Күп эштәрҙең тора башында04.06.2014
Күп эштәрҙең тора башында
Рияз Нияз улы Мәсәлимов — Бөрөлә иң күренекле шәхестәрҙең береһе. 1987 йылда Ленинградта аспирантураны уңышлы тамамлағас һәм ваҡытынан алда, 1986 йылдың сентябрендә, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағас, Бөрө педагогия институтында үҙгәртеп ҡороу йылдарында һөнәри һәм ижтимағи тормошта ифрат әүҙем ҡатнашыусы йәш уҡытыусыларҙан булған. Хәҙер инде профессор Рәмзил Борис улы Ғабдулхаҡов менән БДПИ-ла тарих факультетын ойоштороусыларҙың береһе лә. КПСС тарихы кафедраһын ижтимағи һәм сәйәси тарих кафедраһына үҙгәртеп ҡороу, яңы уҡыу программалары төҙөү һәм башҡа мәшәҡәтле эш Рияз Нияз улы ҡатнашлығында уңышлы бара. Иң мөһиме – Рияз Нияз улы Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып юғары уҡыу йорттарында Башҡортостан тарихын уҡытыу, артабан Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен, иҡтисады тарихын, этнографияһын уҡытыуҙы юлға һала.


Үҙе әйтмешләй, 1989—1991 йылдарҙа уҡ күренекле башҡорт ғалимдары һәм йәмәғәтселәре Рәшит Шәкүр, Нияз Мәжитов, Әнүәр Әсфәндиәров, Дамир Вәлиев, Фирҙәүес Хисамитдинова Рияз Мәсәлимовҡа тарихты һәм этнографияны ғына түгел, ә Бөрөнөң медицина һәм кооператив училищеларында башҡорт телен, әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен уҡытыуҙы ойоштороуға туранан-тура ярҙам күрһәтә.
Рияз ағай Бөрө төбәгендә үҙенең йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә билдәле. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ҡалала башҡорт халыҡ хәрәкәтен башлап ебәреүсе лә, Бөрө башҡорттары ҡоролтайын ойоштороусы ла, уның башҡарма комитетының беренсе рәйесе лә булған. 1995 йылда — Беренсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бөрөләрҙән вәкиле (делегаты), 2000 йылда – Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының I съезы делегаты. Бөрөлә башҡорт телендә гәзит сығарыу өсөн бар көсөн һалды; хәҙер инде айына бер тапҡыр даими донъя күргән “Бөрө шишмәләре” гәзитендә Рияз Мәсәлимдең фәһемле һәм үткер мәҡәләләре, эсселары, башҡа материалдары һәр ваҡыт баҫылып тора. Бөрөлә унан да әүҙем яҙышҡан кеше юҡтыр, моғайын.
Рияз Нияз улы — беҙҙең уҡыу йортонда иң яратҡан уҡытыусыбыҙ, сөнки ул үҙ студенттарына атайҙарса, олатайҙарса хәстәрлек күрһәтә. Беҙгә, “минең ҡәҙерле йәш коллегаларым”, тип өндәшә, “беҙ, уҡытыусылар һәм студенттар, бер кәмәләбеҙ”, тип ҡабатларға ярата. Барыһына ла, әлбиттә, Рияз ағайҙың ябайлығы, ғәҙеллеге, йөҙәткес булмауы оҡшай. Шуғамы икән, беҙ уның дәрестәренә шатланып йөрөйбөҙ, предметтары буйынса “дүртле”–“бишле”гә генә өлгәшәбеҙ.
Студенттарҙың күңелен Рияз Нияз улы Мәсәлимовтың киң белемлелеге, ғилемлелеге йәлеп итә. Уның лекциялары, ғәмәли дәрестәре формаль булмаған рәүештә ҡорола, төрлө хәҙерге техник ҡоролмалар, мәҫәлән, интерактив таҡта, видео һ.б. ҡулланып, бик фәһемле һәм файҙалы үтә. Иң мөһиме – ул дәрестәрендә фәндең һуңғы асыштарын аңлата, ғилемлекте, фәнни белемде пропагандалай, беҙҙе бәхәсләшергә, үҙ фекеребеҙҙе әйтә белергә өйрәтә.
Рияз Нияз улы, докторлыҡ диссертацияһын яҡламаһа ла, белеме буйынса ысын фән эйәһенә тиң шәхес. Ул — Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә тигәндәй, йәштәр хәрәкәте тарихы буйынса күренекле тикшеренеүсе. Уның мәҡәләләре, башҡа материалдары Данияла, Нидерландтарҙа, Бөйөк Британияла, Израилдә, Төркиәлә нәшер ителә. Йәштәр хәрәкәтенең хәҙерге торошон тикшереү һөҙөмтәһендә Рияз Мәсәлимов үҙенең үҙенсәлекле концепцияларын (тәғлимәттәрен) төҙөнө. Мәҫәлән, Рияз Нияз улы төрлө халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли сараларында, фәнни матбуғатта үҙенең яңы ижтимағи-тарихи ысулын тәҡдим итте – ул “генерацион (быуындар) ысул”; Рияз Мәсәлимовтың “экстремаль (ғәҙәттән тыш) антропология” тигән концепцияһы менән Бөйөк Британия һәм Израиль ғалимдары ҡыҙыҡһына.
Әйткәндәй, Рияз ағай үҙенең ошо инновация тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләрен башҡорт телендә лә баҫтыра. Һуңғы ваҡытта бөйөк философтарҙың (Кант, Гегель, Ницше, Хайдеггер һ.б.) хеҙмәттәрен башҡорт теленә тәржемә итеү хыялы менән янып йөрөй. Уҡытыусыбыҙҙың бындай киң ғилемлелегенә күп телде белеүе, Интернет аша ла, конгрестарҙа, конференцияларҙа туранан-тура сит ил ғалимдары менән аралашыуы, беҙҙең менән туған телдәрҙә (башҡортса, татарса, мариса) һөйләшеүе булышлыҡ итә, күрәһең.

Гөлназ ҠАҺАРМАНОВА,
Илнур МЫРҘАХАНОВ,
Лилиана АСҠАРОВА,
Алёна ВАСИЛЬЕВА.




Вернуться назад