Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яйыҡтар — халҡыбыҙҙың иң боронғо ҡәүеме
Яйыҡтар — халҡыбыҙҙың иң боронғо ҡәүемеБашҡорт халҡының барлыҡҡа килеү тарихы — фәндә иң бәхәсле мәсьәләләрҙең береһе. Ғалимдарҙың ҡайһы берҙәре ата-бабабыҙ Уралға бик һуң, IХ — Х, хатта ХII — ХIV быуаттарҙа ғына килгән, уларға тиклем бында фин-уғырҙар, боронғо иран телле арийҙар йәшәгән тигән ҡараш яҡлы, ләкин быға бер ниндәй ҙә ышандырырлыҡ фәнни дәлилдәр юҡ.
Шул уҡ ваҡытта башҡорттар тамыры менән Уралда бик боронғо замандан йәшәгән ҡәбиләләргә тығыҙ бәйләнгән тигән ҡараш фәндә билдәле. Мәҫәлән, тел ғалимдарының берҙәм фекерләүе буйынса, башҡорт теле төрки телдәр системаһына ҡарай һәм унда татар, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡарағалпаҡ телдәре менән ҡыпсаҡ төркөмөн тәшкил итә. Әгәр ҙә беҙ, хәҙерге ғалимдар, башҡорт халҡының барлыҡҡа килеү тарихын тикшерәбеҙ икән, иң тәүҙә Уралдағы һәм уның тирәһендәге төрки теллеләрҙең ата-бабаларын эҙләргә тейешбеҙ. Ошо йәһәттән беҙҙең иғтибарҙы СССР-ҙың бөйөк төркиәтселәре С.Е. Малов, Ж. Ғ. Кейекбаев, академик В.В. Бартольдтарҙың хеҙмәттәре үҙенә йәлеп итә. С.Е. Маловтың фекеренсә, Евразияла, шул иҫәптән Себер — Урал — Волга далаларында, Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ яр буйҙарында тимер быуат баштарында скифтар һымаҡ боронғо төрки телдә һөйләшкән ҡәбиләләр, шулар араһында боронғо башҡорттар ҙа булған. Быға атаҡлы башҡорт тел белгесе, профессор Ж.Ғ. Кейекбаев тулыһынса ҡушылған һәм өҫтәп: "Башҡорт теле боронғо төрки телдәр араһынан айырым тел булып бынан сағыштырмаса 4000 йыл элек бүленеп сыҡҡан", — тип яҙған. II быуатта Рим тарихсыһы Птолемей үҙенең картографик хеҙмәтендә Көньяҡ Уралдың иң ҙур йылғаһы Яйыҡты (хәҙерге Уралды) үҙ исеме менән теркәгән һәм академик В.В. Бартольд, төрки тел ғилеменең дәлилдәренә нигеҙләп, "ошо картала күрһәтелгән Яйыҡ йылғаһының атамаһы — донъя төрки теле ғилемендә йәше дөрөҫ күрһәтелгән иң боронғо төрки һүҙе" тигән фекер яҙып ҡалдырған.
Ғалимдарға уларҙың замандашы, башҡорт этнография фәненә нигеҙ һалыусы, СССР-ҙың бөйөк археологы, антропологы, 1916 һәм 1924 йылдарҙа баҫылып сыҡҡан "Башҡорттар" китабының авторы, профессор С.И. Руденко ҡушыла. Ошо китабының 1955 йылда баҫылып сыҡҡан вариантында ул бөгөнгө башҡорттар тормошоноң төрлө сәйәси, иҡтисади, рухи, көнкүреш һәм башҡа тармаҡтары буйынса ҙур үҫеш кимәленә күтәрелгән халыҡ булған тип дәлилләп яҙҙы. Юғарыла әйтелгән ғалимдарҙың фекерҙәштәре күп булды, һәм уларҙың исемдәре тарихта асыҡ билдәле.
Әлбиттә, башҡорт халҡының боронғо тарихы буйынса ошоға тиклем яҙып алынған фекерҙәр, хеҙмәттәр — хәҙерге һәм киләсәк быуын өсөн ҡиммәтле мираҫ, улар үҙҙәренең тикшеренеүҙәрендә оҡшағандарын һайлап ала, хәҡиҡәтте асыҡлау эшен яңы дәлилдәр менән үҫтерергә тырыша. Был — фән донъяһының бәхәсһеҙ талабы. Шулай ҙа әйтмәйенсә булдыра алмайым: үҙ тикшереүҙәремдә С.Е. Малов, Ж.Ғ. Кейекбаев, В.В. Бартольд һәм С.И. Руденко кеүек бөйөк ғалимдарҙың логик фекерләүе оҡшай, һәм улар дөрөҫ юлда булған тигән ҡараштамын.
Хәҙер мәҡәләмдең төп темаһына ҡайтып, уҡыусылар иғтибарына боронғо яҙма документтарҙа Урал һәм уның тирәһендә ниндәй мәғлүмәттәр һаҡланыуы тураһында әйтеп үткем килә. Уларҙың иң мөһимдәре — түбәндәгеләр.
Боронғо Урал тураһында яҙған ғалимдарҙың иң ышаныслыһы — яңы эраға тиклемге V быуатта йәшәгән грек Геродот. Ул Грециянан Ҡырымға килә һәм унда булған грек ҡалаларында йәшәй, тирә-яҡтағы ҡәбиләләр, шул иҫәптән Урал-Волга ерҙәрендә төйәкләнгән ҡәүемдәрҙең тарихы, тормошо менән ҡыҙыҡһына. Уның мәғлүмәттәре буйынса, Ҡара диңгеҙ буйҙарында — скифтар, Дон-Волга ярҙарында савроматтар, ә Волганың көнсығышындағы таулы-далалы ерҙәрҙә (йәғни Уралтау буйҙарында) сактар (һаҡтар), массагеттар, исседондар, иирктар, аргипей, даик (варианттары — дахо, даи), фиссагет исемле күсмә тормошло ҡәбиләләр йәшәгән. Араларынан беҙҙең иғтибарҙы даиктар (башҡортса яйыҡтар) үҙенә тарта. Геродот заманында һәм унан һуңғы быуаттарҙа даиктарҙың халыҡ булып ойошоп йәшәгән ерҙәре Каспий диңгеҙенең көньяҡ-көнсығыш буйҙарында, Арал диңгеҙе тирәләй булған, һәм был күренеш боронғо донъя карталарында бик ышаныслы итеп күрһәтелгән. Шул уҡ ваҡытта Көньяҡ Урал далаларында һәм урман-таулы ерҙәрҙә беҙҙең эраның I һәм II быуаттарында ла Геродот телгә алған даиктар (яйыҡтар) йәшәгән. Мәҫәлән, уларҙы I быуат тарихсыһы Страбон телгә алған, ә II быуатта йәшәгән атаҡлы Птолемей үҙенең донъя картаһында Каспий диңгеҙенә төньяҡтан ҡойған йылғалар араһында Даикс (йәғни Данки-Яйыҡ) йылғаһын күрһәткән. Ошо ваҡыттан башлап ХVIII быуатҡа тиклем Көньяҡ Уралдың иң ҙур йылғаһы Яйыҡ исеме менән билдәле булған. ХVIII быуаттағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Әбей батша башҡорттарҙы тарихи хәтеренән яҙҙырыуға йүнәлтелгән ҡарар сығара һәм уға ярашлы Яйыҡ Урал исеме менән алмаштырыла. Ләкин ошо ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем Яйыҡ исеме Уралдың тиҫтәнән ашыу ҙур һәм бәләкәй йылғаһына бирелгән булған, һәм улар йылға атамаһының төрлө варианттары сифатында Эйек, Иҡ, Ыҡ, Иж рәүешендә һаҡланған. Был боронғо Урал ҡәбиләләре араһында Яйыҡ һүҙенең бик киң таралған булыуы тураһында һөйләй. Ошо урында Геродот яҙған даиктар, сактар, массагеттар сығышы менән Урта Азия (Үзбәкстан, Арал диңгеҙе тирәләре), Көньяҡ Ҡаҙағстан халыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән, тигән фекерҙе әйтмәй үтеү уңайһыҙ булыр.
Борон замандарҙағы халыҡтарҙың тарихы улар тарафынан ҡалдырылған археологик ҡомартҡыларҙа (ауыл, ҡала, зыярат ҡалдыҡтары), йылға, тау һәм башҡа тарихи урындар исемдәрендә сағылыш тапҡан. Уларҙы йыйып, системаға һалып анализлап, шулар буйынса үткән тарихты күҙ алдына килтерергә тырыша ғалимдар. Мин тарихсы-археолог булараҡ "хәҙерге Уралдың боронғо тарихы археологтарҙың хеҙмәттәрендә ниндәй сағылыш тапты һуң?" тигән һорауға яуап бирергә теләйем. Беҙҙе был осраҡта тимер быуат баштарына ҡараған тарихи осор айырыуса ҡыҙыҡһындыра. Көньяҡ Уралда археологик ҡомартҡылар бик һуңлап, ХХ быуаттың 50-се йылдары һуңында ғына тикшерелә башланы. Шул уҡ ваҡытта Төньяҡ Кавказда, Волга менән Днепр йылғалары араһындағы территорияла археологик тикшеренеүҙәр ХVIII-ХIХ быуаттарҙа уҡ башланған һәм ҙур үҫеш алған.
Геродот, Страбон, Птолемейҙар заманына ҡараған ҡомартҡыларҙы тикшергәндә, Урал археологтары ошоға иғтибар итте: улар төҙөлөшө һәм табыштары яғынан Волга-Дон, Төньяҡ Кавказ яҡтарында йәшәгән савромат, уларға яҡын сармат тоҡомдары ҡомартҡылары менән бик оҡшаш. Был мәҙәни яҡынлыҡ археологтарҙа "Уралда ла шул уҡ савроматтар, сарматтар йәшәгән" тигән фекер тупланыуға килтерҙе, һәм ул ошо көнгә тиклем Көньяҡ Уралдың боронғо тарихын тикшергән Урал (Ырымбур, Өфө, Силәбе, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәгән) археологтарының хеҙмәттәрендә тулы сағылған. Миҫал итеп "Башҡорт халҡының тарихы" тигән хеҙмәттең беренсе томын күрһәтеү ҙә етә (Мәскәү, 2009 йыл). Унда Көньяҡ Уралдың тау-дала өлөштәрендә көн күргән ҡәбиләләрҙең тормошо, тарихы Азов диңгеҙе яҡтарында йәшәгән савромат, сарматтарҙың исеме менән бирелгән. Был бик ҙур хата, сөнки ул тарихи яҙма документтарҙы инҡар итә. Өҫтәүенә, китаптың авторҙары атаҡлы тел ғилеме белгестәренең, Көньяҡ Урал тирәләп бик борон замандан бирле төрки телдә һөйләшкән ҡәбиләләр, шул иҫәптән боронғо башҡорттар йәшәгән, тигән фекерҙәренә бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй. Тарих фәненең үҫеш законы буйынса авторҙарҙың үҙҙәре тикшергән мәсьәлә буйынса тыуған фекерҙәр тураһында уҡыусыға тулы мәғлүмәт биреүе мөһим. Был уларҙың башҡорт халҡының боронғо тарихын күрәләтә боҙоуы менән генә аңлатыла. Уның ике сәбәбе бар.
Беренсеһе. СССР осоронда төрки халыҡтарҙың боронғо тарихын юғары власть даирәләре тарафынан билдәләнгән сиктәрҙә генә аңлатырға тырыштылар. Уға ярашлы, төрки телле халыҡтар (ҡәбиләләр) тәү башлап, имеш, Үҙәк Азия яҡтарында ғына (Ҡытай, Монголия) барлыҡҡа килгән, ә Ҡаҙағстан, Көньяҡ Себер, Урал-Волга буйҙарына III — IV быуаттарҙа, күпләп тик VIII — IХ быуаттарҙа ғына күсенгән тигән фекер йәшәп килде, ә бының менән риза булмаған ғалимдар ҙур ҡыйынлыҡтар аша ғына үҙ фекерен китаптарында сағылдыра алды.
СССР-ҙың археология фәнендә ХХ быуаттың 50 — 80-се йылдарында Урал-Волга, Дон яҡтарында тимер быуат баштарында йәшәгән ҡәбиләләрҙең ҡомартҡыларын тикшереүселәрҙең иң абруйлыһы Мәскәү профессоры К.Ф. Смирнов булды. Ул Башҡортостанда археология фәненең үҫешенә ҙур ыңғай йоғонто яһаны, бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙе уның уҡыусылары тип иҫәпләнек һәм иҫәпләйбеҙ. Ғалим үҙенең төп хеҙмәттәрендә, тиҫтәләгән китабында "Ысынлап та, беҙҙең эраға тиклемге VII быуаттан башлап беҙҙең эраның II — III быуаттарына тиклем савроматтар, сарматтар йәшәне" тип яҙып килде. Беҙ ҙә хеҙмәттәребеҙҙә уға эйәреп шулай тип раҫланыҡ. Был уҡыусыларҙың уҡытыусыһына һуҡыр рәүештә эйәреүе ине. Ләкин, нисек кенә булмаһын, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ был өлкәлә героик аҙым эшләне.
1977 йылда баҫылған "Савроматы. Сарматы" тигән мәҡәләһендә ошоға тиклемге фекерҙәренә ревизия яһап, К.Ф. Смирнов, Көньяҡ Уралдың дала һәм дала-урманлы ерҙәрендә йәшәгән ҡәбиләләр араһында һан яғынан иң күбе, иҡтисади һәм сәйәси үҫеш йәһәтенән иң алға киткәне яйыҡтар (даиктар) булған, тип яҙҙы. Уның фекере буйынса, яйыҡ ҡәбиләһенең Уралда күпселекте тәшкил итеүе уларҙың этник исеме Яйыҡ йылғаһының исеменә әйләнеүенә сәбәп булған. Шул уҡ ваҡытта, бәлки, киреһенсә, Яйыҡ йылғаһы исеме этник яйыҡ атамаһына ҡарағанда боронғораҡ булып, Геродот замандарында уҡ (яңы эраға тиклемге V быуат) ҡәбилә исеменә әйләнгәндер, тине ғалим.
К.Ф. Смирнов, үҙенең яңы фекерҙәрен раҫлап, элекке яҙған хеҙмәттәрендәге "тимер быуат баштарында Көньяҡ Уралда савромат-сарматтар йәшәгән" тигән хата фекерен таныу рәүешендә ошо биләмәнең тарихи картаһын төҙөнө һәм унда Яйыҡ йылғаһының бөтә ағымын, йәғни Көньяҡ Урал биләмәһен, "Яйыҡтар иле" тип күрһәтте. Бындай ҙур фәнни батырлыҡ бөйөк ғалимдарға ғына хас.
Әлеге картала К.Ф. Смирнов Яйыҡ йылғаһының иң юғары ағымында, хәҙерге Башҡортостандың көнсығыш Силәбе өлкәһе менән сиктәш райондарында тимер быуат баштарында Геродот тарафынан телгә алынған, сығышы менән Арал диңгеҙе яҡтары менән бәйләнгән исседон исемле ҡәбиләләрҙең илен дә күрһәтә. Был дөрөҫ, уны ХХ быуатта беренсе булып Урал археологы К.В. Сальников яҙҙы һәм ышандырырлыҡ дәлил рәүешендә исседондарҙың тарихи ҡомартҡыһы итеп Свердловск өлкәһендә аҡҡан Исеть йылғаһының исемен күрһәтте. Геродоттың мәғлүмәте буйынса, исседондар йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеп, күсмә тормошта йәшәгән.
(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118