ире сит илдә хеҙмәт иткәнлек­тән, Ватан исемле кескәй улын бер үҙе ҡарай, кемдәлер фатирҙа торалар. Ҡайҙа инде ул саҡта ауылда айырым бүлмәләр, душ-ванна кеүек уңайлыҡтар?!
Ватан әсәһе дәрес биргәндә ҡайҙа тороп торғандыр, дәрестән тыш эштәр мәлендә ситтәге партала ултырып һүрәт төшөрә. Һирәк кенә әсәһе менән һөйләшеп алалар ҙа тағы ла онотолоп ижадҡа тотона. Шулай хәтерҙә ҡалған.
Тағы ла Тайфа апайҙың башҡа кеше­ләрҙән айырылып торған сифаты – ул һәр саҡ матур, бөхтә кейенеп йөрөнө. Уҡыусыларҙың йөҙөн йыртып, кәмһетеп әрләмәне. Бәлки, шуғалыр ҙа балалар, уның дәресен иғтибар менән тыңлап, ҡулдарынан килгәнсә һәйбәт уҡырға тырышты. Тайфа Шакир ҡыҙының дәрестәре лә ҡыҙыҡлы үтә ине шул. Бигерәк тә рус әҙәбиәте дәресендә әҫәрҙәр өҫтөндә ентекле эшләтә: анализ да яһайбыҙ, йөкмәткеһенән сығып һүрәттәр төшөрәбеҙ, тормошсан хәлдәр тураһында үҙебеҙсә фекер алышабыҙ, бәхәс ҡорабыҙ. Ә шиғырҙарҙы нисек килештереп уҡырға өйрәнеп алдыҡ: ауыл клубындағы кисәләрҙә, мәктәп сараларында класыбыҙ менән ҡатнашҡан саҡтар булды. Колхоз радио үҙәге аша шиғыр һәм йыр концерты менән сығыш яһаһаҡ, ете ауылдың һәр өйөндә яңғырап торҙо.
Бындай сараларҙан кемдең ситтә тороп ҡалғыһы килһен?! Һәр кем тырыша, һәр кем бар күңелен һалып әҙерләнә. Ә инде дәрестән тыш бирелгән шиғырҙарҙы тасуири ятлап һөйләү – дәрескә әҙерләнеп килеүҙең иң юғары нөктәһе. Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡығанымда тиҫтәләрсә шиғырҙы, хатта башҡортса поэмаларҙы яттан белеүем һәм республика тасуири уҡыусылар конкурсында ҡатнашып (жюри рәйесе СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Бикбулатова ине), еңеүсе исеме яулауымдың башында Тайфа Шакир ҡыҙы булды.
Бер саҡ, алтынсы кластың яҙында, үҙем дә бер шәлкем шиғыр яҙып, уҡы­тыусыма күрһәттем. Элегерәк тә стена гәзите өсөн яҙғылай инем, ә былары ысын шиғырға оҡшап торған һымаҡ булғас, класс етәксем һәм әсәйем менән кәңәш­ләшеп, “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһына ебәрҙек.
“Әлегә баҫырлыҡ түгел, шулай ҙа...” тип башланған бер нисә хат-яуап алғас та, уҡытыусым ебеп төшмәҫкә өндәне. Кәңәштәрен биреп, илһам ҡанаттарына көс-ҡеүәт өҫтәне.
Берҙән-бер көн “Таң” тип аталған шиғырым гәзит битендә донъя күргәс, бөтә мәктәп гөр килде. Уҡытыусым туҡтап ҡалмаҫҡа кәңәш биреп, яңы шиғырҙар яҙып алып килеп күрһәтеүемде көтә башланы (һәр хәлдә миңә шулай тойола ине). Ҡыҙыҡһынған кеше уҡытыусың да булғас, нисек яҙышмайһың?!
Уҡытыусым киткәс, үкһеп илағаным хәтерҙә...
Ә етенсе класҡа уҡырға килгәндә, яратҡан уҡытыусыбыҙ Себенле мәктәбен­дә уҡытмай ине инде. Башҡалар хаҡында әйтә алмайым, ә мин уҡыуҙан ҡайтышлай уны юҡһынып, үкһеп-үкһеп илағаным хәтерҙә. Бала саҡта кисергәндәр ғүмерлек­кә иҫтә ҡала. Әле лә, ул саҡтарға ярты быуаттан артығыраҡ ваҡыт үтһә лә, ос­тазымдың ижадҡа дәртләндереүе, яғым­лы, етди, аҡыллы, шул уҡ ваҡытта дәртле тауыш менән яңы дәресте аңлатыуы күҙ алдымда. Дәрестәрҙән һуң ауылға ҡайтып, тамаҡ туйҙырып, бер аҙ йорт эштәрендә ата-әсәләргә ярҙам иткәс, елкенеп, шатланып тағы ла ете саҡрым алыҫлыҡтағы мәктәпкә, бөтә шәхси эштәрен ҡалдырып, беҙҙең менән өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн көтөп, магнит һымаҡ тартып торған уҡытыусыбыҙ янына ашығыу ваҡыттарын һәр саҡ һағынып иҫкә алам!
Бер йыл эсендә яҡты нур булып йөрәккә инеп ҡалған Тайфа апайыбыҙҙы ла үткән­дәрҙә ҡалдырып, һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамларға әҙерләндек. Йөрөп уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре балаларға ла, ата-әсәләргә лә еңелдән булмаһа ла, хәл юҡ: бер нисә бала туғыҙынсы класҡа район үҙәгендәге 1-се башҡорт мәктәп-интер­натҡа юлландыҡ. Ситкә китеп, артабан уҡыу мөмкинлеге тапмағандар араһында беҙҙе оҙатҡанда илап ҡалғандары ла булды.
Раевкаға килгәнем бар ине, әлбиттә, барыбер сит инде был төбәк ата-әсә ҡуйынынан саҡ сығып, инде белем юлын яңғыҙ дауам итергә тейешле ун дүрт йәшлек үҫмер балаға. Ул ваҡытта әле интернат та юҡ. Ят кешеләрҙә йәшәргә, оло райүҙәк аша мәктәпкә йөрөргә кәрәк. Дуҫ-әхирәттәр, өйрәнгән уҡытыусылар юҡ.
– Гөлфиә, һин IX А класында уҡый­һыңмы? – тигән таныш танһыҡ тауышты ишетеп әйләнеп ҡараһам, ҡыуанысымдан телһеҙ ҡалдым: алдымда төштәремә инеп һағышландырған Тайфа апайым, ғәҙә­тенсә, һынаулы ҡарап, йылмайып баҫып тора. Бына бәхет: хәҙер был мәктәптә мине белгән кеше, таянысым, кәрәк икән, яҡлаусым да бар. Йөрәгемә көс инде, күңелемә дәрт ҡунды.
Йәшәү, ауылға ҡайтып йөрөү шарттары, туҡланыу кимәле, әлеге күҙлектән ҡара­ғанда, бик түбән булһа ла, киләсәккә өмөт менән йәшәнек. Тайфа Шакир ҡыҙы бында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта икән. Көн дә тиерлек уҡыуымды, хәлемде һораша. Уның аша шиғыр яҙыуымды белгәс, мине мәктәптә уҙған төрлө тематик кисәләрҙе алып барыуға йәлеп иттеләр. Уларҙы шиғыр менән алып барам, айырым номер итеп тә уҡыйым. Класташтар араһында ла абруй күтәрелеп китте.
Радионан Сәриә Мәһәҙиева тигән хәбәрсе килеп төштө бер көн. Мин уны беләм: “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитендә эшләгәнендә “шиғырҙарыңды йә баҫабыҙ, йә әлегә баҫып булмаҫ” тип хаттар яҙа торғайны. Дружина эштәре хаҡында һөйләүҙе миңә йөкмәттеләр. Ни тиһәң дә, Себенлелә уҡыған саҡта республика конкурсында тасуири уҡыу буйынса еңеүсе булған кешемен бит. Ә хәбәрсегә ниңәлер оҡшаманым, яңынан уҡыта ла яңынан уҡыта. Асыу килә башланы. “Башҡа уҡырҙай уҡыусығыҙ юҡмы ни?” – ти хәбәрсе.
– Бар ҙа, бөгөн мотлаҡ Гөлфиә Юнысова уҡырға тейеш, – тип ныҡ тора уҡытыусым. Өфө ҡунағына уның һүҙҙәрен үтәүҙән башҡа сара ҡалмағандыр: магнитофонына минең сығышты яҙҙырып ҡайтып китте.
Әйткәндәй, байтаҡ йылдар үткәс, Сәриә Сәмиғулла ҡыҙы Мәһәҙиева менән бергә оҙаҡ ҡына “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһында мин мөхәррир, ул бүлек мөхәррире булып эшләргә, унан аҙағыраҡ та, Сәриә апай 86 йәшендә вафат булғансы, аралашып йәшәргә насип итте. Мәктәптәге тәүге осрашыуыбыҙҙы ла хәтергә алғаныбыҙ булды.
Йылдар үткәс, был хәлде иҫкә төшөрөп, уҡытыусыма рәхмәт уҡыйым. Уның педагогик талантына, алдан күрә белеү ҡеүәһенә һоҡланам. Әгәр ул хәбәрсенең теләген үтәйем тип минең магнитофондан һөйләүҙе яҡламаһа, үҙ-үҙемә ышанысымды юғалтып, сәхнәләрҙән, радио-телевидение аша һин дә мин сығыш яһарға баҙнат итмәҫ инем йәки үҙ-үҙемде еңә-еңә генә өлгәшер инем ундай мөмкинлеккә.
Шиғыр яҙырға асҡыс бирҙе
Балалар тапшырыуҙарын алып барыр өсөн Башҡортостан телевидениеһына ла йөрөнөм әле мин ике йыллап. Алып барыусы малай – 1-се мәктәп-интернат уҡыусыһы, ҡыҙ – Раевка мәктәбенән – мин. Әле уйлап ҡуйғылайым; алып барыу­сы ҡыҙҙы Өфө мәктәптәренән тапманылармы икән?
Бер үҙем электричкала барам. Әйтелгән сәғәттә тура эфир башлана. Ул саҡта яҙып алыу юҡ. Эшем бөткәс, кире ҡайтып китәм: ҡурҡыу ҙа, уңайһыҙланыу ҙа һәм, әлбиттә, гонорар тип, исмаһам, юл хаҡы түләү ҙә юҡ. Эйе, уныһы ла ваҡ мәсьәлә булмағандыр уҡыусы балаға. Тик ни тиклем ҙур тәжрибә бит инде ул киләсәктә уҡытыусы йәки журналист булам тип хыялланған кешегә телевидениела сығыш яһап өйрәнеү.
Был эштең башында ла Тайфа апайҙың тороуында шигем юҡ. Уның тәҡдименән башҡа Өфөгә кем мине белеп, саҡырып торһон инде?!
– Гөлфиә, шиғырҙар яҙыламы? – тине уҡытыусым, дәрестән һуң кабинетына саҡырып.
– Яҙғым килә лә, бүлмәлә дүрт ҡыҙ йәшәйбеҙ бит (ул саҡта яңы мәктәп-интернатҡа күскәйнек), тыныс мәлдәр һирәк була. Гөрләшеп йәшәйбеҙ...
Уҡытыусым һаман төпсөнә:
– Яңғыҙ ҡалған саҡта ғына тыуа шиғыр, тиһең инде?
– Яҙа башлағанда янда кеше булмаһа, аҙаҡ мин уларға иғтибар ҙа итмәйем ул...
– Беләм шиғырҙарҙың нисек яҙылғанын. Рәми ағайың да буш бүлмәгә бикләнеп йәки китапхананың аулағыраҡ мөйөшөн һайлап, шунда яҙыша торғайны.
Ғәжәпләнеп ҡарағанымды күреп, Тайфа апай һүҙен дауам итә: “Эйе, эйе, хәҙер билдәле шағир булып киткән Рәми Ғарипов менән бер класта уҡыныҡ беҙ. Йә, ярай, һинең һорашҡың килеүен белеп торам. Әлегә ҡабаланам. Бына һиңә башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәһенең асҡысы. Кистәрен ошонда инеп, иркенләп дәрес әҙерләргә, шиғыр яҙырға мөмкинлегең булыр”.
Йылы, аулаҡ, уңайлы бүлмә, тағы нимә кәрәк яңғыҙ ҡалып, уйланып, уҡып, яҙышып ултырырға хыял иткән кешегә?! Өйҙә лә йорт тулы ҡусты-һеңлеләр, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған эштәр. Бында ла шул уҡ хәл: кем уҡый, кем бейей, кем хәбәр һөйләй, тигәндәй. IX-X кластарҙа уҡығанда шиғыр яҙмаған көнөм, дөрөҫөрәге, кисем булмағандыр. Улар шәлкем-шәлкем булып “Башҡортостан пионеры” һәм район гәзиттәрендә баҫылып тора. Район гәзите хатта арыу ғына итеп гонорар ҙа түләй. Әхирәттәремде кәнфит, печенье менән һыйлағандан ҡалғаны ваҡ-төйәк кәрәк-яраҡ алыуға китә.
Һәр уҡыусының үҙ Тайфаһы
Унынсыла уҡып йөрөгәндә, минең өсөн тағы ла бер иҫтәлекле ваҡиға булып алды. Әҙәбиәтте яратҡан, үҙ эшенең оҫтаһы булған тәжрибәле педагог Тайфа Шакир ҡыҙы тағы ла бер яуаплы хеҙмәт башҡара икән: уға йыл да Башҡорт дәүләт университетының филология факультетынан студенттар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса практика үтергә килә. Беҙҙең класҡа ла инәсәктәр икән.
– Был юлы араларында йәш әҙиптәр күп, яҡташыбыҙ Рәшит Шәкүров та бар, – тине Тайфа Шакир ҡыҙы.
Практиканттар эште мәктәптең спорт залын клуб һымаҡ итеп ҡулайлаштырып, ҙур кисә ойоштороп башлап ебәрҙе. Бер юлы күпме шағир күрҙек! Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбулатов, Риф Мифтахов, Риф Тойғонов, Тимер Йосопов бер-бер артлы шиғыр уҡый, көлдөрөп тә алалар, ә Әхмәт Сөләймәнов, Тимерғәле Килмөхәмәтов башҡорт әҙәбиәте хаҡында һөйләй. Зал гөр килеп ҡул саба.
Минең шиғыр яҙғанды ла беләләр икән, үҙҙәре ыңғайына сәхнәгә саҡырып, йәш шағирә тип иғлан итеп, шиғыр уҡыттылар. Кәйеф китте күтәрелеп. Илһам килде, тип әйтеп булмай, ул көндәрҙә мин илһам эсендә йөҙөп йөрөнөм. Студент-шағирҙарҙы оҙатҡанда Тайфа Шакир ҡыҙы Рәшит ағайға минең бер дәфтәр шиғырымды тотторҙо.
– “Совет Башҡортостаны”на (хәҙерге “Башҡортостан”) бер шәлкем әҙерләп бирергә мөмкиндер, тип уйлайым, – тине.
Рәшит ағай ул саҡта “Совет Башҡортос­таны”нда эшләп йөрөй ине. Бер аҙнанан Рәми Ғариповтан шиғырҙарыма фатиха биргән (ул да гәзиттә бүлек мөхәррире булған) хат килеп төштө. Аҙаҡ Рәшит ағайҙың “Аҡ юл һиңә, Гөлфиә!” тигән баш һүҙе менән бер ҙур шәлкемем баҫылып та сыҡты.
Ошонан һуң уҡытыусым мине БДУ-ның филология факультетына, ошо шағир студенттар уҡыған ергә әҙерләй башланы. Уҡылған китаптар хаҡында һөйләшәбеҙ, яңыларын табып уҡыйбыҙ, ятлаған шиғыр­ҙарҙың иҫәбе лә юҡ. Бер саҡ ул бер төркөм уҡыусыны баш ҡалаға музейҙарға экскурсияға алып барҙы. Өфөлә йөрөрлөк аяҡ кейемем юҡ бит, тигәс, үҙенең бер пар туфлийын килтереп бирҙе.
Ә бит ул минең менән генә шөғөл­ләнмәгән. Һәр уҡыусыһына дәрестәрҙә генә түгел, айырым иғтибар ҙа бүлә белгән. Ынтылыштарына, ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап, һабаҡташтар осрашҡанда һөйлә­шеп, мәктәбебеҙҙе, уҡытыусыларыбыҙҙы хәтерләп алабыҙ бит инде. Был әңгәмәлә Тайфа Шакир ҡыҙы үҙәктә. Мәҫәлән, Башҡортостан телевидениеһының “Көн­дәлек” тапшырыуында ҡатнашҡан күре­некле артистарыбыҙ Миңзәлә Хәйруллина менән Светлана Хәкимова уҡытыу­сыбыҙҙың шиғырҙарҙы, прозанан алынған текстарҙы тасуирлап уҡырға өйрәтеүе, әҫәрҙәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыуҙары, әҫәрҙең идея-йөкмәткеһе, геройҙар хаҡын­дағы диспуттар ойоштороуын хәтергә алды. Ә инде буласаҡ композитор Роберт Тимербаевты, ҙур баянынан башы ғына күренеп торған һәләтле шуҡ малайҙы, мәктәп сараларына, концерттарға йәлеп итергә тырышыуы хаҡында Тайфа апай үҙе көлә-көлә һөйләгәйне.
Минең оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән һеңлем Зәйтүнә Аҙнағол ҡыҙы Даянованың күңелендә педагогтың ҡабат­ланмаҫ дәрестәре, уларҙа ҡулланылған тормошсан сағыштырыуҙар, мәҡәл-әйтемдәр, күргәҙмә-әсбаптарҙы файҙа­ланыу алымдары ҡалған. Класташым Салауат Фәйзуллин, Раевкала йәшәгәс, Тайфа Шакировнаның хәлен беҙгә ҡарағанда йышыраҡ белешә. Ул – юғары белемле ауыл хужалығы белгесе, үҙ һөнәренә яраш­лы төрлө етәксе вазифалар баш­ҡарҙы. Әлегәсә башҡорт баҫмаларын, башҡорт әҙәби китаптарын ҡыҙыҡһынып уҡып барған рухлы ир-уҙаман ул һабаҡ­ташым. Шуға ла уҡытыусыбыҙға ҡарата әле лә иғтибарлы һәм ихтирамлы. Ҡыҫҡаһы, һәр уҡыусының үҙ Тайфаһы, үҙ уҡытыусыһы.
Тайфа Шакир ҡыҙының фәһемле тормош юлы, хеҙмәттәге уңыштары хаҡында күп кенә яҙылған матбуғат биттәрендә.
Бына Әлшәй ҡыҙы, билдәле журналист Альмира Кирәева (уҡытыусыбыҙ ҙа уны үҙ ҡыҙылай яҡын күрә) яҙған юлдарҙан бер өҙөк: “Башҡорт телен, әҙәбиәтен, ха­лыҡ ижадын, ер-һыу атамаларын өйрә­неүҙә ҡасандыр ошо мәктәптә эшләп киткән мәшһүр мәғрифәтсе, халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов һалған традиция­ларға таянып, уларҙы үҫтереп, байытып эшләй Тайфа Ғәбитова. Тиҙҙән Әлшәй уҡытыусыһының педагогик тәжрибәһе күренекле ғалимдар, тел белгестәре тарафынан юғары баһа ала. Уның методик эшләнмәләрен башта районда, унан бөтә Башҡортостанда өйрәнә башлайҙар. Тайфа Шакир ҡыҙына “Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “Уҡытыусы-методист” исеме бирелә. Раевкалағы 1-се башҡорт мәктәбе республикала алдынғы тәжрибә мәктәбенә, БДУ-ның филология факультеты студенттары өсөн практика үтеү базаһына әүерелә”.
Т. Ғәбитованың 60-лап уҡыусыһының юғары уҡыу йорттарының башҡорт фи­лологияһы факультетын тамамлап, уның юлынан китеүе үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Уҡытыусы, әҙәбиәтсе булып китмәгән уҡыусылары ла күңелдәрендә әсә теленә һөйөү һаҡлай, шул һөйөүҙе һалған кешегә ҡарата сикһеҙ ихтирам хисен йөрөтә. Шулай булмаһа, инде олпат ир-уҙамандар, мәртәбәле ханымдар әле булһа уның хәлен белергә, үҙҙәренең ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашырға килеп йөрөр инеме?!
Көслө рухлы, донъянан йәм, хеҙмәтенән тәм табып, яҡындарының, ғөмүмән, уны белгән кешеләрҙең ихлас хөрмәтен тойоп йәшәүселәр өсөн бәхет һәм уңыш бик еңел бирелгән һымаҡ тойола. Ә бит бәхет тә, хөрмәт тә еңел генә яуланмай. Тайфа Шакир ҡыҙы һымаҡ һикһән ете йәште аша атлаған шәхестәргә бындай үрҙәргә етеү өсөн ғүмер буйы күтәрелергә кәрәк. Намыҫлы тырыш хеҙмәтең, изгелекле саф күңелең, камил аң-белемең, зирәклегең, маҡсатыңа тоғролоғоң, һөнәри оҫталығың һәм, әлбиттә, түҙемлегең менән яулана бейеклектәр.
“Беҙҙе балалар йорто үлемдән ҡотҡарҙы”
Әллә Тайфа Шакир ҡыҙының тормошо еңел булған тиһегеҙме? Һуғыш осоро балалары... Ошо һүҙбәйләнеш үҙе генә лә күпме тарихи ваҡиғаларҙы, һыҙланыулы кисерештәрҙе, еңелеү һәм еңеүҙәрҙе үҙ эсенә ала.
Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ ауылы уҡытыусыһы Гөлмәнәүәр Ғабсабирова, ире фронтҡа киткәс, береһенән-береһе бәләкәй алты баланы яңғыҙ үҫтерергә мәжбүр була. Аслыҡ, яланғаслыҡ уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәй. “Алабута, бал­тырған, кесерткән, картуф төп ризыҡтарҙан һанала. Ҡышын улары ла булмай. Әсәйемә, уҡытыусы булараҡ, бер стакан он бирәләр, һуған үҫтерә инек, шулар менән тамаҡ ялғайбыҙ, – ти, хәтерләүҙәргә бирелеп, Тайфа апай. – Өлкәнерәк балаларға эшләргә лә тура килә әле: өй беренсә көл йыялар, уларҙы баҫыуҙарға тараталар. Әле шул 10-12 йәшлек сибек кенә ҡыҙ-малайҙарҙы күҙ алдына килтереп, күҙгә йәш тула. Уларҙың күбеһе 1942-1943 йылдарҙың һалҡын ҡыштарында аслыҡтан һәм төрлө ауырыуҙан вафат булды. Үлем ҡайғыһы беҙҙең өйҙө лә урап үтмәне. Ике туғаным гүргә ингәс, нәҫелдәштәребеҙ кәңәше менән әсәйебеҙ беҙҙе, ҡалған балаларын, Өфөләге балалар йортона бирергә мәжбүр булды. Өҙгөләнгәндер инде әсәкәйемдең йөрәге беҙҙе уйлап. Шулай ҙа ул дөрөҫ эшләгән: теләгән һөнәребеҙҙе һайлап, уҡып сығып, намыҫлы тырыш хеҙмәт менән ғүмер иттек. Бөтәбеҙ ҙә тере ҡалдыҡ. Рәшиҙә һеңлем Әлшәй районының Яңы Сәпәш мәктәбендә директор, ауыл Советы рәйесе булып эшләне, Нәҡиә апайым Бәләбәй педучилищеһын, аҙаҡ бухгалтерҙар курсын бөтөрөп, Әбйәлил районында уҡы­тыусы, бухгалтер вазифаларын башҡарҙы. Бәләкәй һеңлебеҙ Наиләне бер балалар йортонан икенсеһенә күсергәндәр ҙә, бер нисә йыл юғалтып торҙоҡ. Әсәйебеҙ был мәлдә ниҙәр кисергәнен үҙе генә белгән­дер. Мин үҙем Х класта уҡығанда һеңлемде юллап табып алдым. Атайыбыҙ Орел, Курск ҡалаларын азат иткәндә һәләк булған. Ә “похоронка”һын 1945 йылдың 9 майында килтереп бирҙеләр. Бөтә кеше байрам итә, ә беҙҙең өйгә еңеү шатлығы менән шаҡ ҡатмалы ҡайғылы хәбәр ишек ҡаҡты. Хат ташыусыны ла әйтер инем, “ҡара ҡағыҙ”ҙы берәй аҙна бирмәй то­рорға ла башына килмәгән.
Әсәйебеҙ, һоратһалар ҙа, башҡаса кейәүгә сыҡманы. 13 йыл, 74 йәшендә мәңгелек йортона киткәнсе, беҙҙең менән йәшәне. Аралар яҡын булғас, Рәшиҙә һеңлем дә бик ҡарашты: ауылда торғас, ит-май, һөт, картуф, йәшелсә кеүек ризыҡтарҙы даими килтерҙе.
40 йылға яҡын ғүмерем, иң бәхетле, иң илһамлы көндәрем үткән Мөхәмәтша Буранғолов исемен йөрөткән мәктәпкә мин әле лә йыш барам. Мәҫәлән, бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың 80 йыллығы айҡанлы уҙғарылған сараларҙа ҡатнаш­тым. Мин уҡыусыларға класташымдың саф тойғоларға, яҡты хыялдарға бай үҫмер йылдары хаҡында һөйләнем, уның был осорҙа яҙылған көндәлектәре тура­һында ла фекер алыштыҡ. Улар тәүҙә “Йәшлек” һәм “Киске Өфө” гәзиттәрендә донъя күреп, аҙаҡ китап булып та сыҡты. Мәҫәлән: “Киске Өфө” гәзитенең бер һанында баҫылғандары, (2006 йыл, 10–16 июнь) 1949 йылдың 25 ғинуарында яҙылған биттәрендә тулыһынса минең хаҡта яҙылған. А. Фадеевтың “Йәш гвардия” романынан Ульяна Громоваға оҡшата торғайны ул мине. Тик ул саҡта, әлбиттә, уның көндәлектәренең бер геройы булыуым хаҡында башыма ла килмәне.
Алдан әйткәнемсә, беҙҙе әсәйем балалар йортона биргәйне бит инде. Аҙаҡ Рәми Ғарипов уҡыған 1-се интернатҡа күсерҙеләр. Уҡытыусыларым һәм тәрбиә­селәрем хаҡында әле булһа яҡты хистәр генә һаҡлайым. Ул саҡта мәктәбебеҙҙең директоры аҙаҡтан бөтә республикаға билдәле педагог булып китәсәк Сажиҙә апай Зайлалова булды. Әҙәбиәт уҡытыу­сыбыҙ Мәрйәм Ғималова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙ Мөсәлиә Хәйрул­лина апайҙар ҙа күренекле ғалимәләр, педагог-методистар булып китте. Ә мәк­тәптә улар беҙгә ысын мәғәнәһендә әсәйҙәребеҙҙе алмаштырҙы. Балаларҙы аңлаған, яратҡан, ысын күңелдән уларҙың киләсәк яҙмышын ҡайғыртҡан һоҡланғыс шәхестәр ине улар, ауыр тупраҡтары еңел булһын!
Уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлауымда ла әсәйемдең һәм остаздарымдың роле ҙур булды. Ә инде БДУ-ның филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә мине Мәрйәм Ғималова “ҡоҙаланы”. Һәр баланың ниндәй уйҙар менән йәшәүен, кемдең нимәгә һәләтле икәнен һәйбәт белә ине шул улар. Уҡыған саҡта ла интернатыбыҙға тартылабыҙ, барып йөрөйбөҙ, ашханала тамаҡ ялғап китәбеҙ. Өйҙән ярҙам юҡ кимәлдә. Директор Сажиҙә апай йәлләгәндер ҙә, мөмкинлегемде лә белгәндер, мине мәктәпкә ки­тапханасы итеп алды. Уҡып та, эшләп тә йөрөнөм. Өйҙән аҡса һорау түгел, үҙем күстәнәстәр алып ҡайта башланым.
Мәктәптә уҡығанда ла, университетта ла спорт түңәрәктәренә йөрөп, ҡала-республика ярыштарында ҡатнаштым, һүрәт төшөрөү, ҡул эштәре менән мауыҡтым, әҙәби китаптар көн дә күрешеп торған тоғро дуҫтарыма әйләнде.
Был осор минең һәм туғандарым өсөн оло тормош мәктәбе лә булды. Бер саҡ һеңлем Рәшиҙә менән республика буйынса уҙғарылған саңғы ярышында ҡатнашып, ул – беренсе, мин икенсе урындарҙы алғаныбыҙ хәтерҙә. Ғөмүмән, аслыҡ, яланғаслыҡ, юғалтыуҙар үҙәгенә үткән һуғыш осоро балаларын бер маҡсат – тырышып уҡыу, белемле кеше булыу, матурыраҡ тормошта йәшәү берләштерҙе”.
Улының фажиғәһен төшөндә күргәне
Мөхәббәт тә үҙ ваҡытында килә йәш уҡытыусыға. Ул Миәкә районында тыуып үҫкән офицер егеткә кейәүгә сығып, уның хеҙмәт иткән еренә китә. Бала тыуғас, тыуған яғына ҡайтып йәшәп һәм эшләп торорға уйлай. Тик был айырылышыу ғүмерлеккә булып ҡуя. Исеме ата-әсәһенең илһөйәрлек рухында ҡушылған Ватан зирәк, һәләтле малай булып үҫә, һүрәт төшөрөргә ярата. Үҫемлектәр, хайуандар донъяһы менән ҡыҙыҡһына. Ун йәшенән малай аквариумда балыҡ үрсетә. Балыҡтар тураһында эләккән һәр китапты уҡып, картотека төҙөй.
Мәктәпте гел “бишле” билдәләренә генә тамамлаған егет БДУ-ның биология факультетына конкурсһыҙ инеп китә. Теләге – ихтиолог булыу. Тик алыҫ диңгеҙ тураһындағы хыялын тормошҡа ашырырға насип булмай. Беренсе курста уҡып йөрөгән егет грипп менән ҡаты ауырып китә. Киҙеү һөҙөмтәһе бик аяныс була: егет өсөн бөтә донъя ҡараңғылыҡка сума, ул күҙҙәренән яҙа.
Был хәлде әсә йөрәге нисек кисергән­дер, уны күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бармаған ҡалаһы, йөрөмәгән табибы ҡалмай, тик бер ҡайҙа ла егеттең ҡасан да булһа күҙҙәре асыласағын вәғәҙә итмәйҙәр.
Тайфа Шакир ҡыҙы улы уҡып йөрөгән саҡта күргән төшөнә бөгөн дә аптырай. Нимә булды икән был – ҡайғыны алдан киҫәтеүме, әллә “яҙмыштарҙан уҙмыш юҡлығын” иҫкә төшөрөүме?! Хәйер, ул саҡта әсә был төшкә иғтибар ҙа итмәй, аҙаҡ ҡына хәтеренә төшөрә.
...Улар улы менән диңгеҙ буйында икән. Бына Ватан диңгеҙҙең эсенәрәк инә. Ул шундай матур. Ҡояш нурҙары һыу өҫтөндә уйнай. Һәм ҡапыл, был ни хәл, малай һыу эсенә инә бара, инә бара. “Ватан, улым! Сыҡ ярға, тиҙерәк сыҡ!” – тип ҡысҡыра әсә, өҙгөләнеп. Тик ярһыған тулҡындар үҫмер баланы башынан уҡ күмеп китә. “Балам, балам!” – тип ҡотҡа­рырға уҡтала Тайфа, тик улын таба алмай. “Әлдә генә төш булған”, – тип шатлана әсә иртән торғас. Тик ысынбарлыҡта ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, диңгеҙ ҡараңғылығына сумып йәшәргә тура килә шул ғәзизкәйенә.
Тормош дауам итә. Ниҙәр ҡылмаҡ кәрәк? Был халәткә күнергә, ошондай хәлдә йәшәргә өйрәнергә тура килә әсә менән улға. “Улым үҙен бер кемдән дә кәм тоймайынса, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә тейеш” тигән маҡсат ҡуя Тайфа апай. Үҙенең дә бирешергә, һынырға хаҡы юҡ. Ул бирешһә, улы нисек йәшәр?!
Ватан Ғәбитовтың артабанғы тормошо хаҡында журналист Альмира Кирәева бәйән итә: “Әсәй, минең эшләгем килә”, – ти Ватан, фажиғәнән һуң ярты йыллап ваҡыт үткәс. Тайфа апай улын Өфөләге һуҡырҙар йәмғиәтенә эшкә урынлаштыра. Бында егет Зина исемле ҡыҙҙы осрата, яҙмыштары үҙенекенә оҡшаш бик күп дуҫтар таба. Шуларҙың береһе, Семен исемле массажист, Ватанға Краснодар ҡалаһына һуҡыр массажистар училище­һына барырға кәңәш итә. Әсә менән ул тағы юлға сыға. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлаған егет мөғжизәүи массажист булып таныла. Ҡатыны менән балаларын лайыҡлы тормошта йәшәтеүҙе маҡсат иткән, әсәһен матур эштәре менән ҡыуандырған егет солтаны ул Ватан.
Ҡырҡ биш йәшендә ул, йөрәкһенеп, ғүмер буйы күңел түрендә йөрөткән диңгеҙ тураһындағы хыялын тормошҡа ашырырға теләй. “Ҡара диңгеҙ буйында хан һара­йылай йорт төҙөйөм”, – ти ул. Бер танышы булмаған ете ят ерҙә өр-яңынан донъя ҡорорға һау-сәләмәт кешенең дә йөрәге етмәҫ. Әсә уға фатихаһын бирә. Ул саҡта мәктәптә уҡыған улдары Марат ярҙамында (ул күрә) Ватан менән Зина дүрт йыл эсендә Анапа ҡалаһында күркәм йорт һалып инә. Йорт ихатаһы рауза гөлдәренә күмелгән, баҡсаһында көньяҡ емештәре бешә.
– Ватан Тәлғәт улы ла, уның ҡатыны ла әле булһа һөнәрҙәре буйынса белем­дәрен арттырыуын дауам итә. Уларҙың хәҙер тиҫтәгә яҡын дипломдары бар инде, – ти Тайфа Шакир ҡыҙы, ғорурланып.
Ватан менән Зина икеһе лә Анапа ҡалаһында массажист булып эшләй. Үҙҙәренең эш кабинеттары бар. Анапаға был тирә-яҡҡа дандары таралған оҫта­ларҙан тән һәм йән сихәте алырға килеүселәр күп. Белеп эшләнгән массаж бөтә тәнде дауалай. Ҡуҙғала алмағандар атлап, һауығырға өмөттәрен юғалтҡандар йәшәү көсө алып киткәндәр күп. Эсеү, тартыу кеүек насар ғәҙәттәр ят булған татыу ғаиләлә бер ул, бер ҡыҙ үҫеп етә. Ҡыҙҙары Оксана Мәскәү дәүләт университетында биология факультетын тамамлап, Мәскәүҙә министрлыҡта яуаплы вазифала эшләй, кейәүгә сығып, Ватан Тәлғәт улын олатай итеп Людмила исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Марат та юғары уҡыу йортон тамамлап, программист һөнәренә эйә булды”.
Ә Тайфа Шакир ҡыҙы – бәхетле әсәй, өләсәй – улының ғаиләһендә айҙар буйы ял итеп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, күңеле күтәрелеп ҡайта ине. Хәҙер инде әсәгә юл йөрөүе ауырлашҡас, үҙҙәре ҡайтып уның хәлен белеп китә. Раевкала ла тик кенә ултыра торған кеше түгел ул: бәйләү, сигеү эштәре менән дә шөғөлләнә, Ватандың аквариумында балыҡ үрсетә, һүрәт төшөрә, буяп, семәрләп төрлө уйынсыҡтар, һындар эшләй. Һәр береһе – ижади хеҙмәт. Бынан тыш мәктәптәргә уҡыусыларҙың тематик кисәләренә саҡырыла. Дини тәғлимәттәрҙе өйрәнә, дини китаптар уҡый, намаҙға баҫҡан. Әлегә тиклем спорт күнекмәләрен эшләй. Фатиры уңайлы, һәр саҡ матур итеп йыйыштырылған. Шуға ла кеше өҙөлмәй үҙенән.
Бер барғанымда әсәһенең хәлен белергә Ватан да ҡайтҡайны. Уларҙың үҙ-ара йылы, ихтирамлы мөнәсәбәтенә ҡарап: “Вәт, бәхетле кешеләр!” – тип уйлайһың. Ә бәхетте килтереп бирмәйҙәр. Ниндәй тормош ҡораһың, шунда тораһың.
Тайфа Шакир ҡыҙы Ғәбитова, ниндәй ҡатмарлы һынауҙарҙы еңеп, бик күптәргә һабаҡ булырлыҡ тормош ҡора алған. Артабан да бөтәбеҙҙе лә һоҡландырып, сәләмәтлектә ғүмер итергә яҙһын һеҙгә, һөйөклө Уҡытыусым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512